Бөтә яңылыҡтар
2 Декабрь 2019, 10:15

Төндәлектәр Фәтих ағай Гүләев иҫкә төшкәндә. Фамилияһын дөрөҫ яҙмаһам, ғәфү үтенәм.

1986 йылдың йәй баштары ине, шикелле. Ейәнсура районының “Овцевод” совхозынан, Байыштың үҙенән түгел, әллә Дүртөйлө, әллә Юнай булды, бәләкәй генә бер ауылдан хат килде. Юғарыла иҫкә алған Фәтих ағай Гүләев исем-фамилиялы ауыл хәбәрсеһе яҙған. Үҙе шул яҡтағы Аҡдәүләт ауылынан, 30-сы йылғылар ине, шикелле, “Совет Башҡортостаны”на бик матур хаттар яҙа ине. Баяғы, уҡыу эләкмәгән, атаһы яу яланында ятып ҡалғандыр, ә үҙе тынғыһыҙ, урындағы түрәләрҙе байтаҡ миктәтте инде. Матур почерк менән яҙылған хатын тотоп, тәүҙә райкомға индем, машина бирҙеләр, “Байыш” яғына ыңғайланыҡ.

Совхоз канторында беҙҙе Назаров фамилиялы парторг ҡаршы алды. Беҙҙең Хәсән Назарға ағай-эне, шикелле. Шағир үҙе шул яҡтан, Таулыҡай ауылынан (тик берүк Баймаҡтағы Таулыҡай менән бутамағыҙ). Парторг та, Хәсән ағай ҙа бер-береһенә оҡшап тора, үҙҙәре итәғәтле, тыныс һәм һабыр.
Хәҙер үҙебеҙҙең һарыҡ көтөүенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Фәтих ағай көтөүселәрҙе яҡлап яҙып ебәргән. Ҡыҫҡаһы, бер көтөүгә бүреләр һөжүм иткән, байтаҡ һарыҡты тамаҡлағандар, зыянды көтөүсегә ҡапларға ҡушҡандар. Фәтих ағай, беҙҙә бүреләр күп, көтөүселәрҙе мылтыҡ менән тәьмин итергә, йә зыянды хужалыҡ иҫәбенә ҡаплатырға кәрәк, ти.
Ауылға төшөп килгәндә урындағы хужалыҡты һәм уның партия ойошмаһын насар яҡтан күрһәтеүсе миҫалдың шаһиты булдым. Юл буйлатып утын һөйрәп, бер ҡарсыҡ ҡайтып бара. Шайтан алғыры, бөтә ил менән коммунизм төҙөйбөҙ, ә ҡарсыҡты яғыулыҡ менән тәьмин итерлек рәтебеҙ ҙә юҡ. Түҙҙем, өндәшмәнем.
Бүлексә идарасыһы менән көтөүсе, Фәтих ағай көтөп торған. Парторг менән идарасы көтөүсене ғәйепле итергә тырыша. Ышаныслы булһын өсөн, уныһы нимәгә кәрәккәндер, бүреләр һарыҡтарҙы ҡырған ҡан ҡойош урынына ла алып барҙылар. Бик етди итеп ҡарашып торҙоҡ.
– Ә ниңә мылтыҡ бирмәйһегеҙ? – тип һорайым парторгтан.
– Биреп ҡараныҡ, – ти секретарь, – йә, эсеп, юғалталар, йә, бисәләрен көнләшеп, үҙ-ара атышалар. Саҡ йыйып алдыҡ.
Яландан кире канторға ҡайттыҡ. Эҫе, һыуһатты, сәй хаҡында уйлаған кеше юҡ. Юлда теге әбей тағы осраны, утынын һөйрәп, ҡайтып бара. Өндәшмәйем.
Шул арала Фәтих ағай үҙе тураһында һөйләп алды. Уҡырға теләге ҙур булған, уҡый алмаған. Эҫе йәйҙә кирза итек кейеп, беҙҙең менән йөрөгәнен әле лә хәтерләйем.
Эш бөттө, мәҡәлә яҙыу әле уйымда юҡ. Мәсьәлә былай ҙа асыҡ бит инде, йә, көтөүселәҙе ҡоралландырырға, йә, бүреләр килтергән зыянды ҡаплау юлын табырға.
Ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡаршыбыҙға буйтып утын һөйрәп, баяғы әбей килеп сыҡты.
– Нимә, совхоз эшселәрен утын менән дә тәьмин итә алмайһығыҙмы? – тинем мин, түҙмәнем.
– Иптәш Кинйәбаев! Шулай тип әйтерһегеҙ, тип уйлағайным да, – тине парторг, машинаһын урынында кире әйләндереп. – Хәҙер мин һеҙгә уның донъяһын күрһәтәм...
Аҙағы – иртәгә.
Читайте нас: