Ауыл ерендә өй төҙөү, бура күтәреү һымаҡ эш ғүмер баҡый өмә ярҙамында тормошҡа ашырылды. Әсәйем менән атайым өй күтәрергә әҙерләнә. Исемлек төҙөйҙәр, кемгә әйтергә, кемде саҡырырға. Минебулат бабай, Миңлеяр бабай, Муллаяр бабай, Вәли бабай, Таштүрә бабай киләсәк, Рәжәп бабай ҡалмаясаҡ, Ғибәҙулла бабай көтөп йөрөй, Шәрәфулла абзый, Миңлеәхмәт бабай...
– Өрлөктө күтәрергә ныҡ егеттәр кәрәк, – ти атай, бошоноп.
– Фәрүәз кейәү, Фәрғәт кейәү, – ти әсәй.
– Зөфәргә әйтәйек, – ти атай. – Бөштәрейгә...
– Ҡуй әле шуны, былағайланып йөрөр, – ти әсәйем.
– Өрлөгөңдө һалғанда, кем лауылдап торор, – тип ҡаршы төшә атайым...
...Саҡ күтәреп, бүрәнәләрҙе һалып бөттөләр. Был ауырҙыр, тип өрлөк бүрәнәһен типкеләп китә бабайҙар. Күмәкләп йәбештеләр, көс-хәл менән өй эргәһенә килтереп һалдылар. Элекке яугир бабайҙар, һуңғы атакаға барған һымаҡ, өрлөктө һырып алдылар һәм тағы ынтылдылар.
– Зөфәр ҡайҙа, Зөфәр? Ниңә лауылдамай?
Уныһы әҙер, илемһеҙ бауылдап, яуҙаштарын күтәреп тә ебәрҙе. Уға башҡалар ҡушылды, ул арала булмай, өрлөк урынына менеп тә ятты. Теге башта ла, был оста ла һөрәнләп, башҡаларҙы дәртләндергән Зөфәр бабайҙы аҙаҡ маҡтанылар. Ныҡ бауылданың, ярай һин бар әле, тинеләр.
Нисәмә йылдар үтте, өйҙө күтәрешкәндәрҙең береһе лә юҡ. Хатта өй ҙә юҡ урынында. Бабайҙарым барыһы ла йәннәттәлер. Ә лауылдап йөрөүселәр әле лә етерлек, уларһыҙ донъя бармай икән шул.
Ә “Бөштәрей” тигәндәрен аҙаҡ белдем, кеше көлдөрөп, әҙәм кәйефтәрен күтәреп йөрөүселәрҙе шулай атағандар икән. Хәҙергесә әйтһәк, әртистәр булған инде.