Икенсенән, Талха Ғиниәтуллиндың бай йөкмәткеле ижады тыуған яғы, яҡташтары, үҙенең таныштары менән бәйләнгән. Яҙыусы ауылдаштарының образдарын әҫәрҙәрендә асҡан, кемдер үҙен таныған, өсөнсөләр ҡайһылыр тиҫкәре типта үҙен күргән һәм төндәр буйы йоҡламай ҡоһор ҡайтарыу юлдарын эҙләй.
Учалы районы яҙыусыһы образдарын Баймаҡҡа, йә Белоретҡа барып эҙләп йөрөмәй бит инде. Күҙ алдында йөрөгәндәрҙе аҡ ҡағыҙ битенә төшөргән дә ҡуйған.
Ғәмәлдә һәйбәт кеше, ярҙамсыл, айыҡ тормош алып барыусы бер образ менән Талха ағайҙың ижадын яҡлап байтаҡ бәхәсләшергә тура килде. Талха Ғиниәтуллиндың 80-се йылдар аҙағында барлыҡ Рәсәй прозаһын тетрәндергән иң атаҡлы повестарының береһендә һүрәтләнгән төп персонаж тураһында һүҙем. Миндә бер генә аргумент – Талха Ғиниәтуллин Рәсәй ысынбарлығын асҡан әҫәр ижад иткән. “Яҙһын, бер ҡаршылығым да юҡ, – ти персонаж. – Ә ниңә ул мине фамилиямды ла үҙгәртмәй индереп ебәргән? Ул ваҡиға булған көндәрҙә мин бөтөнләй эсмәй инем”.
Түрәләр ҙә шикләнеп ҡарай. Мәскәүҙә иҫәпләнгән, китаптар яҙған, ҙур пенсия алған кешенән нисек шикләнмәйһең? Талха ағай менән осрашҡан һайын:
– Район хакимиәтенән башлыҡ булмаһа, исмаһам, хеҙмәткәрҙәре килеп, хәлеңде белешәме, – тип һорайым.
– Мин уларға нимәгә кәрәк, – ти яҙыусы.
Һүҙ быйыл эшләй башлаған яңы хакимиәт тураһында бармай, улар иғтибарлы һәм ярҙамсыл.
Башҡалар эҙләп йөрөгән ваҡытта Талха Ғиниәтуллин Франциянан һәм Кувейттан килгән хәбәрселәргә интервью биреүҙән баш тартҡан. Ни өсөн?