Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
27 Сентябрь , 08:46

СЕРЛЕ ҠУМТА ЙӘКИ ҺИГЕҘЕНСЕ МӨҒЖИЗӘ

“Ауылда уҡытыусы булып эшләп йөрөгән ҡыҙмын. Бер егетте оҡшатып, хистәрҙе белдерергә ҡыймай йөрөй инем. Хикәйәгеҙҙе уҡып, шундағы инструктаж буйынса уның менән аралаштым, үҙемә ҡараттым, бына хәҙер өйләнешәбеҙ, һеҙҙе 7 ноябрь буласаҡ туйыбыҙға саҡырабыҙ”, – тиелгән ине берәүһендә.

Эмма Мирйән ҡыҙы. Юҡ, улар өсөн дә артистар, яҙыусылар – бөйөк кешеләр, алиһәләр ине, киреһенсә, хуплап ҡабул иттеләр. Башҡорт театрының спектаклдәрен ярата инем, әсәйемдәр менән йыш йөрөнөк. Машина эшләүселәрҙең мәҙәниәт һарайына театр килгән һайын коллективтары менән билет алалар, телевизорҙан да ҡарайбыҙ. Башҡорт төркөмөнә уҡырға инергә теләк бар ҙа, тик башҡортса белмәйем тип иҫәпләй инем, һөйләшеүем татарсаға яҡын, йәғни төньяҡ-көнбайыш диалекты. Бала саҡтан татарса, башҡортса китаптарҙы күп уҡыным. Сәнғәт институтына документтар тапшырырға барғанда Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимоваға тура килдем, татарса ғына беләм, тиеүемә ҡарамаҫтан, һинеке кеүек типаждар беҙгә кәрәк, тип башҡорт бүлегенә барып ҡарарға кәңәш итте. Мин уны тыңланым, имтиханға тиклем “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын һатып алып, ҡысҡырып шиғырҙар уҡып тел шымарттым. Шунда “Башҡортостан ҡыҙы”нда баҫылған “Сәриәнең мөхәббәте” тигән хикәйә ныҡ тәьҫир итте, хәтергә уйылып ҡалды. Ысынлап та, ир кешене шулай ҡаратырға кәрәк, тигән уй бар ине (көлә), авторына иғтибар итмәгәнмен, һуңынан ғына белдем, Наил булған икән.

Наил Әсхәт улы. Уны хикәйә-инструктаж кеүек яҙҙым, әҫәр ҡатын-ҡыҙға нисек ир-егетте үҙеңә ғашиҡ иттерергә өйрәтә. Кейәүгә сыға йөрөгән ҡыҙҙарға ярҙам итеү өсөн, мин уны махсус рәүештә шулай ижад иттем.

– Эмма апайҙың уны уҡыуы бит әле, тормошта осраҡлыҡтар юҡ, тигәндәре дөрөҫ ул...

Эмма Мирйән ҡыҙы. Эйе, автор уйламаҫтан шулай үҙ ауына үҙе эләккән инде (көлә).

Наил Әсхәт улы. Ул хикәйәне уҡыусылар ныҡ оҡшатты, миңә бик күп хаттар килде. “Ауылда уҡытыусы булып эшләп йөрөгән ҡыҙмын. Бер егетте оҡшатып, хистәрҙе белдерергә ҡыймай йөрөй инем. Хикәйәгеҙҙе уҡып, шундағы инструктаж буйынса уның менән аралаштым, үҙемә ҡараттым, бына хәҙер өйләнешәбеҙ, һеҙҙе 7 ноябрь буласаҡ туйыбыҙға саҡырабыҙ”, – тиелгән ине берәүһендә. Йәнә, Мәләүезгә барғанымда шағир Тимер Ниәтшин ай- вайыма ҡуймай өйөнә алып ҡайтты. Наил ағайҙы алып ҡайт әле, тип ҡатыным үтенде, тип сер систе аҙаҡтан. “Йәшем 30-ҙы үтте, һаман кейәүгә сыҡмаған инем, үҙем ошо Тимерҙе оҡшатам, “Сәриәнең мөхәббәте”н уҡып, шуның буйынса уны үҙемә ҡараттым, шунан өйләнештек”, тип үҙ тарихтарын бәйән итте ҡатыны. Хикәйә арҡаһында тыуған ғаиләләр хаҡында шулай ишетә йөрөнөм. Аҙаҡтан мин уны “Өфөмдөң ямғырлы көҙө” тигән повесть итеп, киңәйтеп яҙып “Ағиҙел”гә биргәйнем, нишләптер Рәшит Солтангәрәев “мещанская повесть” тип оҡшатманы ла, баҫылмай тороп ҡалды. Ҡулъяҙмаһы ята, берәй редакцияға бирермен, тип уйлап йөрөйөм әле. Хәҙер бит заманалар үҙгәрҙе. 

Артистарҙың да шул уҡ ябай кеше икәнен аңлап кәйефе төшә

– Эмма апай, уҡырға ингәс, ятаҡҡа урынлаштығыҙмы?

Эмма Мирйән ҡыҙы. Юҡ, йөрөп уҡыным. 29-сы автобус була торғайны, тәүге туҡталышта ултыраһың да бөтә ҡала буйлап бараһың, ҡайтҡанда ла шулай ҡыҫылып ҡайтыла ине.

Наил Әсхәт улы. Өйләнешкәс тә ҡайнымдарҙа йәшәнек бит. Көн дә иртән Машина эшләүселәр һарайынан шул маршрут менән сығабыҙ. Мин Яҙыусылар союзында, Эмма хәҙерге Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала эшләне. Черниковка миңә ныҡ оҡшай ул, урамдары киң, ағастар күп, ике ҡатлы йорттары үҙенсәлекле.

– Черниковка Өфөнөң иң бысраҡ һауалы яғы ла инде...
Наил Әсхәт улы. Уныһы дөрөҫ. Тәүге осорҙа Черниковкаға етеп, автобус ишеге асылып китеү менән танауға борҡ итеп газ еҫе бәрелә ине, иртәнсәк подъездың ишеген асып сыҡһаң да – шул хәл, аҙаҡтан тоймай башланым, организм күнекте. Черниковканы унда яҡты йөҙлө, изгелекле ҡайным менән ҡәйнәм йәшәгән өсөн яратҡанмындыр.

Эмма Мирйән ҡыҙы. Атайым ғүмер буйы заводта, химикаттар араһында эшләгәс, еҫ яратманы, хушбуй еҫенә лә түҙмәй ине. Шул арҡала театрға ла йөрөй алманы, әсәйем дә хушбуй ҡулланманы. Еҫенә сыҙамайым, тип ремонт эшләргә, йә нимәнелер буярға ла рөхсәт итмәне, шулай йәшәнек. Эшендә зыянлыҡ өсөн һөт, кеҫәл бирә инеләр, тик ул ғына ҡотҡарамы инде. Бер мәл линолеумды алмаштырырға булғас, Наил атайымды әүрәтеп алып сығып китеп, беҙ балалар менән йәшереп кенә эшләп ҡуйҙыҡ.

– Студент саҡта ниндәй ҡыҙыҡтар булды, Эмма апай?

Эмма Мирйән ҡыҙы. Ҡыҙығын белмәйем, ҡыҙғанысын һөйләйем әле. Билдәле актерҙар Гүзәл Маликова, Мәғәфүр Усмановтар менән уҡыным. Икенсе курстан һуң театрға массовкаға йөрөтә башланылар. Яңы мөхиткә юлыҡҡас, бығаса артистарҙы камил, илаһи тип ҡабул итеп йөрөгән ҡыҙ бала, йәғни мин, ҡапыл уларҙың да ябай кешеләр икәнен аңлап, күңелем ҡайтты ла ҡуйҙы, уҡыуҙы ташлайыммы икән, тип уйлай башланым. Атайыма әйткәйнем, нисек тә уҡып бөт, унан күҙ күрер, тине. Ағайым да икенсе курстан уҡыуын ташлап, тәки уҡыманы, шуға атай кәңәшен тоттом.

– Күңел ҡайтыуы нимәнән ғибәрәт булды һуң?

Эмма Мирйән ҡыҙы. Артистарҙы бигерәк идеаллаштырып йөрөгәнмен икән. Интригалар, үҙ-ара ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе күреүҙән ҡыйын булды. Ә тормош сценарийымдың башымда ике варианты бар ине. Йә үҙемде театрға ғына арнайым, кейәүгә лә сыҡмайым, сәнғәт хаҡына шәхси тормошто ҡорбан итәм. Йәиһә көслө бер ир кеше килеп осраһа, сәнғәт юлымды ҡуйып, үҙемде ғаилә тормошона арнармын, күп итеп балалар үҫтерермен, тинем. Студент саҡта бер егетем булып алды, әммә ташлаштыҡ та, бүтән берәү менән дә осрашманым, ярай, тимәк, сәнғәткә хеҙмәт итәсәкмен, тип уйланым. Диплом алдым. Яҡшы уҡыным, ләкин телем башҡортса түгел, акцент бар, шуға Сибайға барып телдең мелодикаһын үҙеңә һеңдереп ҡайт, тинеләр. Йүнәлтмә менән Сибайға киттем, 1987 йыл ине. Театрҙың ижади атмосфераһы, артистарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре миңә бик оҡшаны, бөтәһе лә ихластар, репетиция ваҡытында бер-береһенә ипле генә иҫкәрмәләр яһап, матур итеп эшләйҙәр.

Наил Әсхәт улы. Сибай театры – тап-таҙа башҡорт театры, унда русса һөйләшеү юҡ ине. Хәҙер бит Өфөләге башҡорт театрҙарында ла үҙ-ара русса һөйләшә лә ҡуялар. Ә Сибай театрында ул саҡтарҙа русса һөйләшһәң, хатта әрләйҙәр ҙә ине. Режиссерҙары ла шәп ине, Рафаэль Әйүпов, Фәтхелислам Ғәләүетдинов, Лек Вәлиевтар эшләне.

– Эмма апай, Наил ағайҙы тәү күргәндә, һеҙ йәшәгән ятаҡ ишегенән индермәгәнһегеҙ, тип ишеткәйнем?

Эмма Мирйән ҡыҙы. Эйе, ятаҡ түгел, артистар йәшәгән өс бүлмәле фатир ине ул, бер бүлмәһендә Вәкил Йосопов йәш кәләше менән, икенсеһендә Мәғәфүр Усманов ғаиләһе менән, өсөнсөһөндә бухгалтер ҡыҙ менән мин торҙом...

(Әңгәмәне тулыһынса 2024 йылғы "Ағиҙел" журналының 4-се һанында уҡығыҙ)

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА әңгәмәләште.

 

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: