2000 йылдың көҙөндә Салауат Юлаев премияһына бер юлы ике талантлы шағир – Хәсән Назар менән Сафуан Әлибай дәғүә итте. Етмәһә, икеһе бер журналда – “Ағиҙел”дә эшләй. Хәсән ағай – бүлек мөхәррире, Сафуан ағай – баш мөхәррир. Мәсьәлә хәл ителгән һымаҡ, Сафуан ағай эстән генә күңелле көйҙәр көйләп йөрөй, матбуғатта ла йыш күренә, ә Хәсән ағай төшөп ҡалмаҫҡа тырыша.
Салауат Юлаев премияһын биреү комиссияһы ултырышы алдынан Матбуғат министрлығында ғәҙәттәге оперативка үтте. Министр бик һәйбәт, мәғлүмәтле, көслө шәхес, үҙен юғарыраҡ вазифаға лайыҡлы тип иҫәпләй һәм шуны ултырышта урынһыҙ дәғүәләр, мөнәсәбәт асыҡлауҙар ярҙамында өлөшләтә раҫлай торғайны. Былай беҙ аңлаша торғайныҡ, ә бына үҙенең тиңдәштәрен бик ипһенмәне. Был юлы тағы ла еңелсә генә әйтешеп алдылар. Кәңәшмәне ябыр алдынан министрыбыҙ яңғыратып, күрһәтмә бирҙе: “Иртәгә Салауат Юлаев премияһы буйынса комиссия ултырышы, беҙҙән өс кеше, Сафуан Әфтәховичты үткәрегеҙ!”.
Өсәү тигәне, теге үҙе әрепләшкән тиңдәштәре һәм мин. Икәүләшеп сығып барғанда уҡ: “Сафуанға тауыш бирербеҙ тигәйнек, кире уйларбыҙ, ахыры. Кем ул Хәсән Назар? Теге “Уфа йүкәләре”н яҙған шағирмы?” – тип минән һоранылар. Премияның яҙмышы шунда хәл ителде.
Сафуан ағай ун тауыш менән төшөп ҡалды, Хәсән ағай ун бер тауыш алып, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Нисек лауреат булыуын үҙе лә һиҙмәй ҡалды, шикелле.
Дауамы – киләһе "Төндәлек"тә.