Был “Төндәлек”те, бәлки, яҙмаҫ та инем, әгәр бер нисә йыл элек үҙе мөхәррирләгән “Истоки” аҙналығында Айҙар Хөсәйеновтың “Мин миҙалға ла риза” тигән мәҡәләһе донъя күреүе иҫкә төшмәһә. Айҙар үҙенә генә хас “байка” менән башлай. Йәнәһе, фронт командующийы Георгий Жуков атакаға күтәрелер алдынан һалдаттар алдына орден-миҙалдар һибеп ебәрә һәм: “Яулағыҙ бынау ҡаланы! Ошо орден-миҙадар – һеҙҙеке!” – тип бойора икән.
Мәҡәләне уҡығас, мин мәрхүм атайымды иҫкә төшөрҙөм. Байтаҡ орден-миҙалдарға лайыҡ атайым ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Кенигсберг ҡалаһын алғанда яндырған немец танкыһы өсөн наградаһын эҙләне һәм таба алманы. Атайым һөйләүенсә, ул ҡаты яраланған, госпиталгә оҙатылған һәм миҙалдың эҙҙәре юғалған.
Бер нисә йыл элек атайымдың исем-фамилияһы менән Оборона министрлығының Подольск архивына мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, бына ғәжәп, мәрхүм атайыбыҙҙың наградаға тәҡдим ителгән ҡағыҙҙары килеп сыҡты. Ләкин миҙалды барыбер юллап алып булманы.
Шуға күрә Айҙарҙың Георгий Жуков тураһында яҙғандарына ышанмайым. Сөнки ул тарихҡа һалдатты ымһындырып, орден-миҙалдар ырғытыусы сифатында түгел, миллиондарса һалдатты ҡорбан итеү иҫәбенә Бөйөк Еңеүгә өлгәшеүсе маршал булып инеп ҡалды. Әйткәндәй, маршалдың “Воспоминания и размышления” мемуарының беренсе баҫмаһында бирелгән фотографиялағы һалдаттар араһында 18 йәшлек минең атайым да бар.
Миңә Айҙарҙың кешеләрҙең ғүмер буйы эшләүҙәре һәм бер награда ла алмауҙары хаҡындағы борсолоуҙары аңлашыла. Ләкин ул иҫкә төшөргән Михаил Нестеров, Сергей Довлатов, Рудольф Нуриев юғары инстанцияларҙан награда теләнселәп йөрөрҙәр инеме икән? Юҡ, әлбиттә. Ә бөгөн награда һораусылар, бирмәһәләр, талап итеүселәр табылып тора.
Талха ағай дөрөҫ әйтә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының тыуған ауылында йәшәгән йортон күрһәң, тәүбә, әстәғәфирулла тәүбә, тип кенә әйтерлек. Ошо йортонда йәшәр өсөн атаҡлы яҙыусы Талха Ғиниәтуллин меңдәрсә саҡрым юл үтеп, Мәскәүҙәге бөтә уңайлыҡтары булған фатирын ҡалдырып, Уразға ҡайта. Ни өсөн ҡайта? Ҡайҙалыр Мәскәүҙә түгел, һуңғы һулышын алғандан һуң атаһы менән әсәһе ерләнгән зыяратта төйәк табыр өсөн. Күҙҙәр күрмәй, ҡолаҡ ишетмәй, үҙе йөрөмәй, шыуыша, тип әйтерлек. Мин килгәндә эсер һыуын яртышар күнәкләп кенә ташый ала ине. Ошо күренештән һуң “Йәшлек” гәзитендә (Артур Дәүләтбәковҡа ҡыйыулығы өсөн рәхмәт) “Талха Ғиниәтуллин йәшәү өсөн көрәшә” тигән мәҡәлә сығарырға мәжбүр булдым.
Учалыла мундир сафлығы өсөн аяуһыҙ көрәш башланды, фронтовик-яҙыусы һәм автор хаҡында компромат уйлай башланылар...