Бөтә яңылыҡтар
25 Сентябрь 2019, 11:29

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Мәғлүмәт сараларында иләнер өсөн мотлаҡ үлем кәрәкме? Яңауылда булған ваҡиға беҙҙе киҫәтә.

Төндәлектәр... Мәғлүмәт сараларында иләнер өсөн мотлаҡ үлем кәрәкме? Яңауылда булған ваҡиға беҙҙе киҫәтә. Яңауылда ошо айҙа булған бер ваҡиға күптәрҙе тетрәнергә мәжбүр итте. Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, ҡатын вафат була, уның эргәһендә балалар баҡсаһына йөрөүсе улы аҙнаға яҡын ярҙам көтөп ултыра. Ваҡытында ярҙам күрһәтеү генә малайҙы ас үлемдән ҡотҡарып ҡала. Ғаилә тулы булмаһа ла социаль яҡтан имен иҫәпләнгән һәм кемделер ғәйепләргә тырышыу урынһыҙ булыр һымаҡ. Малай көн дә баҡсаға йөрөгән, әсәһе бер нисә урында эшләгән, ләкин уларҙы бик һуң эҙләй башлағандар.

Яңауылда ошо айҙа булған бер ваҡиға күптәрҙе тетрәнергә мәжбүр итте. Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, ҡатын вафат була, уның эргәһендә балалар баҡсаһына йөрөүсе улы аҙнаға яҡын ярҙам көтөп ултыра. Ваҡытында ярҙам күрһәтеү генә малайҙы ас үлемдән ҡотҡарып ҡала. Ғаилә тулы булмаһа ла социаль яҡтан имен иҫәпләнгән һәм кемделер ғәйепләргә тырышыу урынһыҙ булыр һымаҡ. Малай көн дә баҡсаға йөрөгән, әсәһе бер нисә урында эшләгән, ләкин уларҙы бик һуң эҙләй башлағандар.
Ошо хаҡта мәғлүмәт сараларында һөйләмәгәндәр һәм күрһәтмәгәндәр ҡалдымы икән? Хатта урындағы район хакимиәтен ғәйепле итергә теләүселәр ҙә табылды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, хакимиәт яуаплылыҡтан баш тартманы: “Эйе, фажиғә, үкенескә ҡаршы, булды, ҡарап еткермәгәнбеҙ, күрмәгәнбеҙ, белмәгәнбеҙ” тигән мәғәнәлә яуап тотто.
...Яңауылдағы ваҡиға менән бәйле ун йылдар самаһы элек булған бер ваҡиға иҫкә төштө. Иртә көҙ, ямғыр ҡатыш ҡар яуа, машиналар еүеш ҡарҙы иҙеп, алға ынтыла. Оло юл ситенән еүеш ҡарға ғына түгел, ғөмүмән, барлыҡ донъяға битараф ҡарсыҡ атлай. Уға бер нимә лә кәрәкмәй, ҡайҙа барғанын да белмәй, ул үҙе лә бер кемгә лә хәжәт түгел. Ҡеүәтле машиналар еүеш ҡарҙы яңғыҙ юлсы өҫтөнә һибеп, ары үтеп китә, әйтерһең, улар оялып һәм ерәнеп, ҡарсыҡтан ҡасырға тырыша. Үҙен үлем һағалаған, әжәл көткән юлдан байтаҡ атлай ул, бер кемдән дә ярҙам көтмәй. Юл ситендә үлем эҙләп атлаған алама кейемле ҡарсыҡ кемгә кәрәк инде?
Күҙ бәйләнеп, ҡараңғы төшә башлағас, ҡарсыҡты саҡ ҡына уҙып китеп, бер автомобиль туҡтай. Автомобиль ябай түгел, ҙур түрәләр, йә байҙар ғына елдерә торған затлы, хәҙергесә әйтһәк, “элитный”. Авто хужаһы килеп төшә һәм ҡарсыҡты ултыртып ала, хәлен белешә, уға ярҙам итә. Шулай итеп, ҡарсыҡ иҫән ҡала. Был хаҡта мин мәғлүмәтте бер генә гәзиттә уҡыным, ләкин телевизорҙан күрмәнем, радионан ишетмәнем. Әгәр ҡарсыҡ тәгәрмәс аҫтында ҡалып һәләк булһа, уның хаҡында бөтәһе лә һөйләр ине.
Әлеге осраҡты мин, бәлки иҫкә лә төшөрөп тормаҫ инем, әгәр ваҡиға Яңауыл районына һәм уның хакимиәте башлығына ҡағылмаһа. Әбейҙе ҡотҡарып ҡалған кеше – район хакимиәте башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзәғәтов булып сыға.
Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ. Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ!
Читайте нас: