Бөтә яңылыҡтар
14 Сентябрь 2019, 03:00

ТӨНДӘЛЕКТӘР... Телевизорҙы асып ебәрһәм... “Айғырыңды үтескә бир” комедияһын күрһәтәләр.

Төндәлектәр... Телевизорҙы асып ебәрһәм... “Айғырыңды үтескә бир” комедияһын күрһәтәләр. Иң яратҡан, илһамланып яҙған, үҙемде драматург итеп тойорға мәжбүр иткән пьесам. Шул тиклем илһамланып, дәртләнеп, тәгәрәп, көлөрҙәй булып яҙғайным. Тәүҙә Стәрлетамаҡтар, Миңзәлә театры ҡуйҙы, биш йыллап үҙебеҙҙең академтеатрҙа барҙы.

Иң яратҡан, илһамланып яҙған, үҙемде драматург итеп тойорға мәжбүр иткән пьесам. Шул тиклем илһамланып, дәртләнеп, тәгәрәп, көлөрҙәй булып яҙғайным. Тәүҙә Стәрлетамаҡтар, Миңзәлә театры ҡуйҙы, биш йыллап үҙебеҙҙең академтеатрҙа барҙы.
Әле ҡарайым һәм, мин яҙҙыммы икән, тип уйлап ултырам. Бер нисә тапҡыр әйткәйнем инде, Рәшит Солтангәрәевтың “Кешеләр” повесы шауҡымына бирелеп яҙғайным. Рәшит ағай күрәҙә һымаҡ булды, повесында колхоздарҙың таралыуының, юҡҡа сығыуының ниндәй һәләкәткә килтеререн алдан тоҫмаллағайны. Ә мин атайҙың айғырын иҫтә тотоп, комедия яҙҙым. Шунан бер нисә йыл үткәс, “Ҡытайгород” барлыҡҡа килде. Яңынан нәшер ителмәһә, “Кешеләр”ҙе онотоп та ҡуйырҙармы икән? Сатира менән һуғарылған “Ҡытайгород” ҡайһылыр дәреслектә бар ине, шикелле. Ә минең “Айғыр”ым киҫәтеү булып яңғырай һәм әле лә тере. Ә бит иң алда “Кешеләр” торорға тейеш ине. Үҙе юҡтың күҙе юҡ шул. Беләһе ине, 15-20 йылдан нисек булыр икән?

Читайте нас: