Бөтә яңылыҡтар
22 Ғинуар 2020, 13:03

Төндәлектәр Әхтәм Абушахманов ни өсөн улдарынан ҡәнәғәт түгел? Ә бында уның ғәйебе бармы?

Әхтәм Әхәт улы менән һөйләшеүе еңел. Сөнки ул күп белә, һәр мәсьәләгә үҙ ҡарашы бар. Фекерҙәре менән ихлас уртаҡлаша. Әле бына яңы ҡуйылған спектаклдәр хаҡында һөйләшеп алдыҡ. Ниһайәт, Башҡорт академия драма театрын да Рәсәй кимәлендә күреп ҡалдылар. Һуңғы йылдарҙа яуланған ике “Алтын битлек” – шуны раҫлай. Хәҙер улы Айрат Әхтәм улы Рәсәйҙә танылған режиссерҙарҙың береһе , хатт сит илдәргә лә саҡыралар.Әхтәм Әхәт улы менән һөйләшеүе анһат түгел. Һәр мәсьәләгә тәнҡитле ҡарашы бар. Күбеһенән ҡәнәғәт түгел. “Мостай Кәримдең “Салауат” трагедияһында төп ролде башҡарғандан һуң шулайға әйләндем”, – ти ул, әллә ҡайғырып, әллә ҡыуанып. Шулайҙыр, Салауат батырыбыҙ халҡының тормошонан ҡәнәғәт булһа, мәңге күтәрелеп сыҡмаҫ ине.

Әхтәм ағай менән тағы осраштыҡ, һүҙ артынан һүҙ сығып, улдарынан зарланып ултырҙы. “Әллә улар аҡыллы, әллә мин ҡартайҙым”, – тине ул уфтанғандай. Малайҙары аталары менән бәхәсләшәләр, һүҙ көрәштерәләр икән.
– Һуңғы арала шуны һиҙҙем, күҙемә ҡарап, үҙемә әйтә алмаған һүҙҙәрен сәхнәгә ҡуйылған әҫәрҙәре аша әйтергә тырышалар, – тине ул аҙаҡҡы осрашыуыбыҙҙа.
Улдары менән сәхнә аша бәхәсләшкән атай ниндәй бәхетле.
Читайте нас: