Кәбеҫтә тоҙлағанда алъяпҡыс кеймәгән, аяғында тәпешкә юҡ, пластик һауытҡа тоҙларға ярамай тигәндән алып, залда түгел, кухняла тоҙларға кәрәк тигәненә тиклем иләгәйгеләр
Мин бер тотонған саҡта вис тоҙлап ҡуйырға ниәтләйем бит инде. Уның өсөн сылый бер көн китә. Ә ҡайным "тәмле кеше" булғас, әйләнгән һайын сәй эсә торғайны. Инсулин һала ла кухняға йүгерә. Шуға кухняны улай көн буйына занимать итеп тороп булмай ине.
Быйыл ҡайным булмағас, кәбеҫтә лә юҡ Тоҙлап булырмы, юҡмы—әйтә алмайым. Ҡайным шулай ныҡ йүнсел булды. Бөтә нәмә тоҡлап, ҡумталап ултыра торғайны, өйөлөп ятыр ине.
Бер йылы ҡаҙ алдыҡ күп итеп, майы 40 литрлыҡ һауыт тула яҙып ултыра. Ултыра ла ултыра. Ҡайным:"Был килендән булмаҫ та,"- тип уйлап йөрөгәндер инде😂Бер эштән ҡайтыуыма теге майҙы иретеп йөрөп ята😱Өй күм-күк төтөн. Үҙе саҡ күренеп тора😂
Кухняла майланмаған һауыт, сепрәк ҡалмаған, ишек, өҫтәл, ултырғыс йылтырашып торалар😂 Газ плитәһе инде, байғош, шыр май араһынан күҙе йызлап ҡына ҡарап ултыра😂 Унан да май ағып төшкән, бынан да май ағып киткән... Иҙән инде лысылдап ята😂 Ҡайным еще майлы тәпешкәһе менән кухня мн зал, спальный араһына һуҡмаҡтар һалып сыҡҡан😂 Стенаға инде ул май сәсрәй алған тиклем сәсрәгән.
Уның ҡарауы, ҡайны ғынам эш бөтөп йөрөй. Эй үҙе ҡыуана😂 "Килендең эшен еңеләйтәм тип торам инде бына, арып киттем,"- тей😂😂😂 "Ҡалай яҡшы булған, рәхмәт инде!"- тигән булдым😂 Ярай иреткәс булған. Аллаһ бирһә ҡыш буйы һөйрәп йөрөп тотонорбоҙ.
Ысынлап та баяғы өйҙө порошок, белизна, средство для мытья посуды һалып йыуып, таҙалап алғас, онотолдо. Ә баяғы майҙарҙы биш литрлыҡ шыйыҡмай һауыттарына ҡойоп, һалҡынға ултырттым да ҡыш буйы, йәй буйы магазиндан май алманым.
Ҡайнымдың һалпы яғына һалам ҡыҫтырһаң әллә кем булып китер ине. Ә саҡ ҡына оҡшамаған бер нимә әйтһәң... бөттө баш, ҡалды муйын була. Бер шулай больницанан ҡайным менән бейемгә, быуындарын нығытыу өсөн, кимерсәк, ҡойҡа кеүек нәмәләрҙе күберәк ашарға әйтеп ҡайтарғандар. Бына әй баяғы бабай һуғым мәленән һуң күрше -тирәнең һуғымлығынан артып ҡалған баш-тояҡтарын йыйып алды. Ҡайһы кеше уны ашамай, эшкәртмәй ҙә бит инде.
Тағы эштән ҡайтыуыма шуларҙы өтөп ҡуйған. Әллә нимәләр атҡарғандай ҡыуанып килеп инде лә:"Килен, килен, ана бар сыға һалып йыу ҙа бешерә һал, ун ике тояҡ, дүрт баш өттөм, арманһыҙ булдым,"- тей был.
Ә мин эштән арып ҡайтҡанмын, өйҙә балалар бәләкәй, башҡа эшем дә булғандыр инде, уйлап та тормай:"Нимә, әллә һуғымға дейеү һуйҙығыҙмы әллә ?!"- тигәйнееееем генәәә...китте ҡайным сәсрәп😂😂😂 "Бында кеше ни һынлы булып инеп килә, мыҫҡыл итеп тора, эшкинмәгән.......фәлән дә фәсмәтән...."
Мин "зыйп" итеп сығып китеп, баш-тояҡ араһында ултырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым😂😂😂