Зияфетдин ҡарттайым
Дөрөҫөрәге, ҡәртнәйемдәр, әңкәйемдәр тәрбиәһендә үҫтем. Ҡарттайым Зияфетдин 1953 йылда үлгәйне инде. Ул бик тә олпат, оһолло ҡарт була. Дәрәжәле: Дыуан-Мәсетле ауылында бик ҙур түрә, башта, 1919 йылда, империалистик һуғыштан, дөрөҫө, әсирлектән ҡайтҡас, волисполкомда милиционер, аҙаҡ шунда рәйес, колхоз төҙөүсе, партойошма секретары. Иң һуңында, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, һарыҡ фермаһы мөдире... Уның тураһында «Әлфирә» романында яҙасаҡмын.
Ауылдаштар, ҡәртнәйемдәр һөйләүе буйынса, беҙҙең зат – дыуан ырыуының таҙҙар араһы. Камалдар тоҡомонан. Ауылыбыҙҙағы камалдар йәшәгән урамды Ҡуянсыҡ урамы тип атайҙар. «Ташкамалдар бөтәһе лә шул урамда тора, Ҡуянсыҡта!» Таш ҡушаматы тағыу, нәҫелде «ташкамалдар» тип атау шунан килә. Камалдар тоҡомо Игентауҙа таш ҡаҙыған, шуны тирә-яҡ кешеләргә һатып, кәсеп тә иткән. Әле лә иҫләйем, Игентау битләүенән өй дәүмәле эре-эре, яҫы түшле таштар сыға торғайны, уларҙы кешеләр өй, һарай нигеҙенә һала. Зияфетдин ҡарттайымдың, уларҙың күрше-күләненең бәрәңге баҡсалары ҡоймаһы ла, ихата кәртәһе лә, мал һарайҙары ла таштан. Өйҙәре ҙур, алты мөйөшлө. Бер яғына, моғайын, төкәтмә лә төкәткәндәрҙер. Төкәтмә яғы – һалҡын, ҡышын унда йәшәмәйҙәр ҙә, шай. Бер бүлмәһендә – бөтөнләй һалҡын, унда мискәмискә тоҙланған йәшелсә ултыра. Зияфетдин ҡарттайымдың емеш-еләк баҡсаһы ла ҙур, унда ниндәй генә ағас үҫмәй, ул йәшелсә, ул еләк-емеш ҡутарылып уңа. Йүнсел ҡарт булған ул. Тағы ихатаһында уландары менән бик тәрән ҡойо ҡаҙҙыра, төбөнә ҡараһаң, баш әйләнә. Шунда, һыуы тәмле тип, бар тирә-яҡ һыуға йөрөй. Инәйем, Зияфетдиндең буласаҡ килене, Мотаһар урамы башында Маһинур әбейҙәрҙә фатирҙа торғанда, шунда көйәнтәләп һыуға йөрөгән. Зияфетдин ҡарт уны шунда күрә, «бына ул ҡыҙ һинең кәләшең» тип әтейемә әйтә. Был хаҡта «Баныубикә» романында һөйләнеләсәк. Бик тә эшмәкәр, тынғыһыҙ зат булғандыр, тием, Зияфетдин ҡарттайымды. Империалистик һуғышҡа саҡлы уҡ өйләнгән. Уға ул ваҡытта (1914 йылда) 30 йәш була. Ике балаһы тыуа: малайы менән ҡыҙы. Ҡарттайым фронтта саҡта йәй ырҙында янғын сыға. Өлкән ҡәртнәйем ашлыҡ урғанда икенсе балаһын – бәпес ҡыҙын ҡамыл төбөнә һалып киткән икән. Шунда янғында, албырғап, бәпәйен таба алмай. Эҙләп-эҙләп, аҡылдан яҙа. Өйҙә олоһо – Закир улы ултыра. Оло ҡәртнәйем, балаһын юғалтып, хыялыйҙар ғына була. Шулай, ҡаңғырып йөрөп, үлеп ҡуя.
Закир быуайымды туғандары, Ғәйнетдиндәр нәҫеле, ҡараша. Зияфетдин ҡарттайым 1919 йылда йәй әсирлектән ҡайта, оло улы Закирын ҡосаҡлап ултыра. Дыуан-Мәсетлелә йәнә өйләнә, шунан тағы Өлкөндө ауылынан мишәр ҡыҙы – буласаҡ ҡәртнәйем Ғәйшәне алып ҡайта. Олоһо – Закир быуайымды өйләндереп, үҙенең емеш-еләк баҡсаһы ашаһында, йәнәшенән, өй һалып бирә. Зияфетдин ҡарттайымды бик хәтәр, бик тә уҫал заттандыр, тием. Ауыр ваҡыт, илдә һуғыш, аслыҡ. Ошо көндә бөтә илгә генә түгел, үҙеңә лә аяҡҡа баҫып китеүе ҡыйын бит. Зияфетдин ҡарт иһә, инде нисәнсе ғаиләһенән яҙғас, яңынан өйләнә, яңынан ғаилә ҡора. Уңарса ул алыҫ Австрияла ла өйләнгән икән, ике ҡыҙ балаһы тыуа. Шулай ҙа тыныс, бай тормошто ташлап, был яҡҡа ҡайта. Рәсәйҙә – мәхшәр, әммә тыуған ил ҡәҙерле. Аҙаҡ балалары күбәйеп китә, уларҙы ҡарарға, ашатырға, тәрбиәләргә кәрәк. Ҡаты ла ҡуллы булғандыр, тим.
Олоғара бәрәңге баҡсаһы тота, емеш-еләк сәсә, малайҙарын эшкә егә. Уларҙың бәрәңге баҡсаһы ҡаштаҡ битендәрәк, бар ауылға күренеп тора. Бөтә халыҡ күрә Ташкамалдың малайҙарын: тегеләр бер көтөү булып бәрәңге сүпләй. Ташкамалдың, парторг Зияф ҡарттың малайҙары тик ятмай! Хатта, ауылдаштар һөйләүе буйынса, ҡарт Бөйөк Ватан һуғышында йөрөп ҡайтҡан уртансы улы – өлкән лейтенант Зекер быуайҙы бер (эш боҙғаны өсөн), арба кәртәһенә арҡаһын ҡуйҙырып, йүгән менән яра. Теге: «Әтей, етәр, булды, аңланым, – ти. – Кеше көлә, күршеләрҙән оят». Тик ҡарт тынмай, шул саҡлы ҡыҙған. Уға ул ваҡытта – 63, ә Зекер быуайыма – 26 йәш. Зекер быуайым – офицер, өлкән лейтенант. Һуғышта рота менән командалыҡ итә. Әле – Дыуан-Мәсетле МТС-ы директоры. Аҙаҡ райком секретары, «Комсомолец» колхозы рәйесе, парткомы секретары буласаҡ. Уның хаҡында «Колхозсы» романында уҡырға мөмкин. Бөйөк Ватан һуғышында уларҙың өй эсенән Закир быуайым да ҡатнаша. Балалары бишәү: Әбекерәм, Ратифа, Шакир, Әкрәм, Рәхимйән. Закир быуайым яҙмышы «Сабыр йән» романында һүрәтләнә. Әтейем Әлтәфкә һуғыш башланғанда 15 йәш тула, ул Зекер быуайымдың офицер аттестатына аҡса алырға Оло Ыҡтамаҡ ауылына йөрөй. Ҡайһы берҙә Ғәйшә ҡәртнәйем үҙе сығып китә. Ғәйшә ҡәртнәйем һөйләй: «Һуғыш ваҡытында Зияф ҡарттайың Мәсетле һарыҡ фермаһы мөдире ине. Ферма хәҙерге Тирмәнтау йылғаһы – Кәшкейәк йылғаһы буйында. Шунда аҙаҡ Закир быуайың тирмәне лә булды. Элгәрерәк утыҙынсы йылдарҙа «Комсомолец» колхозының микән, Дыуан-Мәсетле колхозының микән – ГЭС-ы ла шунда ҡоролған. Ҡарттайыңды ат арбаһына һалып алып ҡайттылар. Астан миктәгән икән. Арбала ҡабырғаһында бала кеүек кенә булып, аяҡтарын бөкләп ята. Быуындары әллә ҡатҡан, әллә туңған? Көскә өйгә индереп, йылытып, рәтләп алдым. Аслыҡ, кешеләр астан йығыла. Мал бөлмәһен тип, һарыҡ ҡараусылар үҙҙәре бирешә. Был юлы шулай ферма мөдире аяҡтан йығылған». Зияфетдин ҡарттайым 1953 йылда 69 йәшендә үлә. Миндә уның райондың тәүге колхоз рәйестәре менән төшкән фотоһы һаҡлана. 1953 йылдың көҙө, әле ҡар яумаған. Октябрь, әллә ноябрь айы булдымы икән? Сентябрь айында, шай, ҡарт өсөнсө улы – ул ваҡытта Дыуан-Мәсетле ауыл советы рәйесе Әлтәфте икенсе ҡат минең инәйем – Мәрйәмгә өйләндереп өлгөрә. Туй үткәрәләр, ике яҡтан өсәр дуға, буғай, ҡунаҡтар саҡырыла. Зияф ҡарт ҡыҙыҡһыныусан, фекерләүсән кеше, тинек. Донъя күргән... Был хаҡта «Вариҫ» тигән әҫәремдә лә яҙасаҡмын. Һуңғы йылдарында астманан интегә, Ғәйшә ҡәртнәйем уны ҡарай. Ҡарт төпкө яҡта, боронғоса эшләнгән ағас карауатында ята. «Кагор» шарабы эсә. «Кагор» тын юлдарын асырға ярҙам итә икән. Ҡарт, түҙмәй, тышҡа сыға ла кинйәһе Маратҡа магазин яғына, «центр»ға алып барырға ҡуша. Мараты уны оҙон тимер ялғашҡа (ҡатын-ҡыҙҙарҙың кер йыуа торған ялғашына) йә ҡыш бәләкәй санаға ултыртып ала. Шунан китә ҡарт донъя күрергә! Марат Ҡуянсыҡ урамынан Йүкә Шәрип тыҡрығынан Мотаһар урамына сыға. Магазин яғында кешеләр менән күрешә Зияф ҡарт, колхоз, ауыл советы етәкселәре менән һөйләшә.
1953 йылдың көҙөндә ауылда ҡарт коммунист, етәксе кеше Зияфетдин Камалетдин улы Камалов менән хушлашалар. Уҡыусы балалар килә, сәскәләр – урман, хатта мылтыҡтан һауаға аталар. Был күренеш ошо ваҡиға айҡанлы фотола теркәлеп ҡалған. Матәм мәле, күрәһең, яңыса ойошторолғандыр, унда муллалар ясин сыҡмаған. Ҡарттың балалары ла – коммунистар. Зекер – уртансы улы – МТС-та директор, ә өсөнсөһө – Әлтәф – ауыл Советы рәйесе.
Ғәйшә ҡәртнәйем
Ул – 1903 йылғы, Зияфетдин ҡарттайымдан 19 йәшкә кесе. Мөнирә әңкәйем һөйләүенсә, ҡарттайым уны, 16-17 йәшлек кенә ҡыҙ баланы, ат санаһына – ҡурп эсенә ултыртып, Өлкөндөнән алып ҡайта. Ғәйшә Садиҡ ҡыҙы. Өлкөндө ауылынан уның апаһы – Хафизамы, Ғафизамы – ап-аҡ ҡына йөҙлө әбей килеп йөрөй торғайны. Ғәйшә ҡәртнәйем – һис тә бошонмаҫ, бик шаян телле, үткер ҡарсыҡ. Аяғын һикенең башына сәнсеп ултырып ала ла, эйе, бер тубығы – гел һикелә. Гел көлөп һөйләшә, гел бер кешене эләкләп ултырған була, мин барһам: «Ә, теге Рөстәм улым ни хәлдә әле?» – ти. Мин: «Рөстәм түгел, ә Ринат», – тим. «Мин ни... Рөстәм тим дә ҡуям», – тип яуаплай. Бик тә телсәр, бик тә шаяртырға яратыр. Кешенең бер һыҙатын тотоп ала ла, төртмә һүҙ менән атап, көлөр; әкәмәт һөйләргә яратыр. Һөйләгәндә үҙе һис тә көлмәҫ, ә мин көлһәм генә ҡушылыр ине. Берәйһе хаҡында һүҙ сыҡһа, нисек тә шуның бер яғын табыр, тәки уны мәрәкәләр, унан барыбер көлөп ҡуйыр. Кешегә шулай йәтеш кенә характеристика бирә, уның бер – иң ҡалҡыу бер яғын аса. Телгә йор үә шуҡ, шаян ҡарсыҡ. Уның йорлоғо, тапҡырлығы, кешегә йәтеш кенә бер ҡалып тағып, бер хикмәтле яғын фәстереп кенә һөйләп, әйтеп ҡуйыуы миңә лә күсмәне микән тип тә уйлайым. Мине лә: «Кеше тикшерәһең дә йөрөйһөң, тегене-быны төпсөшәһең – нимәгә һиңә», – тиһәләр, Ғәйшә ҡәртнәйемде хәтерләйем, ул да гел кеше тикшерҙе, кеше һөйләне – гел уның хаҡында теге-быны тапҡыр ғына итеп әйтте. Был халыҡ телендә «кешене сәйнәү, кешене һөйләү» тип атала. Ғәйшә ҡәртнәйем дә теге йәки был затҡа йәтеш кенә ҡушамат тағыр, уның барыбер ҡалҡыу бер яғын табыр, шуға төрттөрөп хәбәрен сурытыр ине. Ул гел кинәйәләп һөйләне. Исемен әйтмәй, хәбәрен теҙә – шунан бер урында теге кешенең кем икәнен танып ҡалаһың. «Ә, шул кешене әйтәһеңме?» – тип ҡуяһың. Һаман хәбәрен теҙә әле. «Ә, шул! Шул!» – тиһәң, көлһәң, үҙе лә шунан көлөп ебәрә.
Ғәйшә ҡәртнәйем образы «Әлфирә», «Вариҫ», «Ағай-энеләр» әҫәрҙәрендә сағыла. Уның алты балаһы иҫән-һау ине: Зекер, Әлтәф, Ҡәһәрмән, Әхнәф, Рәзилә, Марат.
Зекер быуайым тураһында әйттем. Ҡатыны – Зәйнәп әбей. Балалары – Атлас, Алмас, Алик абзыйымдар, Зилә һеңлем. Ҡәһәрмән абзыйымдың балалары – Люция еңгәмдең тыуған ауылы Биләндәләр: Рифат, Радик, Айрат Камаловтар. Ҡәһәрмән абзыйым – «Билән» совхозында директор. Уның яҙмышы «Бәлә» повесында тасуирлана. Әхнәф абзыйым сельпола бухгалтер булған Разия апайға өйләнгәйне. Разия апайҙың Әҙһәм быуайым менән йөрөп тапҡан оло улы Риф тә бар. Уларҙың ике ҡыҙы тыуҙы. Беренсеһе – ауырыу бала, икенсеһе – Илиза һеңлем. Әхнәф абзыйым, төп атай йорто иҫкергәс, урам аша яңы өй һалды, ҡулы оҫта. Ул таш эшенә лә әүәҫ: гел Ғәйшә ҡәртнәйем менән бергә йәшәне. Эргәләрендә генә Зекер быуайымдар тора...
Рәзилә апайым тәү ҡат Арый ауылынан Йомағужиндарға кейәүгә сығырға йыйынған була. Уларҙың (кейәүе – хәрби осоусы) балалары тыумай. Аҙаҡ Рәзилә апайым Һабанаҡ ауылынан Миндеғәли еҙнәй менән тормош ҡорҙо. Уларҙың балалары күп, мин бәләкәйҙән ул ауылға бик барып йөрөмәнем. Әйткәндәй, Ғәйшә ҡәртнәйемдең тыуған ауылы Өлкөндөгә лә барманым. Әтейем гел унда бара, гел ҡунаҡ булып ҡайта... Аҙаҡ ҡына, ҙурайғас, күрҙем мин ул ауылды.
Ғәйшә ҡәртнәйем, Әхнәф абзыйымдар Оло Ыҡтамаҡҡа күскәс тә, Әхнәф абзыйым һалған яңы йортта яңғыҙы йәшәне әле. Аҙаҡ, бер үҙе донъя көтә алмай башлағас ҡына, Һабанаҡ ауылына – ҡыҙы Рәзилә апайым янына күсте. Шунда вафат та булды ул. Һабанаҡ ауылы зыяратында ерләнде. Тормошо, бөтә халҡыбыҙҙыҡы ише, бик тә ҡатлаулы, бик тә аяныслы булды. Уныҡынан бигерәк ҡарты – Зияф ҡарттайымдыҡы, уның балаларыныҡы хәтәр, үкенесле. Был хаҡта «Баныубикә» әҫәрендә лә яҙасаҡмын. Кинйәһе Марат абзыйым, ауылдан сығып киткәс, һөнәрселек училищеһында уҡый, шунан Силәбе ҡалаһында төпләнә. Монтажсы, домна мейестәрен ҡороусы ине. Юғарыла эшләй. Беҙ, малайҙар, уны ныҡ яратабыҙ. Ялға ҡайтҡанында беҙгә килә... Бер тапҡыр бесән сабырға барырға йыйындыҡ. Иртүк ҡараһаҡ, борам Әйҙең теге яғында. Иртән, һалҡынса. Аптырағас, Марат абзыйым, йылғаны йөҙөп сығып, борамды был яҡҡа илтте. Өшөгән, шуға уны арбаға ултыртмай, «Ҡоҙаса» фермаһына табан елдерҙек, ә абзыйым күҙ алдымда һаман ат артынан йүгерә һымаҡ. Бесәнлектә – шаршау-шаршау туғайҙар, беҙҙең сабынлыҡ, Зекер быуайымдың сабынлығы, Әхнәф абзыйымдың сабынлығы. Атайым бер аҙ урмансы булып та эшләп алғайны бит, туған-тыумасаһына өләшкән сабынлыҡтар шунан ҡалған инде.
...1980 йылдың март айында тәүләп тиерлек Һабанаҡ ауылына юл төштө. Ғәйшә ҡәртнәйем ныҡ ауырый. Хатта ул тышҡа ла сығып йөрөмәй тинеләр. Рәзилә апайым: «Инәйем алдынан аш өҙмәйем, ҡарап ҡына торам», – тип туҡый. Ә ҡәртнәйем, икәү ҡалһаҡ, ошаҡлаша: «Рәзилә ныҡ ҡаты, гел әрләптөйөп кенә тора». Апайыма был хаҡта уратып ҡына ла әйтә алманым, әммә үҙемдән: «Ҡара, апай, күҙ-ҡолаҡ бул инде», – тинем. Ни хәл итәһең, бер кис ҡунғас, миңә лә, ялға ғына ҡайтҡан студент йоратына, китергә, аҙаҡ Өфөгә олағырға тура килде. Өфөгә юлға ғына йыйынып бөткәндә ҡәртнәйемдең үлеү хәбәрен еткерҙеләр, әйберҙәр төйнәлгән, ҡатыным Әлфирә менән Азамат улым да әҙер. Әтейем Әлтәф менән инәйем Мәрйәм ашығып Һабанаҡҡа сығып китте.
Әтейем – Әлтәф
Әтейем – Әлтәф Зияфетдин улы, минең ҡарамаҡҡа, үҙенең яҡшы эштәре яман ҡылыҡтары менән бергә. Инәйем әйтмешләй, ул үҙенең заманының кешеһе, үҙенә башҡа ғаиләлә үҫкән, шуның тәрбиәһен алған. Инәйемдең дә, минең дә ҡарашымса, уның миңә күрһәткән хилафлығы шунда: ул үҙе сельсоветта эшләп ултыра, ә миңә документта «Володя-Владимир» тип таныҡлыҡ яҙып алып ҡайта, инәйем бот саба: иҫәр, шаҡай, бар, яңынан бар, кире исемен үҙебеҙсә итеп яҙып алып ҡайт! Шунан мин «Ринат» булып китәм... Ни эшләп шулай булғандыр, ниңә уға шундағы иптәштәре әйтмәгән? Әллә армияла саҡта дуҫы Владимир булғанмы, әллә урыҫ менән беҙ шул саҡлы дуҫ йәшәгәнбеҙме? Ниңә уға йәнеңде бирергә, улар бер ҙә үҙ балаларына беҙҙең халыҡтың исемдәрен ҡушмай ҙа... Әйләнгән һайын Николай ҙа Михаил, Сидоров та Иванов, уҙа барһа, Павел, Василий... Беҙҙең халҡыбыҙ шул саҡлы исемгә ярлымы, әллә моңһоҙмо? Шулай ҙа хәҙер уйлайым: әтейемде ул саҡлы битәрләргә, тәнҡитләргә саҡ ҡына ла хоҡуғым юҡ. Беҙҙең яҡта күптәр балаларына Феликс, Энгельс, Люция, Ревал, Фердинанд, Рудик тип исемдәр ҡушып бөттө, хатта беҙҙең ауылда Гремел исемле ағай ҙа бар ине. Мин унынсыны тамамлағас, уның тракторында прицепщик булып йөрөнөм: шунда трактор йөрөтөргә өйрәндем, үҙаллы төнөн ер һөргәнем дә булды.
Атайым шулай ҙа, хәҙер уйлайым, ауыл тормошона бигүк яраҡлы кеше булмаған. Ул минең кеүек ҡалала йәшәргә тейеш заттан, минең ише ҡәләм тотоп эшләр кеше булған, ләкин яҙмыш... Яҙыуы шәп, почергын әйтәм, һоҡланғыс ине. 1951 йылда армиянан ҡайтҡас, уны, һигеҙенсе класс белемле, әммә урыҫса ла, башҡортса ла шәп яҙған кешене, ауыл Советы рәйесе итеп һайлап ҡуялар, заманында уның әтеһе Зияф ҡарт гел етәкселектә эшләгән, ауылда колхоз ҡорған. Былар тураһында «Әлфирә», «Вариҫ» романдарында һүҙ сығыр.
Сельсоветта әтейем өс йыл етәкселек итә. 1955-1956 йылдарҙа – комбайнсы, техниканы өйрәнеү өсөн 1956-1957 йылғы ҡышта Ямаш ауыл хужалығы училищеһында уҡый. Ямаш беҙҙән алыҫ, хатта Оло Ыҡтамаҡ ашаһында, хәҙер ул бүтән – Балаҡатай районына ҡарай. Унда урыҫтар күпселектә. Әммә ҡыш көнө Әйҙә боҙ тотҡас, Яңы Мишәр, Ясин, Һарыса ауылдары аша ул туп-тураға әйләнә. Минең шул ҡышта үпкәм шешә: дифтерия. Почта мөдире Ғонсаров ағай Ямашҡа, әтейемә шылтырата: улың ауыр хәлдә! Әтейем ҡыш быйма менән тураға елдерә. Мин, ысынлап та, ныҡ ауырыйым. Ғөбәйҙуллин фамилиялы табип дауалай. Улар яңы Өфөлә уҡып сыҡҡан. Ҡатыны – Флүрә. Шул табип Һарыса ауылынан фельдшер Кәфиә апайҙы Мәсәғүткә ебәрә. Мәсәғүттә пенициллин бар, шуны алып ҡайта алһа, улың Ринат терелә. Әләйһә, ул өйҙә эсе күбеп ята. Фәрзәнә әбеһе әрләшкәс, инәһе Мәрйәм дауаханаға илтә һала. Кәфиә апай пенициллин алып ҡайта, Ринат терелә. Шунда Ғөбәйҙуллинмы, Ғәбиҙуллинмыларға Өфөнән посылка килгән. Унда – ал алмалар! Шул ҡыҙыл алманы терелгән малайға бирәләр – эй-й ҡыуаныс! Бәхет, беҙ донъяға яңынан ҡайттыҡ!
Әтейемде комбайнда эшләгәненән беләм. Мотаһар урамында өйөбөҙ ҡаршыһына ул ҙур өй – комбайнын килтереп ҡуйған; мин шунда йорт нигеҙендә комбайндың сапҡысын машина, трактор итеп уйнайым, ер һөрәм... Эй-й ҡыҙыҡ, эй-й ирмәк өй нигеҙендә урамдағы кеүек трактор-машина эҙе ҡалдырыу! Энекәшем Рифат та миңә ҡушыла, иртүк өйөбөҙ нигеҙенә йоҡоло битен йыртып Алфай ҙа килеп ултыра. Ул тиңдәше Рифаттың уйнарға сығыуын көтә. Улар Ринаттың кендек әбейе Зөлхиәләрҙән аша ғына йәшәйҙәр. Әтеһе Мусикәлим – Мусиндар. Беҙҙең ише балалары күп: Фәниә, Фәнил, Фаил, минең класташ дуҫым Наил, Абзал, Раил, тағы әллә кем... Инәһе – Рәшиҙә әбей, Хановтар заты, Вәли быуайҙың ҡыҙы. Беҙҙең ғаилә улар менән ныҡ татыу, малайҙар менән уйнағанда ла улар мине, Рифатты туҡмамай. Уларҙың һарай башы ҙур, бейек, унда йәм-йәшел уттай бесән йәйелгән... Беҙҙең хатта уларҙа ҡуна ҡалғаныбыҙ ҙа бар. Мотаһар урамында йәшәгәндә (1955-1960 йылдар) әтейем өйҙә бик һирәк була торғайны. Ул гел эштә... Ә, хәтеремдә: бер ҡат эсеп алғас, мылтыҡ сығарҙы, инәйем күршеләге Зөлхиә әбейҙәргә ҡасты. Әтейем соланда мылтығын күрше
әбейҙәргә төҙәп тора: «Атам хәҙер!» Инәйем мине Ҡуянсыҡҡа, Әхнәф абзыйымдарға ебәрҙе. Әхнәф абзыйым килде, мылтыҡты алды, иҫеректе көрәшкәндәгесә ҡосаҡлап карауатҡа һалды.
– Ят, йоҡла, һиңә хәҙер мылтыҡ кәрәкмәй, – тип һунар мылтығын алып ҡайтып китте. Мотаһар урамында торғанда, иҫемдә, беҙҙең үҙ мунсабыҙ булмағандыр инде, урам ашаһында йәшәгән Миньян быуайҙарға йөрөйбөҙ. Мине лә, Рифатты ла Йәмилә әбейем йыуындыра... Бер ыңғайҙан матур әбейҙәрҙә сәй ҙә эсеп ҡайтабыҙ. Урам аша тағы Мәғәмүрә әбейҙәр, Әсәҙуллин Афариз, Ғәүни ағайҙар йәшәй, беҙҙең йәнәштә – уң яҡта – дубыр. Шунда бригада аттарын күршеләге Талип ағай менән Сәбғийәр Аллаяров быуайҙар ҡарай. Яҙ урамда, идара алдында күләүек йәйелгәс, инәйем мине магазинына алып барасаҡ. 1960 йылда, беҙ Артҡы яҡ урамда өй һалғанда, әтейемде йәнә сельсоветҡа секретарь итеп ҡуйҙылар. Ул ваҡытта беҙҙең «Комсомолец» колхозында 1958 йылдан бирле рәйес булып Зекер быуайым – әтейемдең бер туған ағаһы
эшләгән икән. Уны рәйеслегенән 1963 йылда төшөрҙөләр, шул уҡ йылда әтейемде лә секретарлығынан сығарҙылар. Колхоз башлығы булып Ләмәҙтамаҡтан Күпкәк Әптерәй килде. Ул 1941 йылда Зекер быуайым, Вәрә Мусиндар менән Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлаған, тиңдәштәр икән. Гел генә бер-береһе менән ярышып, уҙышып йәшәнеләр. Зекер быуайыма булған Күпкәк ҡоно әтейемә лә төштө. Ул заманда ауылда сельсовет әллә ни дәрәжәлә түгел ине инде, оно, ашлығы, тракторы булған колхоз бөтәһенә лә хужа, колхоз председателе лә ауылда – батша. Ауыл советы рәйесе лә – уның кеҫәһендә. Әтейемде, яңы түрә килгәс, сельсоветтан да осорҙолар, ул хәҙер ҡулына балта, көрәк тотто. Көн дә иртән эш юллаған көнлөксөләй идара ҡаршыһына, бригада йортона бара – ҡайҙа ҡушһалар, шунда йүгерә. Әтейем 1964 йылда Благовещен ҡалаһында бухгалтерға, учетчикка ла уҡып ҡайтты, әммә теге Күпкәк Әптерәй барыбер колхоз бухгалтерияһына вазифалы урынға ултыртманы. Элек тә тоя инем, хәҙер нығыраҡ аңлайым. Әтейем шул Күпкәк Әптерәй беҙҙә колхоз рәйесе булғанда (1963 – 1973 йылдар) гел ҡағылып йәшәне, әйткәндәй, күрмәгәнен күрҙе. Үҙе әйтмешләй, Зекер абзыһының үсен Әптерәй унан, уның ағай-энеләренән алды. Зекер ҙә, Закирҙың, хатта Ҡасимдың уландары ла – бөтәһе лә Дыуан-Мәсетлелә йәшәне, ауылдан бүтән бер ҡайҙа ла сығып китә алманы, ғаиләләре шунда, ә был батша хакимлыҡ ҡыла. Ай ауыр, ай хәтәр. Быны, күрәһең, үҙе үҙ елкәһендә кисергән генә аңлайҙыр... Эйе, ауылда ысын крепостной ҡоллоҡ, ысын иҙеү... Ташкамалдар заты шуны ла татыны, ай, ныҡ кисерҙе. Елкәләрендә тойҙолар был «ярмон»ы, был иҙеүҙе... Балалар алдында асыҡтан-асыҡ һөйләй, үкенә, әрләшә, һүгенә торғайнылар, Әптерәйҙең күҙе артында ғына инде. Әлбиттә, ташкамал заттарының был әр һүҙен колхоз башлығы – ауыл батшаһы ишетә йөрөгәндер. Һәр түрә, һәр хаким янында уның ҡуштандары ла үрсей бит, сөнки батша биләмәһендә ҡанундарҙы үҙе яҙа, үҙе урынлаштыра һәм һәр кемдән шуның ҡәтғи үтәлеүен талап итә. Талап ни саҡлы ҡаты булған һайын, шул талап, шул ҡанун ҡәтғиерәк үтәлә. Сөнки был совет иле, был советтарҙың үҙе үк уйлап тапҡан иң дә ҡәһәрле балаһы – совет колхозы ҡоролошо. Хәҙер генә ныҡлап аңлайым: әтейем, шул ташкамалдар заты, хатта шул үҙе үк атаҡлы колхозсы – Зекер ҡарт та шул ҡоролоштоң бер ҡоло, ҡолдары булғандыр. Ә батша, хаҡ хаким – Күпкәк Әптерәй ул замандың ысын ҡол биләүсеһе, ысын иҙеүсеһе булған. Эйе, эйе, ысынлап та, шулай, үҙемдең үҫмер аҡылым, йәшлегем менән ант итеп әйтәм: был, ысынлап та, шулай булды!
(Әҫәрҙе тулыһынса 2024 йылғы "Ағиҙел" журналының 8-се һанында уҡығыҙ).