Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
11 Апрель , 21:10

Ҡомартҡылар – хәтер көҙгөләре

Әҙәбиәткә ҡырҡ йәше тулып килгәндә генә аяҡ баҫҡан, әммә оҙон булмаған ижади ғүмерендә халҡыбыҙға башҡорт тарихын һүрәтләгән егермеләгән роман бүләк итеп өлгөргән прозаик ул. Ижадсының “Бөртөкләп йыйыла алтын”, “Төньяҡ амурҙары”, “Һырдаръя” һәм башҡа күләмле әҫәрҙәре рухи байлыҡтарыбыҙҙың аҫыл ҡатламын тәшкил итә. Яҙыусының яңыраҡ ҡына З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Алтын юлағым” исемле автобиографик әҫәре лә, һис шикһеҙ, тарихи прозаның матур үрнәге, унда милләтебеҙҙең һуңғы быуатта күргән-кисергәндәре сағылыш тапҡан. Шул китаптың аҙағында урын алған “Тормош – мәктәп” исемле мәҡәләһендә әҫәрҙе баҫмаға әҙерләүсе, яҙыусының ҡыҙы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гүзәл Хамматова атаһы хаҡында: “Яҙыусы булғас та Яныбай Хамматов старатель ҡәлбендә ҡала: алтын эҙләгәндәй тыуған халҡы тарихының ҡатламдарын аҡтара, ҡиммәтле мәғлүмәттәр табып, уларҙы уҡыусылары менән уртаҡлаша. Ул үҙенең алтын юлағына юлыға”, – тип яҙа. Алтын йыуыусылар белә, тамырын юллай алыу ғына көс, әллә ҡайҙарға һуҙыла ул юлаҡ. Арҙаҡлы яҙыусының нәҫел сылбыры ла, шөкөр, шул юлаҡ ише, дауам итә, ул табынған ҡиммәттәргә бөгөн ейәнсәре Алһыу Әнүәр ҡыҙы, бүләсәрҙәре Әйшә менән Нәйлә лә тоғро.Яҙыусының ҡәҙерләп үҫтергән берҙән-бер ейәнсәре Алһыу Хамматова – табип, инде 20 йылдан ашыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, әммә яуаплы вазифала эшләһә лә, ижадҡа ла ваҡыт таба. Олатаһының “Ағиҙел Иҙелгә ҡоя”, “Салауат батыр” китаптарының тышлығын рәссам булараҡ биҙәгән ул, “Хәсрәтле бала саҡ”тың (“Пасынок”) рус телендәге баҫмаһына иллюстрациялар эшләгән. Ҡыҙҙары тыуғас, уларға үҙе яратҡан әкиәттәрҙе башҡортса һөйләүгә ихтыяжлыҡтан Шарль Пьероның “Көлһылыу”, ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың әкиәттәрен һәм башҡа донъя әҙәбиәте үрнәктәрен үҙе башҡортсаға ауҙарған. Улар айырым китап булып та сыҡҡан. Олатаһының яҙмаларын һаҡлау һәм таратыу өсөн дә көсөн йәлләмәгән Алһыу Әнүәр ҡыҙы менән Яныбай Хамматовтың тормошо һәм ижады хаҡында яҙыусы өсөн дә, ейәнсәре өсөн дә ҡәҙерле булған ҡомартҡыларҙы тотоп, иҫтәлектәргә бирелеп әңгәмә ҡорҙоҡ.

Уйынсыҡ төлкө
Ҡулына уйынсыҡ төлкөнө алғас, Алһыуҙың йөҙө яҡтырып китте.
– Уның бай ижады ла, ҡалдырған башҡа бөтә мираҫы ла, минең өсөн – ҡомартҡы. Китаптарының һәр юлының, һәр битенең тир түгеп тыуҙырылғанын үҙ күҙҙәрем менән күргәнмен, – тип һүҙен башланы ул. – Мин олатай-өләсәйемдәрҙә үҫтем, ата-әсәйем эшләгәс, улар янына ялдарға ғына ҡайта инем. Фидан өләсәйем дә эшләй ине әле, ә олатай Эске эштәр министрлығынан ҡырҡ йәштәр тирәһендә пенсияға сығып, тик ижад менән шөғөлләнгәс, – гел өйҙә. Ул үҫтерҙе, ул тәрбиәләне мине. Яҡшыны ямандан айырырға өйрәтте. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен, “Саҡ менән Суҡ” кеүек риүәйәттәрҙе, Мөхәмәт пәйғәмбәр хаҡында тарихтар һөйләне, динебеҙ хаҡында тәүге мәғлүмәттәр бирҙе. Коммунист булһа ла, атаһы йоғонтоһо ҙур булғандыр, юғары көс барлығына инанды ул, бала саҡтан ауыр мәлдәрҙә доғаларға мөрәжәғәт иткән. Ураҙа тотманы, әммә һуңғы йылдарҙа намаҙ ҙа уҡыны. Йырлағанын тыңларға ярата инем. Олатайым көн һайын яҙышты, ул яҙыу менән булғанда шым ғына уйнап ултыра инем. Үҙе етемлектә, ауырлыҡта үҫкәнгәме, балаларға айырыуса йомшаҡ, иғтибарлы ине. Әммә, һәр көнөн алдан уйлаған план буйынса ҡороп, маҡсатҡа ярашлы йәшәгән кеше булараҡ, дилбегәне бик ысҡындырып та барманы, талапсан булды. Юҡлыҡ күреп үҫкәс, үҙе һәр әйберен ныҡ ҡәҙерләп, әрһеҙләмәй тотондо, артыҡ нәмә һатып алманы. Сандалиҙарым йыртылһа ла, тегеп бирҙе, уйынсыҡ боҙолһа ла, йүнәтеп ҡуя ине. Исрафты йәне һөймәне. Шуға, иркәләтеп кенә торһа ла, шаштырманы. Үҙем дә бер ҡасан да, уйынсыҡтар йә башҡа нәмә һатып алығыҙ, тип һорап йөрөмәнем. Әммә бер мәл, Үҙәк баҙар яғында етәкләшеп китеп барғанда, киоскта бер йәтеш кенә, ябай ғына пластмасс төлкөгә күҙем төшкәнен хәтерләйем. Уның миңә кәрәк икәнен раҫлап әйтә белгәнемә күңеле булып, һатып алды. Шул уйынсыҡ һаман йөрөй, юғалмаған. Бына ул. Ҡәҙерле уйынсыҡты мин дә тотоп ҡарайым. Ысынлап та, ул нисектер йәнле кеүек, хәйләкәр генә түгел, яғымлы ла...
Тәүге эш өҫтәле
Яҙыусының эш өҫтәленә (журнал тышлығында күрергә мөмкин) киләбеҙ. Ҡасандыр ҡарт олатаһы беренсе романдарын ижад иткән был өҫтәлдә хәҙер бүләсәре Нәйлә өйгә эш эшләй икән. Алһыу илһамланып, берсә бойоғоп хәтирәләргә бирелә.
– Университетта осрашыуҙа бер студент ҡыҙ, олатайығыҙҙың ниндәй әйберен музейға бирмәҫ инегеҙ, тип һораны. Шунда уҡ тәүге эш өҫтәле күҙ алдыма килде. Тап шул үҙе бик яратҡан өҫтәлендә ул беренсе әҫәрен – “Бөртөкләп йыйыла алтын”ды яҙған. Мин дә шул өҫтәл артында мәктәпте тамамланым, ул миңә күскәс тә, олатай гел, һаҡ тотон, бысратма, тип кәңәштәрен биреп, уны ҡарап ҡына торҙо. Тәүге романдың ҡулъяҙмалары ла һаман шул өҫтәлдә ятты. Әле ҡыҙҙарыма ла, раритет өҫтәл артында уҡыу һеҙгә уңыш килтерер, тием. Иҫкерһә лә, бик ҡәҙерле ул миңә.
Алтмышынсы йылдарҙа Эске эштәр министрлығында эшләп йөрөгәндә әле, шул өҫтәл артында яҙышыуға тотона ул. Ул эшләгәндә шауларға бөтөнләй рөхсәт булманы, шыбырлап һөйләшә инек. Уларҙың фатиры мин уҡыған егерменсе башҡорт мәктәбенә яҡын булғас, уҡырға төшкәс тә аҙна эсендә тик олатайҙарҙа йөрөнөм. Олатайым етенсе класҡа тиклем көн дә мәктәпкә оҙата, ҡаршы ала ине. Хатта мин институтта уҡығанда ла әле, дәрестәр иртә башланһа йә һуң бөткәндә, туҡталышҡа тиклем оҙатыр, шунан ҡаршылар булды.
“Берҙән-бер ҡыҙынан тыуған берҙән-бер ейәнсәрен өф итеп йөрөткән икән”, – тип йылмаям.
– Ысынында, бер үҙем булһам да, бик иркәләнеп үҫмәнем, атай-әсәйем дә талапсан. Олатайым ныҡ хәстәрле ине, әммә унан эләккән ваҡыттар ҙа булды. Уларҙа бар эш тә ваҡытында эшләнде, өләсәйемдең яратҡан һүҙҙәре – режим һәм тәртип. Ваҡытында тороу, мәлендә ашау, йоҡлау. Ә бына атайым менән әсәйемдә иһә ҡасан теләйһең, шул ваҡытта тораһың, тәртип бик ҡәтғи түгел ине. Олатайым үҙе лә үҙен ҡулында тотҡан, көндөҙ сәғәт туғыҙҙан туғыҙға тиклем ул гел эшләне, араһында ашап ала, Ленин комплексы булған ерҙәге шыршылар араһына, Маяковский скверына йөрөштөрөп килә ине. Обком йорттары тирәһендә күп таныштары йәшәне, шул арала осрашып-һөйләшеп тә өлгөрәләр. Туҡһанынсы йылдар – етешһеҙлек мәле, хәтерләйем, балалар баҡсаһында уҙасаҡ концертҡа алһыу һәм аҡ бантиктар алып килергә ҡуштылар. Беҙ олатай менән бөтә Ленин урамын ҡыҙырып, бер галантереянан барып таптыҡ уларҙы.
Олатайымдың яҙыусы, билдәле кеше икәнен бәләкәйҙән аңлағанмындыр. Шулай булырға тейеш тә һымаҡ ине. Өләсәйем дә БДУ-ла, фәлсәфә факультетында эшләне, шуға башта мин олатай эргәһендә ҡала инем бит. Олатай нимә эшләй, тиһәләр, “А, Б” яҙа, тип яуап биргәнмен, үҙем дә машинкала баҫырға маташҡанмын. Бөтә олатайҙар ҙа шулай яҙышып ҡына ултыра, тип уйлағанмындыр әле ул.
Ә Фидан өләсәйем алыҫ Чита ҡалаһында тыуа, атаһы үлгәс, ғаиләһе Өфөгә ҡайта, Октябрь революцияһы урамында үҫә ул. Тамырҙары – Саҡмағош районының бер яғы – башҡорт, икенсе осо татар яғы булған Юғары Аташ тигән ауылдан, әсәһе башҡорт, атаһы татар милләтенән була. Күңеле менән башҡорт халҡы өсөн янып-көйөп йәшәгән кеше ине ул. Уларҙы олатайымдың ҡустыһы Мөхәмәт таныштырған, заводта бергә эшләп йөрөгән булғандар. Май айында тәүгә күрешеп, сентябрҙә өйләнешкәндәр, ул мәлдә өләсәйемә – 21, олатайыма 26 йәш булған. Өләсәйем башҡорт теленә күсергә теләгән, барыбер дөрөҫ һөйләшмәҫһең, тип олатайым уны тыйған. Һуғыш осоронда үҫмер ҡыҙ булған өләсәйем, “Пионерҙар һарайы” бинаһында урынлашҡан госпиталгә ярҙамға йөрөгән, яралылар алдында сығыш яһағандар.
“Өләсәйең менән олатайың араһындағы мөнәсәбәттәр ниндәй булып иҫеңдә ҡалған?” – тип һорайым, үҙем ҡомартҡы өҫтәлде һыйпап-һыйпап алам.
– Икеһенең холҡо ике төрлө ине, олатайым бик ҡыҙыу, ҡапыл тоҡанып янып китә торғайны, ә өләсәйем, киреһенсә, үтә тыйнаҡ, тыныс ине, уның тауыш күтәргән ваҡытын иҫләмәйем. Ләкин, нисектер, икеһе лә бер яҡҡа, бер офоҡҡа ҡарап йәшәне, икеһе лә талапсан, ғәҙел ине. Атайым ҡәйнәһен бик хөрмәт итте. Тағы ла ҡәйнәһенең бер туған һеңлеһенең ғаиләһе иң яҡын дуҫтары булды. Уның ире “Родина” кинотеатры директоры ине, тап шул ғаилә өләсәйем менән олатайым өсөн атай-әсәй һымаҡ яҡын терәк булған. Тыуған көндәрҙе, яңы йылды ла гел улар менән ҡаршылағандар. Өләсәйем мәктәпте яҡшы тамамлаған, табип булырға теләгән. Әммә яҙыусы булырға хыялланған, үҙе тарихсыға уҡып йөрөгән олатай кәләшенә телсе булырға тәҡдим итә. Уның кәңәшен тотоп, өләсәй филолог һөнәрен үҙләштерә. Һуңынан ул олатайымдың ижадтағы алыштырғыһыҙ ярҙамсыһына әйләнә, романдарын рус теленә тәржемәгә әҙерләгәндә “подстрочник”тарҙы өләсәйем эшләп бирер булған. Олатайым башкөллө сумып яҙышты, уның ял көнө бөтөнләй булманы. Тыуған көндәрен дә билдәләмәй эшләп ултырыр ине. Кис ҡунаҡтар килһә, кабинетынан яндарына сыға ине, әлбиттә, әммә байрам йә тыуған көн тип ул алдына алған планын боҙманы. Илһамды көтөп йөрөмәне ул. Яҙыусы көнөнә бер бит яҙһа ла, йылына 365 бит килеп сыға, тип яҙа китабында ла. Уға яҙышыуға нимәлер ҡамасаулауын яратманы. Өҙөлһәң, яңынан өҫтәл янына ултырыуы, башты эшләтеүе ҡыйын, ти торғайны. Ҡайһы саҡта өләсәйем ашарға саҡырғанда ла, бүлмәгеҙ мине, тип сыҡмай ине. Шулай көнөнә 13-14 сәғәт эшләй торғайны. Өләсәйемдең үҙенә ныҡлы тыл икәнлеген белеп, ҡурҡмай ижадҡа сумған инде ул. Үҙе ғауғалы ғаиләлә, етем әсәйҙәр, уҫал атай менән үҫкән малай ауылдаштары Мозафар ағай менән уның Украинанан алып ҡайтҡан ҡатыны Татьяна-Татлыбикәнең ғаиләһен үҙе өсөн өлгө итеп ала. Аслыҡҡа сыҙамаған саҡтарында уларға утын ҡырҡышып йә бал ҡорто айырышып тамаҡ туйҙыра. Нимәһе ҡыҙыҡ, Мозафар Шахниязов та һаулығы ҡаҡшап ауылына ҡайтҡанға тиклем Әбйәлил районы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгән. Уныҡы кеүек ғаилә мөнәсәбәттәре ҡорорға, йорт һалырға хыялланған Яныбай ҙа күршеһе үткән юлдарҙы уҙа. Мозафар Муса Мортазин менән дуҫ була, уның яуҙашы була, Яныбай Хамматов иһә атаҡлы комбриг хаҡында ул һөйләгәндәргә таянып әҫәр яҙа.

Ҡулъяҙмалар
Һаҡ ҡына өҫтәлдә ятҡан ҡулъяҙмаларҙы асып ҡарайым. Яҙыусының ҡул йылыһы, күҙ, аҡыл нуры һеңгән ҡәҙерле ҡулъяҙмалар. Алһыу уларға ҡарап торҙо ла, бер аҙ уфтанып ҡуйҙы.
– Ваҡыт еткереп булмай... Муса Мортазин хаҡында яҙғандарының бер киҫәге генә ташҡа баҫылған. Ә ул тулы ҡанлы айырым әҫәр, киләсәктә шуны баҫтырып булһа ине, тип теләйем. “Бөртөкләп йыйыла алтын”дағы Ҡолсобайҙың да прототибы – Мортазин. Ул ҡулъяҙма рәүешендә ята. Шулай уҡ Ҡараһаҡал тураһындағы әҫәре лә журналда ғына сыҡҡан, китап булып донъя күрмәгән әле. Яҙмалары менән эшләйһе лә эшләйһе лә бит, тик үҙемдең дә эшем бар шул, бөтә ергә лә етешеп булмай.
Өләсәйем, олатай үлгәс, күп ҡулъяҙмаларын Милли архивҡа, Әҙәбиәт музейына бирҙе. Барыбер ҙә әле өйҙә ҡағыҙҙар күп ҡалды. Әсәйем уларҙы системаға килтерҙе. Олатай уҡыусыларға гел яуап яҙырға тырыша ине, бик күп хаттар, көндәлектәре һаҡланған. Бигерәк тә Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин тураһында материал туплағанда яҙышҡан хаттары күп, улар араһынан батырҙың һөйгән ҡыҙына яҙған хаты миңә үҫмер сағымда айырыуса ҡыҙыҡ ине.
Олатайым һүрәт төшөрөргә яратҡанымды белгәс, киләсәктә минең әҫәрҙәремде биҙәрһең, тип шаярта ине. Мине рәссам итеп күреү хыялы булғандыр. Беренсе класта уҡығанымда уҡ табип булырға теләй инем, медицинаны һайлауым менән дә килеште. 2001 йылда диплом алғандан алып бер ерҙә, Затондағы тире һәм венерик ауырыуҙар диспансерында эшләйем, башта табип булдым, хәҙер инде баш табип урынбаҫарымын.

Дон Кихот һыны
Алһыу ҡулына бер һын алды. Был оҙон кәүҙәле рыцарҙы күргәс тә көлкөм килеп китте. Дон Кихот үҙе бит. Әңгәмәсем һүҙҙе был юлы ситтәнерәк башланы.
– Әҫәрҙәре менән мәктәптә уҡығанда таныша башланым. Башланғыс кластарҙа берәй китабын ҡулыма алһам, өләсәйем, юҡ, иртә әле, тип ҡай саҡ хатта тыя ла ине. Беренсе уҡығаным “Тыуған көн” романы булғандыр. Ә “Хәсрәтле бала саҡ”тағы хәл-ваҡиғаларҙы, бала сағын күберәк үҙе һөйләй ине. Ул һөйләгәндәрҙең яртыһы китапҡа ла инмәгән әле. Мин уларҙы әкиәт һымаҡ итеп ҡабул итә инем. Бигерәк тә Ҡола бейә хаҡындағы тарихтар сағыу булып иҫтә ҡалған. Үлгән әсәһенең күңеле тап шул атҡа күскән һымаҡ тойған ул, бар хәсрәттәрен шул атына һөйләгән. Аҙаҡ Инйәрҙән бер каникулға ҡайтҡанында өйҙә итле табаҡты күреп, барыһын да аңлаған, итте ашай ҙа алмаған. Инйәр интернатында түләй алмауы арҡаһында ашханаға йөрөй алмай, ике йыл ас интегеүҙәре хаҡында ла иламай уҡып булмай. Романдары араһынан күңелемә иң яҡыны – “Төньяҡ амурҙары”. Беҙ бергә ултырған саҡта, 80-се йылдарҙың башында яҙған әҫәре ул. Олатайым мине Исмаҡайға алып барам тип гел хыялланды, әммә бала саҡта унда бергәләп барырға тура килмәне. Беренсе тапҡыр 70 йәшен үткәргәндә, 1995 йылда аяҡ баҫтым. Исмаҡай – түңгәүер ауылы, ҡасандыр улар Әбйәлил яғынан күсеп ултырған, хәҙер инде шәжәрә лә бар. Бәлки шуғалыр ҙа, ҡан тартыпмы, Әбйәлилде ул бик яратты. Олораҡ быуын әбйәлилдәрҙе осратһам, үҙен һаман иң ғәҙел, иң тура һүҙле етәксе тип иҫкә алалар. Олатайымдың 60 йәшлек юбилейына әбйәлилдәр бүләк иткән “Дон Кихот” статуэткаһын бик яратты, эш өҫтәле эргәһендәге кәштәлә тотто. Ни өсөн тигәндә, әсәйем менән өләсәйем олатайымды ғәҙеллек өсөн гел көрәшеп йәшәүе арҡаһында Дон Кихот тип йөрөткән. Әйткәндәй, ғалим Әнүр Вахитов олатайыма “граф” ҡушаматын таҡҡан, олатайым үҙ сиратында уны “кенәз” тип атаған. Толстой һәм Чернышевский һымаҡ, бер-береһенә граф Толстой, кенәз Чернышевский тип өндәшкәндәр. Әнүр ағай “Төньяҡ амурҙары”н “Һуғыш һәм солох” менән сағыштырып уйлап сығарған инде был ҡушаматты, Чернышевский ҙа Вахитов һымаҡ тәнҡитсе. Уның “Графҡа кенәздән” тип яҙып бүләк иткән бал һауыты ла бар өйҙә, – тип һауытты һуҙа Алһыу. Уны асып ҡарайым. Эсендә балы булмаһа ла, унан болон сәскәләре еҫе аңҡып киткәндәй булды.

Ҡаҙаҡ кәпәсе
Алһыу бер ҡыҙыҡ ҡына кәпәсте башыма кейҙереп ҡуйҙы. Көлөшәбеҙ. Олатайым кеүек һиңә лә күләмле әҫәрҙәр яҙырға яҙһын, һинең дә башың дәү генә бит, тип шаяртып алды ла, етдиләнеп һүҙен артабан дауам итте.
– Олатайымдың ҡәҙерләп һаҡлаған бүләктәре араһында ҡаҙаҡ кәпәсе лә бар. Уны яҙыусылар делегацияһы менән Ҡаҙағстанға барғанда ҡаҙаҡ ҡәләмдәштәре бүләк иткән. Бала сағында гел өшөп-туңып, ауыр шарттарҙа үҫкәс, атаһы ҡыуып сығарғанда йыш ҡына кәбән эсендә йә һыйырға арҡа терәп йоҡлап йөрөп, приискыла эшләгәндә ҡоро таҡтала, өйҙә лә түшәк булмау арҡылы быҙау тиреһенә төрөнөп йоҡлағас, олоғайғас ныҡ һыҙлана ине, шуға аяҡтарын да, башын да өйҙә лә йылыла тоторға тырышты. Эшләгәндә рәхәтләнеп ҡаҙаҡ кәпәсен кейеп ултырҙы, фотоға ла шул башлыҡты кейеп төшөргә яратты...
Алһыуҙы тыңлайым да, төрлө уйҙарға биреләм. Бәләкәйҙән шиғырҙар яҙған, яҙыусылыҡҡа ынтылған баланың нисек алтын йыуыусы, аҙаҡ комсомол структураһы һәм аҙаҡҡы сиратта Эске эштәр министрлығына барып эләгеүе һәм башҡа һорауҙарҙың барыһына ла яуапты “Алтын юлаҡ”тан табып була. Шул тиклем ҡаршылыҡтарға осрап та, йәш баланың ихтыяр көсө һынмауы мине бигерәк тә аптырата ла, һоҡландыра ла. Мәктәпкә йөрөүҙән тыйып бикләп ҡуйғастары, ете-һигеҙ йәшлек баланың, белем алырға теләйем, тип Сталинға хат яҙыуы ғына ни тора. Тик был хат өсөн яуаплылыҡтан ҡурҡҡан ауыл түрәһе уны, дәүләт ҡоролошо менән риза түгел, тип, саҡ Белоретҡа, ГПУ-ға оҙатмай.
– 1961 йылда олатайымды Әбйәлилгә райкомдың беренсе секретары итеп ебәрәләр, ул вазифа әлегәсә район хакимиәте башлығына тиң, – тип һөйләүен белә яҙыусы ейәнсәре. – Әсәйем дә беренсе класҡа шунда барған. Олатайым тиҙ арала үҙен аҡыллы етәксе итеп таныта. Бығаса район биләмәһендә законһыҙ рәүештә төҙөлгән Магнитогорск металлургия комбинатының ҡоролмаларын иҫәпкә алдыра. Уны, ҙур түрәләргә ҡаршы сығыу ҡурҡыныс, тип киҫәтһәләр ҙә, һүҙенән ҡайтмай, һөҙөмтәлә завод етәкселеге уға үҙе килеп ярҙам тәҡдим итә. Район үҙәгенә асфальт һалыу, һыу һәм электр үткәреүҙе үҙ өҫтәренә тиерлек алып, бушлай байтаҡ төҙөлөш материалдары бирәләр. Ләкин был дуҫлыҡ ҡайһы берәүҙәргә оҡшамай, Хамматов Әбйәлилде Силәбегә ҡушырға йөрөй, тип юғарыға ялыу яҙалар. Әммә тикшерергә килгән комиссия бер ниндәй ҙә ғәйеп тапмай. Райондар эреләтелгәс, уны Сибай йә Белоретҡа шулай уҡ райком секретары йә райсовет рәйесе итеп күсерергә тейеш булғандар. Һәм шул ваҡытта ул, дәүләт эшендә йөрөһәм, яҙышыуҙы дауам итә алмайым, тип Өфөгә ынтыла. Был аҙымы түрәләргә оҡшамай, башбаштаҡлығы өсөн бер нисә ай эшкә урынлаша алмай.
Эске эштәр министрлығы уны пенсияға киткәс тә онотманы, һәр ваҡыт юбилейҙары, тыуған көндәре менән ҡотлайҙар ине. Хатта һуңғы юлға ла, хәрбиҙәрҙе оҙатҡан шикелле, зыяратта мылтыҡтан атып ҙурланылар.

Ҡәҙерле фото
Диуарҙа эленеп торған фотоға иғтибар итәм. “Мин үҫкән ғаилә, атайым ғына, һәр ваҡыттағыса, эштә булып ҡалған, ахырыһы”, – тип ҡуя Алһыу. Әсәйегеҙ Гүзәл Хаммат ҡыҙы башҡортса яҡшы белә ине бит, уны олатайығыҙ өйрәткәндер, тип һорайым.
– Төпкөл башҡорт мәктәбенән сыҡҡан олатайымдың үҙенә руссаны һөйләшеп алғансы бик ҡыйын булған. Рус телен яҡшылап ул фронтта төшөнгән, унан һуң Белоретта комсомолда инструктор булып эшләгән сағында русса сығыш яһарға ла өйрәнергә тура килгән. Эшендә көн һайын рус теле кәрәк булғас, өләсәйемә, һин минең менән русса һөйләшергә тейешһең, тигән, шунлыҡтан әсәйемдең дә теле “мама, папа” тип асылған. Башҡорт мөхите менән әсәйем Асҡарҙа ғына осрашҡан, әммә Өфөгә ҡайтҡас йәнә рус мәктәбендә уҡыған, институтта ла – русса. Аҙаҡ инде ул башҡорт телен үҙе теләп өйрәнгән. Мин тыуғанда инде олатайымдың талаптары юғарыраҡ була, мине тулыһынса башҡортсаға өйрәткәндәр, әсәйем дә минең менән бергә тел шымартҡан.
Олатайым менән өләсәйемдә йышыраҡ йөрөгәс, тап уларҙы атайым-әсәйем һымаҡ күрҙем. Улар етди ине, уларҙы барыһы ла тыңлай. Әсәйем менән атайымды ҡай саҡ апай һәм ағай итеп тоя инем. Әсәйем дә өләсәйемдең юлын һайлап, лингвисҡа уҡыған. Юридик университетта студенттарға немец телен өйрәтте. Бигерәк тә Салауат Ғәлләмовтың китабын уҡып илһамланып, башҡорт телен инглиз теле менән сағыштырып, ғилми хеҙмәттәр яҙыуы иғтибарға лайыҡ, сағыштырма тел ғилеме буйынса ике китабы сыҡты уның. Әсәйем хаҡында күп һөйләргә булыр ине, ул төрлө яҡтан да талантлы булды, һүрәт төшөрөргә лә яратты. Атаһының әҫәрҙәрен руссаға художестволы тәржемә итеүгә уҡытыу эшен ташлап, алдараҡ тотонмауына үкенә торғайны. “Салауат батыр”, “Ағиҙел Иҙелгә ҡоя” романдарын, шулай уҡ автобиографик ике әҫәрен руссаға ауҙарып өлгөрҙө. Автобиографик әҫәре рус телендә күпкә иртәрәк донъя күрҙе, башҡортсаһы – быйыл сыҡҡан китап. “Алтын юлаҡ”ты әсәйем китер алдынан үҙе әҙерләп нәшриәткә тапшырған ине.
Ә атайым Әнүәр Әкрәм улы тыумышы менән Үзбәкстан яғынан, тамырҙары Ҡазан һәм Пензаға тоташа, ул да ҡайныһы юлынан китеп, башта комсомолда эшләне, унан Эске эштәр министрлығында, аҙаҡ эшҡыуарлыҡҡа китте. Атайымдың атаһы иртә вафат булған, шуға ул ҡайныһын атай урынына күргәндер. Олатай ҙа атайымды – тыныс, һәр һүҙен уйлап әйткән кейәүен бик хөрмәт итте. Улар, ҡайны менән кейәү, күп осраҡта бер һүҙҙән булды. Мәҫәлән, мине башҡорт мәктәбенә биргәндә әсәйем менән өләсәйем, киләсәктә ҡыйыныраҡ булыр, тип шикләнеберәк тора, шул саҡта атайым олатайымды хуп-лай. Атайым хәҙер ҙә ҡыҙҙарымды башҡортса һөйләшһен тип ҡарап ҡына йөрөй.

Ҡырынғыс
Олатайығыҙ дүрт йыл һуғышта булған, бәлки, уның менән йөрөп ҡайтҡан әйберҙәре барҙыр әле, тип ҡыҙыҡһынам. Алһыу баш ҡағып ниҙер эҙләштерҙе лә, таба алмағас, көрһөнөп ҡуйҙы.
– Фронттан ҡайтҡан бер ҡырынғысы йөрөй ине, әллә ҡайҙа иткәнмен, әллә баҡсала ҡалдымы икән... Бөтә ир-егеттәр һуғышҡа киткәс, башта 14 йәшлек кенә олатайымды Әүжән яғындағы приискыға эшкә алғандар, яуаплылығын күреп бригадир иткәндәр. Һуғышҡа 1942 йылда Вольск ҡалаһы янында инә, бер йылдан ҡаты яраланып, контузия алып оҙаҡ госпиталдә ята. Шул ваҡыттарҙа, иҫән генә ҡалһам, һуғышта булдым, тип маҡтанып һөйләп йөрөмәҫмен, хөкүмәттән бер ниндәй ҙә льготалар һорап ултырмаҫмын, тип нәҙер әйтә. Госпиталдә саҡта Джек Лондон китаптарын яратып уҡый, Джеймс Гринвудтың “Бәләкәй йолҡош” әҫәрендәге төп геройҙы үҙенә оҡшатып тетрәнә. Таяҡҡа таянып йөрөй ала башлағандар араһынан бер нисә кешене һайлап Орскиға бәләкәй авиабелгестәр әҙерләү курстарына уҡырға ебәрәләр, улар араһында олатайым да була. Фронтта саҡта ла патриотик шиғырҙар яҙа, уларҙың бер нисәүһе республика гәзиттәрендә донъя күрә. Тыуған ауылына 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Һуғыш тураһында һөйләргә яратманы, һуғышта яраланғанын да мин мәктәпте тамамлағанда ғына белдем. Бер нисә полкташы менән оҙаҡ йылдар хаттар яҙышҡан икән – уларын яңы ғына таптым.

Гармун
“Алтын юлағым” китабы бигерәк тә тамъян һәм түңгәүер башҡорттары өсөн ҡиммәтле тарихи әсбап булып тора. Уны уҡығанда олатайымдың һөйләгәндәре күҙ алдына баҫҡандай булды. Ҡышлауҙан яҙғы йорттағы аласыҡтарға, аласыҡтарҙан иһә бесән мәленә бесәнлектәрҙәге ҡыуыштарға күсенеүҙәр тап беҙҙең ауылды һүрәтләгән кеүек тетрәндерҙе. Халҡыбыҙҙың күсмә түгел, ярым күсмә тормош алып барыуы унда бик асыҡ сағыла. Бигерәк тә Хаммат бабайҙың ниндәй аңлайышһыҙыраҡ хәл килеп тыуғанда ла урындыҡҡа тәгәрәп өзләүен йә ҡурай тартыуын ҡыҙыҡ иттем. Ысынлап та, өзләү егерменсе быуат баштарында тап шул тирә башҡорттарында ғына һаҡланып ҡалғаны мәғлүм бит, берҙән-бер ҡатын ҡыҙ өзләүсе Әсмә Шайморатова ла шул яҡтарҙан була, тип хәбәр теҙгән арала Яныбай ағай гармун уйнап ултырған фотоға күҙем төшә. Ә Яныбай ағай үҙе музыкаға әүәҫ инеме, тип һорайым.
– Олатайым йыр тыңларға ла, үҙе йырларға ла яратты, бигерәк тә тәрән, иркен тауыш менән “Илсе Ғайса”, “Ҡаһым түрә”, “Һандуғас”ты башҡарыуын оҡшата инем. Олатайымдың йырлауы магнитофон кассетаһында һаҡланған, шуларҙы табып, һанлаштырып, ҡурайсының уйнауына ҡушып яҙҙырҙым. Хәҙер бүләсәре – минең ҡыҙым Нәйлә шул йырҙарҙы уның төҫө итеп, ҡомартҡыһы итеп күреп, тауышына ҡушылып та, айырым да йырлап йөрөй, ҡарт олатаһының юбилейы айҡанлы Өфөлә уҙған төрлө сараларҙа ла быйыл тап шуларҙы башҡарҙы. Олатайымдың өйҙә гармуны ла булды, әммә унда уйнағанын күргәнем булманы. Гармун әлеге мәлдә Милли әҙәбиәт музейында һаҡлана. Бына яңыраҡ Белоретта уҙған хәтер кисәһендә лә Нәйлә ҡартолатаһына ҡушылып йырланы, йәғни сәхнәлә икеһенең дә тауышы яңғыраны, тетрәндергес күренеш булды ул. “Хәсрәтле бала саҡ” буйынса белореттар 40 минутлыҡ спектакль дә ҡуйҙы. Олатайымдың әҫәренә нигеҙләнеп эшләнгән тәүге спектакль булды ул. Әйтергә кәрәк, совет осоронда Әмир Абдразаҡов “Бөртөкләп йыйыла алтын” романы буйынса төшөргән 4 сериялыҡ фильм да бар Башҡортостан телевидениеһы фондында. Ул үҙ ваҡытында ҙур уңыш ҡаҙанған.

“Аҡлан”дағы йорт
Алһыу хәтирәләргә бирелеп болоҡһоп киттеме, ҡапыл тынып ҡалды. Шунан талғын ғына дауам итте.
– Мәктәптә айырып ҡарамаһалар ҙа, айырым талаптар ҡуймаһалар ҙа, олатайым алдындағы яуаплылыҡ мине һәр ерҙә лә нығыраҡ тырышырға, яҡшыраҡ, иплерәк булырға этәрҙе. Уға булған хөрмәт, олатай ни әйтер, тигән уй ебемәҫкә, ныҡ булырға мәжбүр итә ине. Олатай “Аҡ тирмә” йыйылыштарына, яҙыусыларҙың юбилейҙарына мине һәр ваҡыт үҙе менән ала ине. Ундағы милләт яҙмышына бәйле рухлы сығыштар, күтәренке күңел торошон мин тойоп, йөрәгем аша үткәреп үҫтем. “Каруанһарай” төркөмөнөң беренсе сығышына барғаныбыҙ ҙа хәтерҙә. “Аҡлан” яҙыусылар ҡасабаһында күп ваҡытыбыҙҙы уҙғарҙыҡ. Бер яҡтан – Әнғәм Атнабаев, икенсе яҡлап Ғайса Хөсәйеновтар күрше булды. Башҡа яҙыусылар, уларҙың балалары менән дә шунда тығыҙ аралашып үҫтем. Зәйнәб Биишева, Назар Нәжми, Хәким Ғиләжевтар менән яҡын булдылар. Ноғман Мусин, Ғилемдар Рамазановтар килә ине. Хәким Ғиләжев унда йыл әйләнәһенә йәшәне. Олатай күрше-тирәләге дачаларҙағы балалар менән дә еңел уртаҡ тел таба ине. Ул банканы оҫта ҡуйҙы, күршеләрҙә берәй бала-саға ауырып киткәнен ишетһә, йәһәтләп кескәй дуҫтарын дауаларға, арҡаларына банка ҡуйырға тип сығып китә ине.
Әнүр Вахитовты бик үҙ итә ине. Уның үлемен ныҡ ауыр кисерҙе. Хәким ағай менән дуҫ инеләр. Зәйнәб апай, уның да холҡо ҡыҙыу ине, бәхәсләшһәләр ҙә, барыбер бер-береһенә йыш шылтыратып, аралашып торҙолар. Шулай уҡ дәүләт эшмәкәре Фәйзрахман Хисмәтуллин, композитор Заһир Исмәғилев менән яҡын аралашты олатай. Арыҫлан Мөбәрәков менән Заһир Исмәғилев хаҡында яҙған “Иҙел башы” ла журналда ғына донъя күргән, китап булып сыҡмаған әле. “Аҡлан” тигәс, олатайымдан ҡалған ҙур ҡомартҡылар – үҙ ҡулдары менән төҙөп ултыртҡан йорто, мунсаһы, һарайҙары һәм ул ултыртҡан баҡса иҫкә төшә. Үҙе орлоҡтан үҫтергән эрбет (кедр) тә ғорур ултыра. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда тәбиғәттә эрбет бары тик атайымдың тыуған яғында ғына осрай. Күп яҙыусыларҙың балалары, ейәндәре ундағы йорттарын һатты, минең иһә ҡулым күтәрелмәне. Хатта олатайым ҡулы ҡағылған нәмәләрҙе йәлләйем, ремонт эшләткем, йыһаздарҙы алмаштырғым да килмәй. Ул үҙе бер музей һымаҡ. Үҙе эшләгән өҫтәл, ултырғыстар ултыра. Белореттағы олатайым исемендәге гимназия уҡыусыларын шул йортҡа экскурсияға алып килергә тигән теләгем дә бар. Быйыл Белоретта Яныбай Хамматов исемендәге гимназияла музей-кабинет астыҡ. Унда бер мөйөш әсәйемә арналған. Ул музейҙы мөмкин тиклем олатайҙың эш бүлмәһенә оҡшатырға тырышып эшләнек. Оҡшаш обойҙар, йыһаз таптыҡ, байтаҡ шәхси әйберҙәрен дә алып барҙыҡ. Тағы ла Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә “Хамматов эҙҙәренән” тигән ҡала экскурсияһын да булдырғы килә, олатайымдың йәшәгән йорто, йөрөргә сыҡҡан ерҙәре һәм эш урыны менән дә бәйле Цюрупа урамы тирәһендә булыр ине ул. “Аҡлан”ға, минән тыш, шулай уҡ Назар Нәжмиҙең ҡыҙы Алһыу, Шәриф Бикҡолдоң ҡыҙы Ләйсән дә тоғро ҡалды...
Эйе, Яныбай ағай хәтирәләрендә атаһының тирә-яҡҡа бер тигән данлы балта оҫтаһы булыуы хаҡында яҙа. Бигерәк тә уның ҡайын ороһонан ырып эшләгән кәсә, тәгәс, туҫтаҡ һәм алдырҙарын ауылдаштары яратып алыуын, атаһының сауҙа эшен өнәмәүен, һатырға оялыуын ҡыҙыҡ итеп һүрәтләй. Әммә ашарға кәрәк, он бөтһә, күмәк баланы ҡалайтып туйҙыраһың. Яныбай Хамматовтың тәүәккәл әсәһе, ҡул эше бит ул, тип һис кенә хаҡын кәметмәй һата, хатта иренән ат ектереп, Әүжән баҙарына ике-өс көнгә китеп һатып, тоҡ-тоҡ он, тәмлекәстәр алып ҡайталар. Шунда тәмләгән беренсе кәнфиттең тәме һаман да ауыҙҙа тора, ти яҙыусы. Атаһы ризалығынан тыш мәктәпкә йөрөгән улына Хаммат бабай ағас эшен көслөк менән өйрәтә, хатта сығып ҡасмаһын тип аяғын бығаулап ҡуя. “Мәлендә асыуым килһә лә, был һөнәрҙәрем аҙаҡ мине астан да ҡотҡарҙы, тормошта ла ярап ҡалды”, – тип яҙа ул күп йылдар уҙғас.

Самауыр
Түрбашҡа уҙабыҙ. Түрҙә ҡуҡырайып еҙ самауыр ултыра. Боронғо самауырҙарға битараф ҡала алмайым мин, ирекһеҙҙән ҡулым шунда үрелә.
– Ысынлап та, олатай йортто ла, йорт эсендәге йыһаздарҙы ла һис ауырһынмай, тота ла эшләй ине. Дүрт йәшендә генә әсәйһеҙ ҡалып, туғандарын ҡарарға мәжбүр булыуы арҡаһында ул йорттағы барса ҡатын-ҡыҙ эшен дә башҡарып үҫкән. Шуға ла, ул үҙе инде пенсияла, ә өләсәй әле эшләп йөрөгән саҡта, нисектер уңайһыҙлыҡ та тойғандыр, нисек инде өйҙә ултырып, өй эшен эшләмәйем, тип әйтер ине. Ашарға бешереп ҡуйыу, башҡа өй мәшәҡәттәре менән булыуҙы ул бер ҡасан да түбәнселеккә һанаманы, рәхәтләнеп эшләне. Аҙаҡ өләсәйем хаҡлы ялға сыҡҡас, түрбаш тирәһендә йөрөүен туҡтатты, яҙышып ҡына ултырҙы ул. Ә инде олатайҙың өй алдында самауыр ҡуйып, уны үҙе йыйған тубырсыҡтар менән шыжлатыуҙары үҙе бер ғүмер, матур күренеш була торған ине. Илленсе йылдарҙа ҡулдан һатып алған еҙ самауырын бер ҡайҙа ла бирмәнем, бына өйҙә һаҡлана. Әҙәбиәт музейы өсөн “Аҡлан”дағы йортобоҙҙоң бәләкәй макетын эшләгәндә лә самауырҙы төшөрөп ҡалдырманым. Самауыр ҡайнатырға мин олатайымдан өйрәндем. Иптәшем дә, дачаға барһаҡ, әйҙә, самауыр ҡуяйыҡ, самауыр сәйенә етмәй, ти. Баҡсала, үҙенә күрә бер айырым энергетика бар, унда барһаң, ҡул менән нимәлер эшләге килә, ирекһеҙҙән ҡул эштәренә тотонаһың. Гипстанмы, ағастанмы бер нәмә эшләйем, һүрәт төшөрәм. Ҡыҙҙар ҙа унда барғанда гел һүрәткә тотоналар.
Атайымдың әсәйемә бүләккә алып ҡайтҡан үзбәк ҡыҙы статуэткаһы ла бик ҡәҙерле миңә. Уны олатай әсәйемдең бала сағына оҡшатҡан. Олатайым менән әсәйем бер-береһен ныҡ яҡын күрҙе. Хатта ул кейәүгә сыҡҡас та кейәүе, йәғни атайым менән бергәләп күберәк тыуған йортонда йөрөгән. Олатайымдың яҡты донъяларҙан китеүен әсәйем үтә ауыр кисерҙе, атаһына бәйле һәр әйберҙән, һәр хәбәрҙән күҙенә йәш ала ине. Әсәйем бәләкәй сағында ҡурҡҡанында йә илағанында башҡа балалар һымаҡ “Әсәй” тип иламаған, “Атай” тип ҡысҡырған. Минең өсөн дә ғаилә биш кешенән торҙо: олатай, өләсәй, атай, әсәй һәм мин. Бөтә ғаилә олатайымдың эше менән йәшәне. Олатай ныҡ асыҡ кеше ине, хистәрен, шатлыҡ-хәсрәтен йәшермәне. Берәй әҫәрен тамамлаһа, бейеп килеп сығыр ине, йырлап ебәрер ине, көлһә, тирә-яҡты яңғыратып, шарҡылдап көлә ине, – тип Алһыу хәтер ебен һүтеүен дауам итә.

Көндәлектәр, таш һәм шахмат
Алһыуҙың, олатай хистәрен йәшерә белмәне, тигәне бер ни тиклем ғәжәпләндерә лә. Сөнки ул иҫтәлектәрендә уҡытыусыға йә атаһына әйтер һүҙен дә әйтә алмай, оялсан һәм баҙнатһыҙ булыу арҡаһында күпме бәләгә ҡалыуҙарын, йомоҡлоғон бәйән итә. Урамдашы Мозафар ағайҙың, һинең яҡшы яҡтарың бик күп, әммә кеше булам тиһәң, баҙнатһыҙлыҡтан нисек тә ҡотолорға, уҡырға тырыш, тигәндәрен хәтерҙән сығармауын яҙа. Белоретта комсомол ойошмаһында инструктор булып киткәс, һөйләй алмай аҙапланыуҙарын, урманда түмәргә тороп тотлоға-тотлоға колхозсылар алдында сығыш яһарға өйрәнеүҙәрен иҫләһәң, яҙыусының ни тиклем үҙ өҫтөндә эшләгәне аңлашыла. “Ә үҙеңдең ҡыҙҙарың ҡартолаталарының ижады менән ҡыҙыҡһынамы?”, – тип һорайым.
– Ҡыҙыҡһыналар, әлбиттә. Әйшә быйыл юбилейға әҙерләнгәндә уның көндәлектәренән өҙөктәр уҡып видеоға төштө. Нәйлә лә әҫәрҙәрен ярата, күберәк ул йырлаған йырҙарҙы башҡарырға тырыша. Олатай берәй китапҡа тотонғанда сценарийын, сюжетын яҙғанға тиклем дә гел башында тота, һөйләп бирә ала ине. Ул ниндәй темаға эшләй, бөтә ғаилә шул темаға сума, шуның менән йәшәй инек. Башта архивтар менән эшләй, һәр тапҡан материалы менән бүлешә. Көндәлектәрен дә олатай 50-се йылдарҙан өҙмәй, гел алып барған. Көндәлектәр ҙә беҙҙә, өйҙә һаҡлана. Беҙ уларҙы ваҡыты-ваҡыты менән асып уҡып та алабыҙ.
Бәләкәй бүләсәре Нәйлә әле Ф. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡый. Ҙуры Әйшә – студент, ул бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрөргә ярата, “Тамыр” каналының вокал төркөмөндә шөғөлләнде. Хәҙер Мәскәүҙәге К. А. Тимирязев исемендәге академияла биолог һөнәрен үҙләштерә. Класташы, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның ейәне Мортаза менән ғаилә ҡорҙолар. Диҡҡәт Бураҡаевтың олатайымдың илле йәшенә бүләк иткән таш булып ҡатҡан ағас киҫәге лә (һүрәттә) һаҡлана ине беҙҙә, һуңынан өләсәйем уны Милли әҙәбиәт музейына бүләк иткән. Ҡасандыр үҙ-ара ҡоҙа булышырбыҙ, балаларыбыҙ туғанлашыр, тигән уй уларҙың башына инеп сыҡтымы икән, белмәйем. Һәр хәлдә лә, олатайым был көндәрҙе күрһә, бик шатланыр ине. Ғалим-геолог, яҙыусы Диҡҡәт Бураҡаев менән дуҫ булған улар.
Олатайымдың тағы ла бер мауығыуы шахмат ине. Уның ағас шахматы ла, шулай уҡ юлда йөрөтә торған бәләкәй шахматтары ла бар ине. Шул бәләкәсен һәр ваҡыт юлда үҙе менән йөрөттө. Мине лә шахмат, шашка уйнарға өйрәтте. Уның алдан самалау һәләте бар ине, шахматтағы һымаҡ, әҫәрҙәрендә лә геройҙарының артабанғы аҙымдарын тоҫмаллап ҡуя ине. Был стратег аҡылы уға тарихи әҫәрҙәр яҙғанда ла ярҙам иткәндер, тием. Хәтере лә шәп ине. Бер китапты яҙып бөтөрә лә, шул арала үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, икенсеһе хаҡында уйлана башлай ине, бер нисә романды бер юлы яҙған мәлдәре лә булды.

“Яҙмайынса тора алмайым мин был донъяла. Һандуғас нисек һайрамай аумай, мин дә шулай. Бының ни өсөн шулай булғанын үҙем дә аңлата алмайым”, – тип яҙа ул “Алтын юлаҡ”та ла.
Арҙаҡлы прозаиктың, ҡәләмгә һуң тотонһа ла, ижад юлы бәхетле була. Тәүге ике романы Мәскәүҙә ҙур тираждар менән рус телендә лә баҫыла. Өфөлә сыҡҡан романдары ла күп данала сыға. 50, 100, хатта 150 мең тираж менән донъя күрә бәғзеләре.
Балалыҡ һәм үҫмер осорҙары Бөйөк Ватан һуғышына тура килгән миллионлаған малай һәм ҡыҙҙар уҙған етешһеҙлек, аслыҡ, хаслыҡ һынауҙары, ни тиклем ҡот осҡос тойолмаһын, һәр нәмәнең хәйерле яғы булыуын да оноторға ярамай. Ике кескәй туғаны менән яңғыҙ ҡалып, ҡараңғы төндә илай-илай аталарын көткәндә лә, ас бүрене эт икән тип уйлап, маһ-майлап эйәртеп алып килгәнендә лә, Туҡанда енәйәтселәр ҡулына эләгеп үлтерелә яҙғанда ла, тәүге хистәр уятҡан ҡыҙҙың аламағолош тип үҙенән ерәнгәнен аңлағанда ла, Баязит Бикбайҙан, һинән шағир сыҡмай, тигән хат алғас, шиғыр дәфтәрҙәрен утҡа яҡҡанда ла күңелендәге яҡты сыраҡтарының, һүнә биреп ҡуйһа ла, барыбер ҙә уны сәмләндереп, ғәрләндереп яңынан дөрләр рәте табылған бит! Үҙенән дә ысын кеше әүәләй алған, үҙенән һуң ҡалдырған нәҫеленә лә иҫтәлекле ҡомартҡылар ғына түгел, матур тәрбиә лә биреп ҡалдыра алған, туған телдәренән айырмау хәстәрен дә күрә белгән шәхес ул Яныбай Хамматов. Тап шундайҙарҙың иңенә терәлеп тора ла инде беҙҙең оло Ер шары.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының 4-се һанында донъя күрҙе.

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: