Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
18 Ноябрь , 10:45

УЛ ШУЛ ҠӘҘӘР БАҪАЛҠЫ...

Үҙем өсөн талантлы яҙыусыны асып, ҡыуаныс кисереп йөрөйөм. Әлбиттә, китап уҡыусыларға был әҙиптең ижады күптән таныш һәм уның әҫәрҙәрен улар әллә ҡасан уҡ яратып өлгөргәндер. Ҙур яҙыусылар, арҙаҡлы әҙәбиәт белгестәре уның китаптарына бағышлап ҡырҡҡа яҡын (дүрт тиҫтә тирәһе!) мәҡәлә яҙып, гәзит-журналдарҙа баҫтырған бит! Уның исеме – Факил Мырҙаҡаев.

Ниндәй олуғ шәхестәр ҙурлаған уның әҫәрҙәрен! Яҙыусы, тәржемәсе Факил Мырҙаҡаев ижадына бағышлап халыҡ яҙыусылары һәм халыҡ шағирҙары, профессор вә академиктар Ғайса Хөсәйенов, Ҡәҙим Аралбаев, Факиһа Туғыҙбаева, Рәшит Шәкүр, Әхиәр Хәким, Хәсән Назар, Лариса Абдуллина, Рәшит Солтангәрәев, Мирас Иҙелбаев, Рафаэль Аҙнағолов, әҙиптәр, журналистар, әҙәбиәт белгестәре Рәдиф Тимершин, Зөһрә Ҡотлогилдина, Рәлиф Кинйәбаев, Салауат Әбүзәров, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Фәнис Янышев, Ғәҙилә Бүләкова, Фәниә Ғәбиҙуллина, Түләк Ғирфанов, Зөфәр Тимербулатов, Рим Исхаҡов, Фирҙәүес Маликова, Рәүеф Шаһиев, Роберт Вәлиев, Зәйфә Цуканова, Зөбәржәт Миңлебаева, Фәүзиә Латипова, Ғәлимә Ғәлиева, Рәүеф Насиров, Фәрит Фәтҡуллин, Рәшит Зәйнуллин һәм башҡалар төрлө йылдарҙа республика гәзит-журналдарында мәҡәләләр яҙып баҫтырған. Талантлы яҙыусы Факил Мырҙаҡаевтың хикәйә һәм повестары юғары кимәлдә булмаһа, ошо ҡәҙәр ҙур шағирҙар, яҙыусылар, әҙәбиәт белгестәре, журналистар уның әҫәрҙәренә шул саҡлы мәҡәлә бағышлар инеме? Ә бына Ф. Мырҙаҡаев әҫәрҙәрен данлап яҙған һигеҙ халыҡ яҙыусыһы һәм шағирының үҙҙәренең китаптарына шул ҡәҙәрле мәҡәлә бағышланғанмы һуң? Юҡ, уларҙың 90 проценты тирәһенә ул тиклем хөрмәт күрһәтелмәгән. Тимәк?.. Бындай бәхет, йәғни ижадыңа шул тиклем иғтибар бик һирәк әҙиптәргә генә эләгә...
Эйе, талантлы, уңған һәм иҫ китмәле егәрле яҙыусы Факил Мырҙаҡаев үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейына бик олпат әҙәби багаж менән килә: повестары ғына 19 булып киткән! Шуларҙың бына тигән 14-е – үҫмерҙәр, ә юғары кимәлдәге бише ололар өсөн яҙылған. Яҙыусының хикәйәләре лә байтаҡ, ә мәҡәләләрен һанап бөтөрлөк түгел. Әҙип ике тиҫтәгә яҡын китап сығарып, күренекле яҙыусы кимәленә күтәрелгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен алған, Мифтахетдин Аҡмулла, Әнғәм Атнабаев исемдәрендәге район, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика, Әхмәт Йәсәүи исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияларына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына лайыҡ булған. Рус, белорус, татар телдәренә тәржемә ителгән әҫәрҙәре үҙебеҙҙә генә түгел, Рәсәй матбуғатында һәм хатта яҡын сит ил тарафтарында – Белоруссия вә Ҡаҙағстанда ла донъя күргән.
Факил Мырҙаҡаевтың әҫәрҙәре тураһында олуғ яҙыусыларыбыҙ һәм арҙаҡлы әҙәбиәт белгестәребеҙ бик күп һәм ентекле мәҡәләләр яҙһалар ҙа, үҙем дә уның ҡайһы бер повестары хаҡында ҡыҫҡа ғына итеп булһа ла әйтеп китергә теләйем.
1993-1994 йылдарҙа ижад ителгән “Ҡамғаҡ” һәм “Һөйгән йәрем бер генә...” тигән повестары уның ҡәләме шаҡтай үткерләнеүен генә түгел, ә Факил Мырҙаҡаевтың ныҡлы өлгөрөп еткән талантлы яҙыусы икәнлеген күрһәтә. Яҙыусының китап уҡыусыны магнит һымаҡ тартып, әҫәрҙәренән айырылырға форсат бирмәгән тылсым көсө бар. Был әҙәби талант тип атала. Мин үҙем, мәҫәлән, “Ҡамғаҡ”ты ҡулыма алғайным, әҫәрҙән айырыла алмайса, бер тынала тиерлек уҡып сыҡтым. Шунда уҡ “Һөйгән йәрем бер генә...” әҫәренә тотондом. Төнгө өсөнсө яртыға тиклем уҡығандан һуң йоҡларға яттым. Тик йоҡлау ҡайҙа ул! Таңға тиклем тиерлек был повестар геройҙары хаҡында, Факил Мырҙаҡаевтың яҙыусы яҙмышы тураһында уйланып яттым.
“Ҡамғаҡ” повесын мин XVIII быуатта немец мәғрифәтселеге дәүерендә барлыҡҡа килгән тәрбиә романдары тибындағы әҫәр сифатында ҡабул иттем. Ысынлап та шулай бит: автор үҫмерҙәр өсөн яҙылған “Йәш хәбәрсе” повесынан йәштәр темаһына күсә. Был повестың төп персонажы Ләлә урта мәктәптән һуң юғары уҡыу йортона инеп, уҡытыусы һөнәрен алырға теләй. Ата-әсәһе лә, ағай-апайҙары ла “беҙҙең юғары белем алырға мөмкинлегебеҙ булманы, исмаһам, һин уҡып кеше бул, нәҫел-нәсәбебеҙҙең кем икәнлеген таныт” тип, һеңлеләренә бер ниндәй эш тә ҡушмайса, уға уңайлыҡтар тыуҙыралар, уҙындыралар, хатта ботлайҙар. Дөрөҫөн әйткәндә, бер ни эшләмә, тик уҡы ғына, тип Ләләне боҙалар, ялҡау һәм хәйләкәр эгоисткаға әйләндерәләр. Ҡыҙ йүнләп уҡырға инергә әҙерләнмәй, күберәк йоҡо һимертә. Һәм, әлбиттә, тәүге имтиханда уҡ әҙәм көлкөһөнә ҡалып, «икеле» ала.
Ләлә ауылына ҡайтмай, эше еңел булыр тип, Бәләбәй ҡалаһына киномеханиклыҡҡа уҡырға инә. Әммә бында ла уға оҡшамай. Тәртип ҡаты, ятағы юҡ тип, әхирәте Рәйсәнең һүҙен тыңлап, Стәрлетамаҡ сауҙа-кулинария училищеһына күсергә ризалаша. Уны Бәләбәй уҡыу йортонан ебәрмәҫкә тырышалар, ләкин Ләлә, институттың әҙерлек курстарына барам, тип алдашып, документтарын алыуға өлгәшә. Стәрлетамаҡта күңелле тормошҡа өйрәнә, дискотекаларға йөрөй, күңел аса, Вадим исемле перспективалы егеткә ғашиҡ була. Ләкин ҡатын-ҡыҙ иғтибарына күнеккән егет уға иғтибар ҙа итмәй.
Ләләнең әсәһе: “Торғаның бер ҡамғаҡ, бер башыңа урын таба алмайһың!” – тип ҡыҙын йыш битәрләй. Тик эш үткән инде, балаһы боҙолоп өлгөргән... Яйлап эш һөймәҫ “һоро ҡортҡа”, хәйләкәр эгоисткаға әүерелгән Ләлә ауылына ялға ҡайта ла, клубҡа уйынға сыҡҡан көндө үк кейәү “эләктерә” – Рәжәп исемле егетте бер төн эсендә үҙенә өйләндертә. Ир йортонда ла бер ни тиерлек эшләмәй, ҡәйнәһен тыңламай, балалары тыуһа ла, ирен һанламай. Уттай ураҡ өҫтөндә аш бешерергә эшкә төшкәс, Сәғит исемле шофер егет менән сыуала башлай. Тиҙҙән тотола ла, ҡабаттан ҡалаға сығып китә. Әлбиттә, Ләлә менән Сәғиттең зина ҡылыуҙары арҡаһында уларҙың ғаиләләре араһында бик күп дошманлыҡтар хасил була, нәфрәт тойғолары хөкөм һөрә. Зина уттан ҡыҙыу, тиҙәктән һаҫыҡ, тип халыҡ белеп әйткән шул.
Ҡалала Ләлә профком рәйесе булып киткән теге Вадим менән йөрөп, дөйөм ятаҡтан айырым бүлмә ала. Бер юлы Сәғит менән сыуалыуын да дауам итә. Ауырға ҡалғас, Вадимға өндәшеп ҡарай, бала һинеке, тип. Тик теге йышылған әҙәм уның ауыҙын тиҙ яба. Ләлә быға тиклем үҙе юлдан яҙҙырып өлгөргән Сәғитте йыландай теле менән арбап тиҙ ышандыра һәм уға кейәүгә сыға. Тик “урланған” бәхеттәре оҙаҡҡа бармай, Сәғитте иҫерек енәйәтселәр бик ҡаты итеп туҡмап китә. Ул хәстәхананан иҫән сығырмы, юҡмы, билдәһеҙ...
“Ҡамғаҡ” повесында Ф. Мырҙаҡаев әҫәрҙең төп геройы Ләләнең психологик, әхлаҡи һәм социаль формалашыуын, уның боҙолоуы сәбәптәрен бик оҫта итеп һүрәтләгән.
Был повестар хаҡында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов, яҙыусы Факил Мырҙаҡаевтың ижадын юғары баһалап, ошондай фекерҙәр яҙа уның “Ҡамғаҡ” тигән китабына индерелгән баш һүҙендә: “... Факил Мырҙаҡаевты иһә мин ауыл темаһын яңысараҡ хәл итергә ынтылыусы авторҙар ҡатарында күрәм. Дөрөҫ, башлыса традицион әҙәби саралар менән эш итә, яҙыу стилендә тасуирлауҙы ара-тирә “хәбәр” һөйләү еңеп киткеләй. Әммә бында мине авторҙың айыҡ ҡарашлы булыуы, ауыл тормошондағы йәмһеҙ күренештәрҙе тартынмайынса асып һалыуы йәлеп итә. Ҡыйыулыҡ кәрәк быға. Йәнә шуныһы ла мөһим – ул “бер яҡшыға – бер яман” тип бизмәнде тигеҙләргә тырышмай, ыңғай геройҙары юҡ иҫәбендә. Булғандары ла бары тик кисәге көндөкөләр, өлкән йәштәге кешеләр.
Ф. Мырҙаҡаев ауылда тыуып үҫкән. Ихтимал, әҫәрҙәрендә һүрәтләгән бәҫһеҙ тормошто үҙ иңендә татығандыр. Өҫтәүенә, уның журналистика өлкәһендә эшләүе, республика юлдарын байтаҡ тапауы тойомлана. Тимәк, ул ишеткәнен түгел, күргәнен яҙа. “Оҙайлы сәфәр”, “Юлдағы осрашыуҙар” кеүек әҫәрҙәр – тап ошоноң миҫалы...
Әҫәрҙә ваҡиғалар ебен бергә бәйләрҙәй конфликт төйөнө булыу шарт. Шунһыҙ хикәйәләү һүтелә, тарҡала башлай. Ф. Мырҙаҡаев быны яҡшы аңлай, төрлө тарафҡа һуғылмайынса, күләмле повеста ла, хикәйәләрендә лә бер проблеманы ғына үҙәккә ҡуя, бер ҡаҙаҡҡа һуға. Әйтәйек, “Һөйгән йәрем бер генә...” тигән повестың төп фекере – эскелекте фашлау. Әйтергә кәрәк, авторҙың бауырын һыҙлатҡан был тема китапҡа индерелгән һәр әҫәрҙә тиерлек күтәрелә. Шул ҡаза арҡаһында күпме кешенең енәйәт юлына баҫыуын, ғүмерҙәрҙең ҡыйылыуын, яҙмыштарҙың ҡыйралыуын уйлаһаң, Ф. Мырҙаҡаевтың ниндәй мөһим мәсьәләне ҡуҙғатыуын хупламау мөмкин түгел.
Ауыл – милләттең сәңгелдәге лә, ныҡлы таяуы ла. Элек-электән халыҡтың хеҙмәткә мөнәсәбәте, әхлаҡ ҡанундары, ғөрөф-йолаһы, мәҙәниәте, теле, ауылда бөрөләнеп, быуындан-быуынға камиллашып, баҙыҡ система төҫөн алған. Был таяуҙарҙың ҡаҡшауына иң тәүҙә араҡы сәбәпсе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ҡуя ла инде Ф. Мырҙаҡаев. “Һөйгән йәрем бер генә...” тигән повестың төп персонажы Абдулла миҫалында эскелек арҡаһында күпме бынамын тигән ирҙәрҙең ҡойто тормошҡа, томаналыҡҡа, рухи ғәриплеккә дусар ителеүен күрһәтеп, ул йәмғиәтебеҙҙе ниндәй фажиғә һағалауын күрһәтә.
Ошоға бәйләнешле тағы бер ҡатмарлы проблема китаптағы бөтә повесть-хикәйәләрҙә тиерлек телгә алына. Ул да булһа – ауылдың “ҡартайыуы”.
...Ул килеп тыуған ауыр хәлдең сәбәптәрен юллай, уйлана, уҡыусыны вайымһыҙ битарафлыҡтан арындырырға тырыша. Яҙыусы өсөн аҙ түгел был. Ҡыҫҡаһы, Факил Мырҙаҡаевтың китабы әҙәбиәтебеҙгә күҙәтеүсән-һынсыл ҡарашлы, ҡәләме өмөтлө яҙыусы килеүен раҫлай”.
Әйткәндәй, был повестарҙы ныҡ оҡшатып, заманында матбуғатҡа мәшһүр яҙыусы Рәшит Солтангәрәев әҙерләп биргән. Ә Рәшит ағай бик әҙерлекле, талантлы яҙыусы, дөрөҫөн әйткәндә, башҡорт әҙәбиәтенең классигы ине.
Ысынлап та, Факил Мырҙаҡаев тәүге хикәйә-повестары менән үк тормошто яҡшы белгән, белемле, һәр яҡтан әҙерлекле, өлгөргән яҙыусы итеп раҫланы үҙен. Уның теле бай, халыҡсан, персонаж-геройҙары тәбиғи, тормошсан, образдары баҙыҡ һәм колоритлы, һәр әҫәрендә тормош дөрөҫлөгө күрһәтелеп, художество дөрөҫлөгө кимәленә ҡәҙәр үҫтерелә.
Яҙыусының персонаждары тере кеше кеүек күҙ алдыбыҙға баҫа. Мәҫәлән, өҫтә телгә алынған тәбиғәттән талантлы, әммә эскелеге арҡаһында насар ғәҙәттәрҙән азат була алмаған Абдулла өсөн борсолаһың, уға ярҙам итергә теләйһең, сөнки уны үҙ итеп, яратып өлгөргәнһең.
Ауылда тороп ҡалып, гәүһәрҙәй таланттарын һыуға һалған ундай Абдуллалар аҙмы ни? Барлыҡ тиерлек әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт, фән әһелдәребеҙ ауылдан сыҡҡан. Милләтебеҙҙең алтын бишеге булған ауылдарыбыҙҙың рәте-ҡото бөтөнләй китһә, күренекле әһелдәребеҙҙе алыштырырлыҡ кадрҙарҙы ҡайҙан алырбыҙ?..
“Оҙайлы сәфәр” повесын Факил Мырҙаҡаевтың үҙенең журналист тәржибәһенә таянып яҙғаны аңлашыла. Таһир Итбаев – университеттан һуң өс йыл ғына баш ҡаланың төп гәзитендә эшләп өлгөргән йәш хәбәрсе. Улар ике йыл элек һөйгән ҡыҙы Зифа менән өйләнешеп, бер гәзиттә эшләп йөрөйҙәр, әлегә икеһе лә дөйөм ятаҡта көн күрһәләр ҙә, ял көндәрендә берәйһенә фатирға инергә йыйыналар, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлайҙар. Етмәһә, шатлыҡлы тулҡынланыу кисерәләр – Зифа ауырға ҡалған икән!..
Ләкин йәш ғаилә фатирға инеп өлгөрмәй, Таһирҙы йыраҡ районға бер айға оҙайлы командировкаға ебәрәләр. Йәнәһе, баш ҡала журналисы Таһир Итбаев шәп мәҡәләләр яҙып, ундағы район гәзитенең кимәлен, абруйын күтәрергә тейеш. Ул районда “Алға” тип аталған алдынғы колхоз бар икән, шул хужалыҡтың ыңғай тәжрибәһен өйрәнеп, мәҡәлә лә яҙырға ҡушалар уға. Быныһы инде – Таһир Итбаев эшләгән гәзиттең баш мөхәррире йомошо...
Таһир, обкомда ҡушылғанса, урындағы район гәзите коллективы эшмәкәрлегенә йән өрөргә тырыша, йәшлек максимализмына бирелеп, етешһеҙлектәрҙе яҡтыртырға, уларҙы төҙәтергә маташа. Әммә уның тәҡдимдәренә ыжламайҙар ҙа, вайымһыҙлыҡҡа бирелеп, нисек күнеккәндәр, шулай йәшәп ятыуҙарын беләләр.
Таһир һәр яҡтан алдынғы “Алға” колхозына барып, күкрәген орден-миҙалдар биҙәгән, заманында хатта РСФСР Юғары Советына депутат итеп һайланған, даны бөтә республикала гөрләп торған хужалыҡ рәйесе Айса Шәмиғолович менән таныша. Түрә, әлбиттә, уны һый-хөрмәт менән ҡаршылай, ҡунаҡханаға урынлаштыра, сөнки колхозы һәм үҙе тураһында маҡтаулы мәҡәлә яҙҙырғыһы килә.
Таһир хужалыҡты ҡыҙырып йөрөп колхозсылар менән һөйләшә башлағандан һуң таң ҡала: баҡһаң, бында бөтә нәмә күҙ буяуға ҡоролған икән! Колхоздың үҙәк ауылы Аҡморон ялт итеп торһа ла, алыҫ бригада ауылдары бөтөнләй ҡарағыһыҙ булып сыға: юлдар юҡ, МТМ, фермаларға инерлек түгел. Эш шарттары булмағас, йәштәр бынан күпләп китеп, ауылдарҙа ҡарт-ҡоро ғына ҡалып бара. Йүнләп уҡымаған Айса Шәмиғолович үҙенә көнәркәш булырлыҡ юғары белемле белгестәрҙе лә хужалығында оҙаҡ тотмай, төрлө сәбәптәр табып эштән ҡыуа икән.
Оҙайлы командировка ваҡытында был район тураһында тәнҡитле фельетон баҫтырып өлгөргән йәш журналист бында ла дөрөҫлөккә барып, “Алға” алға барамы?” тигән тәнҡит мәҡәләһе яҙа.
Гел маҡтап яҙыуҙарына күнеккән Айса Шәмиғолович йәш журналистан бик аҫтыртын һәм аяуһыҙ рәүештә үс ала: ялған ғәйептәр тағып, өҫтөнән ялыу яҙып ебәрә. Таһирҙы, йыйылышта “хөкөм” ойоштороп, партиянан сығаралар. Ҡатыны Зифа, Таһиры, йәнәһе, районда эсеп һуғышҡан, элекке класташы Рима менән йөрөгән, тигән ялған ғәйепләүҙәргә ышанып, ауырын алдырып, ауылына ҡайтып китә. Таһир һыуыҡ ҡышҡы төндә ҡатынын эҙләп йөрөп, һалҡын тейҙереп, хәстәханаға эләгә.
Шулай итеп, йәш журналист Таһир Итбаев ғәҙеллеккә тоғролоғо арҡаһында өҙөлөп һөйгән йәш ҡатынын, тыуып өлгөрмәһә лә, үҙенә ғәзиз булған балаһын, һаулығын юғалта.
“Ҡиблалар буталғанда” повесы 1974–1998 йылдарҙы, йәғни үткән быуаттың һынылышлы осорон һүрәтләгән, йөкмәткеһе менән дә, күләме менән дә (ете табаҡтан ашыу) романға торошло әҫәр. Автор артыҡ баҫалҡы булмаһа, был әҫәрен, һис шикһеҙ, роман тип билдәләр ине. Был повеста, атамаһына ярашлы, гөрләп үҫешкән социализмдың көтмәгәндә, күҙ менән ҡаш араһында ҡыйралыуы һәм ҡырағай капитализм менән алышыныуы ауыл, колхоз тормошонда көн иткән сағыу персонаждар яҙмышы аша күрһәтелә. “Ҡиблалар буталғанда” әҫәренең йөкмәткеһен бәйән итеп тормайым, сөнки был ҙур әҫәргә айырым һәм бик ентекле мәҡәлә бағышларға кәрәк, тип уйлайым.
Беҙ үҙебеҙ, беҙҙең быуын Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Әнүәр Бикчәнтәев, Динис Бүләковтарҙың балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрен уҡып үҫтек. Уларҙан һуң балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендә ныҡлы эшләгән әҙиптәр әллә ни булманы ла шикелле. Һәр хәлдә, проза өлкәһендә. Бына нәҡ Факил Мырҙаҡаев өҫтә исемдәре аталған классиктарыбыҙҙың олуғ эшен дауам итә лә инде. Уның үҫмерҙәр өсөн яҙылған бына тигән 14 повесы быны аныҡ иҫбатлай.“Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге”, “Йәйге каникул”, “Тышау”, “Хушлашыу вальсы”, “Яҙмыш фалы – йәшлектә” повестарында хәҙерге замандың фажиғәле афәттәре – терроризм, наркомания һәм алкоголизм проблемалары күтәрелә. Яҙыусы йәштәр тормошон һәм психологияһын яҡшы белә, шуға күрә иҫтә ҡалырлыҡ, тормошсан образдар тыуҙыра алған. Әйткәндәй, Ҡаҙағстанда донъя күргән “Яҙмыш фалы – йәшлектә” тигән повесы өсөн Ф. Мырҙаҡаев Әхмәт Йәсәүи исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияға лайыҡ булды.
“Яратам, тигәйнең”, “Ҡайын һуты” тигән китаптарына ингән хикәйәләрендә һәм повестарында яҙыусы һуңғы тиҫтә йылдарҙағы тормошобоҙға тәнҡит күҙлегенән ҡарап, ҡыйыу рәүештә ҡырҡыу проблемаларҙы күтәрә.
Егәрле яҙыусы публицистика өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Уның “Тарих шаңдауы” тип аталған китабы Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә үҙ теләге менән ҡушылыуының 450 йыллығына арналған. Ә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына Ф. Мырҙаҡаевтың республикабыҙҙан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙары һәм Дан орденының тулы кавалерҙары тураһында мәҡәләләр йыйынтығы донъя күрҙе. Шулай уҡ яҙыусы Башҡортостан Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында Декларация ҡабул ителеүенең 20 йыллығына, Республика йылына, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына бағышланған “Тарих яҙыр инем ташына” тип аталған тос китаптың төҙөүсеһе һәм авторҙарының береһе лә булды.
Факил Мырҙаҡаевтың милли геройыбыҙ Салауат Юлаевҡа бағышланған “Батыр тураһында һүҙ” тигән китабы (йыйынтыҡҡа яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың, дәүләт эшмәкәрҙәренең һүҙҙәре, шулай уҡ батырҙы данлаған фольклор әҫәрҙәре, тарихи сығанаҡтарҙан уның исеменә ҡағылышлы өҙөктәр тупланған), афоризмдар, цитаталар, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләре, ҡанатлы һүҙҙәренән торған “Икмәк ҡәҙере”, “Фәһемле фекерҙәр донъяһында”, “Мостай Кәрим афоризмдары”, “Тарих шаңдауы” китаптары, "Урыҫса - башҡортса ауыл хужалығы терминдары һүҙлеге" әсбабы – яҙыусының олоғара хеҙмәт емештәре. Улар Ф. Мырҙаҡаевтың, диңгеҙ төбөнән ынйы бөртөктәрен эҙләп тапҡан кеүек, аҫыл, фәһемле һүҙҙәр, фекерҙәр йыйып, туған телебеҙҙе байытыуын һәм һаҡлауын күрһәтә.
Факил Мырҙаҡаевтың тәржемә өлкәһендәге хеҙмәттәре лә һоҡландырғыс: ул ҡурҡып-өркөп тормай, хикәйә-пьеса, повестар ғына түгел, хатта романдар, трилогиялар ҙа тәржемәләй, шул иҫәптән рус һәм сит ил классиктары әҫәрҙәрен дә башҡорт теленә ауҙара. Яҙыусы башҡорт теленә йөҙҙән ашыу эреле-ваҡлы әҫәр тәржемәләгән. Бына был өлкәләге оло хеҙмәтенең тулы булмаған теҙмәһе: Азат Мағазовтың “Үрге Димдә ай ҡойона” трилогияһы, ҡаҙаҡ яҙыусыһы Жолтай Жуматтың “Өрәк ҡатын”, “Бастард” тип аталған романдары, Сыңғыҙ Айытматов, Василь Быков, Виктор Астафьев, Василий Шукшин, Талха Ғиниәтуллин, Юрий Рытхэу, Муса Әхмәтов, Валерий Ганичев, Ғәзим Шафиҡов һәм башҡа бик күп яҙыусыларҙың хикәйә һәм повестары.
Факил Мырҙаҡаев тәржемәһендә эстон яҙыусыһы А. Кивиряхктың “Әлифбанан бер себеш”, ҡырғыҙ һәм донъя классигы Сыңғыҙ Айытматовтың “Аҡ пароход” драмалары, француз драматургы Жан Ануйҙың “Антигона” трагедияһы, испан драматургы Алехандро Касонаның “Иң бәхетле төн” мелодрамаһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәхнәләштерелде.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тигәндәй, арыу ғына маҡтаулы исемдәр, премияларға лайыҡ булған яҙыусының ижади яҙмышына, бер ҡараһаң, шөкөр итерҙәй кеүек тә ул... Әммә, минеңсә, Факил Мырҙаҡаевтың талантлы ижады, тауҙай оло хеҙмәттәре тейешле һәм ғәҙел рәүештә баһаланмаған. Мәҫәлән, ярты быуаттан ашыу ғүмерен журналистикаға арнаһа ла, ни өсөн уға һаман да Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы бирелмәгән? Мостай Кәрим ижадына бағышлап китап сығарһа ла, ни өсөн ул классигыбыҙ исемендәге премия алмаған? Милли батырыбыҙға, республиканың бойондороҡһоҙлоғо, Башҡортостаныбыҙҙың үҙ теләге менән Рәсәйгә ҡушылыуы юбилейҙарына арнап нисәмә китап яҙһа ла, ни өсөн Факил Мырҙаҡаев һаман Салауат Юлаев орденына лайыҡ булмаған?
Факил Мырҙаҡаев – ярты быуаттан ашыу ғүмерен әҙәбиәткә һәм журналистикаға бағышлаған, район гәзитенең ябай хеҙмәткәренән республиканың иң ҙур, төп баҫмаһы “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары вазифаһына тиклем юл үткән етди журналист һәм талантлы, егәрле яҙыусы. Ә бит журналистарҙың бик һирәге генә яҙыусы булып китә ала. Был үргә күтәрелеү өсөн, һәләттән башҡа, тырышлыҡ, эшсәнлек һәм тағы әллә күпме ыңғай сифаттарға эйә булыу кәрәк. Һәм әйтергә тейешмен: Факил Сәлих улының булмышында бындай яҡшы сифаттар шыпа тулы!
Факил ағайҙы апаруҡ яҡшы белһәм дә, үҙ ғүмеремдә уның кемделер яманлап һөйләгәнен ишетмәнем. Ул шул ҡәҙәр баҫалҡы, бер ваҡытта ла ниҙер талап итеп, кемдәрҙелер ғәйепләп, насар һүҙҙәр таратып ваҡытын үткәрмәй, башын баҫып эшләп тик йөрөй. Уның үҙе тураһында ла бер кем һыңар ғына ла насар һүҙ әйтә алмаҫ. Ғөмүмән, Факил ағай хаҡында бер ваҡытта ла насар һүҙҙәр ишетелмәҫ, сөнки ул бик тәртипле, тыйнаҡ, зыялы кеше. Рустарҙың бик матур һүҙе бар – “порядочный”. Факил Мырҙаҡаев – ысын кимәлдә порядочный, бик сабыр һәм күркәм холоҡло кеше. Шәхсән үҙемдең уның бер кем менән дә ыҙғышып, мөнәсәбәттәр асыҡлап йөрөгәнен күреү түгел, хатта кемгәлер тауышын күтәреберәк өндәшкәнен дә ишеткәнем булманы.
Нәҡ уның ошо артыҡ баҫалҡылығы арҡаһында талантлы әҫәрҙәре, тауҙай хеҙмәттәре тейешле һәм ғәҙел баһаланмай ҙа инде, тигән уйҙар килә башҡа. Әммә беҙҙе өмөт йөрөтә, 75 йәшендә лә һаман әүҙем ижад иткән күренекле яҙыусыбыҙ Факил Мырҙаҡайҙың әҙәби эшмәкәрлеге күптән хәләл булған әжерен алыр, тигән уйҙар менән талантлы өлкән ҡәләмдәшемдең артабанғы әҙәби үрҙәргә күтәрелеүен теләйем.


Флүр ҒӘЛИМОВ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби, Валентин Катаев һәм халыҡ-ара Фараби исемендәге премиялар лауреаты.

(Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының ноябрь һанында баҫылды).

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: