Һаумыһығыҙ, Лариса ханым, Зөлфиә һеңлекәш. "Ағиҙел" журналының беренсе һанын уҡып сыҡҡас, “Юғары маҡсатлы ижад” мәҡәләһендәге шиғырҙарға байҡау яһап ҡаным ҡайнап, үпкәләп ултырам әле.
Беҙҙе бәләкәйҙән яулыҡ ябындырып тәрбиәләмәнеләр. Әсәйем Хәкимә, ете бала табып үҫтергән, ауыл кешеһе булараҡ башынан яулығын һалманы. Шундай уңған, аң-белемле, белдекле кеше булды. Өләсәйем дә биш намаҙын ҡалдырмаҫ ине, тик, ысын доньяла ята, ялҡау, әҙерҙе генә көтөп ултырған әбей ине. Әсәйем килен булып төшкәндә уға бары 58 йәш булған. Яулығын арттан һәлендереп ябынған олоғара әбей булды тиер ине әсәй. Әсәйемдәр менән 32 йыл бергә йәшәне, тик мин уның сынаяҡ ҡына йыуғанын да күргәнем булманы. Ни өсөн яҙам мин быларҙы? Эш яулыҡтамы ни? Мин дә хәҙер алтмыштан уҙған, ике ҡыҙ үҫтергән, ейән-ейәнсәрле ҡатынмын. Яулыҡ бөркәнеп түрҙә ултырыу ике ятып бер төшкә кермәй. Яулыҡ ябыныу ғына кешегә аҡыл, аң өҫтәмәй. Сәсе оҙондоң аҡылы ҡыҫҡа тигән әйтем дә бар, яулыҡ бәлки аҡылһыҙ башты ҡурсалауҙыр? Һеҙгә ҡағылмай ҙа быныһы. Ә шулай ҙа бар кешене яулыҡҡа ҡарап баһалап булмай ул. Нисәмә йылдар үҙен генә хәстәрләгән, минең атламаҫ балам булырға тейеш түгел тип артымдан ишек кенә лә бикләп ҡалмаған кеше менән ғүмер иттем. Атай-әсәй һүҙен тыңлап, ир шулай булырға тейештер тип түҙеп йәшәнем. Шөкөр, яулыҡ ябынып йөрөмәһәм дә, оло ҡыҙым Роза иҡтисад фәндәре кандидаты, ОГУ доценты, бәләкәй ҡыҙым Римма техникумдың юридик факультетын тамамлаған, шиғырҙар яҙа, дүрт китап авторы. Үҙемдең дә үҙнәшер менән сығарылған өс китабым бар, Булат Рафиҡов премияһы лауреатымын, райондың мәҙәниәт йортонда сәхнә оҫтаһы булып та танылғанмын.
Мәсеткә йөрөп ҡат-ҡат белем алып кеше ирен уртаҡлашып йәшәгәндәрҙе лә беләм, минең ундай холҡом булманы, бер ирҙе лә ымһындырмай яланбаш йөрөйөм.
Яулыҡ ябынмаған ҡатын-ҡыҙҙың ҡарашында иблес уттары, тип уйламайыраҡ яҙғандыр ул Зөлфиә шиғырында. Был бит шундай ҡурҡыныс һүҙҙәр, яла яғыу. Зәйнәп апайҙар, Һәҙиә апайҙар баш ҡаплап йөрөмәгәндәр, уларҙы ла шул рәткә ҡуяһығыҙмы? Ярай, улар хәҙер юҡ инде, ә яулыҡһыҙ ҙа күпме иҫ китмәле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар бит башҡорттар араһында, ил тотҡалары ла юҡ түгел. Аят тыңлағанда бер кемебеҙ ҙә яулыҡһыҙ доға ҡылмай.
“Тартылыу” шиғырында Көнсығышҡа тартыла Зөлфиә һеңлекәш. Беҙҙә хәҙер бар аҡсалылар ҙа ситкә ынтыла, тик сәйәхәттән ҡайтҡандар барыһы ла үҙ Башҡортостаныбыҙҙы маҡтап бөтә алмайҙар, Аллаһ Тәғәләнең һайланма ере тиҙәр. Башҡа ерҙәр менән тиңһеҙ ул үҙебеҙҙең Башҡортостан. Сит илде лә, диңгеҙ ҙә күрер аҡсам да, мөмкинлегем дә юҡ. Америка, Ҡытай, Көнсығыш тип хыяллағансы Ағиҙел, Дим, Нөгөш буйҙарын, Бөрйән яҡтарын барып күрегеҙ - бына ҡайҙа ул мөғжизә, ожмах.
Әйтмәйем, һуңғы осорҙа яулыҡлылар күбәйҙе. Был бит тренд та, мода ла, тенденция ла. Һәр кем үҙенсә йәшәй, тик бөтә ҡатын-ҡыҙҙы бер ҡалыпҡа һалып яңғылышаһығыҙ, туташтар, бына шундай минең фекерем.