Етмешенсе йылдар уртаһы. Тимер мәктәбенең 5-се класында уҡып йөрөйөм. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шаһиғәли Зәйнәғәли улы Бикмөхәмәтов тәнәфестә класҡа килеп инде лә:
- Иртәгә район үҙәге – Иҫке Собханғолда шағирҙар Самат Ғәбиҙуллин һәм Инсур Йәһүҙин менән осрашыу була. Кемдәр барырға теләй? – тип һораны. Бер нисә уҡыусы ҡул күтәрҙе, мин аптыраңҡырап тора инем, уҡытыусыбыҙ миңә ҡарап:
- Земфира, һин дә барырһың, яҙышаһың бит, - тип, әҙерләнеү эштәрен аңлатты ла сығып китте.
Шулай итеп, икенсе көндө беҙ осрашыуҙа ултыра инек. Иҫке Монасип мәктәбенән Марат Ғизетдин улы Муллағолов та уҡыусылары менән килгәйне. Ошо осрашыуҙа мин тәүге тапҡыр тере шағирҙарҙы күрҙем. Башта Инсур ағай шиғырҙар уҡыны.
-Ҡош юлын айыл иткәнмен,
Эйәр булды ай ғына.
Таңға табан китеп барам,
Китеп барам яй ғына...
Ошо мәлдә минең күңелемдә Шиғриәт тигән оло донъяға һөйөү яралды. Һәм мәңгелек мөхәббәт булды был. Юҡҡамы ни, осрашыуҙан һуң беҙ, бер төркөм ҡыҙсыҡтар, Инсур Йәһүҙинға эйәреп йөрөнөк. Ул магазинға инһә, инәбеҙ, сыҡһа, сығабыҙ. Урам буйлап артынан барғанда эҙ яҙҙырҙыҡ шулай ҙа...
Самат ағай Инсур Йәһүҙиндан һуң һөйләне.
- Бына бында яҙышҡан уҡыусылар йыйылған икән, - тип башланы ул һүҙен. - Әйтегеҙ әле, шәфәҡ һүҙе нимәне аңлата?
Яҙышырға яратыусы балалар береһе лә өндәшмәне. Ул һүҙҙе мин дә аңламай инем.
- Ҡояш байығанын күргәнегеҙ бармы? – тип һораны ул тағы.
- Бар, – тибеҙ.
- Ҡояш үҙе байый, ә нурҙары һаман һауала ҡып-ҡыҙыл булып эленеп тора. Ана шуны шәфәҡ тиҙәр.
Һәм үҙенең шәфәҡ һүҙен ҡулланып яҙған шиғырын уҡыны.
- Ғөмүмән, яҙышҡан кешегә теге йәки был атама, күренештең исемдәрен белергә кәрәк инде. Юҡһа, тапалған бер һүҙҙе әйләндерәләр ҙә әйләндерәләр. Бына һеҙ бөтәгеҙ ҙә яҙышаһығыҙ, шиғыр йәки хәбәрҙәрегеҙ “Таң”да баҫылғаны бар. Беҙ Инсур ағайығыҙ менән ошо гәзиттә эшләйбеҙ. Юл төшкәндә редакцияға инеп йөрөгөҙ, “һуғылып китегеҙ”, хаттар яҙығыҙ! – тип ул тағы бер нисә шиғырын уҡыны.
Ошо осрашыуҙан һуң район гәзитендә балалар ижадына күберәк урын бирелә башланы. “Уҡыусылар ижады” тигән бит тә сыға ине. Беҙ ҙә, яҙышҡан балалар, редакцияға “һуғыла башланыҡ”. Самат ағай урынында булһа, һәр саҡ ихлас ҡаршылай ине, райондағы ижади яңылыҡтар менән таныштыра.
- Айһылыу Ғарифуллина тигән ҡыҙ яҙыша башланы, шиғырҙарын йыш ебәрә. Төҙәткеләп, гәзиттә баҫып торабыҙ, - тип һөйләп тора ла, - ниңә һин һирәк ебәрәһең? – тип, мине шелтәләп ала.
Ҡайһы тиклем Шағир башы менән мине әҙәмгә һанап һөйләшеп тора бит әле, тип уйлай-уйлай, тартынып ҡына яҙмаларымды килтереп сығарам. Ул бала кеүек ҡыуанып китә, йөҙө асыла.
- Ҡарап сығырмын, баҫырлыҡ булһа, гәзиттә сығарарбыҙ, – тип тороп ҡала.
Бала саҡтағы ғәҙәт студент булғас та ташламаны. Өфөнән Собханғолға килеп төшһәм, аяҡтарым үҙенән-үҙе редакция яғына ыңғайлай. Шулай бер “Таң”да шиғырҙарым баҫылғас, рәхмәт әйтергә тип, редакцияға һуғылдым. Самат ағай урынында ине. Ул тағы балаларса ҡыуанды.
- Шиғырҙарыңа әҙерәк “ҡул тейҙерҙем” инде, үпкәләмәйһеңдер ул , - тип шаяртты. Ә шиғырҙағы ул урындар баҡыр кеүек булһа, Самат ағай “ҡул тейҙергән”дән һуң көмөш кеүек йылтырап киткәндәр ине. Мин бары тик уға рәхмәтемде белдерҙем. Ә ул, ғәҙәтенсә, район ижади яңылыҡтарына күсте:
- Булат Тимерғәлиев тигән егет шиғырҙарын ҡалдырып китте. Шиғырҙары оҡшаны, төҙәткеләп тә сыҡҡайным. Бына кире кемдән биреп ебәрергә белмәй аптырап торам. Беләһеңме ул егетте? Ул да Өфөлә йөрөй бит, - тине. Мин баш сайҡайым. Ә ул шелтәле тауыш менән:
- Бер район кешеләре, етмәһә, яҙышаһығыҙ. Белмәгәс, танышырға кәрәк.
- Булатты белмәйем. Әммә Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән аралашып йәшәйбеҙ, - тим, аҡланғандай.
-Уныһы һайбәт!- тип мине маҡтап ебәрә ағай.
- Бына һиңә Булаттың шиғырҙарын бирәм. Алып барып тапшырырһың, бер юлы танышырһың да, - тип ауыҙ йырҙы.
Шул йомошто йомошлағанда Булат менән генә түгел, ул саҡта “Таң”да шиғырҙары йыш баҫылған Таңһылыу Баһауетдинова менән дә таныштым. Хәҙер ул өсәү – Таңһылыу, Булат, Айһылыу - район “Таң” гәзитенең “төп йөгөн һөйрәүсе” журналистар тиһәм, яңылышмам.
Тимәк, Самат ағайҙың уҡыусылары уның эшен дауам итә. Шуларҙы уйлап, ул вафат булған көндәрҙә ошо шиғырымды яҙғайным:
Һүҙ менән ҡеүәт өҫтәнең,
Һүҙ менән шелтәләнең.
Һүҙҙең мәртәбәһен белдек,
Һин генә иртәләнең.
Һүҙ ҡәҙерен генә түгел,
Кеше ҡәҙерен белергә!
Һеңдергәнһең күңелдәргә,
Уйлап бәғер теленә.
Беҙҙең өсөн шиғриәтең
Асылаһы сер генә.
Моңоң менән һуғарылып,
Йәшәр тыуған ергенәң.
Самат ағай тағы осрашҡанда бер хәлде һөйләне һәм шуның тураһында яҙа алмауын белдерҙе һәм:
- Был сюжетты һиңә бүләк итәм, бәлки һин берәй нәмә яҙырһың, - тине.
Шул сюжет күңелемде өйкәй торғас, бер шиғыр яҙылды һәм уны, шиғыр тарихын яҙып, мин “Аҡбуҙат” журналына ебәрҙем. Факиһа Туғыҙбаева баш мөхәррир ине. Шиғыр журналда баҫылманы. Тик ошо осорҙа минең балалар өсөн сыҡҡан “Атай кеүек булам мин” китабымды тикшереү “Аҡбуҙат” редакцияһында ойошторолдо. Шул тиклем ихлас ҡабул итеүгә ҡыуанып ултыра инем, Факиһа апай:
- Мин уҡыусы саҡта беҙҙең Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй мәктәбендә әҙәби түңәрәк эшләне, етәксеһе Самат Ғәбиҙуллин булды. Шиғриәткә һөйөүҙе миндә ул ҡабыҙҙы, - тине.
Самат ағай үҙе шундай тыйнаҡ кеше ине. Мин уның үҙ ижады, үҙе тураһында һөйләп торғанын ишетмәнем. Уйҙарын, кисерештәрен район гәзитендә даими баҫылып торған шиғырҙары аша белә инек. Уҡыған һайын: “Бына кемдән һүҙ байлығына, тормошсан шиғыр яҙырға өйрәнергә кәрәк!” – тип уйлай инем.
Мәҡәләмдең башында Самат ағайҙы Бөрйән шағиры тип атағайным. Ул Бөрйәндә тыуып, ғүмер буйы шунда йәшәһә лә, йәш быуынды, беҙҙе дәртләндереп, ҡанатландырып, башҡорт шиғриәтенең киләсәген хәстәрләп йөрөгән бит. Ошо уйҙарымдан күҙ алдында Остазымдың образы үҫә һәм бейегәйгәндән- бейегәйә бара...
Земфира Аҡбутина.