Төшкө аш ваҡытында ниндәйҙер комиссия яңы һалына башлаған йорттоң нигеҙе янында әңгәмә ҡора, ҡыҙып ҡыҙып китәләр. Быларҙың бәхәсләшеүе иң ҡыҙыу нөктәһенә еткәндә эргәләге йорттоң туғыҙынсы ҡатындағы балкондан ниндәйҙер осоусы есем пәйҙә була, һәм тегеләй былай вираждар яһап был комиссияға табан оса. Хәҙерге ваҡытта дрон йә беспилотник тиерҙәр ине, ә был үткән быуаттың 90 йылдар аҙағы , дрондар түгел, сотовый телефон саҡ сыға башлаған саҡ! Был билдәһеҙ обьект бәхеткә ҡаршы, комиссияға барып етмәйенсә, эргәләге котлованга сума... Комиссия күрмәй ҙә был хикмәтле осҡосто, беҙ ҙә ишетмәҫ, ишетмәҫ инек , беҙҙең шунда эшләгән бригадала пенсия йәше етеп килгән Нурғаян ағай һөйләмәһә...
Иртәнсәк, эшкә килгәндә Нурғаян ағай нимәлер дөрөҫ түгел икән һиҙә, барыбер эш урынына,, туғыҙынсы ҡатҡа, линолеум тушәргә менә. төшкә тиклем арыу ғына эшләй ҙә ул , вагончикка ашарға төшөргә биш минуттай ваҡыт ҡалғас, эсе бороп ауырта башламаһынмы!? Нишләргә? Бәҙрәфкә өлгөрмәй , беренсе ҡатҡа төшкәс тағы йөҙ метр барырға, нишләргә? Ҡарт кеше күпте күргән бит инде, таба юлын. Тороп ҡала ҡатта , бер оло ғына киҫәк линолеум киҫеп ала , балконға сыға. Хәҙер хәжәтен атҡара ла, аҫта кеше юҡта (бөтә эшсе төшкө ашта бит!) ырғыта ла ҡуя. Эшен башҡара был. Линолеумды матур итеп бөкләп осора аҫҡа ла ағай, тик тыңлауҺыҙ линолеум киҫәге ҡышҡы һыуыҡта турая ла планер кеуек теге комиссия яғына китә. Ә бортта - арыу ғына "йөк" , бөтә комиссияға етерлек! Әлдә ел үҙгәреп, беҙҙең "барражирующий боеприпас" сәпкә барып етмәйенсә котлованда "шартлай", юғиһә Нурғаян ағай пенсияға хәтле йәшәп етә алмаҫ ине...
Хәҙер, Суханова урамынан, ул йорттар янынан үткән һайын минең иҫкә төшә был тарих.