Бөтә яңылыҡтар
25 Сентябрь 2019, 04:00

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Рәфҡәт ағай әллә хаҡлы булдымы икән? Көсһөҙҙәр башҡаларға оҡшатыу йоғонтоһона бирелә.

Төндәлектәр... Рәфҡәт ағай әллә хаҡлы булдымы икән? Көсһөҙҙәр башҡаларға оҡшатыу йоғонтоһона бирелә. 80-се йылдарҙа Ишембайҙа йәшәгәндә йыш ҡына Рәфҡәт исемле ағай менән аралашырға насип булды. Тура һүҙле, уҫал ғына ағай, мине күреү менән, йыш ҡына: “Ниңә шул үлтерештәр, көсләүҙәр, енәйәттәр хаҡында яҙаһығыҙ? Һеҙҙе уҡып, ҡабатлап ҡарарға теләүселәр табылһа, кем яуап бирә?” – тип ныҡыта. Уның һорауына яуап бирә алмайым.

80-се йылдарҙа Ишембайҙа йәшәгәндә йыш ҡына Рәфҡәт исемле ағай менән аралашырға насип булды. Тура һүҙле, уҫал ғына ағай, мине күреү менән, йыш ҡына: “Ниңә шул үлтерештәр, көсләүҙәр, енәйәттәр хаҡында яҙаһығыҙ? Һеҙҙе уҡып, ҡабатлап ҡарарға теләүселәр табылһа, кем яуап бирә?” – тип ныҡыта. Уның һорауына яуап бирә алмайым.
Аҙаҡ белдем, психиатрияла “оҡшатыу йоғонтоһо” (эффект подражания) тигән мәғәнәлә термин бар икән. Кеше башҡалар йоғонтоһона бирелеп, уларҙың башҡарған эштәрен ҡабатлай, йәки уларса ҡыйлана.
Хәҙер килеп төшөндөм, Рәфҡәт ағай психологиянан алыҫ торһа ла, шуны аңлатырға ынтылған икән. Хәҙер йыш ҡына осрап торған ҡан ҡойошло енәйәттәргә ҡарап фекер йөрөтәм. Яңыраҡ Керчь уҡсыһы 21 кешене харап итте. Күҙгә бик күренеп бармаған көсһөҙ генә малай үҙен яҡлау һәм раҫлау өсөн ҡоралһыҙ кешеләрҙе ҡорбан итеүҙән башҡа бер сара ла таба алмаған. Интернет уйындарында кешеләрҙе күпләп ҡырғанын алдан күргәндәр.
Кисә генә Киров ҡалаһында шундай бер малайҙы фашлағандар. Ул үҙенең класташтарын үлтереүҙе ниәтләгән булған.
Беҙгә лә аҡылға ултырырға ваҡыт. Бәлки енәйәттәр хаҡында яҙыуҙы ғөмүмән туҡтатырға кәрәктер?

Читайте нас: