…Нисәнсе ҡышты Ғилман ағайһыҙ ҡаршыланыҡ. 2011 йылдың февраль бурандары уны арабыҙҙан алып китте. Ап-аҡ ҡарлы, селләле, буранлы ҡыш биргән Ғилман ағайҙы донъяға, тап ошо ҡыш үҙе алып китте. Ағайҙы юҡһынып, уны «Ямаулыҡтар» китабынан эҙләйем (шағир барыбер бәхетле кеше, шиғырҙарында кисерештәрен мәңгеләштереп, үҙенең ғүмерен оҙонайта). Ана шул ҡыш асылы тәбиғәтендә ине Ғилман ағайҙың: аҡ һаҡаллы ғаҡыл һәм мәңге тынмаҫ буран:
Төн.
Осҡан ҡоштоң ҡанат һыҙғырыуы
Уҡ тауышы кеүек йөрәгемә
Тоҫҡалғанын белдеме икән шул ҡош?..
… Ах, йөҙәтте, аптыратты был ҡыш…
Тынлыҡта ла һыҙланыуҙы танып, ҡышҡы селләлә лә йөрәгеңдән йылылыҡ биреп ҡара. Ошо йылылыҡты ул ихластан өләште, шиғырҙарына ла һалып китте. Тормошта кеше күңелендә өмөт уята, һәр саҡ яҡшыға көйләй белде, бигерәк тә дингә килгәс. 26 ғинуарҙа – Ғилман ағайҙың тыуған көнөндә телефон аша аҙаҡҡы һөйләшкәндә, «Хоҙайҙың насибы булыр әле» тигәне иҫтә. Уның ижады хаҡында ине һүҙ, “яҙыш, ошо бәхетле генә мәлдәреңде шиғырҙарға һал”, тигәнем иҫтә.
Ғилман Ишкинин иҫән сағында үҙе әҙерләгән, айырым сыҡҡан китабы – «Ямаулыҡтар». «Мин дә әле – яраланып бөткән ер кеүек юл япрағылай йырҙарымды барлап сыҡтым ҡабат, тағы ла…» Замандың һәм замандаштарының күңел яраларын ямаусы ямаулыҡтар булып ҡалды әҫәрҙәре. Күңел һыҙланыуҙарын тере картина итеп һынландырған, тере халәт итеп биргән шиғырҙар.
Бер аяҡҡа атлағанда күмәк –
Емерелә күпер-мәғәнә.
Ғилман Ишкинин үҙенең ошо юлдарын 2001 йылда Яңауыл ҡалаһында үткән йәш шағирҙар семинарында бер-нисә тапҡыр ҡабатланы. Зиһененә һалған кешегә оло һабаҡ булырлыҡ. Ғилман ағай менән беҙ ошо семинарҙа танышҡайныҡ. Әкиәт донъяһы кеүек һәр мәле иҫтә шул өс көнлөк ижадташтар аралашыуының. Был ҡор рухи туғанлыҡ мөхите ине.
– Бер-беребеҙҙе әллә ҡасан белгән кеүекбеҙ, – тигәйне Ғилман ағай.
– Шулай шул.
– Рухташлыҡтан ул, – былар ҙа уның һүҙҙәре.
Ғилман ағай миндә үҙенең йәшлеген – Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыған осорон танып та яҡын күрә ине. Ул ваҡытта филология, хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының башҡорт-рус бүлегендә белем алған ул, ҡанаттарын беҙҙең “Ашҡаҙар” әҙәби-ижад түңәрәгендә нығытҡан, ижад инешендә Стәрлетамаҡ яҙыусыларының да һабаҡтарын, бигерәк тә Эльмира апай Сәсәниә дәрестәрен алған. Шуныһына ныҡ иғтибар иттем: күрешкәндә һәр уҡытыусының хәлен, нисек йәшәүен, һаулығын айырым-айырым тәфсирләп һораша торғайны. Мин һөйләйем, ә уның күҙҙәре шуҡ малайҙарса янып китә, ҡайһы мәл ҡыҙып-ҡыҙып студент хәтирәләрен, дәрестәрҙе, ҡылған шаянлыҡтарын һөйләп ала. Уҡытыусыларыбыҙҙы ныҡ яҡын күреп, уларҙы юғары күтәреп, тәрән ихтирам менән ҡарай ине. Үҙенең сабыйлыҡ асылы менән яратты уларҙы Ғилман ағай, белемде, талапсанлыҡты, ижади индивидуаллекте, остаздары ҡушҡанса, тормош һәм ижад ҡанундары итеп йәшәне. Студентлығы һуңынан да дауам итте әле. Ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланы, театр белгесе һөнәренә эйә булды. “Рәмил Ҡолдәүләттең драматургияһы буйынса диплом яҙам”, – тип янып йөрөгәне хәтерҙә. Драматургия менән бик ҡыҙыҡһынды, бәлки, үҙенең дә киләсәктә сәхнә әҫәренә тотонорға теләге булғандыр. Унан сығыр ҙа ине ул, ҡыҫҡа ғына шиғырҙа ла ниндәй драматик картиналар тыуҙыра ине бит.
Ғүмер – һабантуй ул, еңелә бел!
Шымып ҡалды майҙан.
Ергә тейҙе батыр арҡаһы.
Кем йыуатты, кем ҡыуанды,
Белә тороп:
Тағы ла бер бахыр артаһын.
Ғөмүмән, Ғилман ағай ғүмер буйы белемгә ынтылып, асыштар, яңылыҡтар көҫәп йәшәне. Иңенә аҫып йөрөгән ҡара сумкаһында һәр ваҡыт ниндәйҙер китап, ҡуйын кеҫәһендә ҡағыҙ менән ручка ятыр ине. “Йүгергеләп йөрөп, баштағы осоп китә торған. Бәләкәй генә фекер тыуһа ла, яҙып ҡуйырға кәрәк, яныңда һәр саҡ блокнот йөрөт”, – тип өйрәтте. Аҙаҡҡы мәлендә лә кеҫәһендә шиғырҙар яҙылған ҡағыҙҙар булған, тинеләр.
Ғинуар булһам икән, тигән селлә,
тағатҡан да ҡарлы селләһен,
үҙәктәргә үтеп-үтеп сеңләй.
Хоҙайым, кем уны йәлләһен.
Минән башҡа...
Ғилман ағай бик һағындыра. Ул миңә, яҡын күреп, ейәнсураларса “һылыуым” тип өндәшә ине. Уҡытыусыларыбыҙҙың, йәшлектә йөрөгән һуҡмаҡтарҙың уртаҡ булыуынандыр, ул үҙ иңенә ағайҙар яуаплылығын алды. Ихласлығы менән бәләкәй генә еңеүҙе лә ҙур итеп ҡабул итеп, уңыштарға ихлас ҡыуана, үҙеңә ышаныс уята белә ине. Кеше хәленә керә белде, ярҙамсыл ине. Тормошоңда бындай кешеләр булыуы үҙе ҙур бәхет бит, уларҙың һинең донъяңда булыуын белеү ҙә һине көслөрәк, үҙ-үҙеңә ышаныслыраҡ итә.
Ғилман ағай талапсан булды. Тормошҡа иммунитетты нығытҡан ағайҙарҙың береһе. Кәрәк икән, ҡаты ла әйтә ине. «Төрлө гармунға тыпырлай башлаһаң, бейергә лә оноторһоң», – тине бер саҡ. Мин дә уҫал: «Минең үҙ көйөм бар». Ул тормошта ла, ижадта ла эске азатлыҡты, принципиаллекте тәрбиәләргә тырышты. Иҫләйһегеҙҙер Ғилман Ишкининдың ошо дүрт юллығын:
Тышында ҡояш һүрәте,
Эсендә кипкән ал ҡан.
– Үҙгәрҙе заман, арттан ҡаҙайҙар, –
тип көрһөндө ҡалҡан.
Тормоштоң тетрәндергән бер мәлендә яҙғайным «Ҡалҡан» шиғырын:
Мин үҙемде ҡалҡан итеп
Һеҙҙең араға баҫам.
Тышымда – ҡояш һүрәте,
Эсемдә – ярһыу ал ҡан…
… Йөрәгем аша уҙһа уҡ,
Һүнер ярһыу ҡанымда.
Еңеүемә – йөрәк ҡорбан
Намыҫым һынауында.
Шиғырҙы яҙып бөткән минутында Ғилман ағайға шылтыратам. Тыңла, тием һәм шунда уҡ уҡыйым. Ул бер ниндәй комментарий ҙа бирмәй, «маладис» тип бер һүҙ әйтә. Уның шатланғанын һәм мине ныҡ аңлағанын аңлайым. Шул етә.
Тапҡыр ғына яуап таба алмам
Ҡайһы ваҡыт – ғәфү итерһегеҙ.
Ҡалыптарға һыйып булмай икән,
Ғәйеп миндә, урап үтерһегеҙ…
«Ошоларҙы уҡы» тигән күрһәтмәне тотош исемлек итеп яҙа ине. Яңыса яҙған авторға юлыҡһа, уҡыу – мотлаҡ. Әҙәбиәттә ҡалыптарҙы ҡабул итмәне. Ҡалыптарҙы, ғөмүмән, яратманы. Үҙе ҡалыпҡа бер ваҡытта ла һыйманы. Ғилман ағайҙың бер аҙ дыуамаллығы ла, бунтарь холҡо ла ҡалыптарға һыймауына бәйле булғандыр. Уның ҡалыплаша белмәүе ижадында ла сағылыш тапты. Ғилман Ишкининдың шиғриәтендә традицион шиғырҙар осраһа ла, ул ирекле шиғырға – верлибрға өҫтөнлөк бирҙе. Ирекле шиғыр ритм, рифмалаштырыу яғынан ирекле булһа ла, шиғырҙың көсөнә шағир парадоксаль фекер үҫеше, поэтик образлылыҡтың һәм фекерҙең юғары концентрацияһы аша ирешә. Башҡорт шиғриәтендә верлибрҙы үҙенең ижади йүнәлеше итеп алған шағирҙар күп түгел: Шамил Анаҡ, Сәсәниә, Ғилман Ишкинин, Азамат Юлдашбаев, Әҡсән Хәлилов. Ғилман ағайҙың верлибрҙары – башҡорт шиғриәтендә үҙенсәлекле күренеш. Уларҙың төп һыҙаты – ҡыҫҡалыҡта, поэтик образлылыҡтың драматик картина тыуҙыра алыуында, уй йомоп, шиғри йомаҡ ҡойоуҙа, тип уйлайым.
– Миңә лә, һиңә лә уртаҡ.
Ҡаплама ҡояшты, –
тип ҡысҡырҙы йомран төйлөгәнгә, –
тип яҙғайны шағир “Хоҡуҡ” тигән шиғырында. Ғәҙәттә, Ғилман Ишкининдың миниатюр шиғырҙары – йомаҡтары яуабы әҫәрҙең исемендә һаҡлана. Исем һәм шиғыр араһындағы логик, образлы, ҡайһы саҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы бәйләнеш уны ҡыҙыҡлы итә. Шиғыр исеменең әҫәренән оҙонораҡ булған саҡтары ла осрай торғайны. Ғилман ағай менән Өфө урамы буйлап китеп барһаҡ, ул миңә сираттағы йомағын ҡоя: “Яңы шиғыр яҙҙым. Бер һүҙҙән тора. Исеме – “Ояһынан осоп төшкән ҡош балаһына”. Минән шиғыр-һүҙен әйттермәксе инде. Баҡтиһәң, “тәрбиәһеҙ” тигән һүҙ икән.
Студенттар менән шиғриәт хаҡында һөйләшкәндә, Ғилман Ишкинин ижадынан миҫалдар килтерергә, уның шиғырҙарына таянып, шиғриәттең асылы, поэтик образлылыҡ хаҡында аңлатырға, шиғри йомаҡтар ҡойорға яратам. Йәштәрҙең күҙҙәрендә осҡондар ҡабынып китһә, ихлас ҡыуанам үҙем: бына бит, тим, шиғриәт киләсәк өсөн дә ҡыҙыҡ, киләсәккә лә кәрәк! Ғилман ағайҙың ике генә шиғыр юлы хәтерҙәрендә ҡалһын, тимәк, шағир ижады йәштәр күңелендә йәшәүен дауам итер.
Күкрәүҙәрҙән
Үкенеүҙәргә ҡәҙәр;
Айырылыуҙарҙан
Ҡауышыуҙарға ҡабат,
Түбәнлектән юғарыға үрләп...
Тормош дауам итә...
Тормош дауам итә. Шуныһы йыуаныс: Ғилман ағай хаҡындағы хәтер йәшәй. Уның дауамы булып, ҡыҙҙары, үҙе күреп өлгөрмәгән, исемен ҡушып киткән улы, ейәнсәрҙәре бар. Ғилман Ишкининдың булышлығы менән төҙөлгән мәсеттәре ҡалды. Кешеләр күңелендә, китаптарында, интернет селтәрендә ижады иҫән. Яҙ һайын тыуған ерендә шағир үҙе ултыртҡан баҡсала алмағастары сәскә ата.
Ҡулыма йыш ҡына Ғилман ағайҙың 50 йыллығына донъя күргән “Мин, бәлки, урап та килмәҫмен, ай, алыҫ аралар, ай, йыраҡ...” тигән шиғыр китабын алам. Уны шағирҙың яҡташы, дуҫы Азамат Юлдашбаев әҙерләп сығарғайны. Китаптың тышлығынан Ер шары аша Ғилман ағай баға. Глобус һынындағы билдәләрҙә, тимәк, китапта, шағирҙың табыныуҙары, ҡабыныуҙары, абыныуҙары... барлыҡ кисерештәре. Шағир донъяһы.
Мин, бәлки, урап та килмәҫмен,
Мин, бәлки, килеп тә сығырмын,
Иртәгә төшөңә инермен,
Һағындың дамы ни, тиермен.
Тыуған ерендә – Ейәнсурала Ғилман Ишкининдың илле, алтмыш йыллығын ҙурлап үткәрҙеләр. Йәмле Һүрәм буйында ойошторолған “Ҡош юлы” республика фестивале лә уның яҡты хәтеренә бағышланды. “Йәщлек” гәзите быйыл Ейәнсура районы хакимиәте менән берлектә интернет селтәрендә шағир шиғырҙарын ятҡа һөйләүселәрҙең видеоконкурсын ойошторҙо. Ҡатнашыусылар сығышы шуныһы менән һөйөнөслө: Ғилман ағайҙың ижадына төрлө быуын вәкилдәре мөрәжәғәт иткән, тимәк, һәр быуын күңелендә уның шиғриәте кисерештәре ауаздашлыҡ тапҡан. Стәрлетамаҡта А.Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәте үҙәгендә үткән хәтер кисәһенән күңелем булып, уй-хискә тулып ҡайттым. Төрлө һөнәр эйәләре булған китап уҡыусыларҙың, Ғилман Ишкининдың шиғырҙары асылына төшөнөргә ынтылып, бәхәстәр ҡороп ихлас һөйләшеүҙәре күңелдә шатлыҡлы һағыш уятты. Әйтерһең дә, Ғилман ағайҙың ижад кисәһе бара. Ә ул, презентациялағы фотоһүрәттәгесә, апайҙарҙы тыңлап, йә хәйләкәр йылмайып ҡуйыр, йә күңеле булып, башын артҡа ташлап, рәхәтләнеп, донъя яңғыратып көлөп ебәрер кеүек ине. Эй тормош... Юбилейҙарға барып етеү, шәхескә, хеҙмәткә, ижадҡа ҡарата кешеләр баһаһын белеү ҙә оло бәхет икән дә.
Ғилман ағайҙың ижади мираҫы булып, уның һүҙҙәренә яҙылған матур йырҙар ҡалды. “Хуш, хәйерле Рамазан”, “Телефон”, “Һанамағыҙ киткән торналарҙы”, “Күршелә туй” һәм башҡа моңло йырҙарын Ғәлинур Юламанов, Нәжип Юлдашбаев, “Рух” төркөмө репертуарынан тыңлап була. Шағирҙың ҡатыны Айһылыу Вәхитова “Бәйләнештә” селтәрендә “Ғилман Ишкинин ижады” төркөмөн алып бара. Ғилман ағайҙың шиғырҙарын популярлаштырыуҙа шулай уҡ уның яҡташы Радмир Дәүләтбәковтың да хеҙмәтен билдәләргә кәрәк. Шиғриәт һөйөүселәр уның сәхифәһендә шағир шиғырҙарын, йырҙарын кинәнеп тыңлай ала.
Ваҡыт тинем,
төшөрөмдән алда,
– Һин кем? – тиеп ҡулын һуҙҙы Ваҡыт…
...«Поэтик образ» темаһын үткәндә, студенттар менән уның миниатюр шиғырына исем ҡушабыҙ:
Арабыҙҙа һалҡын,
йылыны үлсәп,
үҫеп килә беҙҙең сабыйыбыҙ.
Был Ғилман ағайҙың «Термометр» шиғыры. Шағир үҙе лә йәмғиәттәге һалҡын, йылыны үлсәүсе, күңел ҡуҙҙарын уятыусы инде ул. Йылылыҡты үҙе биргән ҡәҙәре алып өлгөрҙөмө икән, тип кенә уйлайым.
Рита ФӘТҠУЛЛИНА,
филология фәндәре кандидаты.