Бөтә яңылыҡтар
9 Октябрь 2019, 01:25

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Мостай Кәрим хаҡында күберәк уҡыған һайын аҙыраҡ беләбеҙ. Үкенесле хәл, үҙ илендә бәйғәмбәрҙәр булмай шул.

Төндәлектәр... Мостай Кәрим хаҡында күберәк уҡыған һайын аҙыраҡ беләбеҙ. Үкенесле хәл, үҙ илендә бәйғәмбәрҙәр булмай шул. Бөгөн “Ағиҙел”дең 10-сы һанын нәшриәткә ебәрҙек. Күпме көс һалдыҡ, әллә күпме эҙләндек, биш айға яҡын материалдар тупланыҡ. Ҡыуанып, дәртләнеп, ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләнек, быуатҡа бер генә була торған ваҡиғала ҡатнашыу шатлығын кисерҙек.

Бөгөн “Ағиҙел”дең 10-сы һанын нәшриәткә ебәрҙек. Күпме көс һалдыҡ, әллә күпме эҙләндек, биш айға яҡын материалдар тупланыҡ. Ҡыуанып, дәртләнеп, ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләнек, быуатҡа бер генә була торған ваҡиғала ҡатнашыу шатлығын кисерҙек.
4-5 көндән журнал тарала башлаясаҡ, уҡыусы нисек ҡабул итер, һағайып көтәбеҙ. Һәр хәлдә, ҡулдан килгәнде тупланыҡ. Иғтибар итегеҙ, күберәк йәштәр, яңы исемдәр, бәлки асыштар ҙа булыр.
Журнал өсөн әҙерләнгән материалдарҙы уҡыған һайын үҙем өсөн шуны астым, беҙ бөйөк шағирыбыҙ хаҡында бик аҙ беләбеҙ икән. Бына, шағирға бәйле мин бығаса белмәгән яңылыҡ...
...Зыя Нуриев һөйләүенсә, 60-сы йылдарҙа Салауат Юлаев һәйкәлен ҡайҙа ҡуйыу киҫкен мәсьәләгә әйләнә. Сосланбәк Тавасиев һәйкәлде әлеге урынына ҡуйыуҙа ныҡ торһа, башҡалар әлеге ҡала советы ҡаршыһында, йә Совет майҙанына ултыртыуҙы алға һөрә. Ағиҙел ярына ҡуйыуҙың кәмселеге шунда, бында төҙөкләндереү өсөн күп эшләргә, күсерелгән йорттар өсөн фатирҙар бирергә, шулай булғас, байтаҡ аҡса түгергә тура киләсәк. Нуриев икеләнеүен, ҡайһы урынға өҫтөнлөк бирергә теләүен йәшермәй. Аҙаҡҡы сиктә беренсе секретарь Мостай Кәрим менән кәңәшләшергә ҡарар итә. Шағир республика хужаһына Башҡортостандың символы булырлыҡ, милли азатлыҡ хәрәкәте әйҙәүсеһенең ғорур һыны текә яр ситендә торорға тейешлеген ниндәй һүҙҙәр менән иҫбатлағандыр, белмәйем. Ләкин беренсе секретарь шағирҙың һүҙенә ҡолаҡ һала һәм уның тәҡдимен ҡабул итә.
Ә мин бығаса Салауат һәйкәленең яҙмышын Мостай Кәрим хәл итеүен белмәй инем.
Ошо хаҡта башҡалар нисек уйлай икән?
Читайте нас: