2000 йылда булдымы икән, “Туғанлыҡ” фестиваленә ҡунаҡ сифатында саҡырылған Сибай Башҡорт дәүләт драма театры “Тамарис” менән ҙур шау-шыу тыуҙырғайны. Хатта жюри драмаға төп призды бирә яҙып ҡуйҙы...
Тамара апайҙың, хәҙер Башҡортостандың халыҡ шағирының, илһамланып ижад итеүен 1975 йылдың сентябренән бирле күреп, белеп йөрөйөм. “Ашҡаҙар”ҙа бергә ижад иттек. Иң ауыр саҡтарҙа, ҡатмарлы көндәрҙә түңәрәгебеҙҙең Тамарисы булып, әйҙәп бара торғайны.
Бер йәш ҡәләмдәшебеҙ, үҙе ифрат талантлы ине, шешә төбөнә төшкәс, Стәрлетамаҡ институтынан ҡыуырға булдылар. Хат яҙып, ҡултамғалар ҡуйып, йолоп ҡараныҡ. Тамара апай ҡул ҡуйыуҙан баш тартты: “Егетебеҙ эске менән күптән мауыға, ҡотҡарыуыбыҙ бик шикле”, – тине. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне, алып ҡалдыҡ беҙ егетте, уҡып та аҙапланды, ләкин аҙағы барыбер фажиғәле тамамланды.
Беҙ кисергән быуат аҙағында, хәҙергеһенең башында башҡорт шиғриәтендә балҡып, Тимербикә тигән йондоҙ яна. Ул сағыу йондоҙҙо, үкенескә ҡаршы, күрмәмеш булыусылар ҙа, урап үтеүселәр ҙә табылды. Ҡуй, апай, бушты, булмағанды иҫкә алып тормайыҡ. Һинең шиғриәтең ваҡлыҡтарҙан күпкә юғары тора. “Тамара Ғәниеваның китабын алып ҡайт”, – тип апайым һинекен генә һорап ала.
Кис ултырғанда күрше апайҙар йыйылышып, шиғырҙарыңды уҡыйҙар икән. Һинең өсөн ҡыуандым, был үҙе ҙур баһа.
Иҫән-һау бул, Тамара апай! Ҡулыңдан ҡәләмеңде төшөрмә!