Бөтә яңылыҡтар
20 Сентябрь 2019, 01:45

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Бөйөктәрҙең аҙашы.

Төндәлектәр... Бөйөктәрҙең аҙашы. Хәсән ағай күңелле генә итеп эшләп йөрөй, беҙ яҙғандарынан ҡәнәғәт. Командировкаға сығып килергә булдыҡ. Баймаҡ районына. Әбйәлил районынан килгәндә мәктәп һайын туҡталабыҙ. Йылы, яҡты, матур мәктәптәрҙә балалар уҡып йөрөй. Күгиҙелдәге мәктәпкә керҙек, етенсеме, һигеҙенсеме класҡа алып керҙеләр. Шым торһам да була ла бит: “Таныш булығыҙ, балалар, мин һеҙгә яҡташығыҙ Абдулхаҡ Игебаевты алып килдем”, – тим.

Хәсән ағай күңелле генә итеп эшләп йөрөй, беҙ яҙғандарынан ҡәнәғәт. Командировкаға сығып килергә булдыҡ. Баймаҡ районына. Әбйәлил районынан килгәндә мәктәп һайын туҡталабыҙ. Йылы, яҡты, матур мәктәптәрҙә балалар уҡып йөрөй. Күгиҙелдәге мәктәпкә керҙек, етенсеме, һигеҙенсеме класҡа алып керҙеләр. Шым торһам да була ла бит: “Таныш булығыҙ, балалар, мин һеҙгә яҡташығыҙ Абдулхаҡ Игебаевты алып килдем”, – тим.
Балалар шикләнә, ышанмай, ағайҙы әйләндереп-әйләндереп ҡарайҙар, көлөп тә ебәрҙеләр. Уҡытыусыһы ҡәтғиерәк: “Шаяртмағыҙ, беҙ Абдулхаҡ ағайҙы таныйбыҙ”, – тиҙәр. Мин: “Улайһа, минең менән килгән шағирҙаң исемен атағыҙ”, – тим.
Бындай һорау ҡуйырға сәбәп бар, сөнки шул осорҙағы алтынсымы, етенсеме класта уҡыған “Башҡорт әҙәбиәте” китабына Хәсән Назар Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында тыуған, тип яҙылған. Хәсән ағай, ысынлап та, Таулыҡай ауылынан, тик Ейәнсура районындағы Таулыҡайҙан.
Мин һорауҙы ябайлаштырам: “Ҡышҡы романс”ты, “Өфө йүкәләре”н кем яҙған, тип һорайым. Балалар күмәкләшеп: “Назар Нәжми!” – тиҙәр. Ә “Ағыла ла боло ағыла”ны кем яҙған? – тим. Уҡытыусы ярҙамға килә: “Хәсән Туфан!” – ти. Шунан бер уҡыусы һиҙеп ҡалды: “Был ағайҙың исеме Хәсән Назар!” – тине.
Бөйөктәргә аҙаш булыу ҡайһылай күңелле. Хәсән ағай хәҙер улар сафында ныҡлы урын алды. Үҙе лә ижады, эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булды.

Читайте нас: