Баяғы, китабым сыҡҡас, Красноусолькийға командировкаға барҙым, балалар шифаханаһына ла юл төштө. Фаяз Харис улы Мәжитов яңы ғына эш башлаған, пландары ҙур, егәрле, ихлас кеше. Мәҡәлә әҙерләнем, китабымды бүләк иттем.
Йәйен Рәшит ағай Красноусол шифаханаһына ял итергә килде, хәлен белергә барҙым. Шифахана буйлап йөрөп килдек, күҙгә балалар санаторийы салынды. Әйҙә, мин әйтәм, таныш директор бар, хәлен белеп киләйек.
Барҙыҡ, әмәлгә ҡалғандай, Фаяз Харис улы килеп сыҡты. Тиҙ генә сәй ойошторҙо, Рәшит ағай менән үҙҙәрен таныштырҙым. Ябай ғына һөйләшеү булды, Фаяз Харис улы, китабыңды уҡыным, рәхмәт, бер урынында хатта күҙгә йәштәр төйөлдө, тип әйтеп алды.
Рәшит ағай, ҡана бир әле, мин дә уҡып сығам, тип һорап алды.
Икенсе көнөнә мин ҡайтырға юлландым, Рәшит ағай оҙатып сыҡты. Минең күҙҙәремә туп-тура ҡарап: “Китабыңды ҡат-ҡат уҡыным, тик ҡайҙа иларға икәнлеген таба алманым”, – тине.
Мынау ерендә, тинем мин уға. Күҙлеген кейҙе, ентекләп уҡып сыҡты һәм: “Теге дуҫың дөрөҫ әйткән. Ҡыҙғаныс икән шул”, – тип ҡуйҙы.
Бына бит, бәләкәй генә хәтирә, күпме кисереш, хатта китабымдың сыҡҡанын да белдегеҙ. Уҡығандарға рәхмәт, һеҙ – түҙемле халыҡ икән.