Бөтә яңылыҡтар
4 Октябрь 2019, 10:30

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Халыҡ яҙыусыһы булырға теләйһегеҙме? Яҡшы, ә ғаризағыҙ ҡайҙа?

Төндәлектәр... Халыҡ яҙыусыһы булырға теләйһегеҙме? Яҡшы, ә ғаризағыҙ ҡайҙа? Рәсәйҙә бюрократия шул кимәлгә ҡуйылған, ғариза яҙмайынса, бер үтенесең дә хәл ителмәй. Әгәр ғариза, уға сүкелгән “Хәл итергә!” тигән дәһшәтле тамға булмаһа, һин – һин түгел, хатта һинең мәшәҡәтең дә ыңғай тормошҡа ашырылмай.

Рәсәйҙә бюрократия шул кимәлгә ҡуйылған, ғариза яҙмайынса, бер үтенесең дә хәл ителмәй. Әгәр ғариза, уға сүкелгән “Хәл итергә!” тигән дәһшәтле тамға булмаһа, һин – һин түгел, хатта һинең мәшәҡәтең дә ыңғай тормошҡа ашырылмай.


Хәҙер яҙыусылар даирәһендә был ғаризаларҙы төрлө юғары исемдәр юллағанда әүҙем файҙаланалар. Үҙем күрҙем, иң кәмендә өс яҙыусы бөгөн үҙҙәренә “Халыҡ яҙыусыһы исемен биреүегеҙҙе һорайым” тигән йөкмәткеле ғариза яҙыу менән шөғөлләнә. Хәҡиҡәт өсөн билдәләйем, һис тә насар яҙыусылар түгел, ижадтары бындай баһаға, бәлки, күптән лайыҡтыр. Кем белә, бәлки был юғары исемде биреүҙе халыҡ үҙе лә күптән талап итәлер, йә көтәлер. Китаптарын уҡыған булһалар, әлбиттә. Хәҙерге тираждар, 90-сы йылдарҙан һуң ябылған китап магазиндары менән быға өмөт итеүе ифрат ауыр.


Ҡулымдан килһә, һәр береһенә ҡушып халыҡ яҙыусыһы исеме бирер инем. Тик күҙ алдымда Булат Рафиҡов, Рәшит Солтангәрәев, Яныбай Хамматов, Ғәли Ибраһимов, Муса Ғәли, Роберт Байымов һәм башҡаларҙың тауҙай ижадтары тормаһа. Улар ғариза яҙып, исем теләнселәп йөрөмәне, баш баҫып ижад иттеләр.


Шуға ғына ғәжәпләнәм, әлеге ҡәләмдәштәр юғарыла һаналған ағайҙар һәм уларҙың әҫәрҙәре алдында үҙҙәрен уңайһыҙ тоймаймы икән?
Читайте нас: