Балалар өсөн яҙығыҙ
Мин үҙем бала саҡтан яҙыша торғайным. Ләкин гел башҡа милләт йәшәгән ауылдарҙа эшләргә тура килде – сыуаш ауылы Ишпарсово, мордва ауылы Садовка, ниһайәт, күбеһе рустар йәшәгән Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһына ебәрҙеләр уҡытырға. Мин инде өс бала әсәһемен, эш күп, шулай ҙа ниҙер мине яҙырға өндәп күңелде өйкәп тик тора, шуға ғаиләм йоҡоға талғас, төнөн кухняла ултырып бер повесть һәм хикәйә яҙып “Ағиҙел” журналы редакцияһына ебәрҙем. Унан минең тәүге ҙур әҫәремде Яҙыусылар союзына, әҙәби консультант Рәшит Ғимран улына тапшырғандар. Бер аҙҙан яуап та килде.
Ҡулымда – Рәшит Солтангәрәевтың миңә яҙған хаты:
“Фәрзәнә һеңлекәш!
Алдан уҡ шуны әйтке килә: һеҙҙә яҙыусыға кәрәк булған күҙәтеүсәнлек, әҙәби һәләт бар. Иң мөһиме – һеҙ тормошто, һәр хәлдә, үҙегеҙ яҙған әйберҙе яҡшы беләһегеҙ. Матур деталдәр, реплика, диалогтар бар. Тел дә халыҡсан ғына, халыҡ характерын да бирә алғанһығыҙ... Тик тәжрибә юҡлығы һиҙелеп тора. Шуны әйткем килә, йорт һалыр алдынан кирбес һуғып өйрәнәләр. Ә һеҙ тәжрибәһеҙ ҙур әйбергә тотонғанһығыҙ. Ижадты бәләкәй хикәйәләрҙән башларға кәрәк. Бәләкәй хикәйәләр яҙыу оҫталыҡҡа өйрәтә. Һеҙ, уҡытыусы булараҡ, мәктәп тормошон яҡшы беләһегеҙ. Балалар өсөн яҙығыҙ...
Рәшит Солтангәрәев, Башҡортостан яҙыусылар союзының әҙәби консультанты, БАССР-ҙың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 8 февраль, 1979 йыл”.
Рәшит ағай өй телефонын да, адресын да яҙған. Миңә ул мәл – 34 йәш. Тормош иптәшемә минең улай хат алышыуым оҡшаманы, шарт ҡуйҙы:
– Йә ижад, йә ғаилә, һайла!– тине.
Ғаиләлә өс балам, ҡыҙым мәктәптә уҡый, игеҙәк малайҙарыма өс кенә йәш.
Шулай ҙа ара-тирә Күмертау ҡала гәзитенә мәҡәләләр яҙыштырам. Балалар менән эшләгәс, уларҙың тормошонан бер туҡтауһыҙ шиғырҙар яҙам, тик кемгәлер күрһәтеп фекерен белер кеше юҡ, тирә-яғымда тик рус телендә һөйләшәләр.
Йылдар уҙҙы... Һаман да шул Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһында 8-се һанлы мәктәптә уҡытыу мөдире булып эшләгән саҡ, мине Өфө ҡалаһына мәктәп етәкселәренең белемен камиллаштырыу курстарына уҡырға ебәрҙеләр. Үҙем менән бер ҡалын дәфтәр шиғырҙарымды ла алып килгәнмен. Шиғырҙарҙы баҫтырыу тураһында уйламайым да, оялам, уңайһыҙланам. Шул көндәрҙә бер әҙәби кисәлә Рәшит ағай Солтангәрәевҡа тап килдем.
– Туҡта әле, туҡта! – тип Рәшит ағай минең ҡулдан тотоп туҡтатып ҡуйҙы. – Һуң һин минең яҡташым дабаһа. Һөйләп ебәр әле, ниндәй яңылыҡтар бар Күмертауҙа? Минең бер туған апайым Хәҙисә Кинйәбаева ла унда уҡыта, беләһеңдер, моғайын?
– Беләм, тик мин уның менән яҡындан аралашҡаным юҡ. Ҡурҡам мин унан, – тим.
Рәшит ағай хахылдап көлөп ебәрҙе:
– Нимәһенән ҡурҡаһың? Уҫалмы ни?
– Ул мине күргәйне, “Һары кешене енем һөймәй“, – тине.
– Китсәле, һуң һин һары түгел дәһә.
– Ул саҡта сәсемде һарыға буяп йөрөй инем. Унан беҙҙә Хәҙисә апайҙы “Әбей батша” тип йөрөтәләр...
– Тура һүҙле шул. Һин уның менән яҡындан аралашһаң, дуҫлашып китерһегеҙ, тәү ҡарашҡа ғына шулай уҫал ул, бик ғәҙел кеше...
Һөйләшә-аралаша торғас:
– Һин бит бер мәл повесть та яҙып ҡарағайның түгелме? Нишләп миңә хат яҙманың? – тип һораны.
Минең шиғриәт менән мауығыуымды белеп, яҙған әйберҙәремде “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына килтерергә ҡушты. Әрләп тә алды: “Ун йыл эсендә ун китап сығара алыр инең, ә һин ваҡытыңды юҡҡа уҙғарғанһың!”
Дәфтәр ҡалдырылды. Рәшит ағай ошо ижадымды Тимер Йосоповҡа баһаламаға биргән булып сыҡты. Тимер ағай минең ҡулдан яҙылған шиғырҙарымды бик ентекләп уҡып сыҡҡан икән. Һәр бер шиғыр тәңгәленә йә плюс, йә минус ҡуйып сыҡҡан да иң аҙаҡтан яҙып ҡуйған: ”Фәрзәнә һеңлекәш! Һинең мөхәббәт шиғырҙарыңда әллә ни яңылыҡ юҡ, ә бына балалар өсөн ижад иткән шиғырҙарың шәп! Мөхәббәт шиғырҙарын яҙыусылар күп ул, кескәйҙәргә яҙ!” Тағы ла Рәшит ағай ҙа миңә айырым хат яҙып, балалар өсөн шиғырҙарымды өс экземплярҙа редакцияға ебәрергә ҡушты. Күп ваҡыт та үтмәне, мине Өфөгә саҡырып хат килеп төштө: “Шиғырҙарыңды балалар секцияһы ултырышында тикшерәсәктәр, тиҙ арала килеп ет!” Балалар әҙәбиәте секцияһы рәйесе Сафуан Әлибаев, сәркәтибе Факиһа Туғыҙбаева.
Мин секция ултырышына килгәндә, ул мәлдә нәшриәт Совет урамында ине, коридорҙа бик йәш һөйкөмлө сибәр ҡатын миңә: “Һин Фәрзәнәме? Ғөбәйҙуллинамы? Ҡулъяҙмаң менән таныштым, китаплыҡ шиғырҙарың бар”, – тип дәртләндереп ебәрҙе. Ошо һылыу ҡатын “Китап” нәшриәтендә эшләүсе Динә Талхина булып сыҡты. Танышып киттек, минең дә интернатты тамамлауымды белгәс, бигерәк тә аралар яҡынайҙы.
Секция ултырышында мине ныҡ ҡына тәнҡитләп тә алдылар. Йөҙҙән ашыу шиғырҙан утыҙын һайлап алып “Китап” нәшриәтенә тәҡдим иттеләр. Мин тулҡынланыуымдан, тәнҡит һүҙҙәренән ғәрләнеп, Рәшит ағайҙың “Ағиҙел” журналы редакцияһында, өҫтәленә башымды һалып үкһейем.
– Нимә булды? Ниңә ул тиклем бөтөрөнәһең? Нимә тип әйттеләр?
Тәфсирләп һөйләп биргәс, көлөп ебәрҙе:
– Улар бит һин киләсәктә тағы ла шәберәк яҙһын өсөн генә әйткән, был бит маҡтау һүҙҙәре. Тәнҡитләрлек шиғырҙарың булғас, шәп инде ул. Һин минең тәүге китапты тикшергәндә әйтелгән һүҙҙәрҙе ишетһәң, йәшәгең килмәҫ ине әле, – тип йыуатты.
Хәсрәтле һәм мауыҡтырғыс ғүмер башы
Хәҙисә Кинйәбаева – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы – башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур көс һалып, уның нескәлектәрен халыҡҡа еткереүсе арҙаҡлы шәхес, Рәшит ағайҙың бер туған апаһы. Беҙ уның менән ныҡ дуҫлашып, хатта серҙәш булып киттек, мин уның бер бүлмәле фатирында йыш булам, ул минең дәрестәргә лә байтаҡ йөрөнө. Рәшит ағай Күмертау ҡалаһына килгәндә, өсәүләшеп мотлаҡ минең фатирымда сәй эсә торғайныҡ.
Беҙҙең шулай дуҫлашып китеүебеҙгә тағы бер сәбәп булды – Рәшит ағайҙың балалыҡ дуҫы Абдуллин Абдулла Нәби улы минең дә дуҫым булып китте. (Беҙ уның менән Йоматау шифаханаһында танышҡайныҡ. Мин магазиндан Рәми Ғариповтың китабын алып тороуымды күреп ҡалды ла, һөйләшеп аралаша башланыҡ). Абдулла ағай эш хаҡы алһа, мин Өфөгә килеү менән Рәшит ағай менән беҙҙе берәй кафеға сәй эсергә саҡыра. Шул мәлдәрҙә әҙерәк эсеп алһалар, гел бала саҡтарын иҫкә төшөрәләр, мәҙәк хәлдәрҙе хәтерләп, көләләр, ҡыҙғаныс, йәлләүес хәлдәрҙе иҫләһәләр, хатта күҙҙәре йәшләнеп китә.
Рәшит ағай Мостай Кәрим менән дә бик йыш ҡайтты тыуған яғына, Күмертау ҡалаһына. Тик фотоға бергә төшөргә яратманы. “Ҡуй әле, еңгәң күрһә, көнләшер”. Улар гимназияла сығыш яһағанда, Мостай ағай менән бергә фотоға төштөк, Рәшит ағай теләмәне.
Рәшит Ғимран улы 1935 йылдың 25 декабрендә Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә бишенсе бала булып тыуа. (Тыуған йылы ла, көнө лә теүәл тап килмәүе лә мөмкин, сөнки Хәҙисә апай хәтерләүенсә: ”Әсәй, беҙ ҡасан тыуҙыҡ? – тип һораһаҡ, “тауыҡ тиҙәге туңғас”, тип яуаплай торғайны, шуға күрә яҡынса яҙылған инде”.) Бала сағы бик ауыр һуғыш йылдарына тура килә, ул алты йәшенән атайһыҙ ҡалып, бәләкәйҙән ирҙәр эшенә егелә.
“Ни генә тимә, төпкөл ауылда тыуып үҫкән ябай башҡорт кешеһе – атайыбыҙ беҙҙең өсөн ҙур абруй булды, әле лә, бергә йыйылһаҡ, уны һағынып иҫкә алабыҙ. Шуныһы ғына үкендерә: ошо ҡаты тәртип яратҡан ыҫпай, ҡәтғи кешенән ысын ирҙәрсә тәрбиә алып ҡалып булманы. Ә буласаҡ ир кешегә ирҙәр тәрбиәһе кәрәк! Быны мин ғүмерем буйына үҙ елкәмдә татыным”, – тип хәтерләй ине Рәшит ағай.
Әсәһе яғынан олатаһы уҡымышлы була. “Ҡайҙа белем алғандыр, уныһын белмәйем, китаптары күп ине. Китаптары беҙҙеңсә түгел, ғәрәпсә. Йә былай үҙ алдына көйләп ниҙер уҡынып ултыра. Беҙ ни, томана кешеләр, был Ҡөръән уҡый, ти ҙә ҡуябыҙ. Иҫтә ҡалған һүҙҙәренә ҡарап, хәҙер генә аңланым: ул Аҡмулла мөнәжәттәрен көйләп ултырған, имеш...” – быныуы Хәҙисә апай хәтерләүе.
Граждандар һуғышында аҡтар яғында һуғышта ҡатнашҡан аталары Ҡытайҙа булып, унда тиф менән сирләп, саҡ-саҡ аяҡҡа баҫып, тыуған яҡтарына ҡайта. Ауылында 1927 йылда үҙҙәренә өй һалып башҡа сығалар.
1941 йылда аталары, Граждандар һуғышында алған яралары тамам уңалмай, ҡырҡ нисә йәшендә генә үпкә сиренән ҡапыл үлеп киткәс, әсәйҙәре Сафия биш бала менән тороп ҡала. Оло улдары Миһран һуғыш яланында һәләк була.
Һуғыш осоро балалары...
