Ағиҙел
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
23 Ғинуар 2020, 12:32

Тибендә йылҡы уйнаған саҡ. Уларҙы күргегеҙ килһә, Ирәндеккә барығыҙ.

Ирәндек итәге йылҡы кешнәүенән яңғырап тора. Ҡыш йылы, ҡар йоҡа, бер-ике типһәң, йәм-йәшел үлән тиртеп сыға, утла ғына. Бындай ҡыш һирәк була, тип ҡыуана йылҡысылар, ялтлап торған өйөрҙәрҙе тауға ҡыуалап. Тибенгә өйрәнгән әрһеҙ башҡорт аттары тау буйлатып сабышып та ала. Тик ваҡыттары етеп килгән бейәләр генә һабыр һәм түҙемле. Ҡыштың һыуыҡтары үтте буғай, ана тора март ҡояшы, тимәк, апреле лә һуңламаҫ. Ҡарындарҙа тибешкән ҡолондар ҙа аҡ тояҡтары менән ергә баҫырҙар.

Ә һеҙ беләһегеҙме, Радий Хәбиров үҙен, һеҙҙе, беҙҙе тибендәге әрһеҙ һәм талымһыҙ аттар менән сағыштырған. Ысынлап та, башҡорттар үҙҙәренең аттары һымаҡ түгелме? Меңәр йылдар буйы беҙҙең менталитет шулай ҡалыплашҡан. Тибендәге аттар һымаҡ үҙенең әрһеҙлеге менән ризығын да тапҡан, ғаиләһен дә ҡараған, үҙ еренә күпме милләттәрҙе ҡабул иткән.
Ат һымаҡ эшләйек, ат һымаҡ булайыҡ, тигән саҡырыуҙар беҙҙең ата-бабаларҙан ҡалмағанмы ни? Хәҙерге ҡатмарлы һәм ауыр заманда ошо хаҡта иҫкә төшөрөү һис тә артыҡ булмаҫ.
Йылҡы ҡарайым, тиһәң, ат һымаҡ булырға кәрәк, тип боронғолар әйтеп ҡалдырмағанмы ни?
Әйткәндәй, бынан бер ниә тиҫтә йыл элек Урал аръяғында аттар бик әҙ, хәтерем алдамаһа, 3-4 меңдән артмай ине. Хәҙер иһә теүәл генә һанын белеүсе юҡ, хатта бер нисә тиҫтә мең, хатта 40-50 мең, тип әйтеүселәр ҙә булды.
Мәҫәлән, 2000 йылдарға тиклем юғарынан эш сәфәре менән килеүсе булһа, йылҡы малын Ирәндек итәгенә бер нисә райондан ҡыуып килтерер булғандар. Дөрөҫтөрмө, юҡмы, белмәйем, ләкин абруйлы ҡунаҡтарға аттарҙың күплеге бик оҡшаған. Хәҙер аттар Ирәндектең киң итәгенә былай ҙа һыймай.
Ошо аттар һымаҡ күп, түҙемле һәм талымһыҙ булайыҡ!
Салауат Әбүзәрҙең “Ир ҡанаты” тигән поэмаһында әйтелгәнсә:
Шөкөр, хәҙер борсолоу юҡ,
Ҡайҙан, тиеп, ат табырға.
Башҡорт үҙе әйләнгәндәй
Әкиәттәге Кентаврға.
Һүрәттә – беҙҙең ҡарамаҡҡа иң бруталь (көслө, әрһеҙ, ҡырынмаған, үҙ баһаһын белгән һ.б., һ.б.) башҡорттарҙың береһе Денис Өмөтбаев. Мырҙағолов менән Рамаҙановтан бер ҙә кәм түгел. Аттар ҙа, ошондай егеттәр ҙә күберәк булһын! Ә артҡы планда – баяғы, тибендәге йылҡы. Йәгеҙ, бының нимәһенә үпкәләйбеҙ инде? Беҙ инде, шул беҙ.
Читайте нас в