– “Ағиҙел” журналының социаль селтәрендәге төркөмөнә “Бер бәхеттең ике ярсығы” тигән йыр ҡуйылғайны. Халыҡ бик йылы ҡабул итте. Шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова бер һөйләшеп торғаныбыҙҙа: “Флүзәнең ошо шиғырын ғүмер буйы яратып йәшәнем. Ысын мәғәнәһендә бәхет ярсыҡтары һибелгән уға!” – тигәйне..
– Бәхет... Был төшөнсәнең ярсыҡтары тәғәйен һиңә генә һибелгән мәлдәрҙе күпселек осраҡта тойомлап ҡына ҡалыналыр. Яҡты донъяға килеү – үҙе бәхет. Йәш, дәртле-дарманлы сағыңда күңелеңә ятҡан шөғөлөң, үҙеңдең, яҡындарыңдың һау-сәләмәт йәшәп ятыуы, дуҫ-иштәреңдең, хеҙмәттәштәреңдең үҙ-ара итәғәтле, иғтибарлы булыуы ла бәхет төшөнсәһенең ярсыҡтары түгелме икән?! Һәр әҙәм балаһы ул тойғоно үҙенсә һиҙемләй, үҙенсә кисерәлер.
– Ә талантлылыҡ бәхетме, әллә...
– Бер һүҙ менән генә аңлатыуы ҡатмарлы. Тәбиғәттән инселәнгән “талантлы” тигән халәттә йәшәү, илһамланған, йәиһә образдар эҙләп икеләнгән, булмышыңды айҡап, өҙгөләнгән кисерештәр ижадсының йөрәгенән үтә бит.
– Шағирә булараҡ, ижадығыҙ һүрелеберәк ҡалды, буғай?
– “Башҡортостан” гәзите аҙнаһына биш тапҡыр сыға торғайны. Ҡатмарлы осорға ла эләктек. Уйҙарға уйылып, фекер туплап шиғыр семәрләргә форсат самалы, башыңда яҙылаһы мәҡәләләр ҡайнай. Шиғриәтем икенсе планғараҡ күсте:
...Ғүмерем урманында бер моң үкһей,
Көҙ осалмай ҡалған ҡош һымаҡ.
Хәйер, шағирҙар, прозаиктар барыһы ла тиерлек төп хеҙмәтен дә, ижад йөгөн дә берҙәй үк күтәрҙе бит. Уларға ғүмер буйы һоҡландым. Шағирәлек һәләтемде журналислыҡ ҡомары ҡыҫырыҡланы, ахырыһы. Был үкенеү ҙә, аҡланыу ҙа түгел. Нисек бар, шулай. Шиғырҙарым матбуғатта күренгеләп торҙо. Ә “Мөғжизәле донъям” үтә лә ҡәҙерле. Хәтеремдә, шағир ағайҙарҙың береһе редакцияға килгәнендә: “Смело, очень смело!” – тине. Ни хаҡында һүҙ барғанын аңғармайыраҡ тороуыма иғтибар итеп: “Йыйынтығыңды, мөхәббәт лирикаһын әйтәм”, – ти. Сығып китер алдынан: “Далеко пойдешь, если вовремя не остановят”, – тип өҫтәне, көлөмһөрәп. “Остановили...”
– Күп кенә күренекле шәхестәр менән әңгәмәләр үткәрҙегеҙ. Ниндәй тәьҫораттар ҡалған улар хаҡында?
– Әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт бүлегендә башта ябай хеҙмәткәр инем, аҙаҡ байтаҡ йылдар бүлекте етәкләнем. “Автограф” тигән рубриканы алып барҙым. Һоҡланғыс талант эйәләре менән аралашҡан һайын донъя яҡтырып, күңел үҫенеп киткәндәй тойола ине. Һәр ҡайһыһы ихластан яҙмыштарын бәйән итә, әммә үкенес-үпкә белдергәндәрен иҫләмәйем. Аҙаҡ ул әңгәмәләрҙең байтағы “Ғүмер ағыштары, кеше яҙмыштары”, “Заман сыңы йыһан-күктәрҙә” тигән публицистик йыйынтыҡтарға тупланды. “Мөғжизәле донъям” һәм үрҙә һаналып үтелгән китаптарҙың донъя күреүендә “Китап” нәшриәтенең ул саҡтағы баш мөхәррире Ғәлиә Ғәлимованың хеҙмәте ифрат ҙур. Уға мәңге рәхмәтлемен.
– “Яҙмыш – осраҡлылыҡ ул” тигән фекер менән килешәһегеҙме?
– Күренекле яҙыусы Сыңғыҙ Абдуллаевтың бер китабында шундай юлдар бар: “В этом мире даже идеальные расчеты, даже абсолютную логику, даже казалось бы, незыблемые законы Ньютона может опрокинуть случайность...” “Эйе”, “юҡ” тип өҙөп кенә әйтеү икеле. “Был осраҡлылыҡ, ә асылда һәр уйниәтеңә, аҙымыңа ниндәйҙер юғары көс йүнәлеш бирә булыр” тигән фекер ҙә йәшәй бит?! Бәндәнең булмышы-йәшәйеше үҙ ҡулында. Уңамы, туңамы – донъяға, яҙмышыңа, кемгәлер үпкәләйһе түгел.
– Әҙәм балаһының холҡона ниндәйҙер төп сифат хас. Өлкә гәзитендә олпат ағай-апайҙар, инде тәжрибә туплаған замандаштарың йәнәшәһендә һынатмаҫ өсөн ҡатҡыллыҡ та кәрәккәндер?..
– Көслө характерлымын, тип әйтә алмайым. Баш баҫып эшләргә тырыштым, икеләнгәндә кәңәш һорарға тартынманым. Әсәйем Шәһиҙә бик уңған булды, колхоз эшенә лә өлгөрә, донъяһы гел сынъяһау. Үҙе сәмсел ине. Ана шул сифатының осмото миңә лә “тейгәндер”. “Кемдәндер уҙҙырайым” тигән сәм түгел, “был ҡулымдан килә, булдыра алам, тейешмен” тигән, тәү ҡарашҡа һиҙелеп тә бармаған сәм. Күңелем йомшаҡ, ғүмер буйы кешегә ҡайтарып ауыр һүҙ әйтә алманым. Хәтеремде ҡалдырһалар ҙа, сабырлыҡ менән үткәрә инем. Барыбер ҙә яҡты, ихлас күңелле заттарҙың барлығына инанғанмын.
– Тормош бит. Гел баштан һыйпап ҡына тормай, ауыр мәлдәрҙе үткәреп ебәрергә көс-ҡеүәт зарури...
– Сабырлыҡталыр, тим. Уй-ниәттәрем, ҡылған ғәмәлдәрем уңай килеп сыҡһа, осоноп та китмәнем. Ҡыйынлыҡтар тыуғанда барыһынан дүнеп, ҡойолоп та төшмәнем шикелле. Болоҡһоу-моңһоу мәлдәрҙә, әсәйем әйтмешләй, бауыр баҫып эш менән йыуаттым күңелемде. Тормош бит ул – өлөшөмә тейгәндәре күрелде, кисерелде, үткәрелде. Ҡыйыуһыҙлығымдан булғыланы Тейәренән мәхрүм ҡалғаным. Кителгән дә саҡта күңелдәрем, Сабырлыҡтар менән ялғаным. Кем әйткәндер, хәҙер хәтеремдә ҡалмаған. “Яҙмышыма үпкәм дә, дәғүәм дә юҡ”, – тигәйне. Үҙемә яҙғандарын нисек бар, шулай ҡабул ҡылғанмын.
– Ғөмүмән, ижадығыҙҙы бөгөнгө күҙлектән нисек баһалар инегеҙ?
– Үҙ-үҙеңә баһа биреү мөмкин түгел, тип иҫәпләйем. Хеҙмәт юлын лайыҡлы үтә алыуыма, дөйөм эштә баҫалҡы ғына өлөшөм булыуына һөйөнөргә генә ҡала. Ә журналист һөнәренең асыһын да, татын да ярайһы уҡ “ауыҙ ителде”. Быны матбуғат өлкәһенең ҡаҙанында ҡайнағандар бөтә нескәлегендә белә. Редакцияларҙа эшләгән йылдарымды мәғәнәле, маҡсатлы, бәхетле осорҙар булған тип иҫкә алам. Баш мөхәррирҙәр, хеҙмәттәштәремдең фекерҙәшлеге, эскерһеҙ ярҙамы, дуҫтарымдың ижадыма ҡағылышлы урынлы кәңәштәре, олпат ағай-апайҙарҙың һиммәтле һүҙҙәре ышаныс өҫтәне, таяныс булды. Үҙебеҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәле ғалимә апайым Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның ипле генә тәнҡите, баҫалҡы ғына маҡтап ҡуйыуы ҡанатландырҙы, уй-фекерҙәремә, тормошома йүнәлеш бирҙе. Барыһына ҡарата ла йөрәгемдә рәхмәтле, йылы тойғолар һаҡлайым. Шәхсән үҙемә ҡағылышлы әйткәндә, үтә лә итәғәтле, һәйбәт кеше менән ғүмер кисерҙем. Тормош иптәшем Ринат та, мин дә бер-беребеҙгә аяулы булырға, туғандарға, ике ҡустымдың етем ҡалған балаларын аяҡҡа баҫтырышырға ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырыштыҡ. “Минеке”, “һинеке”ләргә айырыу булманы.
– Шиғри һәләтегеҙҙең сығанағы ниҙә?
– Атайым менән әсәйем бик матур йырлайҙар ине. Тауыштары көслө түгел, селтерәп кенә аҡҡан талғын шишмәләй, йөрәк төпкөлөнән сыҡҡан биниһая аһәңле. Туған-ырыу, дуҫ-иштәрен йыйған табында йыр башлаһалар, туғандарым менән шымып ҡалабыҙ, илаһи моңдарҙа бәүелгәндәй хис итәбеҙ. Шул моңдар йәнемә һарылғандыр ҙа, шиғри ауаздар булып яралғандыр. Өләсәйҙәр тәрбиәһенең шауҡымы ла юҡ түгелдер. Беҙ Сабира һәм Миңлебаныу өләсәйемдәрҙең иркәһендә, йылы ҡанаты аҫтында үҫтек. Миңлебаныу өләсәйем көйләп әкиәттәр һөйләргә әүәҫ ине. Кис етһә, “нәнәй, әкиәт һөйлә”, тип, үҙе әйткәнсә, “тәҡәтен ҡоротабыҙ”. Бер аҙ инәлткән булыр ине. Һыңҡылдай башлаһаҡ, көйләп ебәрә – беҙ әкиәт донъяһына сумабыҙ ҙа... иҙерәп йоҡлап та китәбеҙ. Аҙаҡ “Башҡорт халыҡ әкиәттәре” китабын ҡарап сыҡҡас, хайран ҡалдым. Байтағы беҙ тыңлап үҫкән әкиәттәр ине. Нарасый сағымдың йәнә бер яҡты мәле күңелемә уйылған. Сәстәрем ҡалын, һары, бөҙрәләнеп тора. Өләсәйем әйтмешләй, башым “тубалдай” хәлгә етһә, ултырта ла ипләп кенә тарап үрә. Үҙе ғәжәйеп моңло тауышы менән аҡрын ғына йырлай:
Һары ла сәсен үреп һалған...
Артабанғы юлдарын иҫләмәйем. Йылдар уҙған һайын, шул тумалаҡтай ғына ялбыр сәсле ҡыҙ баланы һағынып-һағынып ҡуям. Өләсәйемдең рухына өндәшкәндәй, уйымдан ғына: “Сәстәрем тағы ла үрерлек булып үҫте инде. Тик ҡалын да, һары ла түгел, бөҙрәләренә лә көмөш ярсыҡтар һибелгән”, – тим.
– Тормош юлын өр-яңынан башларға мөмкинлек бирелде, тип фараз итәйек...
– Түбәндәгесә әйтәм:
Хыялый ҙа үҙем, йәшле күҙем –
Үткәндәргә ниңә табынам?!
Ошо яҙмышымды һайлар инем,
Насибыма яҙһа яңынан.
Луиза КИРӘЕВА әңгәмәләште.