Бөтә яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 00:00

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Ринат Камалдың тоҡсайында нимә бар? Камал ижадына һоҡланыусылар хаталанмай.

Төндәлектәр... Ринат Камалдың тоҡсайында нимә бар? Камал ижадына һоҡланыусылар хаталанмай. Камалдың китабынан типография буяуы аңҡып тора. Үҙе йылы, хатта ауыр һымаҡ. Камалдың егәрлелегенә һоҡланам, ә бына йыл һайын роман ижад итеүенә көнләшеүселәр күберәк түгелме икән? Күп тапҡыр ишеткәнем бар: “Шулай яҙа, былай яҙа...” Мин уларға Камал һымаҡ яҙып ҡарарға тәҡдим итәм. Әле берәүҙең дә тотонғаны һәм яҙғаны юҡ. Камал үҙенең ижад итеү дәүерендә үҙ стилен булдырҙы, уның үҙ уҡыусылары бар, тимәк, дуҫтары ла, көнләшеүселәре лә – етерлек...

Ҙур тоҡсайын күтәреп, Ринат Камал килеп керҙе. Шатлығы йөҙөнә сыҡҡан, уның урынында булһам, мин дә шатланыр инем. Былтыр “Ағиҙел”дә биш һанда сыҡҡан “Башҡорт ғәскәре” романы “Китап” нәшриәтендә урыҫ телендә донъя күргән. Тоҡсай тултырып китаптарын тейәп алған да, дуҫтарына автограф менән өләшеп йөрөй.
Камалдың китабынан типография буяуы аңҡып тора. Үҙе йылы, хатта ауыр һымаҡ. Камалдың егәрлелегенә һоҡланам, ә бына йыл һайын роман ижад итеүенә көнләшеүселәр күберәк түгелме икән? Күп тапҡыр ишеткәнем бар: “Шулай яҙа, былай яҙа...” Мин уларға Камал һымаҡ яҙып ҡарарға тәҡдим итәм. Әле берәүҙең дә тотонғаны һәм яҙғаны юҡ. Камал үҙенең ижад итеү дәүерендә үҙ стилен булдырҙы, уның үҙ уҡыусылары бар, тимәк, дуҫтары ла, көнләшеүселәре лә – етерлек.
Көнләшеүселәр ижад донъяһында баштан ашҡан. Моцарт һәм Сальери дәүеренән башлап, әле лә дауам итә. Ҡасандыр Мөхәмәтша Буранғоловтың емешле ижады уның һәләтһеҙ ҡәләмдәштәрен тыныс йоҡонан ҡалдырған. Шул көнләшеү Һәҙиә Дәүләтшинаны үҙе иҫән саҡта “Ырғыҙ” романын ташҡа баҫылған килеш күреүҙән мәхрүм иткән. Зәйнәб Биишеваның Көнсығыш донъяһында тиңе булмаған “Яҡтыға” трилогияһын көнләшеүселәр күрмәмеш булыуға өлгәшкән. Тар күңелле ҡәләмдәштәре хатта бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең емешле ижадын кәмһетергә тырышҡан.
Шулай булғас, урыҡ-һурыҡ ижад иткән, бар көсөн наградалар туплауға һәм ҡәләмдәштәренең әҫәрҙәрен кәмһетеүгә арнағандарға ғәжәпләнергә түгел. Эт өрһөн, бүре йөрөһөн. Ә Камал – яҙһын.
Читайте нас: