Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
19 Ноябрь , 10:50

Беҙҙең шағир

Йылайырҙар хөрмәтләп, оло бер ғорурлыҡ менән, күренекле әҙип, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Сәхиулла улы Шаммасовты гел шулай атаны һәм хәҙер ҙә шулай атап йөрөтә. Мин үҙем дә мәктәп йылдарында, үҫмер аҡылы менән, ул беҙҙән сыҡҡан шағир икән, тип уйлай торғайным. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында уның фотоһүрәте эленгәйне, нәшриәттә баҫылып сыҡҡан китаптарының күргәҙмәһе ҡуйылған мөйөш тә булдырылғайны, берәй тантана йә байрам сараһы була ҡалһа, балалар сығышына мотлаҡ рәүештә Рауил ағайҙың шиғырын да керетеп ебәрер булдылар, был үҙенә күрә ауылыбыҙҙа эшләп киткән шәхестең юғарылығын күрһәтеү, йәнә уның илһамлы ижадының сифат кимәлен баһалау, раҫлау ҙа ине.

Беҙ, йәш быуын, баштараҡ күреп белмәһәк тә, ситтән тороп ҡына уны шулай ҙурланыҡ, яҡын итеп, үҙ ауылдашыбыҙҙай күреп ҡабул иттек. Шунан, көтмәгәндә, күләмле бер повесты эсенә алған “Күперһеҙ йылға” китабы донъя күргәс, ауыл халҡы һөйөнөслө ғәжәпкә ҡалып, бер килке шау-гөр килеп алды, сөнки ул тотошлайы менән беҙҙең ауыл тормошона, ауыл кешеләренә арналғайны, күптәр әҫәрҙең эстәлегендә исемдәре үҙгәртелгән үҙҙәренең прототибын күреп, танып, хайранға, аптырауға ҡалды, китапҡа инмәгәндәр ҙә әҫәрҙе шул тиклем дә үҙһенеп ҡабул итте, шул баҫманы уҡырға теләүселәрҙән оҙон бер сират хасил булды, райондың үҙәк китапханаһынан сикләүле күләмдә ебәрелгән китаптар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡарайып, йышылып, шымарып, бөтәрләнеп бөттө. Билдәле булыуынса, бындай уҡымлы, уҡыусы сарсап ҡабул иткәнде халыҡҡа еткереп, уның ихтирамын һәм һөйөүен яулау – һәр шағир, яҙыусының ынтылышлы хыялы, тимәк, уны уҡыйҙар, һанлайҙар, яҡын күрәләр. Сәсмә әҫәр булһа ла, йәштәрҙең шул повесты сәхнәләштереп йөрөгәндәре бөгөнгөләй хәтерҙә.
Үткән быуаттың 80-се йылдары башында райондағы ижади көстәрҙе берләштергән, “Шишмәләр” тип аталған, ай һайын район гәзите “Коммунизм өсөн”дә донъя күрә килгән әҙәби битте дәртләнеп йөрөп ойоштороп ебәрҙек, әммә, йәшерен-батырын түгел, райком һәр эште ҡаты контролдә тотоу арҡаһында уны тормошҡа ашырыу еңелдән булманы. Әйткән һүҙе һәр саҡ үтемле булғанлыҡтан, Әмир Фәттәх улы Моратовты орден-миҙалдарын таҡтырып ҡат-ҡат райкомға, райондың башҡарма комитетына ебәрҙек, шул юл менән теләгебеҙгә ирештек барыбер. Әҙәби сығарылыштағы төп урынды шағир-фронтовик Әмир Моратов, яҙыусы Мөслим Әбсәләмов, шағирә Фәүзиә Юлдашбаева тотоп торҙо. Әмәлгә баҡҡандай, шул осорҙа Мөслим Әбсәләмовтың “Сонтор бала саҡ”, Фәүзиә Юлдашбаеваның “Һаҡмар муйылының күҙе ҡара” китаптары донъя күргәйне. Ул замандарҙа нәшриәттә китап сығыуы китап һөйөүселәргә һөйөнсөгә тартым шатлыҡ булһа, беҙҙең һымаҡ башлап яҙыусылар өсөн ынтылып та буй етмәҫ хыял, ҡабатланмаҫ илаһи бер күренеш ине. Башлап яҙыусы йәш шағир булараҡ, ай һайын шул әҙәби биттә поэмаларым, шиғырҙарым тотҡарлыҡһыҙ баҫылды, өҫтәүенә райком ҡарары менән булдырылған, район гәзитенең беренсе баш мөхәррире Александр Фуранов исемен йөрөткән премия менән көтмәгәндә бүләкләп ташлауҙары бәҫемде, ысынын ғына әйткәндә, аңын-тоңон абайламай, урынһыҙ әтәсләнеүемде бермә-бер арттырып ебәрҙе. Премияны “иләк”тән үткәрә барып, һуңғы сиктә райком бюроһының ҡарары менән йылына бер кешегә генә тапшыралар ине, ә мин сиратҡа теҙелгәндәрҙән өсөнсө булып алдым, шул өсөнсөһө лә баштан ашҡайны. Бына шул әҙәби биттә беҙҙең төбәктән сыҡҡан Абдулхаҡ Игебаевтың, Ҡәҙим Аралбаевтың, Ғәзим Шафиҡовтың, Хәсән Назарҙың, шулар иҫәбендә Рауил Шаммастың шиғырҙары бик йыш баҫыла килде. Билдәле шағирҙарҙың шиғырҙары “Шишмәләр”ҙе йәмләп, уның сифатын ҡырҡа арттырып ебәрҙе. Ана шул әҙәби мөхит мине үҙенә тартты, йәлеп итте. Районға килгән шағир-яҙыусылар һис тартыныуһыҙ беҙгә, беҙҙең бәләкәй генә ҡотло, ҡунаҡсыл өйөбөҙгә төбәп килерҙәр ине, Сибайҙағы фатирыбыҙҙы әле лә ситләп үтмәйҙәр: Рауил Шаммас, Рауил Бикбаев, Ғайса Хөсәйенов, Рәшит Солтангәрәев, Сафуан Әлибай, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Барый Ноғоманов, Ирек Кинйәбулатов, Риф Тойғон, Рәйес Түләк, Таңсулпан Ғарипова, Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай, Гөлназ Ҡотоева, барыһын да хәтерләп бөтөп буламы, иҫәпләй китһәң, бик күптәр булды беҙҙә, булдылар һәм торлағыбыҙҙы нурлы, ҡотло, әҙәбиәтле, мәҙәниәтле иттеләр.
Рауил Шаммас хаҡындағы бер кәлимә һүҙемде башҡа яҙыусы-шағирҙар исемен ҡушып атап, улар хаҡындағы һағыныулы ла, йылы ла иҫтәлектәргә үреп алып барһам, дөрөҫөрәк булыр, минеңсә, сөнки әҙип һәр саҡ әҙипкә яҡын, әҙип әҙипте аңлай, яҡлай, һанлай һәм күтәрә.
Рәйес Түләк беҙгә бер килгәнендә ҡалҡыу урынға баҫып поэмаһынан өҙөк һөйләгәйне. Рәйес, Рәмил Ҡолдәүләт шиғыр-поэманы тәрәндән аңлаған, уларҙы асман юғарылығында ҡабул иткән, тура һүҙле, поэзия хаҡында һүҙ сыҡһа, тоҡанып, ярһып, янып китеүсән бөйөк шағирҙар ине. Хәҙер ҡайтҡанымда теге түмәләс янынан үтһәм, ҡолағымда “Янғын” поэмаһы яңғырап киткәндәй була.
Ҡәләмдәштәремде юҡһынып телгә алғас, ошо ерҙә уларға ҡағылышлы мәрәкә хәл дә иҫкә килеп төштө.
Ул саҡта мәктәптә уҡытып йөрөйөм, бер юлы директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарымын да. Бер көн тарификация эштәре буйынса район үҙәге Йылайырға киттем. Мәғариф бүлегенән сығып ҡына килә инем, күршеләге райком бинаһының күтәрмәһендә райкомдың өсөнсө секретары Еремкинды күреп ҡалдым.
Мине абайлау менән теге ҡыуанып устарын ыуҙы:
– Здравствуйте, Хайдар Нигаматович, как говорится, на ловца и зверь бежит, мы тебя с утра ищем!
– Добрый день, Виктор Степанович, чем могу быть нужным, полезным, слушаю вас?
– Зайдем ко мне в кабинет, дело есть, поговорить надо.
Райкомдың икенсе ҡатында урынлашҡан кабинетҡа күтәрелдек.
– Эш шунда, Хәйҙәр, әлеге мәлдә Ейәнсура тарафынан беҙгә ике шағир, бер яҙыусы килә ята. Шаммасов, Солтангәрәев һәм Әлибаев, һин уларҙы беләһеңдер? – тип ҡыҙыҡһынды секретарь.
– Нисек инде белмәҫкә, Рауил Шаммасов Яҙыусылар Союзының татар секцияһында әҙәби консультант булып эшләй, Сафуан Әлибаев – “Ағиҙел” журналында баш мөхәррир, Рәшит Солтангәрәев – шул уҡ журналда бүлек мөхәррире.
– Бик һәйбәт, хәҙер һин уларҙы Ейәнсура яғынан килгән юлға сығып ҡаршы алырға бурыслыһың!
– Ҡөҙрәтле райком бар саҡта, нисек инде мин, аңлап етмәнем бит әле, берәй бүлек мөдире, юҡ тигәндә инструктор барып ҡаршы алһа, дәрәжәлерәк тә, дөрөҫөрәк тә булыр ине.
– Уның нимәһен аңларға, һин шағирмы?
– Башлап яҙыусы ғына бары.
– Башлап яҙһаң ни, бына ошо яҙыусылар менән аралашҡандан һуң яҙыу-һыҙыуға ныҡлап тотонорһоң, һин бит әле лауреат та, район премияһын алған кеше, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – беҙҙән юл ыңғайы ғына үткәстәр, районда яҙыусылар менән әҙәби осрашыуҙар ойоштороп, үткәреп тормабыҙ, иллә мәгәр улар районыбыҙҙың әҙиптәре менән яҡындан аралашып, һыйыбыҙҙан ауыҙ итеп, ҡәнәғәт ҡалып үтеп китһендәр, бына шул!
– Улайһа, мин уларҙы төпкөлдә ятҡан ауылыма алып ҡайтырға тейеш булам, шулаймы?
– Һөйләшкәнмен, әйткәнмен, башта юл эсендә ятҡан Ҡашҡар ауылына, Әмир Моратовҡа һуғылаһығыҙ, шунан Юлдыбайға, Мөслим Әбсәләмовҡа. Тегеләрҙе тыйнаҡ ҡына итеп һыйлайһығыҙ ҙа матур ғына итеп Баймаҡ райо-нына оҙатаһығыҙ. Улар белә, шылтыратҡанмын.
– Әгәр беҙ ҙә яңылыш ҡына тегеләргә эйәреп китеп барһаҡ?
– Юҡ инде, һеҙ өсәү оҙата сығып, ҡулдарығыҙҙы болғап Юлдыбайҙа тороп ҡалаһығыҙ.
– Йәйәүле Мәхмүтмен бит әле, осраҡлы ылауға һағып киленде, хөрмәтле ҡунаҡтарҙы нимә менән оҙатып йөрөрмөн икән?
– Минең машинаны алырһың, шунан водитель иң аҙаҡтан һине ауылыңа илтеп ҡуйыр.
Яҙыусылар делегацияһын ҡаршы алып, Еремкинға индереп күрһәтеп, таныштырғандан һуң, алдан билдәләнгән маршруттан алып киттем. Әмир Моратов, сыҙамһыҙ, өтөк кеше булараҡ, беҙҙе автобус туҡталышына сығып уҡ көтөп тора ине. Бикә еңгәй ҙә туй ҡаршылағандай итеп әҙерләнгән. Әмир ағай беҙҙе тура мәктәпкә алып китте, дәрестәр тамамланғанлыҡтан, унда бер кем дә юҡ, аулаҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетына инеп, унда булдырылған әҙәби мөйөш менән таныштыҡ, автографлы китаптарҙы ҡараныҡ. Китаптарҙың күбеһен Мостай Кәрим бүләк иткән икән, шулай булмай тағы, ул заманында яу юлы үткән кеше булараҡ Ҡашҡарға, шәхсән яугир Әмир Моратовҡа бик йыш килеп йөрөнө, һөйләшер һүҙҙәре, уйлаған уйҙары, теләгән теләктәре беректе, өҫтәүенә Мостафа Сафич тулы булмаған урта мәктәптең, бәләкәй генә белем усағының почетлы пионеры ла ине. Бәләкәйҙе лә ҙур итеп ҡабул итә белеү – күптәргә тәтемәгән аҡыл, ана шул почетлы исемде алыр өсөн бөйөк шағир алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән, тип бер аҙ аптырап та, ҙур ғорурлыҡ менән дә һөйләнеләр аҙаҡ. Ихлас ҡаршы алыуҙан күңеле күтәрелгән Сафуан Әлибай Әмир ағайҙарҙың өйөн яңғыратып, моңло итеп йырлап та ебәрҙе. Бик шәп йырлай ине Сафуан ағай, әгәр ҙә ул шағир булмай, йыр-моң һуҡмағынан китһә, моғайын да, опера һәм балет театрында беренсе солист булыр ине, быны мин һис тә арттырмайым, ысынында шул.
Ары Әмир ағайҙы үҙебеҙ менән ултыртып алып Юлдыбайға юлландыҡ. Ауылға етәрәк Рәшит ағай, мәрәкәсел, йор һүҙле кеше булараҡ, былай тине:
– Юлдыбай, тигәндәй, гел шуға иғтибар итәм, Мөслим һәр саҡ картуфлығының бағанаһына һөйәнә лә тора инде, ул яҡҡа үткәндә лә, был яҡҡа ла.
Мөслим ағай кәртәгә һөйәнмәй генә беҙҙе йортоноң ҡапҡаһы ауыҙында ҡаршы алды.
Матур итеп эшләнгән, заманға ярашлы бай итеп йыһазландырылған иркен өйгә индек, танау тишектәрен тәмле аш еҫе ҡытыҡлай. Әбсәләмовтар барыһын да ҙурҙан ҡубып, мул итеп хәстәрләгән, өҫтәл ашанты-һыйҙан һығылып тора. Әҙәп төшөнсәһен самаламай, бик оҙаҡ йәйрәп ултырып ташланыҡ; ҡаҙы, ял, ҡарта ашалып, һоғондоролоп бөттө, оло ҡоштабаҡ бишбармаҡты түңкәргәс, тирләп-бешеп ҡоротло-боросло һурпа эстек, шунан “ҡыҫтатыу” сәйе оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған “хушлашыу” сәйенә барып ялғанды. Сафуан Әлибай, ғәҙәтенә ярашлы, “Менергә ине Урал тауҙарына”ны һуҙып ебәрҙе лә йырҙы хуплап шаулашҡан арала Рәшит ағайҙың ҡабырғаһына төрттө:
– Әрһеҙҙәрҙе, талымһыҙҙарҙы ҡунаҡ итеп теңкәләре ҡороған хужалар шыйтыҡ селек менән ҡыумаҫ борон ҡуҙғалайыҡмы әллә, егеттәр?
Рәшит ағай ыжламай ҙа:
– Белекһеҙлегең, бер ҡатлылығың шул саҡлымы, Сафуан Әфтәхович, бынау саҡлы һиммәтле һыйҙы ташлап ҡайҙа ашығаһың, өтәләнәһең, тегендә беҙҙе көтөп торалар, әллә юҡ!
– Райком секретары, көтәләр, тип әйтте, – тигән булдым, тик ултырыуҙы килештермәй.
– Көтәләр, тик нисегерәк көтәләр бит әле, уныһы бер мәсьәлә, – тип һис тә бирешергә теләмәй Рәшит Солтангәрәев. – Салауат Юлаев премияһы лауреатына айырым иғтибар, хөрмәт күрһәтергә кәрәклекте беләләр микән?!
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, арабыҙҙа ошо юғары дәүләт премияһына ул ғына лайыҡ ине.
Яҙыусылар Союзы тәғәйенләгән төркөмдөң етәксеһе Рауил Шаммас теҙгенде үҙ ҡулына алды:
– Ҡунаҡсыл, ихласлыҡтары өсөн йылайырҙарға ысын күңелдән рәхмәт белдерәйек, уҙамандар. Йорт хужаһы булараҡ, йәмле табынды йомғаҡлап, хушлашыу һүҙеңде әйт, Мөслим Бәхтиәрович!
Мөслим ағай баҫты ла, күҙлеген һуҡ бармағы менән танауы төбөнә батырғас, былай тине:
– Минең фамилиям Әбсәләм, һыйым бөттө – вәссәләм!
Шул һүҙҙәрҙе күптән көткәндәй, шау-гөр килеп көлөп ебәрҙек.
Тағы ла бер ҡыҙыҡ. Беҙгә Рауил Шаммасов менән Барый Ноғоманов килде.
Шуныһы мәғлүм булды, шағирҙар “Башҡорт” совхозына ҡараған ауылдарҙа әҙәби осрашыуҙар үткәргәндән һуң үҙәк иҫәпләнгән Матрайҙа ҡунғандар ҙа, иртә таң менән Рауил Шаммас Һабырҙы күреп ҡайтырға, бер юлы мине күреп һөйләшергә теләк белдергән. Төркөмдө райкомдың өгөт-нәсихәт бүлеге начальнигы Вәлимә Хәсән ҡыҙы Әхмәтғәлиева оҙатып йөрөй, йәнәһе лә, уның холҡона килгәндә, саманан ашҡан талапсан, уҫал, бик принципиаль, хатта өҫтәп әйтер инем, ҡыҙмасалыҡты йәне һөймәгән аяуһыҙ ҡатын.
Мине, ҡаршы алыусыны, абайлап алыу менән ул былай тине:
– Матрайға бөгөн иртән килдем. Был икәүҙе ирҙәрсә һыйлап ҡуйма берүк, күрәһең бит хәл-тороштарын!
Ысынлап та, ағайҙарҙың йөҙҙәре таушалған, ҡаштары йыйырыулы, йылмайыу түгел, һөйләшергә-аралашырға теләктәре юҡ.
Ауылға килгәс, тура мәктәпкә, балалар, уҡытыусылар коллективы менән осрашыуға барҙыҡ, алдан киҫәтеп ҡуйғайным, көтөп торғандар. Һабыр ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы сифатында эшләп киткән Рауил ағайҙың йөҙө бер аҙ асыла төштө. Ул саҡта яңы мәктәп блоктарҙан әле генә ҡоршала башлаған ине әле, шуға хан заманында төҙөлгән иҫкеһендә эшләп йөрөйбөҙ.
– Ҡара сәле, – тип иҫе китте Рауил ағайҙың, – мин бында саҡта ла уҡытыусылар бүлмәһе ошонда ине, һаман да урынынан шылмаған икән, ә бынау класта мин әҙәбиәт дәрестәрен уҡыттым, класс етәксеһе лә булдым, ә бынауында ултырып тәүге шиғырҙарымды яҙҙым...
Мәктәп коллективы тырышып әҙерләнеүгә ҡарамаҫтан, осрашыу бик рәсми, хатта өҫтәп әйтер инем, ҡоро шарттарҙа үтте. Үҙенә тәғәйен ҡупшы гөлләмәне Рауил ағай кинәйәләп, уратып-һуҡтырып Вәлимә Хәсәновнаға тотторҙо:
– Ирҙәр хәлен һүҙһеҙ ҙә әллә ҡайҙан аңлап, төшөнөп торған бик аҡыллы ҡатынһығыҙ, ҙур рәхмәт һеҙгә!
Төшкө ашты мәктәп ашханаһында ашап алғандан һуң беҙҙән ун саҡрым төпкөлдәрәк ятҡан Ашҡаҙар ауылына киттек, унда мәктәп уҡыусылары менән осрашыу, аҙаҡтан ауыл клубында әҙәби кисә үткәреү планлаштырылған. Мәктәптәге тантана ла Һабырҙағы ише бик һүлпән үтте. Урамға сыҡҡайныҡ, яйын тап килтереп, Рауил ағай еңемдән тартып мине ситкәрәк алып китте:
– Кисә совхоздың партком секретары Айытбай Нәҙерғолов беҙҙе бик ныҡ итеп һыйлап ташлағайны.
– Күреп торам.
– Күрһәң, шул: хәҙер ошо урында ике шағирҙың тәгәрәп ятып үлеүен теләйһеңме?
– Хәйбуллаға сығып, һис юғында, Баймаҡ еренә аяҡ баҫып дөмөгөргә рөхсәт, тик беҙҙә түгел.
– Нишләп улай тиһең?
– Билдәле булыуынса, беҙҙә Шәйехзада Бабичты үлтергәндәр, әгәр ҙә ошо исемлеккә һеҙ ҙә өҫтәлһәгеҙ, был ауыр ҡайғыны башҡорт әҙәбиәте күтәрә алмаҫ.
– Мин дә шулай уйлайым, шуның өсөн дә мәлендә берәй сараһын күр, яйын тап, юғиһә сыҙауҙың да сиге була.
– Ҡырыҫ күҙәтеү аҫтында көн иткәнлегебеҙҙе күреп тораһың бит. – Вәлимә Хәсәновна яғына ымланым.
Шуны ғына көткәндәй, райком вәкиле уҫал киҫәтте:
– Һеҙ унда нимә хаҡында шыбырҙашаһығыҙ?!
– Һеҙҙе маҡтайбыҙ, Вәлимә, – тине Рауил ағай, – һеҙ бик игелекле, миһырбанлы, әҙәм йәнле кешеһегеҙ.
Мәктәптәге саранан һуң директоры Илдар Ильяс улы Ҡоҙашев өйөнә алып ҡайтты.
Өҫтәл артында өсәүебеҙ өс яҡҡа ҡарап ултырабыҙ, ҡунаҡтарҙың кәйефе булмағас, әңгәмә ялғанмай, һүҙ ялғанмағас, күңелһеҙ, бер аҙ яманһыу ҙа. Илдар Ильясович та ҡырын-мырын ҡарап алһа ла, Вәлимә Хәсәновнанан үтә алмай. Бер ни тиклем ваҡыттан урынымдан ҡалҡырға иткәйнем, Әхмәтғәлиева уҫал киҫәтте:
– Ултырып сыҙамай ыуалана инең, хәҙер ҡайҙа йыйындың?!
– Һеҙҙе ташлап ҡайҙа ғына барайым инде, хөрмәтле Вәлимә Хәсәновна, бигерәк оҙаҡ ултырып ташланыҡ бит, батша йәйәү йөрөгән ергә ҡыҫҡа ваҡытҡа сәфәр ҡылаһы ине лә.
– Бар, тик тиҙ йөрө, һәләтлә!
Ауыл кибетенә барып һый, ул саҡта унда аҙыҡ-түлек һатылмағанлыҡтан, гел килеп йөрөгән Вәлиулла ағайҙарға юл ыңғайы һуғылып, ҡабырлыҡ ризыҡ алдым.
“Батша йәйәү йөрөр ер” һылтауы менән ҡунаҡтарым мине ҡапҡа ауыҙында түҙемһеҙләнеп көтә ине. Етеҙ ҡуҙғалып эргәләге ырҙын табағы яғына киттек, келәт артындағы ҡапрыҡлыҡ араһында ҡулай урын табып шунда боҫтоҡ. Ялпаҡ таш өҫтөнә гәзит сығарып йәйеп, бетәү бешерелгән өс бөртөк йомортҡа, ҡыяр киҫәге, туралған башлы һуған, ике телем икмәк сығарып һалдым. Ирҙәр табыны башланып китте, бер аҙҙан ағайҙарымдың йөҙҙәре алһыуланып яҡтырҙы, телдәре сиселде. Барый ағай ашалып бөткән тәғәм киҫәктәренә күрһәтеп ҡоласын йәйҙе:
– Хәйҙәр, һин шул тиклем дә ҡунаҡсылһың, балыуанһың, бындай үтемле, татлы һыйҙы ошоғаса бер ҡайҙа ла ауыҙ иткәнем юҡ ине әле, знамы шулай!
– Уны һөйләгән булаһың, Барый, ә һин юғарыға ҡара! – Рауил ағай аяғүрә баҫты, – бындай йондоҙло Йыһан бер ҡайҙа ла юҡ, ул фәҡәт Йылайыр ерендә генә, бына ошо Ҡош юлы буйлап мин Һабырға килеп төштөм йәп-йәш кенә көйө.
– Ә нишләп Һабырға?
– Сөнки унда йор һүҙле, шиғри күңелле, сәсән телле халыҡ йәшәй тип әйттеләр, һәм һуңғы сиктә шулай булып сыҡты ла. Улар минән шағир яһаны, бик беләһең килһә. Баҫығыҙ әле, әйҙә, өс таған яһайбыҙ!
Ҡосаҡлашып түңәрәккә баҫҡайныҡ, Рауил ағай йыр башланы:
Мәтрүшкәләр, кипкән мәтрүшкәләр,
Ераклардан әнкәм жибәргән...
Ул саҡтағы бик популяр йырҙы дәррәү күтәреп алдыҡ, таш ярыр тауыштарыбыҙ киске эңерҙә әллә ҡайҙарға таралды. Әйткәндәй, Рауил ағай күңеле бөтөн, кәйефе күтәренке саҡтарҙа гел ошо йырҙы көйләргә яратты, сөнки йырҙың авторы, Татарстандың билдәле шағиры Илдар Юзеев уның яҡын дуҫы ла ине.
– Бына һеҙ ҡайҙа юғалғанһығыҙ икән! – Ер аҫтынан ҡалҡҡандай, алдыбыҙҙа Вәлимә Хәсәновна пәйҙә булды, йөҙө төмһәргән, асыулы, – күрәм, кәрәгем юҡ, бында артыҡ, ҡамасаулаусы кешемен, шулай булғас, минһеҙ генә теләһә нимә эшләгеҙ! – Үпкәләү һүҙҙәрен әйткән уҫал начальник машинаһының ишеген шартлата ябып китеп тә барҙы. Рәхәт, һил, тыныс булып ҡалды.
Беҙҙе көткән, халыҡ йыйылған ауыл клубына ҡарай киттек. Кисә шул тиклем дә юғары балҡышта үтте, ҡоластарын бөркөттәй йәйгән шағирҙар береһе икенсеһен бүлдереп шиғырҙар уҡырға кереште. Бик һуң ғына ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡатыным Вәсилә аш йүнәтеп, мунса яғып көтөп торған. “Беҙҙең килен!” – тине Рауил ағай, Вәсиләнең арҡаһынан тупылдатып һөйөп. Рауил Шаммас, Рауил Бикбайҙар өсөн ҡатыным һәр саҡ “беҙҙең килен” булып ҡалды, ә мин уларға яҡын ҡусты хөкөмөндә йөрөнөм. Шундуҡ таҫтамалдар алып картуфлыҡ осондағы мунсаға йүнәлдек. Мәтрүшкә ҡушып бәйләнгән миндектәр ебетелгән, әҙерләнгән ине инде. Рауил, Барый ағайҙар “Мәтрүшкәләр” йырын йырлап, эләүкәгә һуйҙайып ятып сабынырға керешеп китте, тиҙҙән миндектәр япраҡһыҙ сыбыҡҡа тороп ҡалды.
Хәҙер танышҡан, шағирҙы тәү тапҡыр күргән мәлде хәтерләп үтәм. Үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләгән Рауил Шаммас та бер заман хыялланмағанда-көтмәгәндә районға килеп төштө, уны, ҡәҙерле ҡунаҡты, райком инструкторы Рәшит Сырлыбаев оҙатып йөрөй, билдәле, ир кеше менән эшләүе, килешеүе күпкә еңелерәк. Тантананың төп өлөшөн шағир эшләп киткән Һабыр ауылында уҙғарырға ҡарар иткән юғарылағылар. Тиҙ арала кисәнең сценарийын яҙып ташлағайным, репетицияны башлап та ебәрҙеләр. Тулҡынландыра, ни тиһәң дә, билдәле шағир, баш ҡаланың үҙенән килгән кеше, тиҫтәнән ашыу китап авторы. Ауылыбыҙ эргәһенән, текә тау аҫтынан аҡҡан Һаҡмар йылғаһына төшөп, ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе Ибраһим Солтанғужин, бүлексә управляющийы Ким Күлбаев, партия ойошмаһы секретары Әҙеһәм Ҡарасов икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән ҡаршы алдыҡ. Шағир оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, күркәм йөҙлө кеше, күҙлекле, тулҡынланып торған, бер аҙ сал йүгергән сәстәрен артҡа тарап ебәргән, костюм-салбарҙа, галстук таҡҡан, йоҡа плащ кейгән, бик тә күрмәлекле, ысын шағир шулай булырға тейештер ҙә. Саҡ ҡына алғараҡ китеп, тағы шуны өҫтәйем: бигерәк асыҡ күңелле, саманан ашҡан йомарт булды ағай, башҡалар хаҡында насар, үпкәләтерлек, рәнйетерлек һүҙҙәр әйткәнен, урынһыҙ тауыш күтәреп кемделер әрләгәнен, ғауға ҡуптарғанын бер тапҡыр ҙа күрмәнем, күреү генә түгел, ишетмәнем дә, эсендә ут ҡайнап торған мәлдәре лә булғандыр, бәлки, әммә ағайҙың мәрхәмәтле, ҡояштай балҡып, йәнде иретерлек итеп йылмайыуы бар ауырлыҡтарын, хәсрәттәрен мөләйем йөҙөнән йыуып төшөрә торғайны. Яҙыусылар Союзына барһам, булған ризығын өҫтәлгә теҙеп, электр сәйнүгенә йәбешер ине, һәм тәүге әйткән һүҙе шул була: “Матур бит был донъя, ә, Хәйҙәр, әйҙә, шуның ҡәҙерен белеп йәшәйек!” Тәүге танышҡанда ла, ихлас кеше булараҡ, Рауил Шаммас һәр беребеҙ менән ҡул бирешеп түгел, ҡосаҡлашып күреште. Миңә сират еткәс: “Ошомо әле райондың маҡтаулы шағиры!” – тип тә ебәрҙе. Арҙаҡлы шағирҙан шундай ҙурлау һүҙҙәрен ишетеү минең өсөн оло мәртәбә ине. Шулай итеп, ҡыҫҡа ваҡытта клубта ҙур тантана әҙерләнгәйне, тамашасылар залында баҫып торор урын юҡ, эскә һыймағандар күтәрмәлә өйкөлөшкән. Сығыштар йыр-бейеүҙәргә үрелеп барҙы, шағирҙың шиғырҙарын тамашасылар ныҡ яратып, алҡыштар менән ҡаршы алды. Сәхнәнән ағайға бағышланған шиғырымды уҡып ишеттерҙем, ә ул шул ҡағыҙ киҫәген ҡәҙерле нимәләй күреп түш кеҫәһенә тыҡты. Хәҙер уйлап ҡуям, булған бит әҙәбиәтте яратҡан, яҙыусы-шағирҙарҙы ҙурлаған, ҡәҙерләгән замандар! Шиғри өлөштән һуң әңгәмә теге “Күперһеҙ йылға”ға барып ялғанды. Һөйләргә, фекерҙәрен әйтергә теләүселәр бихисап, Рауил Шаммас береһен дә бүлдермәй аҙаҡҡаса тыңлай, һорауҙарға төплө итеп яуап бирә. Әҫәрҙең төп ҡатын-ҡыҙ геройын сәхнәгә саҡырып сығарҙылар, ул ауыл китапханасыһы Мәйсәрә апай ине. Шағир ҡоро ҡул килмәгәйне, “Күперһеҙ йылға”һын хеҙмәт ветерандарына, мәктәп уҡытыусыларына, кисәне ойоштороусыларға өләшеп сыҡты. Тәмле нимә күп булмай шул, күптәр ҡәҙерле бүләкһеҙ тороп ҡалды, шуға ла өлөшһөҙҙәр китаптың дауамын көтөүҙәрен әйтте.
Кисә һуңында мәғариф ветераны Фәғилә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Атанғолова апайҙың өйөндә һыйлы табын әҙерләнгәйне. Нишләп фәҡәт уның өйөндә?! Беренсенән, ул Рауил Шаммас менән бер осорҙа эшләгән кеше, өҫтәүенә Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденын йөрөткән районыбыҙҙың билдәле уҡытыусыһы ине, йәнә шағир йәнле, билдәле журналист Рәшит Түләшевтең әсәһе. Мәжлес таң атҡансы тиерлек дауам итте. Иң аҙаҡтан, ҡунаҡтарҙы оҙатып бөткәс, Рауил ағай минең шиғырҙарҙы тыңлап ҡарарға теләк белдерҙе. Хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, уртаҡул, теге заманда миңә үтә елле күренгән шиғырҙарымды илһамланып уҡырға керешеп киттем. Рауил ағай бүлдермәй тыңлап бөткәс, былай тине: “Шиғыр – ул башҡалар әйтмәгән һүҙҙе әйтеү, унда тәрән фекер ярылып ятырға тейеш, шуны онотма!” Онотоу ҡайҙа, ошо уҡ теләкте бер нисә йылдан һуң Хәсән ағай Назар ҡабатлап, һин шағир түгелһең, тип мине “Ағиҙел” журналында бүлек мөхәррире булып ултырған Рәшит Солтангәрәевкә йүнәлтәсәк. “Һин шағир түгел, яҙыусыһың!” – тигән беренсе һүҙҙе ул саҡта “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләгән Марат Әбүзәров, шунан Тимерғәле Килмөхәмәтов әйтте. Былары инде – айырым бер тарих. Миңә ҡалһа, шундай фекерҙәмен: поэзия менән проза – әҙәбиәттең пар ҡанаты ул, шуға күрә һәр яҙыусы һәр саҡ күңелендә шиғыр йөрөтөргә лә бурыслы.
Ошо кисәнән аҙаҡ Рауил Шаммас яҡын күреп, һис тартыныуһыҙ беҙгә ҡунаҡҡа килер булды, еңгәй менән дә, бер үҙе лә. Килгән һайын тәбиғәт ҡосағына сыҡтыҡ, ағайҙың шиғырҙарын тыңланыҡ. Үҙемдең шиғырҙарҙы, һылтауын табып, башҡаса шағирға уҡып ишеттермәнем, аҡыллыға ишара тигәндәй, унан кинәйәле, иҫкәртеүле һүҙҙәрҙе ишетеп өлгөргәйнем бит инде. Муйылдар күкрәп сәскә атҡан мәлдә Рауил ағай менән Һаҡмар туғайында йөрөйбөҙ. Ул кинәт кенә һорай ҡуйҙы:
– Минең “Муйыллы туғай”ҙы уҡыныңмы?
– Уҡыным, бик оҡшаны.
– Шул әҫәрҙе яҙғанда ошо урын һәр саҡ күҙ алдымда торҙо.
Беҙҙең төбәк тәбиғәтен, ауылыбыҙҙы ныҡ яҡын күрҙе Рауил Шаммас, уны шиғыр-поэмаларында, сәсмә әҫәрҙәрендә йыш сағылдырҙы.
Шунан Рауил Шаммас үҙенең 60 йәшлек юбилейына Стәрлебаш районына саҡырҙы. Бүләк алып, “УАЗ”ға ултырып, райондың мәғариф бүлеге начальнигы Рәмзиә Пак менән барып төштөк. Матур итеп, хөрмәтләп ҡаршы алдылар. Өфөнән, Яҙыусылар союзынан Ирек Кинйәбулатов, билдәле композитор Наил Ғәлиевтәр (Николай Голов) ҙә килгәйне. Николай Голов бер ниндәй ыҡ-мыҡһыҙ тап-таҙа итеп башҡортса һөйләшә, беҙҙең телдә йырлап та ебәргеләй. Райондың мәҙәниәт һарайында ҙур тантана үткәрҙеләр. Һуңынан юбиляр хөрмәтенә үткәрелгән мәжлесте тәпәнсе сифатында йор һүҙҙәр әйтеп, ҡайһы ерендә көлдөрөп, ҡайһы ерендә уйландырып Ирек Кинйәбулатов алып барҙы. Ошонан аҙаҡ яҙыусылар йыйынын Рауил Бикбай гел Ирек ағайға йөкмәтер булды, ә ул, һәр ваҡыттағыса, уға ҡушылған миссияны бөтә юғарылығында алып бара һәм үтәй торғайны.
Әйтеп үткәнемсә, Рауил ағай минең өсөн, беҙҙең ғаилә өсөн һәр ваҡыт көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ булды, Өфөгә барғанымда ла бер нисә тапҡыр уларҙың фатирында ҡунып, ҡунаҡ булып, һыйланып сығырға тура килде. Гөлсөм еңгәй ҙә һәр саҡ йылы, ихлас ҡаршы ала. Фатирҙары йыйнаҡ, йәмле, йәшәүҙәре ҡотло. Бер барғанымда бәләкәй генә, хәрәкәтсән малай унда-бында йүгереп уйнап йөрөй. Уны күтәреп алдына ултыртҡан Рауил ағай былай тине:
– Ошо улымда бар өмөтөм, ул минең юлымды дауам итер, донъялыҡта әйтмәй ҡалдырған һүҙҙәремде әйтер!
Ул буласаҡ шағир Алмас Шаммасов ине.
Шағир миңә автограф яҙып үҙенең сираттағы “Ҡояшлы тәҙрәләр” тип аталған шиғырҙар йыйынтығын бүләк иткәйне. Ысынлап та, шағир Рауил Шаммастың йортоноң тәҙрәләре генә түгел, күңеле лә ҡояшлы һәм нурлы булды, фиғеле иһә киң, эскерһеҙ, күңеле иһә, әйтеп үткәнемсә, саманан тыш йомарт. Ул сығышы менән Стәрлебаш кешеһе булһа ла, беҙҙең өсөн, йылайырҙар өсөн һәр ваҡыт “беҙҙең шағир” булып ҡалды һәм ҡала, сөнки уның шиғырҙары тәү башлап беҙҙең төбәктә моронлаған, шуға ла беҙгә яҡын, ҡәҙерле, ә инде ҡәҙерле нимә күңелдәрҙә һаҡланыусан һәм ҡалыусан.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ,
яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.

(Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының ноябрь һанында донъя күрҙе).

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: