Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
17 Октябрь , 10:20

АҪЫЛ АҒАЙЫБЫҘ ИНЕ...

Тәүге күргән “тере” шағир Ауылдашым Рәйес Түләк менән тәүләп күргән “тере” профессиональ яҙыусы-шағир, яҡташыбыҙ Аҫылғужа ағай Баһуманов ине. 1979 йылда Рәйес әрме хеҙмәтенән ҡайтҡанда мин колхозда эшләп йөрөйөм. Рәйес тракторға ултырҙы. Бер мәл Һаҡмарҙың Ташаҫты тигән ерендә һыу инеп, ҡомда ҡыҙынып ятам. Ҡулымда – Рәми Ғариповтың “Йондоҙло уйҙар” китабы. Тракторын яр башында ҡалдырып, һыу инергә тип ҡомлоҡҡа төшкән Рәйес минең ҡулдағы китапты күреп ҡалды. Уҡырға алып торҙо, һәм бер аҙҙан уның да үҙе өсөн генә йәшереп кенә шиғыр яҙғанлығын белеп ҡалдым. Ауылыбыҙҙың киске тынлығы икебеҙҙең бер-беребеҙгә уҡышҡан шиғырҙарыбыҙ менән емерелде. Ижад ҡанаттары беҙҙе Өфөгә алып килде...

Шулай итеп, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механика факультеты рабфагында уҡып йөрөйбөҙ. Институттың зоотехниктар факультеты студенттары йәшәгән ятаҡта (унда беҙҙән һуң Дамир Шәрәфетдинов киләсәк!) торабыҙ. Беҙҙең менән ятаҡтың бер бүлмәһендә йәшәүсе Ғафури районы егете Рәйес Кәримов та шиғыр яҙа. Өсәүләп бер ялҡында дөрләйбеҙ. Рәйес Түләк мөхәббәт шиғырҙары яҙа, бер дүрт юллығы һаман иҫтә:
Ғашиҡ булдым шулай бер ҡыҙға,
Ә ул ҡыҙ, һин,
Йондоҙ булып сыҡтың,
Үрелеп буламы һуң йондоҙға?
Аҙашы Рәйес Кәримов сирендәргә, гүзәллеккә ғашиҡ, мин үҙемсә баш етмәҫлек шиғри идеялар менән мыштырҙайым...
Бер мәл ҡалын ҡуйын дәфтәре шиғырҙар менән тулған Рәйес Түләк беҙҙе аптыратып шундай хәбәр һалды: “Көнө-төнө физиканан, математиканан мәсьәлә сисеп, сопромат менән башты ҡатырғым килмәй, егеттәр. Хәҙер Мостай Кәримгә апарып шиғырҙарымды күрһәтәм дә, һинән шағир сыҡмай, тиһә, ауылға ҡайтам, тракторға ултырып ер һөрәм, күрше ауылдағы шундай-шундай ҡыҙға өйләнәм, балалар үҫтерәм...”
Беҙ ул саҡта Яҙыусылар союзы тигән ойошманың барлығын да белмәйбеҙ. Нисектер, күҙаллауыбыҙса, Мостай Кәрим ауыл хужалығы институтына яҡын ғына урынлашҡан Матбуғат йортонда ултыра һымаҡ. Рәйестең ҡалын дәфтәрен тотоп алдыҡ та өсәүләп шунда киттек.
Тәбиғәте менән баҫалҡы, баҙнатһыҙ Рәйес Кәримов оялып тышта тороп ҡалды, беҙ Түләк менән Матбуғат йортона индек тә, вахтанан Мостай Кәримдең ҡайҙа ултырғанын һорашабыҙ. “Ул бында ултырмай”, – тинеләр. Ни йортҡа үтеп китә алмай, ни сығып китергә ҡыймай ҡаңғырып торғанда оҙон буйлы ҡаҡса ағай (аҙаҡтан уның журналист Әниф Бикҡолов икәнлеген белдек!) беҙҙең ни эшләп йөрөүебеҙҙе һорашты ла, шиғыр яҙыуыбыҙҙы, Баймаҡтан икәнлегебеҙҙе белгәс: “5-се ҡатта “Совет Башҡортостаны” гәзитенең ауыл хужалығы бүлегендә эшләүсе яҡташығыҙ Аҫылғужа Баһумановҡа барығыҙ”, – тип беҙҙе өҫкә мендереп ебәрҙе.
Маңлай сәсендә аҡыл билдәһе булған аҡ юлаҡлы Аҫылғужа ағай беҙҙе үҙенә генә хас тонда: “Нишләп йөрөйһөгөҙ, һәүеректәр?” – тип ҡаршыланы. Уның ҡарашынан уҡ уғата талапсанлығын, айырыуса диҡҡәтле булыуын аңланыҡ. Йомошобоҙҙо әйткән булдыҡ. Рәйестең ҡалын дәфтәрен ҡулына алып, тиҙ-тиҙ генә күҙ йүгертеп сыҡты ла, календарына ҡарап, шундай-шундай көндә килерһегеҙ, тип осрашыу көнөн билдәләне.
...Билдәләнгән көндә беҙ тағы ла яҡташыбыҙҙың алдындағы келәмгә килеп баҫтыҡ. Шул арала ат ялы һымаҡ ҡалын сәстәрен ике ҡуллап туҡтауһыҙ артҡа тарай-тарай, баһадир кәүҙәле бер ағай килеп инде. Беҙҙең менән һаулыҡ һорашты. Шул уҡ “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләүсе шағир Риф Тойғон икән. Беҙ һөйләшеп бөткәнсе күп тапҡыр бүлмәгә инеп сығасаҡ әле ул. Ингән һайын ниндәйҙер фекерен дә әйтер, яңы ғына яҙған шиғырын да уҡып ишеттерер...
Ә Аҫылғужа ағай Рәйестең ҡулъяҙмаһын эт талағандай итеп әшәүәтһеҙ рәүештә пыран-заран килтергәйне. Ҡалын дәфтәренең биттәре өҫтөнән монгол сиреүе үткәнме ни?! Айырым шиғырына ғына түгел, шиғырҙарының һәр юлына, һәр һүҙенә дәғүәһен белдереп һыҙып ырғытҡайны. Ағайҙың белдергән дәғүәләре лә хәтәр ине: “Башҡорт улайтып һөйләшмәй, эт талаған нәмә... Шулай тип яҙалармы ни? Был шиғырыңды онот... Һәүерек, һөйләм башында “һәм” тип яҙырға әлегә тик Мостай Кәримдең генә хоҡуғы бар, фәлән-фәсмәтән...”
Рәйес Матбуғат йортонан төҫһөҙ булып сыҡты. Ҡара янды. Туҡтауһыҙ тәмәке көйрәтте. Ҡулъяҙмаһын ҡайҙалыр атып бәрҙе, иртәгәһенә үк уҡыуын ташлап, документтарын институттан алып, ауылға ҡайтып китте. Хушлашҡан саҡта үҙен ижадтан төңөлгәндәй итеп күрҙем. Уҡыуын ташланы, тик ижадты, шиғриәтте генә ташлай алманы. Ауылда күңеленә толҡа таба алманы, ике йылдан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый башланы.
Аҫылғужа ағай хаҡындағы мәҡәләлә Рәйес тураһында тәфсирләп яҙыуым шунан, Башҡорт дәүләт университетында уҡый башлағанда Рәйес өлгөрөп еткән шағир ине инде. Һәр хәлдә, яңы шиғырҙары араһында теге ваҡыт Аҫылғужа ағай юҡҡа сығарған шиғырҙарҙың береһе лә юҡ ине. Әгәр ҙә “Совет Башҡортостаны” гәзитенең ауыл хужалығы бүлегендә ул яҙғандарына шундай баһа алмаған булһа, беҙ ХХ быуат аҙағы – XXI быуат башының мәшһүр шағиры Рәйес Түләкте белер инекме икән? Ай-һай!
Дөрөҫөн әйткәндә, Аҫылғужа ағай уның сәменә тейеп, ижадҡа оторо дәртләндерҙе генә. Әгәр ҙә ул “аумаҡай тәнҡит” ысулы менән уның һалпы яғына һалам ҡыҫтырһа, шиғырҙарына ҡул тейгеҙеп, күп өлөшөн үҙе яҙып биреп, “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы”, “Башҡортостан пионеры” гәзиттәрендә баҫтырып сығырға булышлыҡ итһә, ике йылдан һуң беҙ Рәйестең шундай шиғыр юлдарын уҡый алмаған булыр инек:
Был ғүмерем минең сәхнәләрҙән
Йырлай алмай сыҡҡан йыр һымаҡ...
Йәки булмаһа:
Эй, башҡортлоҡ, сәхнәләрҙән төшкәс,
Сисеп ырғытылған еләнеңдәй,
Һүтеп ырғытылған толомдай...
Беҙҙең тәүге күргән “тере” шағирыбыҙ Аҫылғужа ағай Баһуманов ана шундай тура һүҙле кеше булды, аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тип әйтә белде. Үҙе хаҡындағы бер шиғырында шағир шулай ти:
Йыбанам тип торманылар,
Өйрәттеләр миңә аҡыл:
– Фәләнсә бул, төгән булма,
Гел-гел һәйбәт бул, Аҫыл.
Кисә бер шәп ыңғай һүҙҙе
Һапланым, әй, киреһенсә.
Аптырайым – быға мине
Өйрәтмәне береһе лә...
Әйткәндәй, тормош иптәше Миңниса еңгәй уға һәр ваҡыт Аҫыл тип өндәште. Ағайға беҙ “Аҫылғужа ағай” тип өндәшһәк, ул беҙҙе “Аҫылғужа” түгел, “Аылғужа” тип төҙәтә торғайны. Баҡтиһәң, әсәһе, ҡайһы бер туғандары уға шулай өндәшкән икән.
Артабанғы ижади яҙмышыбыҙҙа инде Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты, аҙаҡ Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры булған Аҫылғужа ағай туранан-тура ҡатнашты. Шул саҡта әҙәбиәттә тәүге аҙымдарын яһаусы Буранбай Исҡужин, Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов һ.б. иң беренсе нәүбәттә уға бурыслыбыҙ. Шәхсән үҙемә килгәндә, тәүге шиғри ҡулъяҙмамды тикшергәндә Аҫылғужа ағай минең төп оппонентым (яҡлаусым!) булды.

“Маяковский-Һаҡмарский”

Бындай ҡушамат уға йәшерәк сағында тағылған. Күрәһең, уны әйтеүсе трибунлығын, ораторлығын күҙ уңында тотҡандыр. Күкрәк тауышы менән үҙ шиғырҙарын сәхнәнән һөйләй башлаһа, ысынлап та, кәмендә Маяковский һымаҡ ине. Икенсенән, уның тауышы менән яҙған шиғырҙарының органик берҙәмлеге үҙенсәлекле почерклы ижадсы булыуын тәшкил итте, һәр хәлдә, уның шиғырҙарын китабынан уҡый башлауың була, шундуҡ күңелдә шағирҙың тауышы ла яңғырай башлай. Был бигерәк тә ошо шиғыр юлдарын уҡығанда асығыраҡ сағыла:
Тормош тулҡыны уның да
Кәмәһен атҡан ярға –
Шул мәл әйткән янындағы
Баш эйеп баҫҡандарға:
– Үлһәм дә, камил иманым:
Тормош – шиңмәҫ гөл бит ул!
Ошо донъя тип йәшәгеҙ,
Тегенеһе – нуль бит ул!
(“Миңә – нуль!”)
Мин тамуҡҡа эләгермен, бәлки,
Мәлле-мәлһеҙме бер үлгәстен...
Ҡылған гонаһтарым дәүмәлдәрен
Ғәмәл дәфтәренән белгәстен,
Ырғытырҙар шундуҡ йәһәннәмгә,
Һәм билдәле инде ҡалғаны:
Ҡаҙандарға һалып ҡайнатырҙар,
Ялатырҙар ҡыҙған табаны...
(“Мин тамуҡҡа эләгермен, бәлки...”)
Хәтерҙә ул һалдаттарҙы
Бик ғәжәп ерләгәндәр:
Тереләр араһында юҡ,
Үлгәнен күрмәгәндәр.
Өйҙәренә киткән хатҡа
Сәйер тамға һалғандар.
Ватан өсөн батырҙарса
Хәбәрһеҙ юғалғандар...
(“Хәбәрһеҙ юғалғандар”)
Шиғырҙарынан шағирҙың үҙ тауышы ишетелеүе әҙиптең үҙ стиле, үҙ тауышы, үҙ моңо булыуы хаҡында һөйләй. Уларҙы башҡалар менән бутап булмай. Әйтәйек, беҙ бөгөн Бабичтың шиғырҙарын уҡый башлау менән үҙенең тауышын ишетәбеҙ, тормошта бер ҡасан да уның үҙен күрмәһәк тә, тауышын ишетмәһәк тә. Баҡый донъялағы Мостай Кәримдең, Назар Нәжмиҙең, Рәми Ғариповтың, Рауил Бикбаевтың, Рәшит Назаровтың, Рафаэль Сафиндың, Ирек Кинйәбулатовтың, Тимер Йосоповтоң, Факиһа Туғыҙбаеваның, Рәйес Түләктең, Буранбай Исҡужиндың, Рәмил Ҡолдәүләттең, Ғәбиҙулланың, Рәмил Йәнбәктең тауыштары ла шиғырҙарынан бермә-бер ишетелеп тора.
Бер ниндәй ҙә ҡалыпҡа һыймаған, тик үҙенсә генә фекерле кеше ине Аҫылғужа ағай. Күҙ алдына килтерегеҙ: бинала меңәрләгән халыҡ йыйылған, ниндәйҙер форум, йыйылыш, пленум бара. Көн тәртибе буйынса сығыш яһайҙар, төрлө тәҡдимдәр әйтелә, ҡыҙыу бәхәс китә, тауышҡа ҡуйыла һәм сараның ҡарары иғлан ителгәндән һуң төрлө өҫтәмәләр менән ҡабул ителә. Протоколдарға ҡул ҡуйыла, гимн башҡарыла һәм ошо ваҡытта...
...Ошо ваҡытта сәхнәгә Аҫылғужа Баһуманов күтәрелә. Бығаса нисек түҙеп ултырғандыр инде? Ул иң тәүҙә күрһәтмә бармағын өҫкә күтәреп һүҙ башлай ҙа, сарала әйтелгән барлыҡ фекерҙәргә, ҡарарҙарға ҡаршы үҙенең антиаргументтарын, етди һәм нигеҙле дәлилдәр килтереп, протоколды юҡҡа сығарып, инҡар итә башлай һәм фекерен төйнәп һуңғы фекерен әйткәндә, күрһәтмә бармағын иҙәнгә ҡарай йүнәлтеп, телмәрен тамамлап ҡуя.
Мин уның бындай халәтенә бер нисә тапҡыр шаһит булдым. Ҡайһы ваҡыт был ғәҙәтенә өйрәнеп бөтөүселәр ҡулдарын һелтәп залдан сығыу яғына йүнәлә, ҡайһы ваҡыт уны тыңлап та бөтөрөп ҡул сабалар ине. Бындай аҙымға барыр өсөн иҫ киткес ҡыйыу, самаһыҙ ғилемле һәм, иң мөһиме, Аҫылғужа булырға кәрәк булғандыр.
Шулай йөрөй торғас, уға “Башҡорт әҙәбиәтенең Жириновскийы” тигән исем сытырман йәбеште. Ғәжәйеп үҙ һүҙле, әммә тик үҙенсә генә фекерле ине, башҡаның ҡурайына бейемәне. Һуңыраҡ атаҡлы яҙыусыбыҙ, төрттөрөүгә маһир лаҡапсы Рәшит ағай Солтангәрәевтең лөғәтенә лә Аҫылғужа ағайҙың халәтенә бәйле бер генә һүҙҙән торған лаҡабы килеп инде. Ул да булһа – “Аҫылғужаланма!” Осоноп китеп үҙ һүҙен һүҙ итергә тырышҡан кешеләргә Рәшит ағай был иҫкәртеү һүҙен әйтер ине.
Аҫылғужа ағай үҙенең 50 йәшлек юбилейына фарфор бокалдар эшләтеп кешеләргә бүләк итеп йөрөнө. Бокалға “Аҫылғужа” тип тә яҙҙыртҡайны. Был бокалға бәйле лә лаҡап һүҙ килеп сыҡты. Беҙ шул бокал менән сәй эсеп, (шул уҡ ваҡытта сәй генә лә эсмәй!) үҙ-ара һөйләшкәндә “Бер сынаяҡ сәй эсеп алдым” тип әйтер урынға: “Бер Аҫылғужа сәй эсеп алдым”, – тип ағайҙың мәртәбәһен күтәрергә тырыштыҡ. Шулай итеп, “Аҫылғужа” исеме кешенең сифатына ла, үлсәү берәмегенә лә әүерелеп китте. Быға, әлбиттә, ағайҙың бер кемгә лә оҡшамаған шәхси сифаттары, сағыу шәхес булыуы йоғонто яһаны.

Летчик булырға хыялланған...

Бер Баймаҡҡа ҡайтҡанда үҙем ҡасандыр эшләп киткән “Һаҡмар” гәзитенә инеп сыҡтым. Элекке коллегаларҙың хәлен белешкәс, фотохәбәрсе Мөнир ағай Маннапов:
– Өфөгә ҡайтҡас, минең Рим дуҫҡа сәләм әйт! – тип әйтеп һалды.
– Рим Хәсәновҡамы? – тинем, кем тураһында һүҙ барғанын ҡапыл аңғармайса.
– Ниндәй Хәсәнов булһын, дуҫым Аҫылғужаға... – тип йылмайҙы Мөнир ағай, шунан өҫтәп ҡуйҙы. – Ни өсөн шулай икәнлеген үҙенән һорашырһың...
Әлбиттә, ҡайтҡас ағайға дуҫының сәләмен тапшырҙым, Рим тигән исеменә бәйле яңылыҡты ла өҫтән-мөҫтән генә аңлатты. Быға тулы яуапты шағирҙың хәләл ефете Миңниса еңгәй Баһуманованың “Аҫыл хужа” (“Ағиҙел”, 2005, №9) тигән мәҡәләһенән уҡыным:
“Комбайнсы атаһы менән тракторсы әсәһе 1945 йылдың 20 октябрь таңында донъяға килгән улдарын, заманға ярашлы, Рим тип нарыҡлаған, ләкин ауыл муллаһы Садиҡ бабай балаға Аҫылғужа тип аҙан ҡысҡырған, етмәһә: “Ошо исемдә балағыҙ башҡа ауырымаҫ”, – тип тә өҫтәгән. Атаҡлы мулланың һүҙен йығыусы табылмай ауылда. Аҫылғужа үҙенең тыуған йыл ҡағыҙында яҙылған ысын исемен бары тик паспорт алыр ваҡыт еткәс кенә белә...”
Миңниса еңгәнең мәҡәләһендә Аҫылғужа Баһумановтың биографияһына бәйле тағы ла бер ҡыҙыҡлы яңылыҡ яҙылған:
“Ул замандағы үҫмерҙәргә хас булғанса, Аҫылғужа хәрби летчик булырға хыяллана. Быға, билдәле, интернатта уҡытҡан Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең хәтирәләрен тыңлап үҫеүе йоғонто яһағандыр. Яугирҙәр өсөн танктарҙан ғәйре самолеттар бит инде һуғыш аллаһы. Әммә төндәр буйы китап уҡып, күҙен боҙоп өлгөргән егеттең татлы хыялы ошо сәбәптән тормошҡа ашмай ҡала. Ҡыҙыбыҙ Гөлнәзирә парашюттан һикереп документ тотоп ҡайтҡас: “Ул хыялды Баһумановтарҙың береһе осларға тейеш ине инде!” – тип ҡыуанып йөрөнө...”
Ағайҙың Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә директор булып эш башлаған мәленә әлеге лә баяғы Рәшит ағай Солтангәрәевтең лаҡабы ла барлыҡҡа килде. Имеш, Аҫылғужа ағайҙың йорто янына директорҙың “Волга”һы килеп туҡтаған. Имеш, Миңниса еңгә машинаның шофер янындағы урынына ултырырға иткән икән, ағай: “Миңниса, һәр кем үҙ урынын белергә тейеш”, – тип артҡы урынға ултырырға ҡушҡан да, балаларына: “Айбулат, Гөлнәзирә, һеҙ ҙә үҙ урындарығыҙға ултырығыҙ", – тигән.
Үҙе лә ултырғас, водителгә:
– Муллакай, вперед! – тип алға күрһәткән.
– Не знаю, где это Муллакай? – тип аптыраулы ҡараш төбәгән директор күсере.
– Дорогой, – тигән уға ағай, шунан өҫтәп ҡуйған. – Раз Багуманов директор, ты должен знать где Баймак, где Муллакай!
Машина ҡуҙғалып киткәндә улар менән бер подъезда йәшәүсе Динис Бүләковтың йорттан сығып килеүен күреп ҡалып, ағай, тәҙрәһен төшөрөп: “Будь здоров!” – тип әйтеп киткән, имеш.
Ҡәләмдәштәре Аҫылғужа ағай хаҡында бик йылы хәтирәләр яҙып ҡалдырҙы. Яҙыусы Әмир Гәрәев “Юҡһыныу” тигән хәтирәһендә (“Ағиҙел”, 2005, №9): “Аҫылғужа Ишем улы Баһумановтың күп яҡтары күңелемә ятты. Исеменә күрә есеме, тигәндәй, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, уңғанлыҡ, ғәҙеллек, тура һүҙлелек сифаттарына эйә ине ҡәләмдәшебеҙ”.
Яҙыусы Сабир ағай Шәрипов уның хаҡында: “Ғилемле, стилист-телһөйәр, илһөйәр ине Аҫылғужа. Бигерәк тә башҡорт этнокультураһын төптән белеүе менән көслө, абруйлы булды. Ана шул көс уны “Салауаттың йәше” тигән ҡоласлы, ғәҙел буяуҙарға мансылған тарихи роман ижад итеүгә дәртләндерҙе лә инде...”
Барыһынан бигерәк ағайҙың беҙгә, йәштәргә, кәңәш итеп әйткән бер һүҙе хәтергә ныҡ уйылған: “Егеттәр, ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, Мәскәүҙәме, сит илдәме, үҙегеҙҙе лайыҡлы тотоп, ғорур баҫып атлап йөрөгөҙ. Нимә генә тимә, һеҙгә ҡарап башҡорт милләте, Башҡортостан хаҡында фекер йөрөтәсәктәр...”
Бер райондан булғас, машинам менән тыуған яҡҡа ҡайтыр булһам, һәр ваҡыт Аҫылғужа ағайға ла тәҡдим итә торғайным. Ул сәйәхәттәр татлы төш кенә булып күңелгә уйылып ҡалды. Әбйәлил районын үтеп, Баймаҡ районы сигенә барып еткәндә, ағай уғата ҡанатланыр ине, тыуған яғыбыҙ хаҡында шиғырын һөйләй башлар ине:
– Баймағымды бай яҡ, тиҙәр,
Алтынға ла көмөшкә –
Байбыҙ, ләкин маҡтанмайбыҙ
Беҙгә төшкән өлөшкә...
Республикабыҙҙың, милләтебеҙҙең, тыуған яғыбыҙҙың ысын мәғәнәһендәге патриоты, илһөйәр рухлы заты ине Аҫыл ағайыбыҙ... Октябрҙә уға 80 йәш булыр ине.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.

(Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының 10-сы һанында баҫылды).

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: