Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
11 Июль , 00:05

БЕҘ «ӨС ТАҒАН» ИНЕК

Ғүмерлек юлдашым, ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешем, берҙән-бер ҡыҙымдың һөйөклө атаһы, халыҡтың яратҡан шағиры Абдулхаҡ тураһында иҫтәлек яҙам тип, ҡулыма өс тапҡыр ҡағыҙ-ҡәләм алып ултырҙым. Юҡ, яҙып булмай, ҡанһыраған йөрәк һыҙлауҙары баҫылырҙай түгел, баҫылмаҫ та инде ул яра. Ә йәшәргә кәрәк!Иҫтәлек яҙыу, минеңсә, хәтер һандығын асыу, ул һандыҡта ниндәй генә хәтирәләр һаҡланмай. Ҡайһы берҙәре күңелеңә мәңге һүнмәҫ-һүрелмәҫ ҡояш нурҙары булып килеп кергән дә шунда һеңгән, шунда йәшәй. Икенселәрен үҙең үк бик тәрәнгә йәшергәнһең. Салт ҡояшлы аяҙ күк йөҙөн өйкөм-өйкөм ҡара болоттар ҡаплауын теләмәйһең.

Абдулхаҡ менән иңде-иңгә терәп, ҡулды-ҡулға һалып 65 йылдан ашыу ғүмер иттек. Оҙон юл үтелгән: кинәнес-һөйөнөстәр ҙә, шатлыҡ-рәхәтлек кисергән йылдар ҙа, ҡайғы-һағыштар ҙа, мохтажлыҡтар ҙа ситләп үтмәне. Тормош башлағанда икебеҙҙең дә ярҙам ҡулы һуҙырҙай кешебеҙ юҡ, ике етем бер бөтөн булып, бер-беребеҙгә булған ҡайнар мөхәббәттән көс алып, һөйөү йылыһында йылынып йәшәнек.
Хәтер һандығын ниндәй асҡыс менән асырға һуң? Иң яҡшыһы – мин кем? Ҡайһы яҡта үҫкәнмен, ниндәй йылғаның һыуып эскәнмен, ниндәй ерҙең изге тупрағына тәпәй баҫҡанмын, ниндәй ғаиләлә тәрбиә алғанмын? Абдулхаҡ юлында ҡасан, ҡайҙа пәйҙә булғанмын? Абдулхаҡҡа тиң пар була алғанмынмы?
Мин 1930 йылда Ағиҙел йылғаһы боҙҙарынан әрселеп, таҙарынып, үҙ ярҙарына ҡайтҡан, ағастар йәшел күлдәктәрен кейгән, муйыл ағастары күпереп сәскә атҡан май айы–ның 22-һендә йома көн яҡты донъяға ауаз һалғанмын. Мин ғаи–ләлә өсөнсө бала, әммә минән алда тыуған ике ҡыҙ ҡапыл ауырып үл–гән. Шуға күрә мин кө–төп алынған ҡәҙерле бала булғанмын. Әти–ем, әнием, ағәни (ул әтиемдең әниһе, «ағә–ни» тип мин уйлап сы–ғарғанмын, минән һуң тыуған балалар ҙа, ағай-энеләрҙең балалары ла өләсәйемде «ағәни» тип йөрөнө), дүртенсеһе – мин.
Тыуған ерем Йомағужа (хәҙерге Күгәрсен) районының Үрге Бикҡужа (икенсе исеме – Үрге Сорғояз) ауылы Ағиҙел буйында ғына, урамдарына, әйтерһең, йәшел хәтфә балаҫ түшәп ҡуйғандар, иң матур, иң төҙөк ауылдарҙан һаналған, гүзәл тәбиғәте, ер-һыуы, шифалы «ҡыҫыҡ» елдәре менән күптәрҙе таң ҡалдырған ике урамлы ҙур ғына ауыл ине. Бер урамды – Башҡорт урамы (мин йәшәгәне), икенсеһен Мишәр урамы тип йөрөттөләр.
Беҙҙең өй заманы өсөн бик мөһабәт йорт булды. Алты мөйөшлө, ҡыҙыл ҡалай башлы, солан ишеге ике – береһе баҡсаға сыға. Унда миләш, балан, ҡайын ағастары, ҡарағат ҡыуаҡтары үҫә, ҡапҡа буйында ғына бөҙрә өйәңке ағасы, тынғыһыҙ бал ҡорттары гөжләшкән 3-4 баш умартабыҙ ҙа бар ине. Икенсе ишектән ихатаға сығаһың – башыңды күтәреп ҡараһаң, ғорур булып күгәреп ултырған «Батыросҡан» ҡаяһы менән осрашаһың, ул беҙҙең өй тәңгәленән эргәңдә кеүек кенә күренә, иртәнге ҡояш нурҙарында ҡая таштары әллә нисә төҫкә инеп, ялт-йолт ялтырай. Бала сағымдың сағыу хәтирәһе ул, унан да бейек ҡая донъяла юҡтыр һымаҡ тойола ине.
Ауыл уртаһында, беҙгә ҡаршы ғына – мәғрур манаралы ҙур мәсет. Мәктәп икенсе урамда.
Һуғышҡа тиклем беҙ хәлле генә йәшәнек. Әтием ауыл советында секретарь ҙа, рәйес тә булып эшләне. Ауыл советы беҙҙең ауылдан 9 саҡрым алыҫлыҡтағы Петропавловск тигән ҡасабала булды. Ҡустым менән мин әтиемде көн дә күрә лә алмай инек. Машина заманы түгел, әтием ат менән йөрөй, беҙ йоҡларға ятҡанда йыш ҡына ул әле ҡайтмаған була, беҙ тороуға инде эшкә киткән. Әнием колхозда эшләне, өйҙә баш та, түш тә – ағәни. Әтием йыш ҡына тәмле-татлы ризыҡтар алып ҡайтыр ине. Мин уҡый башлағас, әтием миңә портфель алып ҡайтты, тиңдәштәрем араһында мин беренсе портфелле ҡыҙ булдым. Баштараҡ дуҫтарым, портфелеңде бир әле, мин әҙерәк тотоп барайым, ти ине, шунан икенсеһе өсөнсөһө... портфель минең ҡулға ла теймәй. Хәҙер инде әтием китаптар алып ҡайта башланы. М. Ғафури, Ғ. Туҡай, Һ. Таҡташ, А.С. Пушкиндың балалар өсөн яҙған «Алтын әтәс», «Балыҡ һәм балыҡсы», «Салтан батша» әкиәттәре, «Алибаба һәм ҡырҡ ҡараҡ» исемле бик матур биҙәлгән ҡалын ғына әкиәт китаптарым булды. Был китаптар барыһы ла татар телендә, сөнки ауылда ете йыллыҡ татар мәктәбе ине, шуға ла татар балалары ла, башҡорт балалары ла татарса уҡыныҡ.
Бәләкәйҙән мин шиғыр уҡырға, ятларға, сәхнәләргә сығып шиғыр һөйләргә яраттым. Район үҙәгенә олимпиадаларға барғанда ла Ғәйшә исемле әхирәтем менән бейеп кенә ҡалмай, шиғырҙар ҙа һөйләй инек. Һ. Таҡташ шиғырҙарын, Ғ. Туҡайҙың «Шүрәле»һен спектакль итеп олимпиадаға алып барғаныбыҙ хәтеремдә. «Моҡамай»ҙар, «Шүрәле»ләр бөгөн дә иҫтә.
Үҫмер йылдарымда мин ғаилә рәхәтен, ата-әсә наҙын татып, мул тормошта ҡәҙерле ҡыҙ булып үҫтем.
***
Ошо уҡ йылдарҙа республикабыҙҙың икенсе бер төбәгендә, бай тарихлы, мәғрур тауҙары, саф һыулы йылғалары, сылтырап аҡҡан шишмәләре, гүзәл тәбиғәте менән һоҡланғыс Күсей ауылы урамынан бер малай атлай. Байтаҡтан шундай ғүмер кисерә инде ул. Өҫтө-башы хөрт кенә, яланғас аяҡтары ҡатып-ярылып, «себейләп» бөткән. Уның башында бер генә уй – бөгөн кем ҡапҡаһын асып инермен дә, кем ишеген шаҡырмын, кем мине мыҫҡыллап төртөп сығарыр, ә, бәлки, берәй туҫтаҡ ҡатыҡ эсерер микән? Бөгөн кем мунсаһында йәки кемдең ишек төбөндә йоҡлармын икән? Әгәр ҙә был малайҙың юлында изге күңелле кешеләр осрап, уны Темәс ауылындағы балалар йортона урынлаштырмаһа, ай-һай, иҫән ҡалыр инеме икән был бала?! Аслыҡтан шешенеп, зәһәр һыуыҡтан туңып үлер ине, моғайын.
Күп тә үтмәй, шундай уҡ яҙмыш кисергән ҡустыһы Хөснихаҡты ла ошо балалар йортона урынлаштыралар.
Балалар йортонда миһырбанлы тәрбиәселәр, уҡытыусылар, ашнаҡсылар, үҙе кеүек етем балалар араһына барып юлығыу, үҙ-үҙенә ышаныс, уҡырға ынтылыш уға йәшәргә дәрт тә, көс тә биргән. Темәстә ул педучилище тамамлаған, шунан инде Өфөгә юлланған. Был – Абдулхаҡ атлы егет.
Етемлекте, үкһеҙлекте, үгәйһетелеүҙе, аслыҡ-яланғаслыҡ татыу сиктәрҙән ашҡанда ла ҡыйыҡ юлдан китмәгән, үҙен үҙе кеше иткән көслө рухлы зат ул.

***
Һуғыш башланғас, әниемдәр фронт өсөн ике бармаҡлы бирсәткә-бейәләйҙәр, ойоҡбаштар, шарфтар бәйләй башланы. Беҙҙең өй ҙур булғас, ҡатын-ҡыҙ кистәрен беҙгә йыйыла, эш араһында йырлашып та, илашып та алалар, шунан минән китап уҡыталар. «Алибаба менән ҡырҡ ҡараҡ» әкиәттәрен нисә тапҡыр уҡығанмындыр, Пушкин әкиәттәре лә ҡыҙыҡһындыра ине уларҙы.
1943 йылда әтиемдең һуғышта хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында “ҡара ҡағыҙ” килде. Өйҙә илаш, ҡара ҡайғы, яҡты донъябыҙ дөм ҡараңғыға әйләнде, тик үлмәгән бит әле, юғалған ғына, бәлки, әсирлеккә алғандарҙыр, бәлки, ҡаты яраланып берәй госпиталдә яталыр тигән өмөт кенә йылдар буйы оҙата килде, әнием дә, ағәни ҙә, балалары – беҙ ҙә, бер ҡайтыр әле, тип йәшәнек, юҡ шул, тамуҡ утынан иҫән-имен ҡайтыу бик һирәктәргә генә эләкте.
Әнием көслө рухлы, сабыр, изгеләрҙән-изге кеше ине, ҡустым менән мине, һеңлем Рәйсәне (әтием һуғышҡа киткәндә уға бер генә йәш) уҡытырға тырышты.
Мин ауылда 7 класс тамамлағас, Йомағужаға 8 класҡа башҡорт мәктәбенә уҡырға киттем, 8-се, 9-сы класты тамамланым. 10-сы класҡа Камила исемле иптәш ҡыҙым менән мине Өфөгә мәктәп-интернатҡа уҡырға барырға өгөтләнеләр. Мин һөйөнөп тә, көйөнөп тә райондан ауылға ҡайтып киттем.
Өйҙә һаулығы бик шәптән булмаған әниемә хәл-әхүәлде һөйләнем, әнием янында минән ун йәшкә кесе һеңлем, ике йәшкә кесе ҡустым бар. Әнием миңә уҡырға китергә фатиха бирҙе.
Билдәләнгән көндө Камила менән Өфөгә барырға юлға сыҡтыҡ. Поезд Өфөгә бик һуң килә икән, беҙ һораша-һораша (Камилаға бер адрес биргән булғандар) шул фатирға килеп йоҡланыҡ, иртән мәктәпкә барырға кәрәк, сумаҙандағы ҡайһы бер әйберҙәрҙе ташлайыҡ тип, Сталин (хәҙерге Коммунистик) урамы менән Гоголь урамы киҫешкән мөйөштәге йәшел үләнгә сығып ултырҙыҡ. Бер ваҡыт ҡып итеп алдыбыҙға ике егет килеп баҫты. Беҙгә һүҙ ҡуштылар, беҙ өндәшмәйбеҙ. Өйҙә шулай өйрәтеп ебәрҙеләр: таныш булмаған кеше менән һөйләшмәҫкә, исем-фамилияны әйтмәҫкә. Егеттәр үҙ-ара башҡортса һөйләшәләр, көлөшәләр, беҙ – телһеҙ, береһе минең алда ятҡан «Русская литература» китабын алды, китаптың ситенә «Фаткуллина» тип яҙылған яҙыуҙы ҡысҡырып уҡыны. Беҙҙән бер һүҙ ҙә ишетә алмағас, ҡыҙҙар телһеҙ ахыры, тип көлөшә-көлөшә Гоголь урамы буйлап китеп барҙылар.
Беҙ Красин урамындағы 9-сы мәктәпте эҙләп килдек, унда беҙҙең 10-сы «А» класында уҡыясағыбыҙҙы, класс етәксеһенең кем икәнлеген, уҡыу тәртибен әйттеләр. Хәҙер Социалистик урамындағы интернатҡа киттек. Килеп урынлаштыҡ, киске аш ваҡыты етте, гөжләп торған ашханаға инеп ултырҙыҡ. Бер ваҡыт ни күрәм: бая беҙҙең менән һөйләшергә тырышҡан ике егет ишек төбөндәрәк ашап ултыра, үҙҙәре беҙҙең яҡҡа ҡарап нимәлер һөйләшәләр, көлөшәләр. Былар минән көләләрҙер, тип ашар ашымды ла ашамай сығып киттем.
Аҙаҡ уларҙың Темәс балалар йортонан килгән пединститут студенттары икәнлектәрен, тәүге стипендияларын алғансы интернатта ашап йөрөргә рөхсәт иткәндәрен белдек. Береһе – Шәриф Йәнбәков, икенсеһе – Абдулхаҡ Игебаев.
Уҡыуҙар башланды, беҙ икенсе сменала уҡыйбыҙ. Пединститут та Сталин (хәҙерге Коммунистик) урамында, улар ҙа икенсе сменала уҡый. Беҙ дәрестән сыҡҡанда улар ҙа сыға, бергә гөрләшеп ҡайтырға сығабыҙ, теге ике егет тә киске тамаҡҡа ашап ҡайтыр өсөн беҙҙең менән бергә килә. Абдулхаҡ ни өсөндөр гел минең йәнәшәнән атлай, шунан мин: «Ниңә гел минең эргәлә йөрөйһөң, ҡыҙҙар бөткәнме әллә?» – тип һораным. «Балалар йортонда минең бик яратҡан тәрбиәсем бар ине, һин уға оҡшағанһың, шуға һин миңә яҡынһың», – тине.
Көндәр үтә торҙо, бер ай ғүмер үтеп тә китте, был ике егет хәҙер интернатҡа ашарға йөрөмәй башланы. Ә Абдулхаҡ эҙен һыуытманы, хәҙер инде мине интернатҡа оҙата килә, ҡаршыла ғына «Салауат» кинотеатры, киноға барырға саҡыра. Мин башта гел ҡаршы килдем: дәрес әҙерләргә кәрәк, һуңға ҡалһаң, индермәйҙәр – гел берәй сәбәп таба инем. Ләкин егет һүҙен һүҙ итеп өйрәнгәнгә оҡшай, үҙ һүҙен һүҙ итмәй ҡуйманы.
Бер көндө риза булып, дәрестән ҡайтҡас ашап сыҡтым да киноға киттек. Ниндәй фильм ҡарағаныбыҙҙы иҫләмәйем, уның ҡарауы, оҙата килгәс, ҡапҡа төбөндә яғымлы тауышы менән көйләп кенә шиғыр уҡыны. Ул шиғыр шунда уҡ минең хәтеремдә уйылып ҡалды.
Ағастар шартлап һыналар
Верхоян һалҡынында.
Ә йөрәктәр ҡайнар була
Мөхәббәт ялҡынында.
«Кем яҙған был шиғырҙы?» – тип һораным.
«Мин яҙҙым, эйе, мин шиғырҙар яҙам», – тине. Шунан тағы уҡыны, тағы. Минең аптырауымдың, шатлығымдың иге-сиге булманы, ысын шағир менән осраштым бит.
Ғ. Туҡай, Һ. Таҡташ шиғырҙарын ятлауым, сәхнәләрҙә һөйләүем тураһында яҙғайным бит. Шуғалыр инде, Абдулхаҡтың йәнеңде иретерлек итеп шиғыр уҡыуы мине күктәргә осорҙо, миңә ҡанат ҡуйҙылармы ни!
Ҡайттым да бүлмәләге ҡыҙҙарға: «Теге Абдулхаҡ исемле егет шағир икән дә ул», – тип һөйләнем. Шунан һуң көндәлек яҙа башланым. Шунда, бөгөнгөләй хәтеремдә: «Мин бер шағир менән таныштым, был дуҫлыҡ оҙаҡҡа һуҙылһа ине, дуҫ булып йәшәһәк ине», – тип яҙғайным. Абдулхаҡ менән һәр осрашҡан һайын булған тәьҫораттарымды яҙып ҡуя инем.
Әммә көндәрҙән бер көн тумбочканан шул дәфтәр юғалды, бер кем алмаған, бер кем күрмәгән, кем алғанын һиҙемләһәм дә, әйтмәнем. Ҡабат көндәлек яҙманым, хәтирәләремде күңелемдә генә һаҡланым. Беҙҙең дуҫлыҡ шулай дауам итте.
Мин 10-сы класты тамамлайым, хәҙер ҡайҙа уҡырға барырға? Беҙҙең бүлмәләге ҡыҙҙар барыһы ла пединституттың тел һәм әҙәбиәт факультетына инергә уйлай. Абдулхаҡ мине лә шунда димләй, үҙе 2-се курста уҡый ине. Ә минең медицина институтына барғым килде, документтарымды шунда бирҙем, ике имтиханды «өс»кә тапшырҙым да, өсөнсө имтиханға барып та торманым, документтарымды алдым да пединститутҡа киттем, икенсе ағымда экзамен биреп, мин дә пединститут студенткаһы булдым.
Мин башҡа егеттәргә һирпелеп тә ҡараманым, Абдулхаҡҡа ғына тартылдым, шиғырҙарын ғына яратып ҡалманым шул, үҙенә лә үлеп ғашиҡ булдым. «Матурҙар матур күренмәй, һөйгән матур күренә», тип беҙҙең халыҡ юҡҡа ғына әйтмәй инде. Минең өсөн ул матурҙарҙың-матуры, һөймәлекле, изге күңелле кеше булды.
Уҡыуҙар башланды, беҙҙең ятаҡ Туҡай урамында иҫке генә ике ҡатлы йортта ине. Һуғыш йылында госпиталь булған, иҙәне ҡултыҡ таяҡтарынан тишкеләнеп бөткәйне. Ул ятаҡта ҡыҙҙар ғына йәшәне. Интернатта бергә уҡыған алты ҡыҙ барыбыҙ ҙа бер бүлмәгә урынлаштыҡ. Абдулхаҡ Гоголь урамындағы ятаҡта йәшәне.
Беҙ башкөллө уҡыуға сумдыҡ. Шулай ҙа ял көндәрендә Ленин урамындағы хәҙерге опера театрына йөрөнөк. Ул ваҡытта ҡалала берҙән-бер театр ине, беҙ ҡарамаған бер драма ла, опера ла, балет та ҡалмағандыр, моғайын.
Шул рәүешле студент йылдары үтә торҙо, уҡыуҙар ҙа, дуҫлыҡ та, беҙҙең мөхәббәт тә көндән-көн көслөрәк, дәртлерәк була барҙы. Беҙ инде бер-беребеҙҙе күрмәй тора алмайбыҙ, тәнәфес ваҡыттарында булһа ла осрашып китәбеҙ. Йәшлектәге шашып һөйөү шулай була икән ул...
1950 йылда Абдулхаҡ институтты тамамланы. Башта «Ҡыҙыл таң», шунан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләне.
Мин әле өсөнсө курста ғына уҡыйым. Бер бүлмәлә алты ҡыҙ торабыҙ, интернаттан уҡ дуҫтарбыҙ, бер туғандар кеүек йәшәйбеҙ. Бер көндө ҡыҙҙар: «Нимә Таһир менән Зөһрә кеүек ҡауыша алмай йөрөйһөгөҙ? Абдулхаҡ уҡып бөттө, эшләп йөрөй, өйләнешегеҙ ҙә ҡуйығыҙ, институтта аҙмы ни өйләнешкән студенттар, фатир табырһығыҙ ҙа бергә йәшәй башларһығыҙ!» – тип кәңәш иттеләр. Абдулхаҡҡа был кәңәш бик оҡшаны, мин дә ризалаштым. Бер көндө ҡыҙҙар менән йыйылышып табын ҡорҙоҡ. Шул көндө үк улар беҙгә фатиха биреп, үҙҙәре Иглин районына Мәшхүдәләргә китте. 1951 йылдың 7 майында беҙ ир менән ҡатын булып яҡты көнгә аяҡ баҫтыҡ.
Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ, Абдулхаҡ баш ҡалабыҙ Өфөгә килгәс осратҡан беренсе егет, егет кенә лә түгел, беренсе кеше тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Шул егет ғүмерлек йәрем булыр тип кем уйлаған?! Яҙмыш тигәнең ғәжәп икән ул!
Беҙ фатир эҙләп торманыҡ, сөнки тиҙҙән уҡыу йылы тамамлана, мин ауылға каникулға ҡайтып китәм. Абдулхаҡ эшләп йөрөй, тик августа ғына ауылға туй үткәрергә киләсәк. Һәм шулай булды ла, 31 августа Абдулхаҡ дуҫы Ғайса Хөсәйенов менән беҙҙең ауылға килеп төштө. Икенсе көнөндә никах уҡыттыҡ, кисенә туй табыны булды. Иртәгеһенә йәштә йыйылышып, Ағиҙел аша икенсе яҡ ярға сығып киттек. «Батыросҡан» ҡаяһына күтәрелдек. Абдулхаҡ тәүәккәллеген, ҡыйыулығын күрһәтергә теләпме икән инде, иң текә еренә менергә уйлап, саҡ үлемдән ҡалды, егеттәр ҡайыштарын ялғап, ярҙамға ташланды. Был хаҡта Абдулхаҡ иҫтәлектәрендә бик матур яҙған. «Батыросҡан» тигән шиғыры ла бар.
Туйҙан һуң Абдулхаҡ менән Өфөгә юлландыҡ. Миңә уҡыуҙы дауам итергә кәрәк. Ҡустым Рафиҡты ла үҙебеҙ менән алып киттек. Уны мәктәп-интернатҡа 10-сы класҡа уҡырға урынлаштырырға ине. Беҙгә фатир эҙләү мәшәҡәте бар. Байтаҡ ҡына йөрөгәндән һуң, Солтанов урамында оло ғына апайға фатирға индек. Бүлмәһе иҙән уртаһындағы мейес артында, стена буйына берәр кешелек ике карауат ҡуйылған, араһында өҫтәл. Һәүетемсә генә йәшәй башланыҡ. Мин уҡырға, Абдулхаҡ редакцияға эшкә йөрөй.
Март аҙағында Ғафури урамындағы бала табыу йортонда мөхәббәтебеҙ емеше – ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ул йылда март айы шундай йәмле, ҡояшлы, гөрләүектәргә лә бай булды.
Ҡыҙым менән мине больницанан алырға Абдулхаҡ фатир хужабыҙ Пәрүәз апай менән килгәйне. Беҙҙе оҙатырға сыҡҡан шәфҡәт туташы ҡыҙыбыҙҙы атаһына тотторҙо. Абдулхаҡ бәләкәй генә бәпәйҙе ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡулына алды ла: «Ой, ҡыбырҙай бит, ҡыбырҙай», – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Беҙ ҙә, шәфҡәт туташы ла көлөштөк тә, баланы Пәрүәз апай күтәреп алды. Беҙ йәшәгән Солтанов урамы яҡын ғына ине, йәйәүләп ҡайтып киттек.
Шул көндө кис хужабикә, баланы йыуындырырға кәрәк тип, беҙҙе Ғафури урамындағы дөйөм мунсаға алып китте. Ваҡыт һуң инде, мунсаны йыуып-йыйыштырып бөткәндәр. Абдулхаҡ хужараҡ бер кеше менән һөйләште лә беҙҙе йыйыштырылған ҙур мунса бүлмәһенә индереп ебәрҙе, һәйбәт итеп йыуынып, ҡыҙыбыҙҙы ла йыуындырып ҡайттыҡ. Был үҙе бер мажара булды.
Тиҙҙән ауылдан әнием, ҡартатайым килде, мулла саҡырып, ҡыҙыбыҙға Фәниә тип исем ҡуштырҙыҡ. Хужа апай беҙҙе бик яратты, ҡыҙыбыҙҙы ла ҡарашып торорға ярҙамлашты.
Көндәр үтә торҙо, 4-се курсты тамамлап, ҡулға диплом алдым, ҡыҙыбыҙ ҙа үҫеп килә. Абдулхаҡ отпуск алды ла, ауылға ҡайттыҡ. Отпускыһы бөткәс, Абдулхаҡ Өфөгә юлланды, мин бала менән ауылда ҡалдым.
1953 йылдың февралендә Абдулхаҡ «фатир бирҙеләр» тип мине алырға ҡайтты, йәнде өҙөп илаған баламды әниемә ҡалдырып, 10 айлыҡ ҡына баланы имсәктән айырып, беҙ Өфөгә юлландыҡ. Алған фатирына килеп кергәс, мин саҡ йығылып китмәнем: яланғас стена, ергә һеңеп бөткән бәләкәй генә тәҙрә, ике генә батарея ҡуйылған, йылы бөтөнләй юҡ, ә тышта – һалҡын февраль айы. Ут ҡабыҙайым тиһәң, включателе юҡ, өҫтәл дә, ултырғыс та юҡ. Бүлмә һалҡын, бала иммәгәс, түшем шешеп китте. Эт бәйләһәң, эт тормаҫ бүлмәгә, фатир алдым тип, баланы илатып ҡалдырып, мине алып килеүенә ғәрләнеп иланым-иланым да, әллә балам янына ауылға кире ҡайтып китәйемме икән, тип уйланым, унда ҡайтһаң да, әниемдең һуғышта үлгән әтием өсөн бәләкәй генә пенсияһынан башҡа аҡса килер урын юҡ, бала ла әниемдә, өсөнсө класта ғына укыған һеңлем бар. Бында эшкә урынлашырға ла, барына ла риза булып, ошонда йәшәргә тигән фекергә килдем.
Абдулхаҡты ла йәлләйем, мин бит хыялымда уға бары изгелек эшләргә, татыу ғүмер итергә хыялланған кеше инем. Ул бит әсә наҙын да татымаған, ғаилә йылыһын да белмәгән, үгәйһетелгән, тормоштоң әсеһен, ауырлығын күп күргән, үҙ күкрәк көсө менән тормошта үҙ урынын тапҡан, белем алған, матур донъя көтөргә хыялланған. Тормош ауырлығын бергә күтәрергә кәрәк, түҙ, сабыр бул, ни күрһәк тә, бергә күрәйек, тип үҙем менән үҙем һөйләштем дә ауылға ҡайтыуҙан төңөлдөм. Шулай йәшәп киттек. Беҙгә бирелгән бүлмә ҡасандыр шул баракта йәшәүселәрҙең кухняһы булған, һуғыш йылында фатир итеп эвакуацияланған бер ҡатынға биргән булғандар. Кухняның хәҙер ауыҙы коридорға ҡараған оло мейесенән башҡа бер нәмәһе лә юҡ. Бар йылылыҡты электр плитаһынан алабыҙ, ашарға ла шунда бешерәбеҙ.
1953 йылдың 17 мартында Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә хеҙмәт юлымды башланым. Бәхетемдәндер инде, бик аҡыллы, белемле, кешелекле лә, кеселекле лә остаздарым – яҙыусы-тәржемәсе Шакир Насиров әҙәбиәт редакцияһы мөдире ине, яҙыусылар Сәләх Кулибай, Хәсән Мөхтәр, Фәрит Иҫәнғолов мөхәррир эшенең нескәлектәренә өйрәттеләр, Абдулхаҡ улар өсөн ят кеше түгел ине, уның ҡатыны булыуым да роль уйнағандыр инде.
Тәүге көндән үк эшкә өйрәнергә, күпте белергә тырыштым, эштең еңел түгеллеген бик тиҙ аңлап алдым. Абдулхаҡ та дәртләндереп торҙо, июнь айында мин сирләй башланым, хәлем юҡ, ашай алмайым, көндән-көн ябығам. Шундай насар тормош шарттарында йәшәү эҙһеҙ үтмәне.
Шакир Насировтың ҡатыны Мәжүдә апай Туҡай урамындағы поликлиникала терапевт ине. Мин шунда барҙым, үпкәлә ҡара тап бар, санаторийға, бер ҙә булмаһа, берәй ауылға барып ҡымыҙ, йылы һөт эсеп, саф һауала йөрөргә кәрәк, тинеләр. Абдулхаҡ, ауылға барабыҙ, тине, отпуск алды, миңә ниндәй отпуск булһын инде, барлы-юҡлы өс ай ғына эшләгәнмен.
Ул ваҡытта нәшриәт директоры Ғәйнислам Ғәлиев ине. Заманында үҙе лә үпкә сире менән сирләгән, хәлемде ныҡ аңланы, отпуск бирҙе. Беҙ тағы әнием, балабыҙ янына ауылға ҡайтып киттек. Бәләкәйҙән һөт яратмаған, һөт эсмәгән мин, әнием иртән һыйыр һауғас та, йылы килеш һөт эсә башланым. Әнием Абдулхаҡты бик яҡын күрҙе, кейәү, тип өҙөлөп торҙо. Шунда Абдулхаҡтың аяғы һыҙлай башланы. Әнием быны белеп ҡалғас, әйҙә, үләнгә ятҡырып ҡарайыҡ, тине. Ауыл осондараҡ йәшәгән бер ағай (исеме әллә Юныс ине, онотҡанмын) ат тота ине, әнием менән барып, уның атҡа һоло ашата торған улағын алып ҡайттыҡ. Киптерелгән үләндәрҙе аласыҡтағы ҙур ҡаҙанда бешекләнек тә Абдулхаҡты улаҡҡа ятҡырып, аяҡтарын үлән менән күмеп, үлән һыуынғансы тоттоҡ, өс тапҡыр шулай эшләнек, ни хикмәттер, шуның файҙаһы тейҙе. Юҡтан ғына һөйөнә, шатлана белә ине Абдулхаҡ – йылдар буйы әниемә рәхмәттәр әйтеп йөрөнө.
Әйткәндәй, минең бар туғандарым да Абдулхаҡҡа иғтибарлы ла, мәрхәмәтле лә булды. Кемеһелер «кейәү» тип өҙөлөп торҙо, кемеһелер «еҙнә», күбеһе «абый» тине.
Ял бик тиҙ үтеп китте, йөрәк майҙарын өҙөп, күҙ йәштәрен түгеп илаған балабыҙҙы тағы әниемә ҡалдырып, беҙ Өфөгә ҡайттыҡ, йәшәү шарттары шул килеш ҡала килде.
1953 йылдың аҙағында Фрунзе урамындағы 58-се йорттоң сарҙағынан беҙгә фатир бирҙеләр. Унда беҙгә тиклем «Совет Башҡортостаны» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары Мәҙинә Сакаева йәшәгән, беҙ шунда күстек. Артыҡ ҙур булмаһа ла, ҡупшы ғына ике бүлмә, утын яғып йылытабыҙ, плитәһе бар, ашарға кирогазда бешерәбеҙ. Ауылдан, йортто һатып, әнием менән һеңлемде алып килдек, ҡустым армияла ине.
Беҙ Фрунзе урамында йәшәгәндә Абдулхаҡтың ағаһы Әхәт ҡатыны һәм ҡыҙы Динә менән Белоруссиянан демобилизацияланып ҡайтышлай беҙгә килделәр. 1-2 көндән Баймаҡҡа ҡайтып киттеләр. Ағай Сибайҙа фатир алды, эшкә урынлашты, ғүмеренең ахырынаса шунда йәшәне. Сибайҙа тағы бер ҡыҙҙары тыуҙы. Надежда тип исем ҡуштылар. Надежда Башҡорт дәүләт университетын тамамланы, билдәле журналист.
Абдулхаҡтың ҡустыһы Хөснихаҡ ауыл хужалығы институтын тамамлап, тыуған яғында агроном булып эшләне. Шундай ихлас, изге күңелле кеше ине. Институтта уҡыған сағында стипендия алған көнөндә мотлаҡ күстәнәс алып беҙгә килә торғайны. «Бәпәйгә» тип ҡыҙыбыҙ Фәниәгә берәй тәмлекәс ала. Ул ваҡытта бәләкәс кенә банкыларҙа джем һатылды, әниемә (минең әниемде ул да «әни» тип йөрөнө) шул джемдың һәр төрлөһөн алып килде. Бик йомарт, ярҙамсыл кеше ине, ғүмере генә ҡыҫҡа булды.
Тормош шарттары, көнитмешебеҙ шәптән булмаһа ла, беҙ бирешмәҫкә тырыштыҡ, бер-беребеҙгә ышаныу, ҡайнар һөйөү көс биргәндер инде.
Мине Абдулхаҡтың ижады, уға булған мөнәсәбәт ныҡ борсоно. Ниңә донъя шулай ҡоролған һун? Донъя шулай тармы икән ни? Бер кеше ғүмер буйы ҡыйырһытылып йәшәргә тейешме икән ни? Ныҡ уйланып, әрнеп йөрөнөм-йөрөнөм дә бер көндө мин уға: «Абдулхаҡ, мин һинең һәр кем яратып уҡыр әҫәрҙәр, һәр кемдең күңел ҡылдарына барып ҡағылырлыҡ йырҙар яҙыуыңды бик тә, бик тә теләйем. Һин бит булдыра алаһың», – тинем, уны илһамландырып та, дәртләндереп тә, сәмләндереп тә.
– Булыр, Маһиҙә, булыр, ышан миңә! – тине.
Мәле еткәс, бынамын тигән поэмалар, шиғырҙар, ҡобайырҙар, моңһоҙҙарҙы моңландырыр, ғашиҡтарҙы һөйөндөрөр, күптәр яратып йырлар йырҙар ижад итте, күп йырҙары халыҡ йырына әйләнде.
1954 йылда Абдулхаҡтың «Йәшлек йыры» тигән тәүге шиғыр китабы сыҡты. Һөйөнөс-шатлыҡтың иге-сиге булманы, әммә һөйөнөстәр менән бергә көйөнөсө лә йәнәш йөрөнө. Ҡәләмдәштәр, «тәнҡитселәр», китап уҡыусылар йыйынтыҡты нисегерәк ҡабул итер?
Шул уҡ йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти «күҫәк күтәреүселәр»гә эш ҡалдырманы. Китаптағы етешһеҙлектәрҙе асыҡтан-асыҡ әйтеп, уңыштарын да билдәләп, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә мәҡәлә баҫтырып сығарҙы, мәҡәлә «Шуныһы шатлыҡлы, китапты йылы бер тулҡынланыу менән ябаһың: башҡорт совет поэзияһы сафына бер ышаныслы һалдат килде» тигән һүҙҙәр менән тамамланғайны.
1956 йылда сыҡҡан «Тыуған ер» китабын да Рәшит Ниғмәти иғтибарынан ситтә ҡалдырманы. «Советская Башкирия» гәзитендә мәҡәлә яҙып баҫтырҙы.
Рәшит Ниғмәти, үҙе үкһеҙ етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнгәнгә күрәлер бәлки, Абдулхаҡты урынлы-урынһыҙ тәнҡиттән, нахаҡ ғәйепләүҙәрҙән, юҡҡа-барға рәнйетеүҙәрҙән ҡурсырға тырышҡандыр.
Рәшит Ниғмәти менән Абдулхаҡ бик яҡын мөнәсәбәттә йәшәне, Рәшит Ниғмәти үлгәс тә, Сания апай, ҡыҙҙары Флорида, Лариса, улы Нур беҙҙең өсөн яҡын туған кеүек булды.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим Абдулхаҡтың «Йәшлек йыры», «Тыуған ер» китаптарын уҡып, Балтик диңгеҙе буйындағы Дубултынан хат яҙып, 1956 йылда «Совет Башҡортостаны» гәзитендә баҫтырҙы.
Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Марат Кәримовтарҙың тәүге йыйынтыҡтары тураһында ла шундай хаттар яҙғайны Мостай Кәрим.
Шул дүрт йәш шағир араһынан Мостай Кәрим Абдулхаҡ Игебаев ижадына ҡарата борсолоуын, йомшаҡ ҡына әйтһә лә, ҡаты әйткәйне, әлбиттә. Ул хат Абдулхаҡты хафаға һалды, бик ауыр ҡабул итте ул. Берәү булһа, ҡул һелтәр ҙә ижад итеүҙән туҡтар ине, бәлки, «ҡыйыҡ» юлдан да китер ине (тормошта ундай ижадсыларҙы ла күрҙек). Абдулхаҡ асыу һаҡлап, кенә ҡыуып, рәнйеп йөрөмәне, ныҡ уйланып, айыҡ аҡыл менән сәмләнеп, дәртләнеп эшкә сумды, эш менән, ижад менән үҙен үҙе еңде.
1959 йылда «Ирәндек бөркөтө» тигән өсөнсө китабы баҫылып сыҡты. Артабан инде ижады емешле булды, тип һөйөнөп әйтә алам.
1957 йылда беҙгә Черниковканан ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Был фатирҙы Рәми Ғариповтың ғаиләһенә ҡалдырып киттек. Әҙерләнгән утын да, башҡа ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе лә уларға ҡалдырҙыҡ. Мостай ағай менән Миҙхәт Ғәйнуллинға (береһе – союзда рәйес, икенсеһе – секретарь), эшкә йөрөргә алыҫ бит, тип ҡараһаҡ та, күп булһа, бер йыл йәшәрһегеҙ, тигәндәр ине, 20 йыл ғүмер тәгәрмәс өҫтөндә (автобуста, электричкаларҙа, троллейбуста) йөрөп үтте. 1958 йылда миңә туберкулез диагнозы ҡуйҙылар, санаторийға барырға кәрәк, тинеләр. Шафран шифаханаһына путевка алырға булдыҡ (ул ваҡытта путевканы сирле кеше үҙе һатып ала ине. Һуңыраҡ бындай сирлеләргә бушлай бирә башланылар, буғай), ике айға ул ваҡыттағы аҡса менән 3 меңгә яҡын аҡса кәрәк. Абдулхаҡ мине ял йортона ебәрергә тырышты, путевкаға аҡсабыҙ етмәй, ҡайҙан алырға? Абдулхаҡҡа бик матур пальто алғайныҡ, бәлки, ғүмерендә кейгән тәүге пальтоһы булғандыр, матур ине, әлбиттә. Ул йылдарҙа «Скупка» тигән магазин була торғайны, пальтоны шунда алып барҙыҡ, әгәр ҡабул итһәләр, аҡсаһын шунда уҡ бирәләр ине. Шулай итеп, пальто аҡсаһын путевкаға түләнек. Үҙәкте өҙгәне – ҡыҙым Фәниә, ул балалар баҡсаһына йөрөй, әнием иҫән ине әле, һеңлем бар. Абдулхаҡ та, ҡайғырма, тиҙҙән Фәниәләр Иглин районындағы «Балтика» тигән дачаға китәсәк, тип мине тынысландырҙы. Йөрәккәйемде һыҙлатып, яҙмышымдың шундай булыуына әрнеп, мин дауаланырға киттем.
Оҙаҡ йылдар сирләнем, әллә нисә операция үткәрҙем, үҙем эшләгән нәшриәт коллективына ғүмергә рәхмәтле булдым, бер кем шикләнеп ҡырын күҙ менән ҡараманы. Ҡулъяҙмаһын эшләгәндә һәр автор эргәмә ултыра, кәңәшләшәбеҙ, ҡулъяҙма буйынса һорауҙар булһа, бергә хәл итәбеҙ. Мөхәрриргә рәссам, корректор, машинисткалар менән дә эш итергә тура килә, берәү ҙә минән ситләшмәне, шикләнмәне, Аллаға шөкөр! Ә Абдулхаҡтың эшендә, «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында, үҙе менән бер бүлмәлә эшләгән кеше (исемен әйтмәйем, улы иҫән әле) бүлмә ишеген ҡағыҙ менән генә тотоп аса, ти ине, бер машинистка ла, эш менән инһәң, эргәһенә ултыртмай, тип зарлана ине. Бындай мөнәсәбәттең Абдулхаҡҡа нисек ауыр тәьҫир иткәнен аңлай инем дә бит. Үсәп әйтмәйем, икеһе лә икенсе сир менән оҙаҡ сирләп үлде. Сирҙе берәү ҙә теләп тә, һорап та алмай. Абдулхаҡ мине ҡосто-үпте, Аллаға шөкөр, сир йоҡманы, һин сирлеһең бит, тип һис ҡасан әйтмәне, йөрәгемде яраламаны, ҡыҙым да, тфү-тфү, сирләмәне.
1961 йылда Чехов шифаханаһында дауаландым, ҡыҙыбыҙ ике ай буйы Мәләүез районының Һарыш ауылында ике туған апайымдың ғаиләһендә булды. Уларҙың үҙҙәренең өс ҡыҙы, дүртенсегә Фәниәне ҡаранылар. Ауыл Ағиҙел буйында ғына, улар һыу инеп, кер йыуып, өй эштәрен күмәкләшеп эшләп, татыу ғына йәшәнеләр. Алып ҡайтырға тип барһаҡ, ҡыҙыбыҙ үҫеп, ҡояшта янып, танымаҫлыҡ булып үҙгәреп киткәйне.
Абдулхаҡ хәстәрлек күргәнгә, дауалаған тәжрибәле табиптар Ракитин, Фридман булғанға, үҙем дә улар кәңәшен тотҡанға, туғандарым да ярҙамынан ташламағанға ғына, мин, Аллаға шөкөр, бөгөнгө көнгә тиклем йәшәйем. Шундай хәстәрлекле иргә әллә ниндәй изгелектәр ҙә, рәхмәттәр ҙә аҙ булыр. Минең һауығыуҙы бик ныҡ теләне, ҡыҙым да үҙем кеүек бәләкәйҙән үк әсәйһеҙ ҡалмаһын тип тә уйлағандыр, мине яратыуы ла көслө ине.
Шул йылдарҙа, ҡыҙыбыҙға иптәшкә бер малай булһын ине, тип хыяллана инек. Яҡын дуҫтарыбыҙ бәләкәй генә малай статуэткаһы ла бүләк иткәйне, исемен дә «Азамат» тип ҡушҡайныҡ. Шул статуэтка беҙ Черниковкала йәшәгәндә гел комод өҫтөндә торҙо, аҙаҡ, Зорге урамына күскәндә, юғалды. Табиптар миңә бала табырға рөхсәт итмәне.
Мин шифаханала саҡта Абдулхаҡ командировкаға Әлшәй, Миәкә, Бәләбәй тирәләренә йөрөй ине, аҙға булһа ла минең янда булып ҡайтырға тырыша. Миңә яҙған хаттарында ла, килгәндә лә: «Маһиҙә, тиҙерәк һауыҡ инде, һине Азамат көтә», – тиер ине. Хоҙай насип итмәне, барлыҡ күңел йылыбыҙҙы, мөхәббәтебеҙҙе ҡыҙыбыҙға бирҙек.
1966-1967 йылдарҙа Абдулхаҡ «Оран һала Ер-Әсә» тигән патетик поэмаһын яҙҙы. Бик ауыр яҙылды поэма. Ер-Әсәнең ораны гел ҡолағымда яңғырап тора, йоҡоларҙан уята, ти торғайны. 1968 йылда ошо поэмаһы өсөн Абдулхаҡҡа Башҡортостан комсомолының Ғ. Сәләм премияһы исеме бирелде. Был поэманан өҙөктәр, Марк Максимов тарафынан руссаға тәржемә ителеп, «Правда» гәзитендә лә баҫылып сыҡты. Ҡаҙаҡ, украин, татар, яҡут, мари һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде.
Элекке Германия Демократик Республикаһында булғанда немец дуҫтар алдында ошо поэманан өҙөктәр уҡыған Абдулхаҡ, немецтар күңеленә лә барып еткән, яратҡандар. Тыныслыҡ донъялағы бөтә халыҡтарға ла ҡәҙерле лә, изге лә шул!
Ил яҙмышын, халыҡ яҙмышын, Башҡортостан яҙмышын йөрәге аша үткәреп, кисерештәр, әрнеүҙәр аша лиро-эпик күләмле «Урал тауышы» поэмаһын яҙҙы. Яҡшы әҫәр еңел генә тыумай шул, ал-ялһыҙ көндәр, йоҡоһоҙ төндәр талап ителә. Уны ижадсы, шағир үҙе генә белә. Шуға ла ул: «Был дастандарҙы ижад иткәндәге йән тетрәүҙәрен, йән ғазаптарын мин үҙем генә беләм», – тип яҙҙы бер мәҡәләһендә.
Абдулхаҡ сәфәр йөрөргә әүәҫ ине. Дәүләт кимәлендә үткән ҙур йыйындарҙан ҡалдырманылар.
1955 йылда башҡорт совет әҙәбиәте һәм сәнғәтенең Мәскәүҙә уҙғарылған декадаһында иң йәш (25 йәш) шағир һәм «Совет Башҡортостаны» гәзитенең журналисы булараҡ ҡатнашты, 1957 йылда йәштәрҙең һәм студенттарҙың Мәскәүҙә үткән Бөтә донъя фестивалендә, 1997 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡортостан көндәре йыйынында ла булды. Ҡарағалпаҡстан, Сыуашстан, Яҡутстан, Татарстан республикаларында үткән йыйындарҙа әүҙем ҡатнашты.
Ҡыҫҡаһы, юл йөрөргә, сәфәр сығырға әүәҫ булды. Ҡайһы ҡалаға, ҡайһы районға барыуына, кемдәр алдында (ауыл хужалығы эшсәндәреме, төҙөүселәрме, уҡытыусылармы, уҡыусылармы) сығыш яһарға тейешлегенә ҡарап, шиғырҙарын алдан әҙерләй ине, күп шиғырҙарын яттан белһә лә, блокноты ҡулында, эре хәрефтәр менән яҙылған шиғырҙары шул блокнотта теркәлгән.
Шиғыр кисәләрендә ул сәхнәгә сығып шиғыр уҡый башлаһа, зал тып-тын ҡалыр, ә уҡып бөткәс, дәррәү ҡул сабырҙар ине, халыҡтың ҡат-ҡат һорап шиғыр уҡытҡан саҡтары ла йыш булды. Ә «Оран һала Ер-Әсә» поэмаһын уҡығанда инде тамашасы күҙендә йәш тамсылары ялтырай ине (Мин үҙем шаһит). Йөрәгенән һыҙылып сыҡҡан Ер-Әсә оранын уҡығанда халыҡ сихырланған һымаҡ тын да алмай ултыра, был оранды һәр тарафта ишетәләрҙер, борсолаларҙыр тигән уй йүгерә башҡа. Был оранды нисек ишетмәҫкә мөмкин?! Еребеҙҙе хәүефтәрҙән һаҡларға саҡырған оран бит был. 500 юлға яҡын поэмаһын яттан һөйләгәндә йөрәге нисек сыҙар икән, тип һәр саҡ борсолоп ултыра инем.
Абдулхаҡ ҡупшы, ыҫпай кейенергә яратты: өҫтә ап-аҡ күлдәк, аҙағыраҡ буйлыларын да ала башланыҡ, һуңыраҡ зәңгәрһыу, алһыу, ҡыҙғылт, һарғылт төҫтәге күлдәктәр модаға инеп китте. Моданан ҡалышмаҫҡа тырышты, костюмы һәр саҡ үтекләнгән, үҙе үтекләй, костюмдарын да, пальтоны ла ательела үҙенә үлсәтеп тектерә ине.
Көл дә, ила ла инде: ижадынан ғына түгел, кейгән кейеменән дә көнләште бит ҡайһы бер ҡәләмдәштәре. Береһе өр-яңы ҡышҡы пальтоһының төймәһен киҫеп алды, икенсеһе яңы ғына модаға кергән балонь плащының еңенә папиросын баҫып һүндереп, тишеп сығарҙы. Шундай ҡәләмдәштәргә нимә әйтәһең инде? «Егеттәр, ниңә шулай эшләйһегеҙ?» – тигәс, «Һиңә генә матур кейенергәме ни?» – тип яуап биргәндәр.
Абдулхаҡ ҡыҙым менән миңә лә: «Матур кейенеп йөрөгөҙ», – ти торғайны.
Беҙ кеше һөйләп, ғәйбәт һатып ултырманыҡ, һүҙебеҙ донъя мәшәҡәттәре, ғаилә хәстәре, ижад хаҡында, ижади пландар тураһында була торғайны. Минең нәшриәттә эшләүем дә фекерҙәш, серҙәш, ижадташ, моңдаш булыуға ярҙам иткәндер инде. Шулай ҙа Абдулхаҡты күрер саҡта күрмәмеш, исем-фамилияһын телгә алыр саҡта ла ишетмәмеш булғандарҙы мин дыу килтереп әрләй инем. Шуға бигерәк тә йәнем көйә, битарафлыҡ йәнде тырнай ине. Абдулхаҡ миңә: «Маһиҙә, әрләмә һин уларҙы, Аллаһ Тәғәлә барыһын да ишетеп, күреп тора, һәр кемде үҙ урынына ултыртыр әле», – тип кенә ҡуя торғайны.
Күңел түрендә ныҡ һаҡланған тағы бер иҫтәлек: өй алдындағы баҡсала, башҡа ағастар араһында йәш ҡыҙҙарҙың ебәк шәлдәренең суғы кеүек япраҡ-сәскәләрен еләҫ елдә елбер-елбер елберләтеп ултырған бөҙрә өйәңке хаҡында. Ағасты әтием ултыртҡан булған. 1953 йылда Абдулхаҡ өйәңке көйәҙ, йомшаҡ ағас тип, әтием иҫтәлегенә өйәңкелә имән образы күреп, «Имән» тигән шиғыр яҙҙы, Шамил Ҡолбарисов музыка ла яҙғайны, элегерәк 9 Майҙа, Еңеү көнөндә, ул йырҙы йыш тапшыралар ине, унда шундай юлдар бар:
Уны Ватанымдың бер һалдаты
Ултыртҡайны ошо урынға.
Ул юҡ хәҙер, ерен-һыуын ҡурсып,
Ятып ҡалды һуғыш ҡырында.
Өйҙө һатып, әнием менән һеңлемде үҙебеҙгә күсереп алып киткәндә, бөҙрә өйәңке лә, башҡа ағастар ҙа моңайышып ултырып ҡалды.
Абдулхаҡтың тағын бер күркәм сифатын әйтмәй булдыра алмайым: һис бер ҡасан, кәйефенең ниндәй икәнлегенә ҡарамай, бешергән ризығымды яманлап ашаманы. “Бөгөн ҡамырым бик уңмаған”, йә “ашым бик тәмле булмаған”, тиһәм, ул: “Юҡ, Маһиҙә, иҫ киткес тәмле, ризығыңды яманлап ултырма”, – ти торғайны. Ҡатын-ҡыҙ өсөн был да ҙур бәхет тип уйлайым.
Мин тамам һауыҡҡас, йәйге ялдарҙы өсәү бергә үткәрә башланыҡ. Тәүге йылдарҙа әниемдең апаһы йәшәгән Мәләүез районының Һарыш ауылында ял итә инек, Ағиҙел буйында ғына, тәбиғәт матур, еләк-емеш уңа, еләк-емеш йыябыҙ, үләндәр, сәскәләр йыйып киптерәбеҙ, һыу инәбеҙ.
1960 йылда, Талҡаҫ ял йортона барышлай, Абдулхаҡ беренсе тапҡыр ҡыҙым менән мине тыуған ауылы Күсейгә алып барҙы, – ата йортона, ата нигеҙенә. Унда үгәй әсәһе йәшәй ине.
Ауылда еләккә йөрөнөк, еләк уңғайны. Абдулхаҡтың беҙҙең менән еләккә йөрөүен ауыл ирҙәре өнәп тә бөтмәгән икән, еләкте ул шул тиклем ихлас, оҫта йыя ине. Мин – бала саҡтан өләсәйем менән еләк-емешкә йөрөп үҫкән ҡыҙ. Еләктән ҡаҡ ҡойорға уйланыҡ, тик еләк һөҙөргә йүкә иләк юҡ. Йорт беренсә йөрөп, тәки таптылар. Шунда 12 таҡта (һике таҡтаһы) еләк ҡағы эшләнек.
Күсейгә юл төшһә, хәҙер Абдулхаҡтың ата бер, әсә башҡа һеңлеһе Хәнифәгә бара инек. Хәнифә лә (кейәү иртә үлде), ҡыҙҙары ла беҙҙең ҡайтҡанды көтөп алдылар. Хәнифә Әхәт ағай менән Абдулхаҡтың 60 йәшенә Өфөгә килеп, “Нефтсе” һарайында үткән бик матур ижад кисәһендә, унан икенсе көнөндә «Башҡортостан» ресторанында ҙур банкетта булып, күп яҙыусыларҙы, артистарҙы күреп ҡайтыуын ғүмер буйы һағынып һөйләне. Хәҙер инде ул да баҡыйлыҡҡа күсте. Кинйә ҡыҙы Кәримә Усманова – «Башҡортостан» гәзитенең Урал аръяғы райондары буйынса махсус хәбәрсеһе.
Талҡаҫта унан һуң да бер нисә мәртәбә ял иттек. Пароход менән Ҡазанға, Мәскәүгә барҙыҡ, Ленинградты ла күреп ҡайттыҡ. Шунан инде Кавказ, Ҡырым, Балтика буйы яҡтарына йөрөй башланыҡ. Абдулхаҡ йәйге ялды алдан хәстәрләй, ҡайһы айҙа ҡайҙа барабыҙ, ҡыш уҡ заявка биреп ҡуя. Ялта, Күктүбә, Гагра, Пицунда, Одесса, Дубултыла бер нисә мәртәбә өсәүләп ял иттек. Ял ваҡытында экскурсияларҙан да ҡалмай инек, бөтә тарихи, иҫтәлекле урындарҙы күрергә, белергә тырыштыҡ.
Дачабыҙ ҙа, баҡсабыҙ ҙа, машинабыҙ ҙа булманы, булдырырға ла тырышманыҡ.
Абдулхаҡ үҙе ҡышҡы айҙарҙа яҙыусылар өсөн булған ижад йорттарына эшләр өсөн китте (Переделкино, Малеевка, Галицыно, Дубулты). Икешәр айға барған саҡтары ла булды, емешле ижад итеп, күтәренке кәйеф менән ҡайтыр ине.
Хәтерем алдамаһа, 1959 йыл булһа кәрәк, Абдулхаҡ 7 йәшлек ҡыҙым менән мине Мәскәүгә алып китте. Мәскәүҙә нәҡ шул ваҡыт Америка күргәҙмәһе бара. Президент Эйзенхауэр ҙа киләсәк тип ишеттек. Абдулхаҡ, күргәҙмәгә барабыҙ, тине лә, иртәнге сәғәт 4-тә тороп киттек. Күргәҙмә урынына барып еттек, унда мәхшәр, ҡапҡа тирәһенә барырлыҡ та түгел, саҡырыу ҡағыҙы менән генә индерәләр. Абдулхаҡ тегендә-бында бәрелә-һуғыла йөрөй торғас, беҙҙе индереп ебәрҙеләр, күкрәгенә значок та ҡаҙанылар. Ҡытай менән мөнәсәбәт шәп саҡ, ҡытай кешеһе тип уйланылар, буғай, тип аҙаҡ көлөштөк.
1985 йылда бер төркөм башҡорт яҙыусылары Рәсәй Яҙыусылар союзы съезына барырға тейеш. Ҡатындары менән барырға теләүселәр ҙә байтаҡ икән. Минең дә Мәскәүгә барғым килде, Яҙыусылар союзында миңә лә Абдулхаҡ менән бергә барырға ризалыҡ бирҙеләр. Китер мәл еткәс кенә: «Бисәләрегеҙҙе алып килмәҫкә ҡуштылар», – тигән хәбәр ишетелде. Минең кәйеф китте, әлбиттә. Абдулхаҡ миңә: «Ҡайғырма, беҙ икенсе юл һайларбыҙ», – тине лә самолетҡа билет алды, беҙ самолет менән бер көн алда барып, ҡунаҡханаға урынлаштыҡ, ял иттек, магазиндарҙа йөрөп алырға ла өлгөрҙөк.
Бына икенсе көн иртән ҡунаҡханаға поезда арыған, йонсоған яҙыусылар килеп инде. Абдулхаҡ менән мин, кейенешеп-яһанышып, уларҙы ҡаршы алып торабыҙ. Килеүселәрҙең күҙҙәре дүрт булды. Берәй нәмәне тәүәккәлләһә, осона сыҡмай ҡуймай ине. Тәүәккәл булыуы ла оҡшай ине миңә.
Абдулхаҡтың юбилей кисәләре (50 йәш, 60 йәш, 65 йәш, 70 йәш, 75 йәш) Өфөлә тамашасы тулы ҙур залдарҙа, юғары кимәлдә, күңелгә яҡын шиғыр-йыр байрамы булып үтте. Тыуған яғы Баймаҡтағы осрашыуҙар ҙа ихласлыҡ, туғанлыҡ хистәренә төрөнгән уртаҡ байрам булып мәңге хәтерҙә һаҡлана.
2000 йылдың салт ҡояшлы июль айы. Күсей мәктәбе алды шығырым тулы халыҡ. Өлкән йәштәгеләр күләгәле яҡҡа теҙелгән. Ап-аҡ күлдәк кейгән малайҙар, аҡ блузкалы, сәстәренә аҡ бантик таҡҡан ҡыҙҙар майҙан уртаһында. Балалар, бер-бер артлы сығып, Абдулхаҡтың шиғырҙарын һөйләй, йырҙарын йырлай. Мәктәп майҙаны шау-гөр килә. Абдулхаҡты ҙурлайҙар, уның эргәһендә ҡыҙым да бар.
Ҡапыл ҡасандыр Күсей урамы буйлап атлаған теге бәләкәй малай күҙ алдыма килеп баҫты, күҙ алдым ҡараңғыланып, башым әйләнеп китте.
Үҙемде тиҙ генә ҡулға алдым да: «Алдыңдағы мажараға ҡара, һөйөн, шатлан!» – тип айнып киттем.
Абдулхаҡ үҙен һаҡлаусы ниндәйҙер көс барлығына ышана ине. Бына бәләкәй генә бер ваҡиға: йәйге эҫе көн, бәләкәс Абдулхаҡ урам уртаһында сирәм йолҡоп күбә һалып ултыра, ул был эш менән шул тиклем ныҡ мауыҡҡан, йыраҡтан ишетелгән ат кешнәүҙәренә лә, дөпөлдәгән тояҡ тауыштарына ла иғтибар итмәй. Тояҡ тауыштары яҡынайғас ҡына ул боролоп артына ҡарай ҙа ҡапыл ҡатып ҡала. Уның өҫтөнә бер өйөр ат ябырылып килә. Абдулхаҡ йомарланып ултыра ла сытырлатып күҙҙәрен йома, тояҡ еле сәстәрен елберләтә, туҙан битенә һарыла. Күпмелер ваҡыт үткәс, тояҡ тауыштары алыҫайғас, Абдулхаҡ башын ҡалҡыта. Өйҙәренән атылып килеп сыҡҡан инәйҙәр, апайҙар, илашып, уға ҡарай йүгерә. «Нисек кенә иҙә тапап китмәне икән был ярһыған аттар?» – тип аптырашалар. Аттың аты ла сабыйҙы йәлләй икән шул...
Тағы бер ғәжәйеп хәл: Абдулхаҡ «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләгән осорҙа Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылына командировкаға бара, быға тиклем ҡоро торған көн боҙолоп китә, ямғыр яуа башлай. Абдулхаҡ колхоз идараһына инә, унда бер кем дә юҡ, тәҙрә лә, ишек тә шар асыҡ. Абдулхаҡ, телефондан шылтыратмаҡсы булып, трубкаға үрелә, трубканың дерелдәгәнен тойоп, кире ҡуя. Шул саҡ асыҡ тәҙрәнән утлы туп осоп инә лә Абдулхаҡ эргәһенән үтеп, асыҡ ишектән сығып китә, йәшен тубы фермаға барып еткәс шартлай. Янғын сыға.
Абдулхаҡ, Өфөгә ҡайтҡас был ғәжәйеп хәл тураһында бергә эшләгән иптәштәренә һөйләй. Уны тыңлап ултырған Ғәли Ибраһимов аҙаҡ был хаҡта үҙенең «Йәшен ташы» повесында яҙа.
Абдулхаҡты күп бәлә-ҡазанан, үлемдән һаҡлап ҡалған мөғжизәләр бихисап. Бәлки, шуғалыр ҙа, үҙен һаҡлаусы изге көс барлығына ғүмер буйы ышанып йәшәне ул. «Үлем менән күҙмә-күҙ осрашҡан саҡта ла ниндәйҙер изге көс һаҡлап алып ҡала, моғайын, атай-әсәйемдең рухылыр», – ти торғайны.
Абдулхаҡ 1969–1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт инс-титуты ҡаршыһындағы Юғары курстарҙа уҡыны.
Шағир балалар өсөн дә күп яҙҙы. «Сәй ҡайнатты ҡуяндар», «Бәләкәс дуҫтарыма», «Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай?» һәм башҡа китаптары башҡорт телендә лә, рус телендә лә донъя күрҙе. Мәскәүҙә уҡыған сағында Мәскәү шағирҙары (Ю. Полухин, А. Мезинов һ.б.) уның шиғырҙарын, айырыуса балалар өсөн яҙылғандарын тәржемә итте. «Детская литература» нәшриәтендә 100–150 мең дана менән «Серебряный колокольчик», «Прилетай скорей, пчела!», «Быстроходный мой челнок» исемле китаптары баҫылып сыҡты.
Мәскәүҙә уҡып ҡайтҡас, ул оҙаҡ йылдар «Ағиҙел» журналының поэзия бүлеген етәкләне, эшен яратты, эштән туйманы, күпме йәш шағирға әҙәбиәткә килергә илһам, дәрт-дарман бирҙе, рухландырҙы икән! Үҙ ижады ла туҡтап торманы. 1991 йылда «Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар» тигән шиғырҙар китабы өсөн Абдулхаҡҡа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.
Абдулхаҡтың 80-се йылдар аҙағындағы ижадына күҙ һалһаң, унда әрнеү, һағыш, борсолоу, илдәге бөлгөнлөк, әхлаҡһыҙлыҡ шағир йөрәген һыҡрандырыуын, һыҙландырыуын күрәһең. Ул үҙе үк шул йылдарҙа яҙған шиғырҙарын «Яралы шиғырҙарым» тип атаны. «Донъябыҙҙан ни ҡала?», «Юҡ уларҙың иманы», «Был донъялар ҡайҙа бара ул?» кеүек шиғырҙары – ил яҙмышы, халыҡ, милләт яҙмышы өсөн борсолоуҙарҙан тыуған әҫәрҙәр.
2010 йылда Абдулхаҡҡа «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән юғары исем бирелде, һуңғараҡ ҡалып бирҙеләр, әлбиттә, был оло исемде. Ни хәл итәһең? Һуң булһа ла – уң булһын, ти халыҡ.
Ҡыҙыбыҙ Фәниә – беҙҙең берҙән-бер мөхәббәт емешебеҙ, таянысыбыҙ, өмөт-ышанысыбыҙ, бәхетебеҙ. Мәктәптә һәйбәт уҡыны. Башҡорт дәүләт университетын тамамланы. Өфө авиация-техник институтының социология лабораторияһында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләне. Бөтә Рәсәйгә билдәле ғалим Нариман Айытов етәкселегендә 1989 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы, философия фәндәре кандидаты.
1991 йылдан Башҡортостан дәүләт аграр университетында философия, социология һәм педагогика кафедраһында доцент, ә 2016 йылдан – социаль иҡтисади һәм гуманитар дисциплиналар кафедраһы доценты. Магистрҙарға ла, аспиранттарға ла уҡыу курстары алып бара. Уҡытыусылыҡ һәм ғилми тикшеренеү эшмәкәрлеген уңышлы ғәмәлгә ашырыуы һөҙөмтәһендә университет профессорҙары, уҡытыусылары араһында рейтинг баһаламаһы буйынса ун йыл рәттән иң алдынғы доцент дәрәжәһендә. Ҡыҙыбыҙ – алты коллектив монография авторы, ғилми уҡытыу программаһы буйынса 300-гә яҡын хеҙмәте тотош Рәсәйҙә билдәлелек алды, өс электрон уҡыу әсбабы, ВАК журналдарында 32 мәҡәләһе донъя күрҙе. Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһы менән наградланды, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
Фәниә бөгөн дә аграр университетта эшләп йөрөй. Йәне-тәне менән моңдо, шиғриәтте ярата, музыкаға дәрте ҙур ине, ваҡытында пианино алып бирә алманыҡ, аҙаҡ дәрте, теләге һүрелде. Шулай ҙа, ниндәй генә йыр булһа ла (башҡорт, татар, рус), нотаһына ҡағылыу менән танып ала. Ҡайһы саҡ, миңә дизайнер булырға кәрәк булған, тип үкенеп тә ҡуя, сөнки ул шул тиклем нәфислекте, матурлыҡты, бөхтәлекте тоя белгән нескә зауыҡлы кеше.
Абдулхаҡ: «Ҡыҙым, һинең эштәрең һәйбәт бара», – тип әлдән-әле һөйөнөп әйтеп ҡуя ине. Һуңғы йылдарҙа үҙенең эшләй алмауына ныҡ көйөндө, башы ауыртты, ике күҙенә лә операция эшләтте, бик уңышлы булманы. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Фәниәнең эштән ҡайтҡанын һағынып көтөп алды, иртән хәйерле юл теләп, арҡаһынан һөйөп, оҙатып ҡалыр, әгәр өлгөрә алмай ҡалһа, ишекте асып, лифт төбөндә булһа ла: «Ҡыҙым, хәйерле юл!» – тип әйтеп ҡалды.
Төшөнкөлөккә бирелмәне, беҙгә лә ирек бирмәне. Тик һуңғы йылда ғына: «Маһиҙә, мин һинән башҡа тын да ала алмайым. Мин һинһеҙ бер минут та тора алмайым, һин мине ҡалдырма инде», – ти башланы. «Абдулхаҡҡайым, мин нишләп һине ҡалдырайым инде, һин үҙең мине ҡалдырма», – тип әйтә инем. Тыңламаны, ҡалдырҙы ла китте...
Мин Абдулхаҡҡа ваҡыты-ваҡыты менән әсәй ҙә, ҡатын да, илһамсы ла, фекерҙәш тә, серҙәш тә, кәңәшсе лә, тәнҡитсе лә булырға тырыштым. Яҙмышыма зарланмайым, бәхетле ҡатын булдым, һөйөп-һөйөлөп йәшәнем, мохтажлыҡтарға ла, ауыр сирҙәргә лә бирешмәнек, ғәйбәттәргә лә иҫ китмәне, бер-беребеҙгә ышаныу, мөхәббәтебеҙ, Аллаға шөкөр, йәшәүгә көс-ҡеүәт бирҙе.
Әле уйлайым-уйлайым да, Абдулхаҡта кешене аңлау ҡеүәһе көслө, психолог та булған икән, тип ҡуям. Уның дуҫтары күп булманы, айырыуса оло яҙыусылар Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Сәйфи ағайҙың ҡыҙы Сөйөмбикә апай, кейәүе Рөстәм Кузеев та Абдулхаҡты яҡын күрҙеләр, шулай уҡ Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев, Зәйнәб Биишева, Кәтибә Кинйәбулатова, Рәғиҙә Янбулатова, Яныбай Хамматов, Ноғман Мусин, Ҡәҙим Аралбай, Рәшит Шәкүр.
Композиторҙарҙан Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рәүеф Мортазин, Рафиҡ Сәлмәнов, Данил Хәсәншин, Рим Хәсәнов. Уларҙың һәр береһе Абдулхаҡтың шиғырҙарына йыр яҙҙы. Йыр яҙған йәш композиторҙар ҙа күп, һанап тормайым инде. Абдулхаҡ композиторҙарға, минең шиғырҙарыма көй яҙығыҙ, тип (ундайҙар ҙа күп) йөрөмәне, үҙҙәре күрҙе, алды, яҙҙы.
Кешене үтәнән-үтә күрә белде, яратырҙай кешеләрҙе яратты, ғорур булды, һөймәгәнгә һөйкәлмәне, түрәләр ишеген шаҡып йөрөмәне, һоранманы, юхаланманы. Бай түгелмен, әммә ғорурмын, тип йәшәне. Шундай холҡо менән ул ябай кешеләргә яҡын булғандыр, шуға халыҡ уны яратҡандыр. Бары тик үҙ хеҙмәте, үҙ көсө менән, үҙенә ышаныу, түҙергә, еңергә тигән девиз уға йәшәргә, эшләргә көс бирҙе. Рухи яҡтан ҡаҡшатырға теләүселәр булһа ла (ундайҙар бихисап ине), һынманы, һығылманы.
Ҡәҙерлебеҙҙе ифрат һағынабыҙ, юҡһынабыҙ, уны һөйләмәгән, иҫкә алмаған көнөбөҙ юҡ, мәрәкәле саҡтарын иҫкә төшөрмәгән, уның яратҡан ризыҡтарын иҫләмәгән көнөбөҙ аҙ.
Беҙҙе дуҫ-иштәр, туғандар «өс таған» тиҙәр ине. Беҙ бик берҙәм, татыу йәшәнек. Хатта урыҡ-һурыҡ ашауҙы ла өнәмәнек, өсөбөҙ бергә ултырып ашауҙы хуп күрҙек.
Бына Абдулхаҡ менән бергә уралған ғүмер йомғағын һүтә-һүтә осона килеп сыҡтым. 65 йылдан ашыу ғүмер юлын бергә үткән ғәзиз кешемдең асылын, бар булмышын күпмелер дәрәжәлә аса, күрһәтә алдыммы икән инде?
Йомғаҡ осон миңә тоттороп китте, һуңғы һулышына тиклем, ҡайнар ҡулдары һыуынғансы ҡулдары ҡулымда булды. Яҡты ҡояшыбыҙ ҡапыл ғына һүнде лә ҡуйҙы шул...
Урыны ожмахта булһын!

Маһиҙә ИГЕБАЕВА. 

2018 йыл.

Редакциянан: “Тыңламаны. Ҡалдырҙы ла китте” тиһә лә Маһиҙә апай, ул да быйыл яҙ баҡыйлыҡҡа күсте. Осрашҡандыр мөхәббәтле йәндәре... Урындары ожмах түрҙәрендә булһын.

Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының июль һанында донъя күрҙе.

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: