Бөтә яңылыҡтар
18 Сентябрь 2019, 01:45

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Ғүмерҙән дә ҡәҙерлеһе юҡ. Һәр кешенең оҙаҡ йәшәргә хоҡуғы бар.

Төндәлектәр... Ғүмерҙән дә ҡәҙерлеһе юҡ. Һәр кешенең оҙаҡ йәшәргә хоҡуғы бар. Матбуғат сараларында 35 йыл самаһы эшләү дәүерендә байтаҡ күрергә тура килде. 80-се йылдарҙа яңынан-яңы хеҙмәт еңеүҙәренә ымһынып ижад итеүме, һуңыраҡ башланған үҙгәртеп ҡороуҙарға ғәжәпләнеүме, һуңғы дәүерҙә билдәһеҙлектән аптыраныумы – бөтәһе лә булды. Иң ауыры – фажиғәләр, һәләкәттәр хаҡында яҙыу икән. Шундай йүнәлеш күҙәтелә, кешеләр үҙҙәренә ҡарата вайымһыҙ һәм битараф, аҙ ғына ла һаҡлана белмәйҙәр. Автоавариялар хаҡында әйтеп тә тормайым, ҡыш өйҙәрендә тереләй яналар, йәй буйы һыуға баталар.

Матбуғат сараларында 35 йыл самаһы эшләү дәүерендә байтаҡ күрергә тура килде. 80-се йылдарҙа яңынан-яңы хеҙмәт еңеүҙәренә ымһынып ижад итеүме, һуңыраҡ башланған үҙгәртеп ҡороуҙарға ғәжәпләнеүме, һуңғы дәүерҙә билдәһеҙлектән аптыраныумы – бөтәһе лә булды. Иң ауыры – фажиғәләр, һәләкәттәр хаҡында яҙыу икән. Шундай йүнәлеш күҙәтелә, кешеләр үҙҙәренә ҡарата вайымһыҙ һәм битараф, аҙ ғына ла һаҡлана белмәйҙәр. Автоавариялар хаҡында әйтеп тә тормайым, ҡыш өйҙәрендә тереләй яналар, йәй буйы һыуға баталар.
Үҙ ғүмеремдә ике тапҡыр баттым, һабағы ғүмерлеккә булды. Беҙҙең күршелә ифрат изге күңелле, йомарт, егәрле Фатима әбей йәшәне. Ауылыбыҙҙың иң йыраҡ осонда әбейҙең ҡыҙы Миңлегөл апайҙың Баязит исемле улы бар. Баязит Фатима инәйгә утын ҡырҡырға, һыу ташырға килә. Бер мәл мине үҙҙәренә, улар урамын “Камчатка” тип йөрөтәләр, һыу инергә саҡырҙы. Берәүгә лә әйтеп тормай эйәрҙем дә киттем. Яңғыҙ өйәнке тигән ҡомлоҡтары бар икән, эй, шунда күңелле итеп һыу инәләр, ҡыҙыналар, уйнайҙар, шаяралар. Үр яҡ булғас, һыу тап-таҙа, беҙҙең яҡтағы һымаҡ бысраҡ түгел. Килеп сумалар, ҡыҫҡаһы, күңелле. Мин дә уны-быны уйламай, беҙҙең яҡта һай, үҙем йөҙә лә белмәйем, ярҙан тороп һикерҙем һәм шул ыңғай бата ла башланым. Йылға бында тәрән икән, төбөнә төшөп етерлек түгел. Ҡурҡышымдан ауыҙҙы асам, һыу тула, күҙҙәремә эргәлә сумып уйнағандар, һауа ҡыуыҡтары күренә. Минең эргәмдә һыу инеп уйнайҙар, мине бар тип тә белмәйҙәр, күрмәйҙәр. Мин батып барам, һуңғы көсөмдө түгеп, йәшәү өсөн көрәшәм. Бер мәл өмөтөмдө тамам өҙөп, хәлем бөтөп мәкерле һыуҙың иркенә бирелдем, мин ысынлап бата башланым. “Ҡотҡарығыҙ”, тип ҡысҡырырға итәм, юҡ, ауыҙға һыу тула. Ете-һигеҙ йәшлек малайҙа ҡайҙан ҡурҡыу тойғоһо булһын, һыу йотоп өлгөрҙөм, аңым томаланды, шул ваҡыт мин йылғаның төбөнә төшөп киттем һәм тағы бер тапҡыр үлемдең һыулы тырнаҡтарынан ҡотолорға тырышып ҡараным, кемдер мине этеп ебәргәндәй булды, үҙем кемгәлер таяндым. Аяҡтарым ҡомло ергә баҫты, башым һыуҙан ҡалҡты, ҡалтырана-ҡалтырана ярға атланым һәм хәлем бөтөп ҡомға ауҙым.
– Һин ҡайҙа булдың ул, – тип һорай минән Баязит.
Мин өндәшмәнем.
Байтаҡ йылдар үткәс мин батып аҙапланған өйәңке төбөнән саҡ ҡына түбәндәрәк, яҙғы ташҡындан һуң һыу ярҙарына ҡайтҡас, Баязитты табып алдылар. Өйҙәренә Күндерәк аша тура сыҡмаҡ булған, тинеләр.
Хәҙер килеп, шундай һығымталар яһайым: иң ауыр, ҡатмарлы һәм хәл иткес мәлдәрҙә үҙеңдең көсөңә таянырға кәрәк. Әгәр тырышмаһаң, һине берәү ҙә ҡотҡармаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта таянырҙай ышаныслы ғаиләң, ярҙам ҡулы һуҙырҙай дуҫтарың булһа ла һәйбәт. Аллаһына шөкөр, ул яҡтан уңдым, ғаиләм дә ныҡ, дуҫтарым аҙ, ләкин ышаныслы.
Читайте нас: