Һәр яҙыусы өсөн Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булыу хыялдың һуңғы сигенә сығып, үтәлгән бурыс тойғоһо менән аяҡ һелкетеп ултырыу һымаҡ тойола. Бер килке яҙыусыларҙы премиянан мәхрүм иттеләр, дөрөҫөрәге, һүҙебеҙ үтмәне.
Әле барлаһам, ун йылдан ашыу Салауат Юлаев премияһын биреү буйынса комиссия ағзаһы булғанмын. Иҫкә төшөрөрлөк, ғибрәтле ваҡиғалар байтаҡ булған. Тәртибе түбәндәгесә: теге йәки был әҙип премияға үҙен әҙер, лайыҡлы иҫәпләһә, Яҙыусылар союзы идараһы исеменә ғариза яҙа. Лайыҡлыларҙың бер нисә булыуы мөмкин. Идара ултырышында тауышҡа ҡуялар. Тауыш биреү – йәшерен. Шулай итеп, күпселек әллә “Ағиҙел” журналында, әллә “Китап”та эшләп йөрөүсе Ринат Камалға өҫтөнлөк бирҙе. Камалдың әрһеҙ һәм егәрле ижадын мөрхәтһенмәүселәр төн йоҡоһонан ҡалды һәм уға кәртә ҡуйыу сараларын уйлай башланы. Иң тәүҙә ҡәләмдәштәре “Ағиҙел” аша альтернатива уйлап сығарырға тырышты һәм уңышһыҙлыҡҡа тарыны. Ул арала булмай, Камал үҙе тиҫтәләрсә романын сығарған “Китап” Камалға ҡаршы килеп ҡушылды. Радик Вахитовтың публицистикаһын тәҡдим иттеләр. Бына ғәжәп, уның ижады, ошо яҙмалары күптән түгел генә Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына лайыҡ булған икән (ғәйебемде таныйым, был премияны Радик ағайҙың алыуында минең ҡатнашлығым бар).