Әгәр яҙғаныңдан үҙең тетрәнмәһәң, уҡыусы әҫәреңде бар тип тә белмәйәсәк. Иң тәүҙә бәләкәй генә статистика. Баймаҡтан Заһиҙә Мусинаның “Атай еҫе” исемле бәләкәй генә
хикәйәһен баҫтыҡ. Бер тәүлек эсендә өс йөҙләп кеше уҡыны. Заһиҙә яңы яҙырға өйрәнһә лә тәжрибәле әҙиптәр һымаҡ фекер йөрөтә. Уның яҙған хикәйәһен тетрәнмәй уҡыуы мөмкин түгел.