Ике меңенсе йылдар башында Рауил ағай Бикбаев Рәсүл Ғамзатовтың “Торналар”ын тәржемә итеп килтерҙе. Шиғыр юлдары үлсәме, ритмикаһы руссаһынан айырылмай ине, тип әйтерлек. Шулай бер нисә көн үткәс, ниндәйҙер йомош менән “Башҡортостан” редакцияһына атаҡлы йырсы Фәрит ағай Бикбулатов килеп керҙе.
Йырсы ағай менән байтаҡтан бирле аралашҡас, “Торналар”ҙың башҡортсаһын, Фәрит Хәбибуллович, ниңә йырлап ҡарамайһығыҙ, – тип тәҡдим иттем. Ул шиғырҙы алып уҡып ҡараны, бер килке мөңрәп ултырҙы ла: “Быны башҡа кешегә бирмәнеңме?” – тип һораны.
Уның шәхси тормош юлын, атаһының Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғанығын белгәс, был йыр тик һеҙҙең өсөн генә тәржемә ителгән, тип әйттем. “Эйе, – тине ул бошонҡо ғына, – минең атайым һуғыштан ҡайтманы бит”.
Ағай йырҙы алып ҡайтып китте. Мин таң ҡалдым, ағай йырҙы йылдан артыҡ әҙерләне. Ара-тирә тормош иптәше Гөлшат апайҙан һорашам. “Өйрәнә, өйрәнә... Иртән тора ла, “Торналар”ҙы мөңрәй”, – тип тынысландырҙы апай.
Аҙаҡ бер концертта йырҙың премьераһы булды, шундай шәп клип төшөрөлдө, радионан, телевидениенан иң йыш яңғыраған йырҙарҙың береһенә әйләнде.
Үҙе китте, моңо ҡалды. Шуныһына иғтибар иттем, “Торналар” русса ла, башҡортса ла ифрат моңло яңғырай. Быныһы авторҙың, тәржемәсенең һәм йырсының оҫталығынан торалыр инде.