– Өс ҡыҙ һәм бер малай үҫтек, – ти Хәҙисә апай. – Атайыбыҙ вафат булғас, алты йәшлек кенә Рәшит барыбыҙҙы ла йыуатып: “Иламағыҙ, йөҙ грамм булһа ла ашарға табырбыҙ әле”, – тип әле беребеҙ, әле икенсебеҙ янына йүгереп килә...
Туғыҙ йәштән эшкә егелеп, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татып үҫә был ғаиләлә балалар. “Үҙе ас булһа ла, күңеле туҡ булды кешенең. Яҙын боҙ киткәнен ҡарау ғына ла ниндәй ҙур байрамға әйләнә торғайны. Ҡарты-йәше бөтә ауыл менән сығып сыр-сыу килә Көйөргәҙе буйында. Боҙ өҫтөндә усаҡ яндырып, кемдеке оҙағыраҡ йөҙә, тип яр буйлап йүгереп барыуҙар әкиәт иленә сәйәхәт һымаҡ булып күренә ине... ” – тип иҫләр ине Рәшит һәм Абдулла ағайҙар.
Тау башы ҡарҙан әрселгәс тә, бала-саға, ҡыҙ-ҡырҡын, егет-елән – барыһы ла шунда. Балалар бесәй-сысҡан, сәкән һуғыу, соҡорло туп уйындарын уйнай, йәштәр йөҙөк һалыша, таҡмаҡ әйтеп бейей...
– Иң ауыр йылдар – әлбиттә, һуғыш мәле. Көҙгө һалҡындар башланғас, ашарлыҡ үлән ҡалманы, Рәшит малайҙар менән урыҫ ауылдары яғына барып картуфлыҡтарҙан туңған картуф эҙләп табып, өшөп-туңып ҡайта. Иң өлкән апайыбыҙ туңған картуфтан кәлжемә бешерә, уны һәр беребеҙгә таратып сыға. Ҡышты нисек итеп тә сыҡтыҡ, яҙ мәле инде оло байрам, ат ҡолағын йыйып алып ҡайтабыҙ, унан әҙ-мәҙ генә он һибеп әсәйебеҙ ҡоймаҡ ҡойған була, уның менән ҡорһаҡ тулһа ла, тамаҡ туймай шул. Унан балтырған, ҡуҙғалаҡ, ҡуянтубыҡ, йыуа – беҙҙең иғтибарҙан ситтә бер генә үлән дә ҡалмай, ашарға яраҡлы бар үләнде ҡырып-һепереп тигәндәй ашап торабыҙ. Беҙҙе аслыҡтан һыйыр ағы ҡотҡарҙы. Кемдең һыйыры бар, ул иң бай кеше, – тип хәтерләй Хәҙисә апай. – Яҙ – яҙ инде, ер асыла бит. Беҙ, малайҙар, күмәкләп йомранға сығып китәбеҙ. Йомранды эләктереү менән, уның тиреһен тунайбыҙ ҙа ҡаҙаҡлап ҡуябыҙ. Уны киптереп тапшырырға кәрәк, мәктәптән нисәлер йомран тоторға йөкләмә бирәләр. Ә итен шунда һыртҡа сығып, йә яланда уҡ бешереп ашайбыҙ...
Рәшит ағай ишек алдында ҙур тирәк аҫтында йоҡларға ярата. Йәй мәле, таңдан тороп эшкә егелергә кәрәк, малайҙы уятып булмай. Апайҙары иң башта юрғанын тартып алалар, йоҡлауын дауам итә, ҡымшанмай ҙа. Инде баш аҫтынан мендәр тартып алына, аҙаҡ – аҫтындағы кейеҙ... Бер генә сара ҡала – Сәмәрә апайҙары: ”Рәшит, картуф беште!” – тип ҡолағына ҡысҡырыуы була, малай һикереп тора һалып аласыҡҡа ташлана. Унда ниндәй картуф булһын инде?! Әлеге лә баяғы, ат ҡолағынан бешерелгән йәшел боламаҡ!
Туғыҙ йәшендә инде апалары менән салғы тотоп, бесән сабырға йөрөй буласаҡ яҙыусы. Шул уҡ ваҡытта күп китаптар уҡып ҡына ҡалмай, ҡағыҙ киҫәктәрен йыйып тегеп, үҙенә кеҫә дәфтәре яһап ала ла халыҡ араһында ниндәй ҡыҙыҡлыраҡ, төрлө мәғәнәле йор һүҙҙәрҙе ишетә, уларҙы теркәп бара. Мәҡәләләр яҙа, район гәзитендә баҫылһа, бик һөйөнә. Уның фамилияһы район гәзите биттәрендә ҙур булмаған мәҡәлә аҫтында баҫыла: “...Ауыл буйлап гәзит алып барам, бөтә ауыл миңә һоҡланып ҡарай кеүек...”
Рәшит ағайҙың “Ауылдаштарым” әҫәрендә шундай юлдар бар: “Яҙыусыға үҙең яҙған бөтә һөнәрҙе лә атҡарыу, ҡулың менән тотоп ҡарау мотлаҡ түгел. Ә бына белеү мотлаҡ, алдашырға ярамай. Яҙғаның кешене ышандырырға тейеш, был – яҙыусының төп бурысы”. Шулай ҙа Рәшит һәр һөнәрҙе, эште белеп, аңлап үҫә. Әҙиптең һәр хикәйәһе – ниндәйҙер асыш, теле шул тиклем халыҡсан, ябай һәм шул уҡ ваҡытта тере лә.
Тәүге тапҡыр уның исеме радионан 15 йәшендә яңғырай. Ул “Пионер” радиожурналына үҙенең йомағын яҙып ебәрә. “Үҙем түҙемһеҙләнеп көтәм – минең исемемде радионан әйтерҙәрме, юҡмы?” – тип тулҡынлана. Ике аҙнанан йомағын уҡып, исемен әйткәс, бик ғорурлана: “Урамдан тегеләй-былай үткән булам. Минең фамилияны радионан әйткәндәрен ишеттеләрме икән, тип уйлайым...”
– Абдулла менән йыуа, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, ат ҡолағы, ҡуян тубығы, еләк эҙләп йән аҫрау хәсиәте менән байтаҡ урман-ҡырҙарҙы ураны улар бала саҡта, – тип хәтерләй Хәҙисә апай. – Абдулла ла, Рәшит кеүек, гармунда уйнарға яратты, шиғыр яҙҙы. Хатта Кировҡа бағышланған бер шиғырын мәктәп директоры, герблы мисәт һуғып, үҙе ҡул ҡуйып, редакцияға ебәрҙе. Директор һынлы директор ҡул ҡуйып ебәргәс, беҙҙең шигебеҙ ҡалманы: шиғыр баҫылып сығыр! Баҫманылар шиғырҙы.
Таймаҫ мәктәбе уҡыусыларының барыһына “китап ене” ҡағылған, Рәшит бер мәл картуфлыҡтан, Граждандар һуғышы заманынан ҡалған штык таба. Малай кеше булараҡ был ҡомартҡы уға бик ҡәҙерле, тик шулай ҙа китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу тойғоһо еңә – был штыкты бер малайға китапҡа алмаштыра.
– “Рәшит, нисек яҙыусы булып киттең икән?” – тип һорайым. Гел шаярып, кеше көлдөрөп, кәзекләп йөрөй бит. Әсәйемдән, тип яуапланы ул. Эйе, беҙҙең әсәйҙең маҡтаған, шелтәләгән һүҙҙәре лә әйтем, мәҡәлдәрҙән генә тора ине. Эш ҡушыр алдынан йомаҡ, әкиәт һөйләр ине”, – тип кинәнеп һөйләй Хәҙисә Ғимран ҡыҙы. Әсәләре йыш ҡына балаларына әйтемдәр, мәҙәк һүҙҙәр, таҡмаҡтар менән һүҙ ҡуша: “Аяғың тәп-тәп итһә, ауыҙың сәп-сәп итә”, “Тик торғанға шайтан тотторған”, “Йән биргәнгә йүн бирә”, “Алабута аш булған, ҡушауыҙҙар баш булған”, “Һыйыр ҡойроғо тығылды”, «Елдән килгән – елгә киткән”... Бындай йор һүҙлелек, әлбиттә, бала саҡтан бөтә нәмәне күңеленә һеңдерә барған Рәшиттең телен байытмай ҡалмай. Шуға күрә лә ул үҙенең әҫәрҙәрендә халыҡтың тел байлығын, рухи маһирлығын шул тиклем оҫта итеп күрһәтә белә лә инде. Мәҫәлән, үҙенең бала сағында быҫҡып ҡына янған шәм яҡтыһында уҡыуҙары тураһында: “Сысҡан күҙеләй яҡтыла дәрес әҙерләү генә түгел, ҡыҙыҡлы китап уҡып аптырайһың...” – тип бәйән иткән.
Урта мәктәптән һуң китапханасы булып эшләй. Беренсе хикәйәһен “Ленинсы” гәзите биттәрендә баҫтыралар. “Мине бөтә Башҡортостан белә һәм уҡый кеүек тойолдо. Ниндәй бәхет!”
Аҡыл менән хыял, өн менән төштән яратылған әҙип донъяһы
Әҙәбиәткә һөйөү уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килә. Был ваҡытҡа уның бер хикәйәһе һәм бер нисә шиғыры баҫылған була. Шул уҡ йылдың октябрендә ул “Шоңҡар”әҙәби түңәрәгенә килә. Университетта уҡыу дәүерендә уның бер генә ултырышын да ҡалдырмай йөрөй. Түңәрәккә йөрөгән студенттарҙың күбеһен белә, уҡый. Рәшиттең рус төркөмөндә уҡыуын һәм хатта проза яҙыуын белгәс, барыһы ла хуплай. “Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Ғилемдар Рамазанов, улар ғына түгел, Есенин, Маяковский һәм башҡалар; уларҙың шиғырҙарынан миҫалдар килтерәләр, бәхәсләшәләр. Мин шиғриәткә ҙур иғтибар бирелеүенә ғәжәпләндем... Мин үҙем шиғырҙар яҙһам да, башҡаларҙың шиғырҙарын уҡымай инем, шуға күрә башҡалар ҙа шулай эшләй, тип уйлай инем. Бер шиғыр арҡаһында, донъяның именлеге кемдеңдер шиғырын баҫтырыуға йәки баҫтырмауға бәйле булғандай, бәхәсләшәләр. Ғәжәп... “Шоңҡарсылар” уға бөтөнләй икенсе кеше булып күренә. Баҡтиһәң, үҙе кеүек үк егеттәр. Улар араһында иң популярҙары –Рәйес Фәтҡуллин һәм Абдулхаҡ Игебаев. Түңәрәк ағзалары бер-береһе менән бәхәсләшә, әҙәби шәхестәр тураһында һөйләй: “Тапалған деталь, башҡалар әйткәнде ҡабатлау...” Яҡынданыраҡ танышалар: Ким Әхмәтйәнов, Шакир Бикҡолов, Ихсан Әхтәмйәнов, Хәниф Сәфәров, Әнүр Вәхитов – бөтәһе лә шағирҙар”. “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә йөрөү журналист, яҙыусы булараҡ оҫталығын арттырыуға, тәжрибә туплауға ҙур йүнәлеш бирә.
“Рәшит Солтангәрәев үҙ һүҙе, үҙ геройҙары менән килеп керҙе... Әҙәбиәттең нимә икәнен аңы менән тиҙ аңланы, йөрәге менән тиҙ һиҙемләне. Аҡыл менән хыял, өн менән төштән яратылған был донъяның, йәғни ижад донъяһының тылсымлы көсө уны арбап уҡ алды”, – тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим уның хаҡында.
Рәшит Ғимран улы Солтангәрәевтең “Туй алдынан” исемле тәүге хикәйәһе 1956 йылда “Ленинсе” гәзите биттәрендә баҫыла, ә “Тыуған йорт” тигән тәүге китабы 1967 йылда донъя күрә. Был хикәйәнең сюжеты ауылдашы Ғөбәйҙулланың тормошонан алынған. Тыуған ауылынан бәхет эҙләп ситкә сығып киткән Ғөбәйҙулланың байтаҡ йылдар үткәс ауылға кире ҡайтыуы хаҡында бәйән ителә. Тыуған йорт ишелә башлаған, әсәһе сит тупһала ғүмер кисерә. Ә ауылдаштары күптән инде яңы йорттар һалып, машиналы булып гөрләтеп донъя көтөп яталар. “Ауылдашы Ғөбәйҙулла был әҫәрҙә үҙен танып хатта Рәшитте туҡмарға ла йыйынып йөрөнө”, – тип хәтерләй Хәҙисә апай.
“Был бит һин түгел, ә дөйөмләштерелгән образ”. – тип тә ҡарайҙар.“Юҡ, был – мин, Рәшит минең хаҡта яҙған”, – тип ныҡыша тегеһе.
Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
(Дауамы бар).
Мәҡәләне тулыһынса 12-се һанда уҡығыҙ.