Бөтә яңылыҡтар
25 Сентябрь 2019, 05:00

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Айғырыңды үтескә бир, тигәйнем дә ул... Артист ғүмере әллә мәңгелекме икән?

Төндәлектәр... Айғырыңды үтескә бир, тигәйнем дә ул... Әртис ғүмере әллә мәңгелекме икән? Ғөмүмән, шиғыр яҙып ҡарамаған, аҙаҡ пьеса яҙып йонсомаған яҙыусылар бик һирәктер. Шуға күрә пьесаға тотонған әҙиптәргә һәр ваҡыт үҙ мылтығығыҙҙы эҙләгеҙ, тип кәңәш бирәм. Чеховса әйтһәк, сәхнә түрендә мылтыҡ эленеп торһа, тамаша аҙағына ул мотлаҡ атырға тейеш.

Ғөмүмән, шиғыр яҙып ҡарамаған, аҙаҡ пьеса яҙып йонсомаған яҙыусылар бик һирәктер. Шуға күрә пьесаға тотонған әҙиптәргә һәр ваҡыт үҙ мылтығығыҙҙы эҙләгеҙ, тип кәңәш бирәм. Чеховса әйтһәк, сәхнә түрендә мылтыҡ эленеп торһа, тамаша аҙағына ул мотлаҡ атырға тейеш.
“Айғырыңды үтескә бир!” комедияһында мылтыҡ ролен әлеге айғыр үтәргә тейеш ине. Үтәй алдымы, килеп сыҡтымы, белмәйем, айғырым ҡартайҙы, ләкин һаман йөрөй кәртә емереп. Бейәләр янына сығырға кәрәк бит.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рауил Ғәлин шылтырата: “Күрҙеңме, айғырыңды күрһәттеләр бит”, – ти. “Күрҙем айғырыбыҙҙы. Һине лә күрҙем. Шат тауышыңды ишетеүгә шатмын”, – тим.
Сәхнәләштәребеҙҙе иҫкә төшөрҙөк. Рәмзиә Ҡудашева ҡапыл ғына вафат булып ҡуйҙы, тормош иптәше Әсғәт Йәнбәковтың үлеп ҡуйыуына ла байтаҡ. Премьерала улдары Арыҫлан булғайны, ул да юҡ хәҙер. Илдар Сафин... Гармунда уйнай, моңло итеп йырлай ине, хәҙер уны ла сәхнәлә алыштырыусы юҡ.
Шундай матур итеп, еренә еткереп, илһамланып, дәртләнеп уйнанылар. Әле сәхнәлә үҙҙәрен күргәс, ҡапылда башыма бер фекер килде. Күптән мәрхүм артистар, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, сәхнәләге тормоштарын дауам итә икән. Үтә бер ҡатлы, алдатҡыс һығымта булып тойолор һымаҡ, ләкин үҙҙәрен тереләй күргәс, күңелгә еңел булып ҡалды.
Читайте нас: