Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 10:25

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Флорид Бүләковты юҡһынғанда... Театрҙың еңеүе Исрафиловты Ырымбурға һөрөү менән тамамланды.

Төндәлектәр... Флорид Бүләковты юҡһынғанда... Театрҙың еңеүе Исрафиловты Ырымбурға һөрөү менән тамамланды. Бөгәсә телевизор аша Флорид Бүләковтың Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған “Отчаянная” спектаклен күрһәттеләр. Эйе, бер бик тәүәккәл кеше “Бибинур, аһ, Бибинур”ҙы ошолайтып тәржемәләп ебәргән. Телепрограммала күҙемә салынғас, исеме таныш түгел, ҡарайым әле, тип йоҡомдо ҡалдырҙым.

Бөгәсә телевизор аша Флорид Бүләковтың Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған “Отчаянная” спектаклен күрһәттеләр. Эйе, бер бик тәүәккәл кеше “Бибинур, аһ, Бибинур”ҙы ошолайтып тәржемәләп ебәргән. Телепрограммала күҙемә салынғас, исеме таныш түгел, ҡарайым әле, тип йоҡомдо ҡалдырҙым.
Ҡарай торғас, йоҡом осто, өр-яңынан баштан-аяҡ күргәндәй булдым. Флорид Бүләков беҙҙең беребеҙгә лә оҡшамаған, өндәшмәй тороп, күберәк еткереүсе әҙип ине. Спектаклде лә тауышһыҙ ғына ҡараным, сөнки уны мин яттан тигәндәй беләм.
Тетрәндерерлек фажиғә, Абдрахман ғүмер буйы көтөү көткәндән һуң, үҙенең ни өсөн йәшәгәнлеген аңламай. Ә бит унан донъяның аҫтын өҫкә килтерерлек шәхес сығыр ине.
Спектаклдең премьераһын мин хәбәрсе сифатында иң алғы рәттә ултырып ҡараным, сөнки башҡа урын юҡ ине. Абдрахманды өҙгөләнеп уйнауынан Олег Хановтың кейеме спектакль аҙағына һығып алмалы булды, сәстәренән, битенән шыбырҙап тир аҡҡандай тойолдо. Беренсе тапҡыр артист һөнәренең тау-таш аҡтарырлыҡ хеҙмәт икәнлеген күрҙем.
Ә Флорид Бүләков ошо әҫәренә бөтә көсөн, йәнен һалғайны. Аҙаҡ спектаклде ҡуйыусы Рифҡәт Исрафилов, төп ролде башҡарыусы Олег Ханов, сәхнәне биҙәүсе Таң Еникеев һәм, әлбиттә, автор Флорид Бүләков Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Шуныһы ғына үкенесле, мәкерле көнләшеү, яһиллыҡ, үҙеңдең һәләтһеҙлегеңде башҡаларға япһарыу төп театрыбыҙҙың баш режиссеры Рифҡәт Исрафиловты Ырымбурға һөрөү менән тамамланды. Ә бит күп талап ителмәй, һәләтһеҙ бер әҙиптең ҡул менән яҙылмаған “бьесаһын” сәхнәгә ҡуйыу ғына кәрәк ине.
Ошо ваҡиғанан һуң Флорид Бүләковтың нисек ҡайғырыуын мин бөгөнгөләй хәтерләйем. Ул эстән яна ине...
Читайте нас: