Генийлыҡ еҫе бөркөлә
1993 йылда студент сағыбыҙҙа Артур Дәүләтбәков менән беҙ “Йәшлек” гәзитенә эшкә килдек. Баҫманың популяр мәле, унда эшләү үҙе үк бер мәртәбә ине. Егерме өс йәштә генә булған баш мөхәррир Артур Иҙелбаевтың кадрҙар һайлау буйынса “танауы иҫ киткес еҫ һиҙә” ине. Тәүәккәл дә ине шул. Шунһыҙ бөйөк эштәр ҡыйратып та булмайҙыр, формацияларҙың ғына түгел, аңдың, кешелек тарихының аҫты-өҫкә килгән осор ине. Йәш етәксе ул осорҙа гәзиткә эшкә егет-ҡыҙҙарҙы, һөнәре-белеменә ҡарап түгел, тормошҡа, заманаға булған ҡарашына, креатив фекеренә таянып алды шикелле. Бөгөн ил йөҙөндә күренекле журналистар, шәхестәр булып киткән заттар ул саҡта журналистиканан бөтөнләй йыраҡта ине, мәҫәлән, Таһир Ишкинин – музыкант, баянсы, Дамир Шәрәфетдинов – зоотехник, Артур менән беҙ – студенттар, Рәлис Ураҙғолов – ауыл хужалығында етәксе, тракторсы, Анил Нуриев – ябай уҡытыусы, һуңғараҡ беҙгә килеп ҡушылған Әлфиә Шәрипова-Хәмитова, Зәйтүнә Ниғәмәтйәновалар шулай уҡ университеттан тура килде...
“Йәшлек” һөнәргә өйрәнеү үҙәге генә түгел, шәп тормош мәктәбе лә булды. Рәшиҙә Лотфуллина-Мәһәҙиева, Йомабикә Ильясова, Хәсән Назар, Зәйтүнә Ханова, Рәсимә Әлмөхәмәтова, Гөлсимә Ризуанова, Нияз Мәһәҙиев, Закир Зиннәтуллин, Нияз Сәлимов, Ғималетдин Яруллин һәм башҡалар беҙҙе арҡанан һөйөп, йылы һүҙҙәр менән күңелде күтәреп кенә эшләтмәне, ә һәр хатабыҙҙы күрһәтеп, йүнәлеш биреп, кәрәк икән, дөйөм ғәм алдына сығарып, тикшереүгә ҡуйып һабаҡ та бирҙе.
Беҙ Таһир менән Дамир янына һыйындыҡ. Улар беҙгә – үҙ иткән ағайҙар, һаҡлайҙар, кәрәк икән, һыйлайҙар. Яҙырға өйрәтәләр, телефондан нисек һөйләшергә икәненә тиклем аңлаталар. Йомошҡа ла йүгертәләр. Иң ауыры оперативка була торғайны. Артур менән икебеҙҙе, яңы килгәндәрҙе, эй, әрләйҙәр, мәҡәләләрҙе энәһенән-ебенә тиклем тикшереп, оятҡа ҡалдыралар ине. Факттар тейешенсә тикшерелмәгән, авторҙың үҙенең аныҡ ҡына мәсьәләгә ҡарашы юҡ, һөйләм һайын тавтология... Совет осоронан шундай йола ҡалған ине, буғай: йәштәр шашып китмәһен өсөн алдан уҡ йүгәнләп, ауыҙлыҡлап алырға кәрәк. Күшеккән себеш ҡиәфәтенә төшөрәләр ине. Бигерәк тә апайҙар тәҡәтте ҡоротто, улар беҙҙе тәнҡитләй башлаһа, Таһир менән Дамир яҡлаша башлай, яҡшы яҡты күрһәтергә ынтыла. Дәлилдәре булмаһа ла яҡлаша. Уф, беҙгә рәхәт булып китә. Шунан уларҙың үҙҙәренә лә эләгә, мәҡәләләрен ваҡытында бирмәгән, бармаҡтан һурып яҙылған, стиль өҫтөндә эшләмәйҙәр... Әле уйлаһаң, хәтәр булған ябай оперативкалар, шәхесте кәмһетеү юҡ, ә яҙған, ижад иткән материалдарға ғына ҡағыла һүҙ. Хәҙер бер кинәнес тыуҙыра шул мәлдәрҙе иҫләү һәм бер хәҡиҡәтте аңлайһың: оҫталыҡ та, кәрәкле аҡыллы һүҙ ҙә бәхәс, тәнҡит аша килә шул. Бер мәктәп булған. Шуныһы ҡыҙыҡ: өҫкә менгәс, йәғни үҙ кабинетыбыҙға ҡайтҡас, Дамир беҙҙең өҫтәл алдына килә лә, бер ҡулын кос-тюм кеҫәһенә тыға, икенсе ҡулының бармаҡтары менән мыйығын һыпырғылап: “Шашмағыҙ, улар, апайҙар, дөрөҫөн әйтте”, – тип ҡуя. Беҙ аңлайбыҙ инде, тиҙ генә сығып киләбеҙ. Ағайҙар студенттарҙан, йәғни беҙҙән, журналист ҡына түгел, тормош мәктәбе үткәреп, ирҙәр ҙә яһаны. Беҙ бер ҡасан да бер-беребеҙҙе һатманыҡ, шулай бер-беребеҙҙе ҡурсаларға, бер-беребеҙгә терәк, фекерҙәш булырға өйрәндек. Ирҙәрсә.
Һуңғараҡ Дамир менән бер бүлмәлә лә йәшәнем. Уға минең менән рәхәт ине шикелле. Күпкә бәләкәй булһам да, бара-бара ул мине үҙ тиңе, тиҫтере кеүек күрҙе. Шул осорҙа күҙ алдында тиерлек уның “Сәскәлек”, “Урман” поэмалары, бик күп шиғырҙары, бер нисә хикәйәһе яҙылды. Эсмәгән сағы булһа, ул тик ижад менән генә йәшәне, тиҙ яҙҙы, ҡалын дәфтәре менән ручкаһы һәр саҡ эргәһендә ине. Көндәлектәр алып барҙы. Ял мәлендә паркка сығып, шахмат уйнай торғайныҡ. Уйнағанда ла еңеү өсөн түгел, ҡыҙыҡ йөрөштәр, үҙенсәлекле композициялар булдырырға тырышабыҙ. Уйнап бөткәс, шул композицияны яңынан теҙеп, тикшерә, анализлай инек. Үҙебеҙсә шулай логик фекерләүҙе үҫтерәбеҙ, хәтерҙе нығытабыҙ, йәнәһе. Шахмат, тигәндән. Әхмәр Үтәбай беренсе тапҡыр Дамир менән һөйләшкәнен хәтергә төшөрҙө. Үткән быуаттың һикһәненсе йылдар аҙағында Өфөнән эш буйынса “Урал” гәзитенә шылтырата ул.
– Баш мөхәррир Гүзәл Ситдиҡова (әйткәндәй, бөгөн халыҡ шағиры булған әҙибәбеҙ ваҡытында зоотехник булған Дамирҙы, унда шиғриәт осҡонон тойоп, журналистикаға саҡыра, әҙәбиәткә алып инә) командировкаға киткән, бүлектән берәү алды телефонды. Нәҙек тауышлы ир. Аптырап ҡалдым. Кемдең тауышына оҡшаттым, беләһеңме? – тип һөйләй Әхмәр.
– Йә.
– Шахматсы, донъя чемпионы Анатолий Карпов тауышы. Точь в точь. Карпов башҡортса беләме икән ни, тигән юҡ-бар уй үтте хатта баштан. Һеҙ кем булаһығыҙ, тим. Мин Орел өлкәһенән ҡайттым, редакцияла эшләп йөрөйөм, ти. Ны-ыҡ ҡыҙыҡ тойолғайны.
Дамирҙың тауышы ла, йөҙөндәге ҡайһы бер һыҙаттары, ысынлап та, Карповҡа оҡшағайны ла шул. Һәм аҡылы, фекерләүендә лә уның генийлыҡ сифаттары сағылып ҡала ине.
Тәүлектең ниндәй генә мәлендә берәй мәғлүмәт, үҙең белмәгән энциклопедик рәүештә берәй һорау менән мөрәжәғәт ит, ҡоштар, үләндәр тураһындамы, һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы, был һүҙҙең ни аңлатыуы булһынмы – ул һәр өлкәлә белемле, шуға аныҡ һәм дөрөҫ яуап бирер ине. Ауыл хужалығы институтында уҡығанда һәм вуздан һуң мәжбүри ебәрелгән Орел өлкәһендә, аралашыр кеше булмағас, китапҡа ҡаҙала, күп уҡый. Шунда аҙна һайын тигәндәй Мәскәүгә экскурсияға бара торғайным, тип һөйләгәне иҫтә. Уны “аяҡлы энциклопедия” тип йөрөттөк. Хәтере шәп булды. ТВ-лағы “Кто хочет стать миллионером” тигән интеллектуаль уйынды ҡараған һайын, их, ошонда Дамир уйнаһа, миллионды отор ине, тип уйлай торғайным. Үҙенә лә әйткәнем булды, эйе, шул ғына ҡалмағайны, тип яуаплар ине. Ул был фанилыҡты ҡалдырып киткәс тә әле, мәҡәлә яҙғанда йә башҡа сәбәбе сығып, берәй һорау тыуһа, аңғармаҫтан телефонды алып, Дамирҙы йыя торғайным. Шунан ҡапыл иҫемә килеп төшә лә, тамаҡ төбөнә әсе һут бәреп сыға... Уның юҡлығына күңел оҙаҡ ҡына ышанмай ыҙаланды. Ул һаман да кәрәк ине миңә лә, башҡаға ла...
Ситкәрәк киттем. “Йәшлек”тә эшләгәндә, баш мөхәрир Нияз Сәлимов, әллә Ғималетдин Яруллин осоро булдымы икән, Дамирҙы таулы районға командировкаға ебәрҙеләр. Элек еңел машина менән йөрөү бик юҡ ине әле. Билетына, башҡаһына “командировочный” аҡсаһын алғас, егеттәр йыйылып “уңышлы сәфәр теләү” йолаһын башҡарҙыҡ. Дамир һуңынан тағы өҫтәгәнме инде, командировкаға бара алманы, өс көн бүлмәлә аунаны. Беҙ был хәлде белһәк тә, бер кемгә өндәшмәйбеҙ, беҙҙән башҡа уның юлға сыҡмағанын бер кем дә белмәй. Дүртенсе көнөнә Дамир бер полосалыҡ материал менән килде. Йәнәһе, юлда шундай хәлдәргә тарыған, шул кешеләрҙе осратҡан, район хакимиәтенә ошо проблемалар өҫтөндә эшләргә кәрәк, тигәнерәк мәҡәлә ине ул. Уға ярашлы бергәләп “клише”, йәғни фотоколлаж әтмәләнек. Материал баҫылды, баш мөхәррир белеү түгел, маҡтаны хатта. Юҡтан бар булдырыуға ла оҫта ине Дамир.
Мәңгелеккә дан йырлайһы япраҡ
Беҙ бер бүлмәлә йәшәгәндә Дамир Римманы алып ҡайтты, шул осор улар сәсен-сәскә бәйләне. Шәрәфетдиновтарҙың тормошо, миңә ҡалһа, сәйерерәк, бер аҙ серлерәк тә булды. Улар бар ғәм алдында етәкләшеп йөрөр, бер-береһенә хөрмәтен белдереп торған һоҡланғыс ғаилә булманы, ике аҙашҡан яҙмыш, ике аҙашҡан йән бер-береһе менән табышып, бер-береһен аңларға тырышып йәшәне. Аңлашмаған саҡтары ла әҙ булманы. Римма, насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәгән, иманлы ҡатын булараҡ, Дамирҙың эсеүен яратманы. Бер ятаҡта йәшәгәс, барыһы ла күҙ алдында. Ләкин уларҙың уртаҡ шөғөлдәре, уртаҡ өлкәлә тир түгеүҙәре, уртаҡ фекерҙәре, уртаҡ хәстәрҙәре бер-береһенә таяныс булырға саҡырҙы. Берәйһе ҡатыны хаҡында насар һүҙ ҡуҙғатһа, Дамир сәсрәп китер ине: “Риммаға һүҙ әйтмәгеҙ, ул мине кеше итеп тота әле!” Хәләленең ғаиләһендә ауыр ҡайғылар килгәндә Дамир ысын ирҙәрсә бар күңелен биреп, Римманың бәғеренә үтеп, ярҙам итте, терәк була белде, ә ҡатыны уның ижад донъяһын аңлап, ҙурлап ҡабул итте. Римма сабыр булды, Дамирҙы нисек бар – шулай күңеленә, йөрәгенә һыйҙыра алды. Дамир үҙе әйтмешләй, урманда үҫкән ҡырағай ҡатайҙар менән йәшәп ҡара. Түҙҙе ҡатыны, өмөтһөҙ, ауыр саҡтарында ла ҡулын һелтәп ташлап китмәне. Ә тормошта ла, хыялда ла романтик ирекле шағир өсөн ошонан да ҙур бәхет булмағандыр. Шуға, ниндәй генә хәлдә булһа ла, баяғы шул бүлмәһенә ҡайтып йығыла ине.
Ул кешеләрҙе яратып йәшәне. Унан бигерәк һәр әҙәмгә артыҡ ышанды. Шуға тиҙ үк йоғонтоға ла йыш бирелде. Тик күптәр уның ошо һөйөүен дөрөҫ тә аңламаны: йомошҡа, үҙ мәнфәғәтенән генә сығып файҙаланды. Ә Дамир, керһеҙ шағир, уны аңламаны ла, ҙур күҙҙәренән илаһи нурҙар бөркөп, һөйөү бөркөп йәшәне. Бәлки, аңлағандыр, тик әйтә белмәне, иҫереп алһа, ҡай саҡ донъяны һүгеп тә ташлай ине, янындағы кешеләрҙе лә. Беҙ уныһын да ысынға алманыҡ: Дамирҙың күңелендә насарлыҡ юҡ, иҫерек шайтаны ғына ҡоторта, иртәгә онота ул, тинек. Һәм ысынлап шулай булды ла, ғауғалағанын онотто, беҙ ҙә. Бәлки, уға һөйөү етмәгәндер, кеше һөйөүе, яҡынының, теләгән кешеләренең һөйөүе, йылы һүҙе етмәгәндер. Улай тиһәң, Мостайҙың Әсҡәте кеүек, икенсе планетанан беҙҙең ергә аҙашып килеп төшкән зат ише, беҙҙең йәшәйеште ҡабул итә алмайынса үтте лә китте кеүек. Юҡ, уны барыһы ла яратты. Ул яраттыра ла белде, ярҙамсыл ине. Тик уға барыһынан бигерәк табаны аҫтындағы йылы тупрағы, ҡолаҡты наҙлап шыбырлашҡан япраҡтар шауы, саҡырып торған зәңгәр күге кешеләрҙән яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк булып та киткәндер ҡай саҡ. Ул тәбиғәт балаһы ине. Бар булмышы менән. Шуға ламы икән, уның үҙенә лә, тормошона ла баһаһы бик түбән булды. Ғүмеренә төкөрөп ҡараны.
– Уның үҙ яҙмышына бөтөнләй иғтибары юҡ ине, – тип килешә уның йән дуҫтарының береһе Әхмәр ҙә. – Әйтәйек, ул үҙенең туйына китеп бара икән. Поезда, вагондар буйлап йөрөгәндә, берәй бер мәртәбә осраҡлы ғына осрашҡан кешене дуҫ тип әйтеп, уның хәленә инеп, уның менән төшөп ҡалырға мөмкин ине. Үҙе өсөн бөтөнләй йәшәй белмәне. Һеҙ мещандар, һеҙ фатир тип йәшәйһегеҙ, нимәгә кәрәк ул, барыбер ер аҫтына инеп ятабыҙ, тип асыуланып китә ине. Артабан нисек йәшәргә уйлайһың, тип һораһаң, йоҡлап йөрөргә ятаҡ бүлмәһе бар ҙа инде, пенсияға сыҡҡас, ауылға ҡайтам, Көмбәгә, тиер ине. Пенсияға етмәне, тыуған ауылына мәңгелеккә ҡайтты...
Эйе, тәбиғәте менән Шағир булды. Дамир әҙәбиәт, юғары сәнғәт донъяһында йәшәүҙе оло бер мәртәбә, яҙмыштың оло бүләге тип ҡабул итеп йәшәне. Шиғриәткә нескә, һаҡсыл ҡарашта булды, шуға ламы икән, ул кемдеңдер ижадын мөкиббән китеп маҡтаманы, данламаны. Поэзия секцияһының ултырыштарында ул күберәк әрләй, йә тәнҡитләй ине. Үҙе Фетты, Рубцовты, Лермонтовты, Высоцкийҙы яратты. Күп шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләр ине. Хәтере лә иҫ киткес ине. Уның кешегә бөтөнләй яуызлығы ла булманы, буғай. Тик тураһын ярып һалып, күңелде яралай торғайны. Иҫбатлай башлаһа, йәмһеҙ итеп серелдәп аңлатырға ынтыла ине. Ҡайһы бер мөхәррир был сифатын бик оҫта файҙаланды ла. Берәй яҙыусының әҫәре йә авторҙың мәҡәләһе баҫтырырлыҡ булмаһа, уға был хәбәрҙе Дамирҙан әйттерә торғайнылар. Дамир ҡурҡманы, күҙҙәренә тура ҡарап сәпәй ине, әсе итеп сәпәй ине. Мин аяҡ менән дә былай яҙмайым бит, тип ебәрә. Артыҡ ирекле ине. “Ниндәйҙер зоотехник, үгеҙ бесер урынға, нимә унда, баш мөхәррир урынбаҫары булып ултыра ҡупайып”, – тип таш бәрһәләр ҙә ыжламаны, сөнки ул интеллектуаль яҡтан да, ижади йәһәттән дә дипломлы филологтарҙан да, ҡайһы бер тәнҡитселәрҙән дә күпкә өҫтөн, килтергән дәғүәләре дәлилле ине.
Йомарт булды, бергә йыйылышҡанда иң беренсе ул аҡса ташлай, күпме икәнен дә ҡарап тормай. Йомошҡа ла үҙе йүгерҙе, оломон, вазифалымын тимәне. Инәлтмәне, эреләнмәне, егет тә була белде. Иҫереп алһа, аҡса тарата. Иртәгәһенә үҙе иҫләмәй. Йыйып ҡайтарабыҙ. Уның үҙенә бер нимә лә кәрәкмәй ине шул. Хатта ул үҙ-үҙенә лә кәрәкмәй ине шикелле. Тик тормоштан арыманы ул, нисектер йыбырлап йөрөп ятты, гәп һатты, ултырып яҙышып алды, берәй мәҡәләгә заказ бирһәң, иртәгәһенә тотоп килде.
Холҡо, насар ғәҙәте арҡаһында редакцияларҙы йыш алыштырҙы ул. Эштән ҡыуылып урамда ҡалған саҡтарында буш ятманы, егәрле ине, баҡсаһында өй, ер эштәре менән булды. Аҡсаһыҙ йөрөмәне, кеҫәһе буш саҡта ла теләнселәмәне, һорашыуҙы белмәне. Түҙҙе. Эшһеҙ сағында мөкиббән китеп тәржемәгә тотонор ине. Русса иҫ киткес белдекле ине, шуға тәржемә менән кинәнеп шөғөлләнде лә. Русса ла, башҡорт телен дә камил белеүе әҙәбиәтебеҙ өсөн бер байлыҡ, күренеш ине ул.
– Союзда бер шулай һөйләшеп ултыра инек. Рәми тураһында һүҙ китте лә, Дамир тотто ла халыҡ шағирының бер шиғырын руссаға “на ходу” тәржемә итте лә беҙгә бирҙе, – тип хәтерләй Әхмәр. – Башҡорт шиғриәтендә строфаның 2-се менән 4-се юлдары рифмалашһа, тәржемәлә, йәғни русса, 1-се менән 3-сө, 2-се менән 4-се юлдар ауаздаш яңғырай ине. Уҡыныҡ, тәржемәнең шәпме-юҡмы икәненә беҙ баһа бирә алмайбыҙ, тип рус шағиры Роберт Палгә индек. Ҡарағыҙ әле, он Рами напрямую перевел, оцените товар, тибеҙ. Уҡыны ла, ғәжәп, камил шиғыр, эске рифма йәһәтенән дә, мәғәнә яғынан да һоҡланғыс, тине ул. Һуңынан беҙ, Роберт Паль перевод прочитал, минуту стоял, потом от восхищения упал, тип көлкөлө фраза ла уйлап таптыҡ.
Хәҙер Дамирҙы уйлап, уның асылына, тормошона төшөнә барған һайын, бәлки, күптәребеҙгә ҡарағанда бәхетлерәк тә булғандыр.
Һуңғы йылдарҙа уның иң яҡын дуҫы яҙыусы Рәлис Ураҙғолов булғандыр. Улар бер-береһен көтөп ала ине. Ауылда йәшәгән Рәлис Өфөгә килер булһа, иң тәүҙә Дамирға шылтырата, осрашалар, баҙарға барып Рәлискә кәрәк-яраҡ алалар, шунан кафеға инеп һөйләшеп тә ултыралар. Күңеле тынғылыҡ тапмай башлаһа (ул да ижад кешеһе бит), Дамирға шылтырата, уныһы инәлтмәй килә һалып етә. Ултыралар, күңел бушаталар... Дамирҙы юғалтҡас, Рәлистең бер ҡанаты һынды, йәндәшһеҙ, уны аңлаған дуҫһыҙ ҡалды. Ауылда йәшәгән кеше өсөн был бик ауыр булды, уны аңлар, хәленә инер ижад кешеһе кәрәк ине. Һәм күп тә үтмәй... ул да дуҫы янына ашыҡты. Дамир барыһына ла кәрәк ине шул, ул барыһының да йөрәгенә һыйҙы. Тик... шағирҙы һуңғы юлға оҙатҡанда Зәки Әлибаев әйтмешләй, бәләкәй генә Дамир күп ергә һыйманы инде. Йәнде әсетер хәҡиҡәт ине был...
Ошондай үтә үҙенсәлекле шәхесте аңлап йәшәргә тура килде Риммаға. Бөгөн ул тормош иптәшенең иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай, рәхмәт уға. Улар аҡыллы ҡыҙ үҫтерҙеләр. Дамир бар йәнен бирерҙәй булып ҡыҙын яратты. Бер шулай минең машинала Иглин урманына ғалим Рөстәм Рәжәпов менән өсәүләп бәшмәк йыйырға барҙыҡ. Кескәй Лилиәне лә алдыҡ. Дамир урман эсенә ингәйне, үҙ стихияһына ҡайтты, бәшмәк йыйыу ҡайғыһы китте бының: ҡыҙына һәр осраған үлән, һәр тап булған бөжәк хаҡында һөйләргә тотондо. Башын ҡатырма баланың, бәшмәк йый, тибеҙ тегегә. Ыжламаны ла, бер бәшмәк тә өҙмәне, балаһы менән саф һауала әңгәмә ҡороп яйлап тик йөрөнө.
Лилиә үҫте, үҙ ғаиләһен ҡорҙо һәм атаһының тәүге һөнәрен һайланы, ветеринария юлынан китте.
Нәҫел ағасының иң осонда
Нәҙек кенә сыбыҡ-һыҙыҡ һыҙҙым.
Ул ағастың мәғрур шаулауында
Һинең тауыш та бар хәҙер, ҡыҙым.
Был тормоштоң сере ҡалай ябай:
Йөрөй, ана, алпан-толпан атлап,
Минең ҡәбер өҫтәрендә шаулап,
Мәңгелеккә дан йырлайһы япраҡ...
(Дамирҙың “Ҡыҙыма” шиғырынан).
Ата һөйөүе уның офоҡтарын яҡтырта ғына барыр, Аллаһ бирһә. Сөнки ул – данлы, шанлы Дамирҙың дауамы, киләсәге.
“Ул һинең тәҡдирең!”
Сағыштырмаса һуң, 32 йәштә генә, өйләндем. Дамир миңә кәләш табып бирҙе. Яртымды. Үҙем ашыҡмағас, дуҫ-иштәр ҙә миңә тип ҡыҙ димләй башлағайны инде. Шулай бер мәлде ҡышын Дамир командировканан ҡайтты ла, бер ятаҡта йәшәгәс, юл ҡарын да ҡаҡмай, өҫ кейемен дә һалмай, туп-тура миңә килеп инде. “Һиңә тәғәйен бик шәп ҡыҙ бар, исеме – Гөлшат. Мостайға Раузаһы нисек тәғәйен булһа, был ҡыҙ ҙа – һинең тәҡдирең”, – тип хәбәр һалды. Мин аптырап ҡалдым. “Нимәһе менән тәғәйен?” – тим. “Командировкала бергә булдыҡ. Ихлас йылмая, баҫалҡы. Һиңә оҡшарға тейеш”. Бар дәлиле ошомо? “Ә, ишеү, әҙәбиәтте ярата, белә, ул һине поймет. Тормошта ла”, – тип йылмайҙы ла ике бармағы менән мыйығын ике яҡҡа һыпырып ҡуйҙы. Гөлшат ул саҡта ҡурсаҡ театрының әҙәбиәт бүлегендә эшләй ине. Үҙе гел әлеге ҡыҙ менән эш телефоны аша һөйләшә лә миңә трубканы бирмәйенсә һалып ҡуя. Мут ҡына мыйыҡ аҫтынан йылмая. Таныштырырға ашыҡмай, нишләптер. Бер нисә ай үтте, яҙ етте шулай. Бер көндө түҙмәнем, трубканы талап тигәндәй алып, теге һылыуға үҙем һүҙ ҡуштым. Гөлшат ни юғалып ҡалды ла, сылтыратып көлөп, оялышынан трубканы һалып ҡуйҙы. Тауышы яғымлы ғына ине былай. Бер көндө эштә ултырһам, Гөлшат үҙе шылтырата. “Бер мәҡәләне тиҙ арала баҫтырырға кәрәк ине, һеҙгә, “Йәшлек”кә, килтерһәм буламы?” – ти. Йома көн ине. “Дүшәмбе кил”, – тинем ышаныслы итеп. Аҙна башында үҙем, Гөлшат бөгөн килмәһә генә ярар ине, тип уйлайым, ҡыйыулыҡ етмәгән кеүек. Шым ғына, эш тапҡан булып, туғыҙынсы ҡаттағы китапханаға ҡастым, мәҡәләһен ҡалдырыр ҙа китер әле, тип уйлауым. Килде. Дамир мине эҙләп тапты, теге, тәғәйен килде, әйҙә, ти. Төштөм. Гөлшатты күргәс тә ҡаушау бөттө, нисектер бер яҡын кешем кеүек ҡабул иттем дә ҡуйҙым. Күҙҙәрендәге берсә сабыйҙарса саф та, берсә һағышлы ла ҡарашын тойҙом. “Тәғәйен!” тигән көс тәьҫир иткәндер. “Бер өлкәлә эшләгәс, барыбер бер һуҡмаҡтан атларға, осрашырға тура килер, ҡасып йөрөүҙән ни файҙа, тип уйланым”, – тине үҙе һуңынан. Мәҡәләһенә күҙ йүгертеп сыҡҡан булдым (үҙемдә мәҡәлә ҡайғыһымы. Баҫылды ул һуңынан). “Әйҙә, ҡаршылағы кафеға инеп сығайыҡ, төшкө аш менән һыйлайым үҙеңде”, – тип тәҡдим иттем. Бер-беребеҙҙән сер һаҡламай, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүебеҙ шулай тәүге күрешеүҙән үк башланды. Дамир Шәрәфетдинов менән Рәлис Ураҙғоловты ла үҙебеҙ менән алып сығып киттек...
Мин яҙмышҡа ышанам, был тормошта бер нәмәнең дә юҡҡа ғына бирелмәүен беләм. Дамирҙың Гөлшатты “һиңә тәғәйен” тип код һалыуы ла, Гөлшаттың нәҡ шул көндө килеүе лә бушҡа булмаған. Ул саҡта, алда әйткәнемсә, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында әҙәбиәт бүлегендә эшләп йөрөй ине. Артис-тар өс ай буйы ял итә, тип киләһе аҙнанан түләүһеҙ оҙайлы отпускка ебәрәләр икән быны. Кафела беҙҙең янда бер аҙ ғына ваҡыт ултырған арала шуларҙы һөйләп өлгөрҙө. Ул китте. Ул саҡта кеҫә телефоны юҡ. Ә эшкә килһәк, насар яңылыҡ ишетәм: корректор Хәтирә апайыбыҙҙың аяғы һынған. Тиҙ арала уның урынына телде һәйбәт белгән кеше кәрәк икән. Шунан Дамир менән Гөлшатты эҙләргә тотондоҡ, таптыҡ, саҡырҙыҡ. Эшләп алды ла китте. Артабан бергә эшләп, бер-беребеҙгә эйәләшеп киттек. Дамир туйыбыҙҙа булды. Тантананы алып барыусы танылған журналист Сибәғәт Рахманғоловтың “этлеге” менән ултырғысҡа баҫып, балаларса ихласлыҡ, шағирҙарса олпатлыҡ менән беҙгә арнап шиғыр уҡыны, изге теләктәрен еткерҙе. Тәҡдирҙер, шөкөр, Гөлшат менән ихлас ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәйбеҙ, бергә ижад итәбеҙ, балалар үҫтерәбеҙ. Дамирға рәхмәтлебеҙ. Беҙ ҙә!
Мөнир ҠУНАФИН.
(Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының 6-сы һанында донъя күрҙе).