Эштәр былай ғына хәл ителмәне шул. Бер нисә айҙан Сафуан ағайҙың Хәсән ағайҙы, байтаҡ ҡына “егетләнеп” йөрөгәне өсөн “үҙ теләге менән” эштән ебәрелеүе менән тамамаланды. Мин был хаҡта һиҙенеп йөрөй инем, бер көн яңы костюмын кейеп, Хәсән ағай үҙе килеп инде.
– Мин “Ағиҙел”дән китергә булдым. Мостай ағай һиңә шылтыратҡандыр, Миңә: “Рәлифкә бар”, – тип әйтте, – тине Хәсән Мөҙәрис улы, бәхәсләшергә урын ҡалдырмай.
Мин баҙап ҡалдым, тик һиҙҙермәнем. Артабан да һөйләшергә булып, әлегә хушлаштыҡ.
Икенсе аҙнаһына кеҫә телефонына Мостафа Сафа улы шылтыратты.
– Иртәнән бирле шылтыратам, Хәсәнде таба алмайым, – тине Мостай Кәрим. – Ҡайһы бүлмәлә ултыра ул? Телефонын бир әле.
Әҙәбиәт бүлегендә ул көндө кеше юҡ ине. Мин юғалып ҡалманым:
– Хәсән ағай командировкала, 22-16-24 телефоны буйынса иртәгә шылтыратырһығыҙ, – тип яуап бирҙем.
Икенсе көнөнә әҙәбиәт бүлегендә Хәсән ағай күңелле генә итеп эшләй башланы.
Мостай ағайҙың ипле генә итеп: “Хәсән ҡайҙа ултыра ул?” – тигән һорауында олоғара кинәйә ята. Аҡыллы, үҙ баһаһын белгән, көслө кеше бер ваҡытта ла бойормай, һорамай, үтенмәй. Ә Мостай ағай тап шундай ине. Ул үҙ теләгенең тормошҡа ашырылыуын ғына раҫлай.