Әсәйемдең һуңғы һулыш алыуына өс йыл үтеп тә китте. Мине әҙәбиәткә әсәйем алып килде. “Башҡортостан пионеры”нда 60-сы йылдар башында “Ер аҫтында ай ярым” исемле повесть һандан-һанға баҫыла ине. Гәзитте көн һайын көтөп алабыҙ, әсәйем шуны уҡый. Шул осорҙан алтмыш йыллап ғүмер үтте. Хәҙер килеп, шуға төшөндөм: ул йылдар минең өсөн иң бәхетлеһе булған икән.
Үкенмәйем, уллыҡ бурысымды тулыһынса үтәргә тырыштым, әсәйемә мөмкин булған ҡәҙер-хөрмәтте күрһәттем. Иң ауыр хәлдә ятҡан сағында ла эргәһендә ултырып рәхмәттерәмде әйттем. Хәҙер әсәй булмағас, уның юҡлығы көндән-көн нығыраҡ һиҙелә.
Беҙҙең ауыл (Стәрлебаш районы, Ҡабыҡҡыуыш ауылы) халҡы атай, әсәйгә ҡарата бик ихтирамлы, был хөрмәт элек-электән килә. Бынан күп йылдар элек абруйлы ғына бер ағай эш күплеккә, юл мәшәҡәттәренә һылтанып, әсәһен һуңғы юлға оҙатыуға ҡайтыуҙан баш тартҡан. Ауыл тарихында берҙән-бер шундай осраҡ. Был хәл тураһында һаман да онотмайҙар. Ауылдаштар берәйһен яҡшылыҡҡа өндәгәндә “Шуның һымаҡ булма!” тип әйтеп ҡуялар. Дөрөҫ әйтәләр.
Иң сәйере шул, әлеге ағай әллә был хаҡта белмәй, әллә онотҡан, һирәк-мирәк ҡайтҡылаған сағында балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләү хаҡында ялыҡтырғыс телмәрҙәр тота. Минең ауылдаштар, әҙәпле халыҡ, бер ни ҙә өндәшмәйҙәр. Дөрөҫ эшләйҙәр.
Миндә иһә, бер генә теләк: әсәйемдең вафатына бөгөн өс йыл, исмаһам, йылына бер тапҡыр ҡәберенә барып, рәхмәт әйтһәм ине.