Ошо йыр 70-се йылдар башында эстрадаға шаулап килеп керҙе. Һағынғанда, юҡһынғанда уны әле лә йырлайҙар. Ғәҙел Ҡотойҙоң “Тапшырылмаған хаттар” әҫәре буйынса Рифҡәт Исрафилов яҙған инсценировкаға заманында Фидан Ғафаров башҡарыуында әлеге йыр йәм өҫтәп ебәрҙе. Кем яҙған уны?
Бәләкәй генә йыр китаптарында ла, хатта ҙур сәхнәләрҙә лә Назар Нәжми һүҙҙәренә Рим Хәсәнов яҙған йыр, тип иғлан итәләр уны. Эйе, атаҡлы шағирыбыҙ Назар Нәжми халыҡ араһында таралған байтаҡ йырҙар авторы.
Ләкин был йырҙың авторы Назар ағай түгел. Уны заманында билдәле журналист, хәҙер, үкенескә ҡаршы, онотолоуға дусар ителгән Ғилман Иҙрисов яҙған. Ғилман ағайҙың байтаҡ йырҙары таралып, халыҡтыҡына әйләнеп китте. “Зәңгәр томандар артында” үҙе генә ни тора?!
Ғилман Иҙрисов үҙе ифрат ипле, тыныс, хатта баҙнатһыҙ кеше ине. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, вазифаһын еренә еткереп башҡарҙы. Ерҙә үҙе хаҡында һәйбәт тәьҫораттар, моң-һағыш тулы йырҙар ҡалдырҙы. Онотмайыҡ...