“Ағиҙел” менән “Һәнәк” сайтарының йөкмәткеһен көн дә барлап барыусылар иғтибар иткәндер, уны ике-өс кеше тотоп килә: Әхмәр Үтәбай, Салауат Әбүзәр, йәш хеҙмәткәребеҙ Илгиз Ишбулатов, минең бурысым бәләкәйерәк, яңы темаларға, яҙмаларға дәртләндереп тороу.
Уларҙың яҙыуына һәр ваҡыт һоҡланам. Ҡайҙан темаһын табалар, ҡасан яҙып өлгөрәләр. Ә мин уларҙы Факил ағай Мырҙаҡаев менән бергә көн һайын ҡағыҙҙа баҫылған журнал мәшәҡәттәренә бүлдерәбеҙ. Баш баҫып эшләйҙәр. Ошо көндәлек эштән Рәшит ағай Солтангәрәев йонсой торғайны. Шул тиклем һоҡланғыс әҫәрҙәр авторы Рәшит ағай күптәрҙең әҫәрҙәрен яңынан яҙып, мөхәррирләп, күҙен сығарып ултыра торғайны. Ағайҙы әҫәрҙәр яҙыу өсөн генә тотаһы булған. Сабир ағай Шәрипов... Күңелдә бер уңалмаҫ ҡайғы һымаҡ. Күпме һәләтһеҙҙең әҫәрҙәрен яңынан яҙып, лауреат итте.
Хәҙер уларҙың эшен Әхмәр Үтәбай менән Салауат Әбүзәр башҡара. Әгәр эш менән өйһәм, яҙырға ҡамасаулаһам, ғәфү итә күрегеҙ. Журналды ла сығарырға кәрәк.