Бөтә яңылыҡтар
23 Сентябрь 2019, 10:00

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Эх, Әхмәр Ғүмәр улы! Эш фотола ғына булһасы...

Төндәлектәр... Эх, Әхмәр Ғүмәр улы! Эш фотола ғына булһасы... Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай 16 сентябрҙә “Көртмәле фәлсәфәһе” исемле 262-се күҙәтеүен ҡуйғайны. Шәп, йөкмәткеле, баймаҡса яҙылған инде, тулыр-тулмаҫ бер аҙнала меңдән ашыу кеше уҡыны ла ҡуйҙы. Шуны ҡарап ултырабыҙ, автор үҙе баҫалҡы ғына итеп: “Фотолар шәп, иғтибарҙы йәлеп итә”, – тип ҡуйҙы.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай 16 сентябрҙә “Көртмәле фәлсәфәһе” исемле 262-се күҙәтеүен ҡуйғайны. Шәп, йөкмәткеле, баймаҡса яҙылған инде, тулыр-тулмаҫ бер аҙнала меңдән ашыу кеше уҡыны ла ҡуйҙы. Шуны ҡарап ултырабыҙ, автор үҙе баҫалҡы ғына итеп: “Фотолар шәп, иғтибарҙы йәлеп итә”, – тип ҡуйҙы.
Беҙгә ҡалһа, иғтибар фотоһүрәттәрҙән генә тормай. Уҡыусыларыбыҙ күҙәтеүҙәрҙе ярата, фәһем алырға тырыша. Ана бит, көртмәле йыйырға барып, күпме генә сүпләгәндер тиһең әле, меңдән ашыу кешегә етерлек фәлсәфә менән һуғарылып ҡайтҡан.
Эйелгәнгә Хоҙай умырып бирә икән шул. Ә беҙ күп мәсьәләгә өҫтән ҡарап өйрәнгәнбеҙ, ергә эйелергә иренәбеҙ, әллә йыбанабыҙ.
Халыҡ уҡығанын күргәс, мин дә компьютерға тағы бер эйелдем. Фекер, фәлсәфә, барыһы ла Әхмәрсә инде, урғылып торған һымаҡ.
Рәхмәт һиңә, Әхмәр Ғүмәр улы! Яңы күҙәтеүҙәр көтәбеҙ!
Читайте нас: