Беҙ уның менән тәүге тапҡыр 1985 йылда Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһын асҡанда танышҡайныҡ. Шул уҡ йылдың авгусында “Совет Башҡортостаны”нда үҙ хәбәрсе булып эшләй башлағас, кәңәш итеп: “Гәзиттә исем-фамилияңдың сығып тороуы һине алдай, ҡәнәғәтлек тойғоһо килтерә. Хикәйәләреңде лә яҙырға онотма”, – тигәйне.
Әле барлап ҡараһам, тираж, йөкмәтке, йоғонто яғынан Булат ағай Рафиҡов баш мөхәррир булып эшләгән йылдар “Ағиҙел” өсөн иң емешлеһе булған икән. Университетты ҡыҙыл диплом менән тамамлап, Сәйфи Ҡудашҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен биреүгә ҡаршы студенттарҙы күтәргән өсөн, журнал редакцияһы урынына ауылға йүнәлтелгән Булат ағай аҙаҡ баш мөхәррир сағында ла үҙен тәрбиәләүгә дусар итмәгән. Юғиһә, үҙ фамилияһын ҡуйып, “Шәхестең танытмаһы” исемле мәҡәлә яҙып, ҡайҙа барып һуғылырға белмәгән йәмәғәтселекте уятып ебәрмәҫ ине. Шул мәҡәлә сыҡҡан осор, миңә шылтыратты: “Килеп сыҡһаң, тәмәке килтер әле. Фильтрлы булмаһын, “Шипка”, “Шипка” килтер”, – тине. Уф, ул “Шипка”ны нисек тарта икән? Үҙе арзан, үҙе ҡаты, тип аптырағайным.
Бер тоҡсай итеп килтерҙем, ҡыуанып ҡабул итте. Шунда уҡ бер-бер артлы икәүҙе тартты. Ҡомһоҙланып, һурып-һурып тартты. “Уҡыныңмы?” – тип “Шәхестең танытмаһы”н күрһәтте. “Эйе”, – тинем. “Саҡыртып алдылар, өркөтмәксе итәләр. Аңлатып бирҙем, төшөндөләр, буғай”, – тине.
Ә тәмәкеһе яна ла, яна. Вафат булғас, 1998 йыл ине, тыуған ауылында ерләгәндә шуға төшөндөм, “Шипка” янмаған, үҙе янған икән. Туған тел, милләт, халыҡ өсөн яныуы булған.
Журнал һайын сыҡҡан исем-фамилия ла, ижадтан бигерәк, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо килтерә икән. Булат ағай дөрөҫ киҫәткән. Хәҙер үҙемдән сығып беләм.