2000 йылда Бөйөк Еңеүҙең 55 йыллығы айҡанлы һуғыш, тыл, хеҙмәт ветерандарына “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына юлланмалар бүләк иттеләр. Бәхетлеләр иҫәбендә минең әсәйем дә бар булып сыҡты. Һирәкләп булһа ла, барып, хәлен белгеләп йөрөйөм. Үҙе ифрат ҡәнәғәт. Бер килгәнемдә: “Фәриҙә Ҡудашева ла ял итә. Ауылға килгәнендә Бәхти менән гел беҙгә төшә торғайнылар. Үҙенән: “Һаумы, Фәриҙә һеңлем, хәлдәр нисек?” – тип һорағайным, оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла: “Ай-һай, мин һиңә һеңлеме икән?..” – тинесе. Танымай, ахыры”, – тип һөйләнеп ҡуйҙы.
Әсәйем мәрхүмә 1927 йылда тыуып, етемлектә үҫкән, 1943 йылдан алып һуғыш бөткәнсе тракторсы булып эшләгән. Аҙаҡ ғүмер буйы колхозда эшләне, пенсияға сыҡҡансы һыуыҡ магазинда сауҙа итте. Шуға күрә йәп-йәш күренгән Фәриҙә Ҡудашеваны һеңле тип хаталаныуы һис тә ғәжәп түгел.
Икенсе килгәнемдә: “Фәриҙә Ҡудашева нисәнсе йылғы ул?” – тип һораны әсәйем. Энциклопедияны алып ҡараһам, 1920 йылғы, тип яҙылған. Әсәйемә әйткәйнем: “Минән ете йәшкә оло икән, үҙе йәш һымаҡ, ҡайһылай оят булды”, – тип һөйләнде.
Фәриҙә Ҡудашева йыл һайын йөҙҙәрсә ауылға барып, йөҙҙәрсә концерт ҡуйғас, ҡайҙан әсәйемде хәтерләһен инде. Хәйер, әсәйемдең яратҡан йырсыһын хәтерләүе лә яҡшы бит әле. Хәҙер был хаҡта һағынып ҡына һөйләрлек.