Бына халыҡ яҙыусыһының яҙмышы. Бер нисә йыл элек Талха Ғиниәтуллиндың “Мина яланында” исемле хикәйәһе буйынса “Ер менән күк араһында” исемле инсценировка яҙып, әҙиптең аяныслы яҙмышын күрһәтергә ынтылғайным.
Тәүҙә инсценировканы Талха ағайҙың үҙенә уҡып ишеттерҙем, ифрат оҡшатты, хатта илап ебәрҙе. “Минең әҫәрҙәрем буйынса инсценировка яҙырлыҡ булғас, мин шулай билдәле яҙыусымы ни?” – тип һораны. Беҙ унан: “Һеҙ үҙегеҙҙең атаҡлы яҙыусы икәнлегегеҙҙе белмәйһегеҙме ни?” – тип һораныҡ. “90-сы йылдарҙа мин бәлки, ысынлап та, атаҡлы яҙыусы булғанмындыр. Ләкин мин үҙемдең данымды һиҙмәй ҡалғанмын”, – тип яуап бирҙе.
“Йәшлек”тә мәҡәлә сыҡҡандан һуң урындағы ауыл хакимиәтенең элекке башлығы миңә шылтыратып: “Һинең эштәрең бик мөшкөл буласаҡ!” – тип янағайны. Яҙыусының хәлдәре ҡасан ал да гөл генә булғаны бар? Әҫәрен яҙырға, китабын сығарырға, ғаиләһен ҡарарға кәрәк.
Яҙыусының тормошоноң хәл иткес саҡтары булған. 70-се йылдарҙа Мәскәү нәшриәттәренең береһендә тематик планға Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре индерелә, ләкин Башҡортостан яҙыусылар союзынан, беҙҙә ундай яҙыусы юҡ, беҙ ундай авторҙың китабын сығарыуға ҡаршы, тип шикәйәт ебәрәләр. Талха Ғиниәтуллиндың сирләгән сағы, килешеү төҙөлгән, аванс түләнгән, нәшриәт китапты сығарыуҙан баш тарта һәм аҡсаны ҡайтарыуҙы талап итә. Эш мөнәсәбәттәрҙе боҙоу һәм әҙер китапты туҡтатыу менән тамамлана, нәшриәттән-нәшриәткә, ул – янъялсы, тигән ялған таратыла.
Үкенескә ҡаршы, хәҙер уға бер нимә лә кәрәкмәй. Әле генә Бөйөк Ватан һуғышы ветараны Талха Йомабай улы Гиниәтуллиндың оҙаҡ сирләгәндән һуң вафат булыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Тыныс йоҡо, хөрмәтле яугир! Ауыр тупрағың еңел булһын!