Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
20 Октябрь , 12:00

«ХӘЙЕР, БӨГӨН БАРЫҺЫ ҠАТМАРЛЫРАҠ...»

Ниндәйҙер әҫәргә, яңы сыҡҡан китапҡа ҡарата уҡыусының фекере донъяны күҙаллау, әҙәби-мәҙәни кимәл, зауыҡ менән бәйле. Берәүҙәргә мажаралы сәсмәүер оҡшай, икенселәр драматургияға өҫтөнлөк бирә, өсөнсөләр шиғриәтте үҙ итә. Ниндәйҙер бер әҫәргә, йәки яҙыусы ижадына төрлөсә ҡараш, хатта ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер тыуыуы ла тәбиғи... Бына ошо ҡатмарлыраҡ күренеште, рус тәнҡитсеһе В.Г. Белинскийҙың («1841 йылда рус әҙәбиәте», «Китап кибетендә тыңланған әҙәбиәт хаҡында һөйләшеү») һәм башҡорт ғалимы Ғ.Б. Хөсәйеновтың («Һеҙҙеңсә нисек?») тәжрибәләренә таянып, әҙәбиәт һөйөүсе ике кешенең әңгәмәһе рәүешендә күрһәтергә йөрьәт итәбеҙ. Әйтергә кәрәк, әҙәби тәнҡиттең был үҙенсәлекле формаһына байтаҡтан бирле мөрәжәғәт иткәндәре лә юҡ. Билдәле ғалимдарҙың традицияһына эйәреп, әңгәмәселәрҙең береһен «А», икенсеһен «Б» тип атайыҡ.

Кәкре-бөкрө яҙмалар

А. ХХI быуат башында, бар донъяны Интернет селтәре яулап-ялмап алғанда ла, китаптарҙы һаҡлайһың икән әле, дуҫҡайым.
Б. Һаҡлайым, сөнки кеше бит компьютер ҙа, робот та түгел. Юҡ-юҡ та китап кәштәһендәге үҙем яратҡан яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен ҡабат уҡып алам. Хәҙер кеше китап уҡыймы ни ул, тиһәләр ҙә. Тарихты байҡап ҡарайым да, ҡыҙыҡ ҡына күренешкә юлығам: ХХ быуат башында йәшәйешкә кино сәнғәте, телевидение килеп ингәс, кешелек “нәфис әҙәбиәт, һис шикһеҙ, бөтә ул” тип юраған. Ләкин ни күрәбеҙ: әҙәбиәт тә, кино сәнғәте лә – һәр ҡайһыһы айырым үҙ юлын дауам иткән.
ХХ быуат аҙағында йәшәйешебеҙҙе виртуаль донъя яулап алғас, электрон әҙәбиәт, электрон баҫмаларҙың уңышлы киләсәген фаразлап, ҡайһы берәүҙәр, “литература” һүҙен “сетература” тип алмаштырыуҙы тәҡдим итте. Хәҙер инде өс тиҫтәләп йыл үтте, был төшөнсә лә нығынманы бит. Ә һин ниндәй фекерҙә?
А. Шулай ҙа һүҙ сәнғәте үҙгәрештәр кисермәне тип әйтеп булмай. XIX быуатты рус поэзияһының алтын быуаты, ә XX быуатты көмөш быуаты тип атап йөрөтәләр, әйтәйек. Ә бөгөн ул ниндәй төҫтә? Ә милли әҙәбиәтебеҙ һуң? Ниндәй осор кисерә беҙҙең һүҙ сәнғәте? Әҙәби әләмдәрҙе ҡулдарына алыусылар меңәр йылдар дауамында йәшәп килгән тәрән фекер һәм поэтик образлылыҡ традицияларын лайыҡлы дауам итәме?
Яңы быуат башында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим шулай тигәйне:
Ниндәй мең йыл хәҙер урамда?
– Бер мәл шағир шулай һораған.
Тимәк, әле ул саҡ Ваҡыт булған,
Тимәк, ерҙе ҡояш ураған,
Тимәк, елдәр үҙ яйына иҫкән,
Ҡар-ямғырҙар яуған болоттан.
Б. Әйтәһе лә түгел, етеҙ заман ваҡиғалары, глобаль үҫеш-үҙгәрештәр аң-фекерләүгә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Ни өсөндөр, бөгөнгө әҙәбиәт тигәндә илленсе-алтмышынсы йылдарҙа тыуған әҙиптәрҙе күҙ алдына баҫтырам. Һәм, ни эшләптер, шағир Рәйес Түләктең “Быуындаштар” тигән шиғыры иҫкә килеп төшә:
– Быуындаштар! Илле һигеҙҙәр һәм
Илле туғыҙҙар һәм алтмыштар!
Заман бүлде беҙҙең яҙмыштарҙы,
Ҡап урталай бүлде, яртышар...

