Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
12 Март , 22:00

ИЖАДЫ – ӘҘӘБИӘТЕБЕҘ ЙӘМЕ

Гүзәл Ғәлиева менән тәүге осрашыуыбыҙ һаман күҙ алдында. Учалы, Белорет, Бөрйән райондары ҡәләм тирбәтеүселәрен берләштергән “Урал йәшмәләре” әҙәби берекмәһе үткәргән осрашыуға Өфөнән бер төркөм яҙыусылар ҙа килеп төшкәйне. Учалыла үтте был сара. Ҡатнашыусылар араһында үҙе сибәр, үҙе көйәҙ кейенгән йәш ҡатын шунда уҡ иғтибарымды йәлеп итте – тап бына ул шуғаса республика матбуғатында шиғырҙары әленән-әле донъя күреп торған аҙашым булып сыҡты ла инде. Улай ғына ла түгел, китап сығарып та өлгөргәйне инде ул. Уның янына барып һүҙ ҡушырға ҡыймай торҙом хатта.

Мин иһә, тартыныуымды еңеп, шиғырҙарымды яңыраҡ гәзит-журналдарға тәҡдим итә башлаған инем. Балалар өсөн Кәзә малайы Текетек мажаралары тураһында шиғри әкиәтемдең тәүге киҫәктәре баҫылып сыҡҡайны. Сығыштар башланғас, ҡыйыулығымды йыйып, мин дә балалар шиғриәте тураһында фекер­ҙә­ремде әйтергә йөрьәт иттем. Ғөмүмән, икенсе һөнәрем буйынса мин балалар әҙәбиәте белгеслегенә уҡып сыҡҡай­ным бит, теорияһын өйрәнгәнмен. Гүзәлгә сығышым оҡшаған икән. Уның балалар өсөн “Ҙур бейәләй” тигән йыйынтығы баҫылғайны инде, хәҙер яңыһын әҙерләүен әйтеп, ҡарап сы­ғыуымды һораны. Төндө шул шиғыр­ҙары буйынса һөйләшеп үткәргәйнек. Кәңәштәремде йылы ҡабул итте.
Ғөмүмән, уның балалар өсөн яҙған шиғырҙары нотоҡ уҡып түгел, ә баланың үҙ ғәмәле менән, үҙ йәшенә ярашлы тел менән тәрбиә, белем-ғилем бирә, “йырлап” ҡына тора. Шуға күрә дәреслектәргә лә мул булып инеп киткән. Бына миҫалға бер генә шиғыры:

Китап уҡыйбыҙ
Эй яратам әсәйемдең
Миңә китап уҡыуын.
Әкиәт тыңлай башлаһам,
Кәрәкмәй хатта уйын.
Көн буйы ла тыңлар инем,
Күп шул әсәйҙең эше.
Ниңә бәләкәйҙән алып
Уҡымай икән кеше?
Шуға тиҙерәк мәктәпкә
Барғым килә шул минең.
Үҙем уҡырға өйрәнһәм,
Гел китап уҡыр инем!
Сабыйҙы ана ҡайһылай ябай ғына, әммә мауыҡтырғыс итеп белем донъяһына инеп китергә саҡыра ул. Бала булмышын, ҡылыҡтарын мә­рәкләп күрһәтеп тә тәрбиәләй:

ЮҒАЛҒАН БЕЙӘЛӘЙ
Ҡыҙыҡ иттем олатайҙы:
Бейәләйен сәлдерҙем!
Бик кәрәге булды әле
Был йөнлөкәй әйберҙең.
Эсенә бойҙай тултырып,
Сыҡтым ишек алдына,
Иртәнге ашҡа турғайҙар
Килеп етте яныма.
Бейәләйҙән емдәр һибәм,
Эй сүпләй сәпсек, турғай!
Олатай мейес башынан
Бейәләй эҙләй, буғай.
Бында шиғыр ике яҡлы йүнәлешле – сабыйҙың игелек эшләргә ынтылышы, ә ололарҙың иһә кескәйҙәрҙең бындай ғына “ғәйебен” аңлап, яратып ҡабул итергә тейешлегенә ишаралай.
Гүзәл Ғәлиева әҙәби ижадҡа иртә, мәктәп йылдарынан уҡ килә: тәүге шиғырҙары республика балалар гәзите “Башҡортостан пионеры”нда баҫыла. Башҡорт дәүләт универ­ситетының филология факультетында уҡый башлағас, әҙәбиәт мөхитенә әүҙем инеп китә. Ул осорҙа бигерәк тә уҡыу йортоноң һөҙөмтәле эшмә­кәрлек алып барған «Шоңҡар» әҙәби ижад түңәрәгенә йөрөү уның өсөн үҙе бер мәктәп була. Ул ғына ла түгел, бер аҙҙан йәш ижадсыны түңәрәк старостаһы итеп һайлап ҡуялар. Гүзәл­дең шиғырҙары матбуғатта баҫылып тора, йәш һәм башлап яҙыусылар әҫәрҙәре тупланған «Йәш көстәр» йыйынтыҡтарына ла инеп китә.
Диплом алыу менән ул район гәзитендә эш башлай. Был инде ауыл, уның эшсәндәре тормошон яҡындан өйрәнеп, ижадына яңы алымдар индереп ебәрергә булышлыҡ итә, донъяға ҡарашын киңәйтә.
Бер-бер артлы «Ҙур бейәләй», артабан «Ҡыйғас болот», «Мин йәшәйем Уралда», «Ирәмәл итәгендә» тигән шиғри йыйынтыҡтары донъя күрә.
1983 йылда “Ҡыйғас болот” тигән исеме үк шағирәнә китабы баҫылып сыҡҡас, әҙәби тәнҡитсе Ғилемдар Рамазанов әҫәрҙәргә юғары баһа биреп, “йәшлек тауышы” тип атай.
1984 йылда шағирә йәш яҙыусыларҙың VIII Бөтә Союз кәңәшмәһендә лә ҡатнаша. Бында Ленинград шағиры Анатолий Чепуров, белорус яҙыусыһы Нил Гилевич һәм украин шағиры Петро Перебейнос үткәргән семинарҙа ҡатнашып, шиғырҙарына бик йылы баһалар ала. Йыйынтығы “Молодая гвардия” нәшриәтенә тәҡдим ителә.
Гүзәл Ғәлиеваның башҡорт шиғриәтендә тотҡан лайыҡлы үҙ урыны бар. Әҫәрҙәрендә хәтерҙә ҡалырлыҡ образдар тыуҙыра, тел байлығы, нәфислеге менән һоҡ­ландыра. Юҡҡамы ни уның шиғыр­ҙарына Нур Дауытов, Салауат Низа­метдинов, Роза Сәхәүетдинова, Рим Хәсәнов һәм Фирзәр Мортазин кеүек билдәле композиторҙар тиҫ­тәләрсә йыр яҙған, уларҙы танылған йырсылар башҡара, радио һәм телевизорҙан да даими яңғырап тора. Хәҙер инде социаль селтәрҙәрҙә лә уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы яңғыратырға мөмкин.
Үҙе лә бик моңло итеп йырлай бит ул, шуға ла күпселек шиғырҙары ла көйгә һалыуға һорап ҡына тора.
1991 йылда сыҡҡан “Ут һүрелмәй усағымда” тигән йыйынтығы ҡатын-ҡыҙ шиғриәтенә үҙенә генә хас тауышы булған шағирә килеүен раҫланы. Лирик герой – үҙенең игеҙәк һыңары, уның үҙен күреп белмәгән кеше лә шиғырҙары буйынса шәхес булараҡ төп һыҙаттарын төҫмөрләй алыр ине.
Уның шиғырҙарында нәзәкәт менән бер рәттән тәрән фәлсәфә лә бар. Тәбиғәт менән кеше яҙмыштарын бер семантик рәткә ҡуйып тыуҙыра ул әҫәрҙәрен. “Миләш” тигән бағыш­лауында был асыҡ күренә:
Ҡырыҫ йәмен миләш сәскәһенең
Шәйләмәй ҙә бәғзе кешеләр.
Ни әйтәһең?
Күпкә матурыраҡ
Күперек муйыл, сирен ишеләр....
Муйылдар ҙа бына емеш ҡойҙо,
Сирендәр ҙә ҡалған ҡыу булып.
Ҡара көҙҙө биҙәй миләш ҡуҙы,
Ялҡын-шишмә булып урғылып.
Һабаҡтарҙа инде тормош та юҡ,
Ә емеше яулай зиһенде,
Иртә киткән мәшһүр шағирҙарҙың
Үлмәҫ шиғырҙары шикелле.
Хаҡлы ялға сығыр алдынан Гүзәл Ғәлиева республика парламенты секретариатында тәржемәсе булып эшләне. Закон теле – үҙенә башҡа, теүәллекте яратҡан, шул уҡ ваҡытта ҡалыплашҡан, ҡоро мәғлүмәт биргән тел ул. Мәгәр ул берҙәй оҫталыҡ менән әҙәби әҫәрҙәрҙе лә тәржемә итте. Ғ.М. Мусреповтың «Ҡуҙыйкүрпәс һәм Баян­һылыу», А. Камюның «Яңы­лышыу», Ф. Кроммелинктың «Мөгөҙлө шәп ир», Мольерҙың «Яртаҡыл Журден», У. Шекспирҙың «Ун икенсе төн» пьесаларын башҡорт теленә әйлән­дерҙе. Улар барыһы ла респуб­ликабыҙҙың төп театрҙары – М. Ғафури исемендәге һәм Йәштәр театры сәхнәләрендә ҡуйылды. Ә Флорид Бүләковтың әҫәре иһә Ғәлиева тәржемәһендә бик күп сәхнәләрҙә уйналды.
Романдар буйынса инсценировкалар ҙа яҙа ул.
Сәхнә өсөн тәржемәләр эшләүенә, инсценировкалар әҙерләүгә Мәскәүҙә ГИТИС-та театр белгеслеге буйынса өс курс уҡып алыуы ла ярҙам итә.
Әҫәрҙәре матбуғатта ғына түгел, китап булараҡ та сығып тора, шунда уҡ таралып та бөтә. Бер китап эсендә башҡортса ла, Николай Грахов тарафынан урыҫ теленә тәржемә ит­кәндәре лә индерелеп, бына тигән баҫма донъя күргәйне. Бик шәп башланғыс булғайны был.
Әҫәрҙән-әҫәргә, китаптан-китапҡа уның оҫталығы арта бара, ижадта эҙләнеп, рус һәм башҡа телдәрҙәге әҙәбиәтте лә өйрәнеп, теоретик йәһәттән дә баҙыҡлана.
1996 йылда уҡ Ә.Х. Хәбиров “Йәнле шишмәләр: Ижади портреттар” тигән китапта уның ижадына бағышлап «Өлгөрҙө микән һүҙҙәрем” тигән мәҡәләһен баҫтырғайны.
Академик Ғ.Б. Хөсәйенов иһә «Мин артығын күктән һорамайым…» тигән мәҡәләһендә шағирәнең әҫәрҙәренә төплө байҡау яһап, бик юғары баһа биргәйне (Ватандаш. 2005, №12).
Гүзәлдең тағы бер сифатын әйтмәй мөмкин түгел. Көслө характерлы кеше ул. Нескә хисле шағирәнән быны көтөү мөмкин дә түгел кеүек. Бик күп һынауҙар үтергә тура килде уға тормошонда. Ошо юлдар тиктәҫтән генә яҙылмағандыр:
Йәлләй-йәлләй генә баҫам ипләп,
Аяҡ аҫты – йәшел яп(ы)раҡ,
Алтын көҙҙәрен дә күрәлмәйсә,
Бер тәүлектә йәшел йәшлегенән
Яҙған сағандарға аптырап.
Йәшел килеш елгә бирешерлек
Нисек улар шулай ҡаҡшаған?
Уларҙың да микән иммундарын
Фенол-диоксиндар ашаған?
Сағандарҙың ҡаушап ҡалған мәле,
Ауыр юғалтыуҙан юғалып...
Кәбисә йыл үҙ иңемә һалған
Оҡшаш бәләләрҙе уйланым...
Сабырлыҡтар һеҙгә, сағанҡайҙар,
Атып бәргәс тәнегеҙ хастаһын,
Йән-тәндәрегеҙҙе тиһәгеҙ һеҙ
Мәхрүмселек әгәр баҫмаһын.
Тәҡдир-таяҡ ғәҙелһеҙ үк түгел,
Ике башы төшмәй бер башҡа,
Үҙ йәшеңдән оло аҡыл килә
Ауыр юғалтыуға алмашҡа.
“Кәбисә йылы” тип атала был шиғыры. Кәбисә йылы ине шул.
Ул ваҡытта икебеҙ бер бинала эшләй инек. Бер көндө, дауаханаға барҙым, тип килеп инде лә минең менән сер бүлеште. Дөрөҫөн әйткәндә, диагнозын ишетеп, үҙем ҡойолоп төштөм. Хатта, әллә һуңғы тапҡыр күрәмме, тип тә уйлап ҡуйҙым. Ә ул бирешмәне. Көрәште. Еңеп сыҡты.
Туған йәнле, дуҫтарына тоғро кеше итеп тә беләм мин уны.
Күренекле яҙыусы Спартак Илья­совтың ғүмер ахырында уның менән осрашып, ғаилә ҡороуҙары про­заиктың ижады ҡапыл гөлтләп, яңы балҡыш алып үҫеп китеүенә сәбәпсе булды, тип әйтә алам. Ижади тандем емештәре араһынан бигерәк тә “Биғылый” романы айырым урын тота.
Китап әҙәби мөхиткә өйөрмә кеүек килеп ингәндәй итеп тойҙом мин, уны бик оҡшатып ҡабул иттеләр, шаңдағы көслө булды. Артабан инде Гүзәл Ғәлиева уны пьеса итеп эшләне. Әҫәрҙе Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең башҡорт драма театры сәхнәләштереп тә ҡуйҙы.
Спартак Мөжәүир улының “Ҡолой кантон” романы буйынса Гүзәл Ғәлиева менән берлектә яҙылған пьесаһы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ойошторған драматургия әҫәрҙәре конкурсында еңеп, сәхнәгә ҡуйырға тәҡдим ителде. Театрҙың репертуарында 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында башҡа спектакль барыу сәбәпле генә ҡуйылмай ҡалды. Хәҙерге мәлдә ул спектакль театр репертуарында юҡ ахыры. Парижға хәтлем барып еткән ғәскәр башлығы тарихы бөгөн дә бик көнүҙәк булып ҡала лаһа – шул тарафтан илебеҙгә яҫҡынған дошмандарҙың ватандаштарының үҙ заманында ябай ғына уҡтары менән ҡоттарын осороп, “төньяҡ амурҙары” тигән ҡушамат алып, арт һабаҡтарын уҡытҡандар бит. Халҡыбыҙҙың яугирлек тарихынан бер сатҡы булараҡ, был әҫәр ҙә сәхнәләштерелһә, йәш быуын өсөн рухи көс алырлыҡ фәһемле бер тамаша килеп сығыр ине.
Улар икәүләп Зәйнулла ишан Рәсүлев тураһында ла “Нур шәреҡтән килә” тип аталған драма яҙҙылар. Ул пьеса ла республика конкурсында ҡатнашты.
Спартак Ильясовтың “Ҡағанат вариҫтары” тигән китабы үҙе вафат булғандан һуң донъя күрҙе. Был китабын әҙерләүҙә лә Гүзәл туранан-тура ҡатнаша, сөнки әҫәрҙең төп геройы Йосоп Арыҡов уның тыуған ауылы Иманғолдан, ул ғына ла түгел, тура ептән барып тоташҡан ҡанбабаһы ла булып сыға.
Ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләп, һуңғы йылдарҙа ғына әҙәби ижадҡа ныҡлап тотонған Спартак Ильясовтың әҫәрҙәренә шағирә, журналистикала ла, нәфис әҙәбиәттә лә, театр эшмәкәрлегендә лә тәжрибә туплаған Гүзәл Ғәлиева үҙенең кәңәштәре, төҙәтмәләре-өҫтәмәләре менән бәҫ өҫтәне. Ысын-ысындан музаһы булды ул прозаиктың.
...“Тәҙрәңдә ут бар – Бар донъяла ҡот бар” тип башлана уның бер шиғыры.
Эйе, Гүзәлдең тәҙрәһендәге утты күреп, минең дә һөйөнгәндәрем була ине. Белореттан поезд менән килеп төшәһең дә, Өфөнөң ҡышҡы ыжғыр кисендә ҡунаҡханаға түгел, уға киләһең. Ул саҡта бит әлеге кеүек кеҫә телефондары бармы әле. Тәҙрәһендә ут күреп, һөйөнәһең, уның яҡты йөҙ менән ҡаршыларын беләһең.
Гел шулай, ижадың тәҙрәһендә лә ут булһын, шағирә! Сөнки әҫәрҙәрең – әҙәбиәтебеҙҙең йәме-ҡото ул!

Гүзәл СИТДИҠОВА,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: