Шәйләйһегеҙҙер, мәғлүмәт баҙары аҡрынлап үҙ юҫығын үҙгәртә һәм интернет киңлектәрен әрһеҙ рәүештә яулай. Ҡайҙа инде хәҙер йөҙәр меңләп тираж менән таралған гәзит һәм журналдар. Аллаға шөкөр, улары сыға, тик интернет менән ҡуллана белмәгәндәрҙең дә мәнфәғәте ҡайғыртылырға тейештер. Мәғлүмәт алыуға берәүҙең дә хоҡуғын сикләргә ярамай.
“Ағиҙел” менән “Һәнәк” редакциялары ла интернет майҙанында үҙ урынын яуларға, ҡулланыусыларын ылыҡтырырға, уҡыусыларын арттырырға ынтыла. Ташҡа баҫылған журналдарыбыҙҙан баш тартыу хаҡында уйлағаныбыҙ ҙа юҡ. Өсәр-дүртәр һанда сыҡҡан роман һәм повестарҙы Интернет күтәрә алмаясаҡ, уҡыусының күҙҙәре ҡабул итмәйәсәк.
“Ағиҙел” һәм “Һәнәк” өсөн интернет майҙанында урын яулағанда редакциялар коллективы үҙебеҙ өсөн, ҡулланыусыларыбыҙға хөрмәт йөҙөнән, ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе, әхлаҡ талаптарын һаҡларға тырышыуҙы кәрәк тип таптыҡ. Иң беренсе талап – уҡыусының күңелен һаҡларға, уның менән әҙәпһеҙ әрепләшеүгә бармаҫҡа. Беҙ яҙған мәғлүмәт яҡты хис-тойғолар уятырға, уйландырырға, фәһем бирергә тейеш. Ҡан ҡойошло, кешене йәшәүҙән ваз кистереүсе, шәхесте кәмһетеүсе мәғлүмәтәрҙән баш тартҡы килә. Үкенескә ҡаршы, ытырғаныс мәғлүмәттәр, үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлауҙар, бер-береңә дошманлыҡ һәм нәфрәт самаһын юғалтҡанда, ыңғай һәм ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән генә йыуанып ултырып булмай.
Ни хәл итәйек, социологтар әйтеүенсә, Интернеттағы 80 процентҡа тиклемге мәғлүмәт – кире йөкмәткеле. Тимәк, негатив хәбәрҙең ҡулланыусыһы бар. Әгәр уҡымаһалар, бәлки яҙмаҫтар ине. Матбуғат аҡһаҡалы Руперт Мердок әйтмешләй, кешеләрҙе өс нәмә генә ҡыҙыҡһындыра – енси мөнәсәбәт, низағтар һәм спорт. Һәм үҙебеҙҙән өҫтәр инек, үлем һәм һәләкәттәр.
Яҙғандарыбыҙҙан беҙ үҙебеҙ ҡәнәғәтме? Белмәйем, шәп эшләнек, әллә күпме “лайк” йыйҙыҡ, яҙылыусыларыбыҙ йығылып ятып уҡыны, тип түш төйөргә әле иртәрәктер. Күберәк эҙләге, ыңғай миҫалдар, һәйбәт хәбәрҙәр тапҡы килә. Шулай ҙа сайтыбыҙ үҙ йүнәлешен, үҙ юҫығын төҫмөрләне, буғай. Быны уҡыусыларыбыҙҙың арта барыуына ҡарап һығымта яһайбыҙ.
Киләсәктә лә бергә булһаҡ ине! Хәйерле иртә, имен көндәр һеҙгә!