А. Эйе, үҙ быуындаштары хаҡында бик тапҡыр әйткән ул. Әммә уларҙың китаптарын уҡыусы йәшерәк быуын замандаштарҙың фекерләүе лә, йәшәйеше лә ҡап уртаға бүленгән кеүек булманымы ни?..
Б. Уйлайым да, бәлки шуға ла хәҙерге әҙәбиәттә парадоксаль фекерҙәр өҫтөнлөк алмаймы икән тим?! Бына ҡулымда – яҙыусы Азамат Юлдашбаевтың “Мәлъяҙмалар”, “Аҡлы-ҡаралы яҙмыш”, “Яңғыҙлыҡ анатомияһы” китаптары...
Азамат Юлдашбаевты белмәгән кеше юҡтыр. Ул да алтмышынсы йылғыларҙан. 1964 йылдың 10 октябрендә Ейәнсура районы Саҙалы ауылында тыуған. Журналист, публицист, шағир. “Шоңҡар”, “Ватандаш” журналдарының, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире булып эшләне. Әлеге көндә “MOSAFER” брендын барлыҡҡа килтереп, күндән төрлө тауарҙар эшләп сығарыу эшен алып бара. Эшҡыуар хәҙер. Әҙәбиәттән ситләште...
А. Мине уның әүҙем тормош позицияһы, ойоштора белеү, йәштәрҙе әйҙәй белеү һәләте һоҡландыра. Бер әңгәмәһендә ул шулай тигәйне: “Миңә проектлап фекерләү ҡыҙыҡ ине. Журнал сығарыуҙан тыш, диджитал өлкәгә инеү, Интернет киңлектәрендә башҡортса контент үҫтереү, башҡортса проекттар булдырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйҙыҡ”. Ысынлап та, “Минең Рәми”, “Халыҡ шағиры Бикбай” конкурстары, шиғри флешмобтар кеүек ул ойошторған проекттар нәфис әҙәбиәтте пропагандалауға, интернет селтәрендә башҡорт теленең киңерәк таралыуына булышлыҡ итте.
Ә инде Азамат һәм Нәжип Юлдашбаевтарҙың тырышлығы менән барлыҡҡа килгән “Ҡош юлы” гитарала уйнап йырлаусыларҙың фестивале сәнғәттә тәүге аҙымдарын яһаған йәштәрҙең генә түгел, ҡәләм тибрәткәндәрҙең дә майҙанына, ижади лабораторияһына әйләнде.

...Иҫемдә, Азамат Юлдашбаевтың әҫәрҙәре төрлө баҫмаларҙа донъя күрә башлағас, “Ундай шиғырҙар ҙа буламы ни?” тиеүселәр ҙә, “Был бит кәкре-бөкрө яҙмалар” тип нарыҡлаусылар ҙа булды. Мине лә уның тәүге шиғырҙар йыйынтығы һағайтҡайны. Беҙ өйрәнмәгән, күҙ күнекмәгән, традицион ҡалыптарға ҡоролмаған яҙмаларҙы хатта бер нисә тапҡыр уҡып, асылына төшөргә тырышҡайным.
Б. Иҫләйһеңме, китап уҡыусыларҙың шундай реакцияһын күҙаллап, автор шулай тип билдәләп тә ҡуйҙы бит:
Яҙам әле...
Нимә яҙам?
Кемдер, шиғыр, тиер.
Кемдер, ундай шиғыр буламы ни, тиер.
Барыбер рәхмәт!
Нимә яҙам?
Йоҡоһоҙ төндәрҙән яфаланған күңелемде йыртып сыҡҡан
Уйҙарымды ҡағыҙға теркәйем. Шул ғына.
Был минең күңелем йылъяҙмаһы. Юҡ көнъяҙмаһы
Сәғәтъяҙмаһы, минутъяҙмаһы – мәлъяҙмаһы.
Яҙам әле…
А. Эйе, ҡарап тороуға хис-тойғо ла юҡ кеүек. Үҙе әйтмешләй: “Инде йәш тә түгелмен. Тойғоларҙы тышауларға ине лә – тоттормайҙар”. Шулай тип әйтһә лә, уның әҫәрҙәренә уй-фекер кисереше шыплап тултырылған. Тәбиғәте менән кисереш тә оҙаҡҡа һуҙылмай бит. Бер мәлдә йәшен кеүек ялтлап ҡына үтеп китә ул кешенең мейеһенән. Оҙаҡҡа һуҙылһа, ул әҙәби әҫәрҙәрҙә күп һүҙлелекте, бушаҡлыҡты, ялҡытҡыс риториканы, хатта дидактиканы барлыҡҡа килтерә. Әҙәбиәт тарихында ундай “һоролоҡтар” бихисап...

Өс һүҙлек роман


Б. Шулай ҙа киҫкен фекер, проза алымдарын ҡулланыу (шиғриәттә прозаизмдарға юл ҡуйыу күп осраҡта тәнҡит утына ла алына) Азамат Юлдашбаев шиғырҙарындағы лиризмды, хис-тойғоларҙы сағылдырыу киңлеген ҡыҫырыҡламаймы һуң?
А. Туҡта әле, фекеремде дауам итеп, шуны билдәләргә ине: лирик геройҙың аңы аша ҡыҫҡа бер миҙгелдә үткән хәл-ваҡиға йәки уйҙар ташҡыны лириканың сюжет һыйҙырымы юҡ тигәнде аңлатмай бит әле. Әйтәйек, бөйөк яҙыусы Сыңғыҙ Айытматов “Быуаттан да оҙон көн” тигән романына атама итеп шағир Борис Пастернактың шиғыр юлдарын алған. Тимәк, Пастернак өс һүҙгә генә роман фекерләүен һалған булып килеп сыға ла.
Б. Азамат Юлдашбаевтың берәй шиғыр юлын алып, берәйһе роман яҙырмы икән?
А. Роман яҙырҙармы-юҡмы, белмәйем. Юғары уҡыу йортонда “Ижад йүнәлештәре һәм ағымдары” темаһын студенттарға аңлатҡанда уның “Прогресс” шиғырын йыш ҡына миҫалға килтерә инем.
Соцреализмдан
Сос реализм аша
SOS реализмға.
Сәнғәттең, әҙәбиәттең, мәҙәниәттең төрлө баҫҡыстары, тарихы, хәүефле яҙмышы асылда ошо биш-алты һүҙгә һыйған. Тотош бер лекция уҡырлыҡ йәки ғилми хеҙмәт яҙырлыҡ.
Б. Ә мин уның тотош психологик картина булырҙай әҫәрҙәрен үҙ итәм.
Ямалып та ғына бөткән күңел,
йүрмәлгән дә генә йән менән

ҡайттым бына...
Һинең ҡаршыңа.
Рәнйеһәң дә, әсәй,
әрләһәң дә...
Һөй арҡамдан... Һыйпа башымдан...
Ҡарамаҡҡа ҡырыҫ күренгән лирик геройҙың эске кисерештәре донъяның мәрхәмәтле, миһырбанлы, изгелекле яҡтарына иғтибарҙы йүнәлтә асылда.
Ә бына уның “Саҡрымдарҙы һыйпап табан менән // әйләндерешәһең бит һин дә Ер шарын...” тигән юлдары... Ғүмер ағышы, юлсы хәлендәге кеше, аҙымдарҙың яуаплылығы, киләсәк хаҡында бит улар.
Әҙәбиәтсе-ғалимдар әйтеүенсә, шиғыр – ул һәр саҡ автопсихологик күренеш: кеше лирик геройҙа үҙен күрә, әҫәрҙе үҙенең тормош тәжрибәһе аша ҡабул итә. Азаматтың әҫәрендәге штрихтар, эскиздар (уларҙы шулай тип әйтергә булалыр) тап уҡыусының аңын ҡуҙғатыуға ҡорола ла инде.
А. “Кем мин?” тигән һорауҙы үҙенә йыш бирә инде, тимәк, китап уҡыусы?
Б. Эйе, бына тыңлап ҡара:
Беҙ –
ахыры заман геройҙары
һәм тиҫкәре персонаждар:
әллә –
артыҡ йәшәгәндәр,
әллә –
етлекмәй тыуғандар.
Шиғыр һүҙ уйнатыуға, иронияға, тәнҡитле реализмға ҡоролған. Антитеза, сатирик шарждар, антонимдар аша бирелгән портрет (“Телдәр – шыма, уйҙар – шыуғалаҡ”, “уң ҡул күрешергә һуҙылған, һулы – артта – йоҙроҡта”, “ирендәр доға ҡабатлай, эстән бәддоға уҡып”), йәшәйеш (“Тәхеткә менгән әрһеҙлек, намыҫ аунай сүплектә”, “зыялылар өнһөҙ ята зыянлыларҙан ҡурҡып”) һис тә заманыбыҙ һәм замандаш файҙаһына түгел. Ике йөҙлө мөхит, яһалмалылыҡ, көнсөллөк, нәфсе хөкөм һөргән осорға ҡарата шағир ҙа аяуһыҙ:
Нәфсе выжданды баҫты,
беҙҙе – тормош ваҡлыҡтары.
Беҙ – әллә аҡтыҡҡы геройҙар,
әллә әҙәм аҡтыҡтары...
Йәмғиәттә шундай осорҙар булып ала: хаҡ менән нахаҡты ла бик ауырлыҡ менән айыраһың. Ҡайһы бер осорҙа хатта изгелек менән яуызлыҡтың да сиктәре үтә шартлы. Шағирҙың “Донъя гиҙеп ҡайтҡан Иблис...” тигән бер шиғырында кешелектең рухи һәм әхлаҡи яҡтан түбәнәйеүенә хатта Иблис үҙе ҡыҙғанып ҡарай: “Артығыраҡ тырышҡанмын, ахыры...”
“Ғилманға” шиғырында шундай юлдар тетрәндерә:
Әйләндем.
Ятам.
Яуапһыҙ һорауымды
Төнгә төбәп.
Атырға ла,
Атылырға ла әҙермен:
Мин үҙем – сикә,
Үҙем – сикәгә терәлгән көбәк.
А. Шәп бит! Сәпкә тейә атҡан фекер-уҡ. Шағир һис тә борғоланмай, ҡыланмай. Уның өсөн иң мөһиме – бер тында үҙен әрнеткән, ярһытҡан проблемаларҙы әйтеп ҡалыу. Был юлдарҙа шағирҙың үҙенең характеры ла асыла кеүек. Бер әңгәмә ваҡытында ул үҙе хаҡында шулай тип белдергәйне: “...мин бер ниндәй ҙә хаттин ашырлыҡ һүҙ һөйләмәйем, хаттин ашырлыҡ эш эшләмәйем. Уйлағанымды ғына әйтәм дә, теләгәнемде башҡарам. [...] Шуны әйтергә ярамай, былай итергә ярамай. Әсәйем беҙҙе ҡысҡырып көлөүҙән түгел, ҡысҡырып илауҙан да тыйҙы. Күршеләр ишетеп ҡалмаһын, кеше күреп ҡуймаһын, имеш...” (“Шоңҡар”, 2019).
Беләһеңме, Азамат Юлдашбаевтың үрҙәге әҫәрҙәре шағир Шәйехзада Бабичтың ижадын һәм стилен иҫкә төшөрҙө әле. Ә атап әйткәндә, ошо шиғырын:
Ҡыҙҙар – иркә,
Ирҙәр – күркә,
Ҡатындар – ҡурсаҡ!
Аңҡый шәхсиәт,
Ялтырай тәрилкә,
Матбуғат – уйынсыҡ!
Күҙҙәр – йыландай,
Телдәр йыумалай,
Малайҙар үрмәләй,
Танауҙар – Һималай!
Б. Күрәһең, ХХ быуат башындағы йәшәйеш проблемалары ХХI быуат өсөн дә актуаль булып ҡала әле. Икенсе яҡтан, Азамат Юлдашбаевтың Бабич шиғриәтен ныҡлап өйрәнеүен, уның әҙәби традицияларын дауам итеүен дә күрһәтә түгелме? Әйткәндәй, уның Шәйхзада Бабичтың “Ғазазил” поэмаһы хаҡындағы “Рухи бунтмы, рух бунтымы?” тигән мәҡәләһен (“Ағиҙел”, 2003, №4) бик ҡыҙыҡһынып уҡығайным. Әҫәрҙе бөтөнләй икенсе ҡараштан, шағирҙың идеяларын тарихи мөхиткә бәйләп, психолингвистистик яҡтан тикшергәйне ул.
Тынышмаған билдәләр
А. Беләм, аңлайым һәм традициялар, күсәгилешлек темаһын дауам итеп, шуны әйтергә теләйем: шағирмын тигән шағир һәр саҡ эҙләнә. Хатта ниндәйҙер йүнәлештәрҙе дауам иткән хәлдә лә, кемдер – йөкмәтке, кемдер – художестволы форма өлкәһендә эксперименттар эшләй. Исемләй башлаһаҡ, бик оҙаҡҡа китер ине.
Б. Шулай ҙа, мәҫәлән, шағир Рауил Бикбаевтың шиғри хәҙистәре, Тамара Ғәниеваның фәлсәфәүи-романтик дастандары, Әхмәр Үтәбайҙың шәмаилдары (фигуралы шиғырҙары), Тамара Искәндәриә, Дамир Шәрәфетдинов, Ғилман Ишкинин, Азамат Юлдашбаев верлибрҙары бөгөнгө башҡорт шиғриәтен яңы алымдарға, стиль биҙәктәренә шаҡтай байытты.
А. Азамат Юлдашбаев ижадындағы йөкмәтке үҙенсәлектәре – парадоксаль фекерҙәр үҫеше, тынғыһыҙ уйҙар ағышы ирекле структураны талап иткән. Шуға ла верлибрҙар уның өсөн иң ҡулай жанр кеүек.
хәйләкәр йәй
хистәргә сәсәтеп иҫтән яҙҙырҙы ла,
алтын сылбыр менән икебеҙҙе
бер көҙгә килтереп бәйләне
Үрелеп үп ҡояшты,
Эсмеральда,
тәүбәгә ҡайт
әле һуң түгел
Һуң түгел әле
Һүҙгә һаран, ләкин тәрән кисерешле шағир уҡыусыға уйланырға урын, төпһөҙ ҡойо төҫлө сер ҡалдыра. Интертекстуаль алымдарға, реминисценцияларға ла мөрәжәғәт ителә: Виктор Гюгоның киң билдәле әҫәренән Эсмеральда образы, уның драматик яҙмышы китап уҡыусының аң ағышындағы сюжетты тағы ла киңәйтә төшә.
Иғтибар иттеңме, шағир тыныш билдәләрен ҡуймаған бында. “Аҡлы-ҡаралы яҙмыш” китабында ошондай шиғырҙарын автор “Тынышмау билдәләре” (тыныш билдәләре менән дә, үҙ-үҙем менән дә тынышмаған саҡта) тигән баш аҫтында туплап биргән. Модаға эйәреү түгелме икән?
Б. Интернет селтәрендәге төрлө ағымдарҙы күҙ уңында тотаһыңмы?
А. Эйе, мәҫәлән, хәҙерге рус хокку авторҙары араһында бик популяр булған шиғыр-“пирожки”ҙарҙы әйтәм. Улар ҙа тыныш билдәләрһеҙ һәм ҙур хәрефтәрһеҙ ирекле шиғыр стилендә ижад итә бит. Әйтергә кәрәк: 2003 йылдарҙа башланған был шиғри “уйын” бөгөн сайттарҙа, социаль селтәрҙәрҙә ныҡ таралды. Хатта үҙҙәренең блог-платформаларын да булдырҙылар, буғай.
Б. Улар бит күберәк шаярыу, күңел асыу формаларына иғтибарҙы йүнәлтә. Үҙеңдеке – үҙәктә, тигән кеүек, Азаматтың тыныш билдәләрһеҙ шиғырҙары күпкә тәрәнерәк.
ботаҡҡа саҡ йәбешеп торған
һары япраҡ
көҙҙөң күҙенә мөлдәрәп ҡарай
әллә мәрхәмәт-шәфҡәт һорай
әллә өнһөҙ генә ләғнәт шыбырлай
һинең ҡарашың
һәм
ҡоштар йылы яҡҡа йыйына
Миңә ҡалһа, бындай әҙәби күренеште “аң ағышы” техникаһы менән бәйләргә булалыр. Йәғни фекерҙең өҫтөнлөк алыуы тәбиғи рәүештә ҡанундарҙы инҡар иткән өҙөк-өҙөк сюжетты, грамматикаларға буйһонмаған форманы, ритмды, егәрле деталдәрҙе, рационалистик башланғыстарҙы талап итә.
А. Шулай ҙа интернет селтәренең, “клип фекерләүе” йоғонтоһон күрәм мин бындай юлдарҙа. Беҙҙең осорҙа фән һәм техника тормоштоң барлыҡ өлкәләренә, шул иҫәптән шиғриәткә лә килеп инде. Быуат шиғриәтенең йәнә бер үҙенсәлеге бит ул – төрлө яҫылыҡтарҙағы төшөнсәләрҙе йәнәш ҡуйып, яңы мәғәнә эҙләү, антидеталдәрҙең фәлсәфәүи йөкмәткеһен асыу, динамизм көсәйеүе. Мәҫәлән:
Арҡанына сырмалған быҙау һымаҡ,
уйҙарыма уралып ултырам,
ваҡыт менән арауыҡ киҫешкән
гео-хроно бер нөктәлә.
Миҙгелдәр һәм мәлдәр поэтикаһы ла беҙ өйрәнгәнсә түгел, ҡапыл һиҫкәндереү функцияһына хеҙмәт итә. Бына тыңла әле.
Яңы таңды
шик менән көтәм –
кемдер кискә
барып етмәйәсәк.
Көндөң һүнеүен
шатланып оҙатам –
бөгөнгә мин түгел.
Шулай ҙа шик ҡала –
кем һуң?
Хәтәр бит. Мин бит тере, кемдер юҡ... Уйландыра. Бар нәмәгә шөкөр итә белеү, ғүмер һәм йәшәйеш ҡәҙерен баһалау, йәшәү һәм үлем мәсьәләләре антиномиялар, риторик һорау, ҡыҫҡалыҡ аша асыла был әҫәрҙә.

Эйе, беҙ өйрәнгән традицион шиғриәттән алыҫ Азамат Юлдашбаевтың әҫәрҙәре. Әйтәйек, өс, биш юллыҡ ҡыҫҡа шиғырҙарҙы, хокку, танка жанрҙарын япон шиғриәтендә лә осратып була. Ә көнсығыш поэзияһында тапҡыр мәғәнәле ҡитғалар бар. Шағирҙың мәлъяҙмаларында ошо жанр формаларының традицияларын күргәндәй булам.
Аҡ – ул төҫ түгел,
Ул башҡа төҫтәрҙең булмауы.
Ябай бушлыҡ.
Художестволы әҙәбиәттә аҡ төҫтөң символикаһы бик киң. Кемдер сафлыҡты, самимилыҡты, матурлыҡты белдерә, кемдер хатта үлем менән бәйләй. Миңә ҡалһа, А. Юлдашбаевтың “аҡ төҫ”ө тормошто өр-яңынан башлауҙы аңлаталыр. Бушлыҡты, йәғни тормошто нисек һәм ниндәй төҫтәргә буяу күп осраҡта кешенең үҙенән тора.


Дүрт мөйөшлө йән


Б. Туҡта әле, лирик геройҙың уй-фекерен оптимистик планда аңларға һәм аңлатырға тырышаһың һин. Ә бына әлеге фекерҙәреңә антиномия булырлыҡ юлдар:
Бакендарҙы этеп,
Сиктәрҙе киңәйтеп,
Рәхәтләнеп
Йөҙөргә ине лә,
Ҡомға ултырҙы кәмә.
Донъя әҙәбиәтендә кәмә образы мифологемаға әйләнгән инде. Азамат Юлдашбаевтың “ҡомға ултырған кәмә”һе лә әллә күпме ассоциацияларға, фәлсәфәүи проблемаларға алып китә.
Көтөлмәгәнлек – шағирҙың тағы бер уңышы. Китап уҡыусының күңеле менән шаяра, әйтерһең. Шиғриәттәге образлы хулиганлыҡ бит был! Күктән алып ергә бәргән кеүек була ҡайһы саҡта. “Арҡаға ҡаҙалған һөңгө һабына кемдер ҡулъяулыҡ киптерергә элгән”, “Аҡһаҡ йән, пеләш аҡыл менән донъя буйлап кеше кәйефтәрен йыям”, “Йөрәгемә ҡаҙалған уҡты тартып ала алмай, йонсоп ултырам”, “Атылған йондоҙҙарҙы йыйҙым – кемдер уларҙы ерләргә тейеш бит”, “Ҡырыҫ ҡала, ҡыҫып, йомро йәнемде дүртмөйөшлө итте”... Ай, хулиган!
А. Дүрт мөйөшлө йән тип берәү ҙә әйтмәгәйне, буғай... Ысынлап та, бер тында уҡылышы, афористик теүәллеге менән, көтөлмәгән мәғәнәһе, ҡапма-ҡаршылыҡлы композицияһы менән айырылып тора уның әҫәрҙәре.
Һөйкөмһөҙ көн
йәнде ергә ҡуша ҡыҫа –
өмөтләнеп көткән йәйем ошомо?

Луиза КИРӘЕВА.

(Мәҡәләне тулыһынса 2024 йылғы "Ағиҙел" журналының 10-сы һанында уҡығыҙ).

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: