Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
19 Июнь , 14:43

АҠ ҠАРҘАҒЫ МИЛӘШ...

“...Ҡар тигәнем – тормош-даръя икән, Аҡ ҡарҙағы миләш – мин үҙем”.   (Әнисә Таһирова).   Ике бүлмәле ыҡсым ғына фатир. Уның уртаһына ҡуйылған ҙур өҫтәлдә – һикһән йылға яҡынлыҡ тарих: һарғая башлаған боронғо фотоларҙан, ҡәҙерләп һаҡланған элекке китап-журналдарҙан алып бөгөнгө “Ағиҙел”, “Башҡортостан” һәм ялтырап торған заманса баҫмаларға тиклем. Эш, ижад менән үткән ғүмер, шул уттың осҡондарын һаман да һүндермәҫкә ынтылыу сағылышы был. Шулай ҙа был өҫтәлдән хәҙер күберәк һағыш һирпелгәндәй... Ә ихлас ҡыуанып ҡаршы алған, өлтөрәп йөрөп сәй ултыртҡан, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, тауышы шағирәләрсә “йырлап торған” Әнисә апай ТАҺИРОВА һаман да йәш сағындағылай һөйкөмлө, матур, етеҙ. Ҡарашы талапсан, һынамсыл да. Бына ул ҡулына фотолар һаҡланған ҡәҙерле альбомын алып, һаҡлыҡ менән генә аса башлай...

АҠ ҠАРҘАҒЫ МИЛӘШ...
АҠ ҠАРҘАҒЫ МИЛӘШ...

Әней менән Һикәҙенән илаһи көс алып

 

Тәүге биттә – һөйөклө әсәһе...

– Эй әнейкәнем, йөрәккәйем... Һикһән йәшкә еткәндә лә уның хәстәренә, йылы һүҙҙәренә мохтажмын бит мин, – тип башланы һүҙен Әнисә Абдулла ҡыҙы. – Ул дәртләндереп тормаһа, көсөмә ышанмаһа, ижад донъяһына килә лә алмаҫ инем моғайын. Әнейем үҙе шиғырҙар яҙа, әҙәбиәтте мөкиббән ярата торғайны. Шишмә районының Ябалаҡлы ауылынан ул.

Мин 1941 йылғымын, тәүге бала. Иҫ белгәнемдә Ишембайҙың Маҡар ауылы дауаханаһы ятағында йәшәй инек. Әнейем – фельдшер-акушер, атайым – фронтта. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, тәпәй баҫҡандан алып үҙ-үҙемде ҡарай башланым мин. Әней көнө-төнө эштә. Миңә бутҡа бешереп, йылыға төрөп ҡалдырып китер ине. Иртәнсәк торам да шуны ашайым, сәй эсәм. Үҙе ҡайһылыр арала йүгереп ҡайтып мине ҡарап китер ине.

Маҡар дауаханаһына ҡырҙан медицина белгестәрен ебәрәләр ине. Аҙаҡ, ҙурайғас, аңлауымса, Мәскәүҙән, Ленинградтан килгән улар. Күрәһең, һуғыш осоронда шулай кәрәк булғандыр. Иҫемдә, ҡайһы берҙә әней үҙе менән бер йәһүд ҡатынын алып ҡайта торғайны. Уның миңә тиңдәш Владик исемле улы бар. Хәтәр ҡыҙыҡ малай ине ул. Төрлө телдә һөйләшһәк тә, бер ҡараштан аңлашып, ихлас уйнай торғайныҡ. Әсәһен “Йофа апай” тип йөрөтә инем, моғайын, фамилияһы Йоффе булғандыр инде. Бына шулай бәләкәй генә саҡтан – һуғыш бөткәндә дүрт йәшем дә тулмағайны – төрлө милләт вәкилдәренең бер-береһе менән бер ғаиләләй йәшәй алыуына инанып үҫкәнмен.

Ә үҙебеҙҙең ғаиләгә килгәндә... Атайҙың кем икәнен белмәй инем бит инде. Иҫләйем, бер мәл бүлмәбеҙгә бер ағай килеп инде лә мине арҡамдан һөйҙө, алдына ултыртты. “Һин кем? – тим, аптырап ҡарап. – Ә бына минең атайым һуғышта. Ниместәрҙе туҡмап бөтә лә ҡайта”. Теге ағай миңә йылмайып ҡарай: “Туҡмап бөттөм инде, ҡыҙым...” Уның атайым икәнен аңлап, шатлыҡтан ни эшләргә белмәй шаңҡып ҡалам...

Ошо ваҡиғанан һуң беҙ ятаҡтан өләсәйем янына – атайҙың әсәһе эргәһенә йәшәргә ҡайттыҡ. Унан бер нисә йылдан өй һалып, ғаиләбеҙ менән айырым күсенеп сыҡтыҡ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайға булған һөйөүем һүнгәндән-һүнә барҙы...

Бына уның фотоһы. Күрәһеңме, ҡайһылай ҡупшы, күркәм, фырт... Әммә ҡаты күңелле булды ул. Эсә ине. Һуғыштан ҡайтҡан ирҙәрҙең байтағы шулай булғандыр ҙа. Эйе, беҙҙе һөйөндөрөп, йортто һалыуын һалды ул, тик үҙенең “һалыуы” үҙәгебеҙгә үтте. Шундай саҡтарҙа әрнеп илап күршеләргә сығып йүгерә инем. Улар – Хәлил ағай менән Разия апай – йомшаҡ күңелле, һәйбәт кешеләр була торғайны. Күршеләрҙә үкһеүҙән туҡтай алмайым, ә үҙебеҙҙең өйҙән бахыр әнейемдең һыҡтап илағаны ишетелеп ҡала... Ағай менән апай иғтибарымды икенсе нәмәләргә йүнәлтергә тырыша. Хәҙер шул мәлдәрҙе иҫкә төшөрәм дә уйлап ҡуям: Хәлил ағай атайым янына барып ирҙәрсә һөйләшә алманымы икән? Юҡ инде, хәҙер бөтә, илама, тип йыуатыуҙан үтмәҫ ине. Эйе, ғаилә араһына тығыла һалып бармайҙар бит беҙҙең халыҡта. Был, бер яҡтан, дөрөҫтөр ҙә, әммә ҡатын кешене, балаларҙы рәнйеткәндә ситтә тороу, битарафлыҡ йә түҙемлек күрһәтеү менән һис тә килешә алмайым. Иң тәүҙә балаларҙың күңелен яралау ҙаһа... Динебеҙҙә лә бит ғаиләләге аңлашылмаусанлыҡтарҙы ике яҡтан туғандарҙың бергәләп йыйылып хәл итеү мөһимлеге хаҡында әйтелгән. Ә ауылда – барыһы ла туғандар тигәндәй...

Әнейемдең мине етәкләп беренсе класҡа илткәнен һис ҡасан онотмайым. Шул уҡ көндә ҡурсаҡ театрына ла алып барҙы ул – байрам бүләге яһаны. Тормошо ауыр булһа ла, беҙгә, дүрт балаһына, шул тиклем ҙур иғтибар бүлде. Алда әйткәнемсә, шиғырҙар яҙа ине бит ул. Шул ижади күңеле әнейҙе юғарылыҡта тотҡан, һынауҙарҙан һындырмаған, кешелекле, кеселекле иткәндер.

Һикәҙелә лә – ошондай сабырлыҡ, илаһи моң... Быны бала саҡтан тойоп үҫтем. Йәйҙәрен көндәр буйы ошо йылға буйынан ҡайтмай инем. Юҡ, уйнап, һыу инеп йөрөү яҙманы. Өс бәләкәй туғаны булған апаймын, әней гел эштә, тимәк, йорттағы бар мәшәҡәттәр минең иңдә. Күп итеп кер алып төшәм дә Һикәҙелә йыуам. Йылға буйында шулай эшкә өйрәндем, икенсе яҡтан, ошонда күңелемдә тәүге шиғырҙар ҙа тыуҙы. Илаһи матурлыҡ, сихри моң, бар серҙәреңде тыңлаған, хис-тойғоңдо, кисерештәреңде аңлаған тәбиғәт... Эйе, әней менән бергә Һикәҙе лә шағирә итте мине.

 

“Инерһең институтҡа. Теләгеңде генә һүрелтмә”

 

Маҡар мәктәбен тик яҡшы билдәләргә тамамлай Әнисә апай. Унан Стәрлетамаҡ институтына юллана. Имтихандарҙы тапшыра, ләкин конкурстан үтә алмай.

 

– Оҙаҡ уйлап тормайынса, беҙ, өс класташ-отличница, ҡалаға төҙөлөшкә урынлаштыҡ, – тип хәтер ептәрен һүтте Әнисә Абдулла ҡыҙы. – Ә артабан уҡыу теләгебеҙ шул тиклем ҙур ине. Эштән һуң ошо хаҡта эй татлы хыялдарға бирелә торғайныҡ. Егеттәр йәшенеп кенә тыңлап тора ла ирештерә, көлә башлай: “Эйе, индегеҙ ти уҡырға! Ошонда әллә нисәмә фуфайка туҙҙырырһығыҙ әле!”

Бына был фотола – тап өсөбөҙ – мин, Маһизәр, Венера. Шул төҙөлөштә эшләп йөрөгән сағыбыҙ. Хыялыбыҙ барыбер тормошҡа ашты. Иң тәүҙә Маһизәр Стәрлетамаҡ институтының физика-математика факультетына инеп китте. Унан Венера – Салауаттағы медицина техникумына. “Яңғыҙың ҡалдың бит, ҡыҙым. Ҡайт”, – ти әней. Ҡайттым. Районыбыҙҙа уҡытыусылар етмәй ине, мине Егән ауылы мәктәбенә эшкә алдылар. Бер юлы имтихандарға ла әҙерләнеп йөрөйөм. Әммә тағы конкурстан үтмәнем. “Инерһең. Теләгеңде генә һүндермә”, – тип бошонорға бирмәй әнейем. Артабанғы йәйҙә йәнә имтихандарға әҙерләнәм. Ул саҡта әней, атайҙың холҡона түҙмәйенсә, балаларын алып кире дауахана ятағына күскәйне. Эргәлә – имәнлек, һиллек... Һынауҙарға рәхәтләнеп әҙерләнәм. Әней һәр иртә көрөшкәгә яңы һауылған һөт ҡойоп эсерә, бер нисә сәғәт һайын “ҡыҙым, сәй ҡайнаны, башыңды ял иттереп ал” тип саҡырып индерә. Бына ҡайһылай хәстәрлекле, иғтибарлы, оло йөрәкле булған ул!  

Әнейҙе әлеге замандағы ҡайһы бер әсәйҙәр менән сағыштырып ҡарайым да... Бына эргәлә шундай ғаиләләр бар: күренеп тора, юғары белемлеләр, яҡшы урындарҙа эшләйҙәр, ә балаларына ҡарата шул ҡәҙәр ҡаты йә битарафтар. Ул-ҡыҙҙарына ниндәй генә яман һүҙҙәр әйтмәйҙәр, уларҙың аңлатырға тырышыуын ҡолағына ла элмәйҙәр! Йәки ҡайҙа йөрөгәндәрендә лә эштәре юҡ. Заман афәттәре – эскелек, наркомания һ.б. – ниңә көсәйә тип баш ваталар шунан.

Ә мин ул йылда институтҡа индем! Әнейҙең шатланыуы шунда! Эйе, тап уның сабырлығы, талапсанлығы, күңел юғарылылығы һөҙөмтәһе булды институтҡа инеүем.

Юғары уҡыу йортонда үткән йылдарымдан тик яҡшы хәтирәләр ҡалған. Әҙәбиәткә нығыраҡ яҡынайҙым, ижадым баҙыҡланды, билдәле әҙиптәр менән яҡындан таныштым. Мәҫәлән, Тимер Йосоповтың сығыштарын һаман да һағынып, тулҡынланып иҫкә алам. Шәп шағир ине ул. Институтҡа килһә, бөтөн халыҡты ауыҙына ҡаратып ултыртып ҡуйып шиғырҙарын уҡый торғайны. Үҙе лә, күңеле лә, эш-ғәмәлдәре лә, ижады ла матур кеше. Бына әллә күпме фотоһы һаҡланған миндә Тимерҙең. Эй яратам уның шиғырҙарын, китаптарын һаман ҡабат-ҡабат уҡып алам. Рафаэль ағай Сафин да йыш килер ине институтҡа. Тап шул йылдарҙа ул “Ағиҙел” журналында шиғриәт бүлегендә эшләгән. Хис-тойғоло ағайҙың романтик рухлы шиғырҙарын әсирләнеп тыңлап, уға ғашиҡ булып бөтә торғайны беҙҙең ҡыҙҙар...  

Институтты тамамлағас, Күмертауҙа эшләй башлағайным, мине Өфөгә ҡоҙаларға тотондолар – уҡығанда ижад иткәнемде күргәйнеләр бит инде. Рәми ағай хатта бер-ике тапҡыр килеп тә китте. Оҙаҡ та тормай, Күмертауҙың етәкселегенән берәү эҙләп тапты. “Һеҙгә Өфөгә күсергә тура килер: Ахунйәнов шылтыратты, эшкә алалар”, – ти. Бына шунан яҙмышым ҡырҡа боролош алды – Өфөгә юлландым. Ул саҡта әнейем дә тыуған яғына – Шишмә районының Ябалаҡлы ауылына күсенеп йәшәй ине инде.

 

“Башҡортостан ҡыҙы”н халыҡҡа беҙ таныттыҡ

 

...Иген баҫыуы буйлап һомғол кәүҙәле, ҡыҫҡа сәсле йәш ҡыҙ йүгереп бара. Йөҙөндә – йылмайыу, нур тулы ҡарашы алға төбәлгән, ҡоласын йәйгән, гүйә, бар донъяны ҡосорға теләй. Әнисә апайҙың журналист булараҡ тәүге командировкаһынан бер мәлде мәңгеләштергән фотоһүрәт был. 

– 1968 йыл. “Башҡортостан ҡыҙы”нда эшләй башлағас, Рәми ағай Ғарипов Фәүзиә апай Рәхимғолова менән икебеҙҙе Илешкә ебәргәйне. Һис онота алмайым ошо тәүге командировкамды – журналист өсөн был оло ваҡиға бит инде, – тип һағыш менән иҫкә алды Әнисә Абдулла ҡыҙы. – Ҡара әле, киң баҫыуҙа ҡайһылай кинәнеп йүгереп барам! Был сәфәрҙе мин генә түгел, Роберт Миңнуллин да һәр саҡ йылылыҡ менән хәтергә ала торғайны. Ул, Илеш егете, шул осорҙа урындағы район гәзитендә хәбәрсе ине. Фәүзиә апай менән икебеҙҙең сығыштарыбыҙҙы тыңлап, барыһын да иҫтә тотоп, аҙаҡ осрашҡан һайын матур хәтирәләргә бирелер, шиғриәтебеҙгә һоҡланыу белдерер ине.

Эй, ул йылдар... “Башҡортостан ҡыҙы”н халыҡҡа танытҡан осор... Фәүзиә апай менән райондарға бик йыш сығып китә инек. Айырыуса республиканың төньяҡ төбәгенә. Ә халыҡ “Азат хатын”ға өйрәнгән. Шуға ла “Башҡортостан ҡыҙы” уларға сит, ниндәйҙер бер мөғжизә кеүек күренә ине – ҡараштарынан тоя торғайныҡ. Эйе, журналды журнал иткәнсе әллә күпме көс түгергә тура килде. Райондар халҡына беҙ тараттыҡ “Башҡортостан ҡыҙы”н, беҙ таныттыҡ – Кәтибә апай Кинйәбулатова, Рәми ағай Ғарипов, Фәүзиә апай Рәхимғолова, мин. Аҙаҡ журнал уҡыусылар, яҙыусылар үҙҙәре килә башланы редакцияға. Республика буйлап туҡтауһыҙ сәфәрҙәребеҙҙең, өҙлөкһөҙ халыҡ араһында булыуыбыҙҙың татлы емеше ине был...

Райондарҙа ғына түгел, Өфөлә лә осрашыуҙарҙы йыш үткәрә торғайныҡ. Бына был фотола Рәми ағай менән эшселәр ятағында йәшәгәндәр алдында сығыш яһап торабыҙ. Халыҡ беҙҙе уратып алған, мөкиббән китеп тыңлай...

Ғөмүмән, сабып йөрөп эшләнем мин. Туҡтауһыҙ командировкаларға, осрашыуҙарға йөрөп журналға яҙмалар әҙерләүҙән тыш, тәржемә менән дә шөғөлләндем. Бына “Ағиҙел” журналының 1971, 1974 йылдарҙағы һандары. Уларҙа күпме тәржемәләрем сыҡҡан! Рәсмиҙән башлап әҙәби әҫәрҙәргә тиклем. Ғөмүмән, “Ағиҙел” редакцияһында мине һәр саҡ ҡолас йәйеп ҡаршы алырҙар ине. Журналды бит мин бала саҡтан уҡып үҫтем һәм уға ғүмер баҡый тоғро ҡалдым. Журналды алдырмаған йылым булманы. Әлбиттә, бар һандарын йыйып бара алмағанмын, сөнки Өфөгә килгәс ун йыл дауамында үҙ торлағым булмай интектем, бер урындан икенсеһенә күсенеп йөрөгәндә барыһын да нисек ташыйһың? Яңғыҙ ҡатынмын... Күрәһең, бына “Ағиҙел”де әле лә уҡып барам. Журнал нисек сыға, кемдәр яҙа, әҙәби мөхиттә ниндәй яңылыҡтар бар, кемдәрҙең юбилейҙары көтөлә – минең өсөн барыһы ла ҡыҙыҡ. Яратҡан баҫмамдың бөгөнгө һулышын, йәшәүенең дауам итеүен күреү күңелгә үҙе ҙур кинәнес бирә.

Бына был фотола Сабир бит? Эйе шул, йәш кенә сағы. “Ағиҙел”гә барған һайын иң тәүҙә уға инер инем. Кешене үҙенә тартыу көсө була торғайны бит уның. Кабинетына кергән һайын ең һыҙғанып эшләп ултырыр, һине күреү менән киң йылмайып ебәрер, дәү кәүҙәһе менән етеҙ ҡалҡынып килеп ихлас күрешер ине... Бер йыл әнейемдең шиғырҙарын да туплап журналда баҫтырғайны. Бик ярата, хөрмәт итә инем Сабирҙы. Мәңгелеккә китеүен ныҡ ауыр кисерҙем. Унан ике йыл алда ғына, 2016 йылда, минең 75 йәшемде үткәрергә Маҡарға бергә барғайныҡ. Ишембайҙар бик ныҡ саҡырып, ғүмер байрамымды гөрләтеп уҙғарғайны, рәхмәт төшкөрҙәре. Районға барғансы, ҡайтҡансы Сабир менән күңел бушанғансы һөйләштек. Байрамда шундай матур итеп сығыш яһаны, йөрәккә үтерлек йылы һүҙҙәр менән ҡотланы. Инде яратып ҡалғайны уны маҡарҙар! Аҙаҡ та шылтыратҡан һайын хәлен белешерҙәр ине. Бына шул сәфәрҙән һуң ике йыл да үтмәне, Сабирыбыҙ китеп тә барҙы... Яҙыусылар союзы бинаһында уны оҙатҡандан алып минең дә бер ҡайҙа ла йөрөгәнем юҡ. Радио тыңлайым, гәзит-журнал уҡыйым, һирәк-мирәк шылтыратып торалар – бына шундай хәҙер минең тормош. Һуңғы йылдарҙағы зәхмәт өйгә тағы ла нығыраҡ “бикләп” ҡуйҙы. Шау-гөр килеп торған әҙәби тормош аҡ томандар артында хәҙер...

 

“Әнисә халыҡ шағирылыр инде хәҙер”

 

Әнисә Абдулла ҡыҙы журналистик эшмәкәрлеге ваҡытында Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар үткән йылдарын, унда бергә белем алған иптәштәрен һағынып иҫкә ала. Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған әҙәбиәтселәр ғәйәт татыу, дуҫ йәшәй унда. Фотоларҙың береһендә – башын эйеп, моңайышып ултырған егет һәм ҡыҙҙар. “Һуңғы дәрес ине был. Айырылышҡыбыҙ килмәгәне күренеп тора”, – ти Әнисә апай. Мәскәүҙә тағы ла ул 1990-1991 йылдарҙа була. Был юлы эшләй – М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында башҡорт төркөмөнә етәкселек итә, башҡорт теле дәрестәрен алып бара. Ошолай мәғрифәт юлынан киткәс, Өфөгә ҡайтып әлеге Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика художество гимназия-интернатында эш башлай.

– “Мәскәүҙе һағынаһыңмы?” тип ҡыҙыҡһына торғайны күптәр, баш ҡаланан ҡайтҡас. Эйе, һағына инем. Ижад ялҡыны ялмаған, әҙиптәр менән осрашыуҙар, театр-концерттар гөрләп үткән Мәскәүҙе, айырыуса әҙәби курстарҙа бергә уҡыған иптәштәремде әле лә һағынам, – ти Әнисә Абдулла ҡыҙы. – Әйткәндәй, бер мәл йәш яҙыусыбыҙ Айгиз Баймөхәмәтов бик һөйөндөрҙө мине: Ҡаҙағстанға барғанында шағир Ирәнбәк Оразбаев миңә сәләм әйтеп ебәргән. Уның менән тап Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа бергә уҡығайныҡ. Хәҙер Ирәнбәк – Ҡаҙағстандың Дәүләт премияһы лауреаты, билдәле шағир, драматург. “Әнисә халыҡ шағирылыр инде хәҙер”, – тип әйтә, ти...

Мәғариф өлкәһендә оҙаҡ эшләмәнем, әммә һәр урында минән риза булып ҡалдылар. Бигерәк тә Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге художество гимназияһы уҡыусыларының ата-әсәһенән аҙаҡ та рәхмәт һүҙҙәрен күп ишеттем, шөкөр.

Тап ошо уҡыу йортонда эшләгән осорҙа тормошомда иң ҙур юғалтыу кисерҙем: әнейем баҡыйлыҡҡа күсте... Алда әйткәйнем, ул Шишмә районында йәшәй башланы тип. Сирләп киткәс, һеңлемдәр тыуған яғыбыҙға алып ҡайтҡайны. Мин ҡәҙерлемде ерләргә лә ҡайтып өлгөрмәнем. Шул үҙәгемде өҙгән ғүмерлек үкенесем булып ҡалды... 

Минең әнейҙе яҙыусылар ҙа ярата ине, Шишмә яҡын булғас, йыш ҡына янына барып та йөрөй торғайнылар. Бер ваҡиғаны һәр саҡ йылмайып иҫкә алам. Рәми ағай, Сафуан Әлибаев, Әсхәл Әхмәтҡужа әнейгә тәүге тапҡыр килгәндәрендә Яңы Ябалаҡлыла төшөп ҡалғандар. Ә беҙ – Иҫкеһендә. Ике ауыл араһында Дим аға, күпер юҡ. Беҙҙең яҙыусыларға йылғанан был яҡҡа йөҙөп сығырға тура килгән. Кейемдәре лысма һыу булып килеп, инергә уңайһыҙланып, өсәүләшеп ҡапҡаға һөйәлеп торғандары әле лә күҙ алдымда.

...Бына әнейемдең “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында төшкән фотоһы. Ғүмер баҡый эш, балалар тип йәшәп, өлкәнәйгән көнөндә бер тапҡыр ғына шулай ял итте ул. Эй һөйөнөп, риза булып, маҡтап бөтә алмай ҡайтҡайны...

 

Иҫтәлектәр менән генә йәшәйем

 

– Хәтирәләр, хәтирәләр... Мин хәҙер тик шулар менән йәшәйем инде, – тип дауам итте иҫтәлектәрен Әнисә апай. – Әйткәндәй, класташым Тәлғәт Сәғитов та хәтирәләрен тәҡдим итте бит. Уның “Хәтер ипкендәре”н рәхәтләнеп уҡыйым. Мине лә онотмай телгә алды, рәхмәт төшкөрө. Үҙен дә бик яҡшы хәтерләйем. Эй хулиган малай булды инде! Моғайын, был һүҙҙәремә үпкәләмәҫ. Иҫләйем, беҙ Венера менән бергә ултырабыҙ. Йәнәшәләге партала – Тәлғәт менән тағы бер класташ малай. Эй төртөшәләр, эй шаяралар... Айырыуса математика дәресендә. Түҙемлеге бөткән Рәйсә апай: “Сәғитов, алға сыҡ, минең һөйләгәндәрҙе ҡабатла!” – тип ҡысҡырыр ине. Тәлғәт тороп сыға ла уҡытыусыбыҙҙың бар аңлатҡандарын ҡабатлап бирә. Эйе, шул ҡәҙәр зирәк булды ул.

Мин, русса ла, башҡортса ла пионер гәзиттәрен уҡып барған кеше, ошо матбуғат баҫмалары аша төрлө адрестар табып, немец ҡыҙҙары, малайҙары менән хат яҙыша инем. Фотоларын да һалалар. Ҡыҙҙары беҙгә оҡшамаған, толомдары юҡ. Шуларҙың шауҡымына бирелеп, бер мәл тоттом да сәсемде ҡырҡтым. Үҙем артабан нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалдым. Мәктәпкә яулыҡ ябынып киттем. Күреп ҡалмаһындар тип борсолам, уңайһыҙланам. Класҡа барып инеүем булды, әлеге Тәлғәт яулығымды һыпырып та алды. Малайҙар күмәкләп хахылдап көлөргә тотондо. Бына шундай ине инде ул Тәлғәт...

Мин мәктәптә стена гәзите мөхәррире булдым. Шуҡ Тәлғәт был “ҡармаҡ”ҡа даими ҡабыр ине. Тәртибен тәнҡитләп шиғырҙар ҙа яҙып ҡуя торғайным. Әйткәнемсә, парталарыбыҙ йәнәш. Дәрес ваҡытында шыбырлап та, тәнәфестә лә мине ирештереп бер була: “Шиғыр яҙған тағы... Һе, халыҡ шағирәһе!” Мин дә яуапһыҙ ҡалмайым: “Тәнҡитләп ултыра берәү – обком секретары!” Эй-й, үткән ғүмер... Матур иҫтәлектәрен яҙып, “Хәтер ипкендәре” менән олоғайған көнөмдә күңелемде йылыта класташым. Шул ҡәҙәр яҡын ул миңә, имен-һау, сәләмәт булһын!

Яҡташым Ноғман ағай Мусин менән осрашҡан һайын ҡосаҡлашып күрешә торғайныҡ. Ул да беҙҙең мәктәптән бит – күңел яҡынлығы ныҡ ине. Йөрәкте яралап китеп барҙы... Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа тетрәнеүҙәр бер-бер артлы булып тора бит. Айырыуса минең тиңдәштәр, замандаштар китә. Һәр ҡайһыһы йөрәгемдең бер өлөшөн алып киткәндәй. Ваҡытында ҙур ғаилә булып, шау-гөр килеп йәшәнек һәм эшләнек бит. Яҙыусы-шағирҙарҙың һәр осрашыуы тулҡынландырғыс илаһи байрам була торғайны. Оло әҙиптәребеҙ шул ҡәҙәр кешелекле, кеселекле ине. Муса Ғәли, Абдулхаҡ Игебаев, Мостай Кәрим, Хәким Ғиләжев, Ғәли Ибраһимов, Ғилемдар Рамазанов, Яныбай Хамматов, Әсғәт Мирзаһтов, Фәрит Иҫәнғолов һ.б. – барыһы ла үҙҙәре шылтыратып хәлде белешә торғайны. Ҡайһындай оло йөрәкле, киң күңелле булған улар! Шуға ла ауыр заманда ла күңелде төшөрмәй, рухи күтәренкелек менән йәшәгәнбеҙ.

Әйткәндәй, Яныбай ағайҙың ҡыҙы Гүзәл Хамматова һәр ваҡыт шылтыратып, хәлемде белешеп торор ине. Атайымдың ҡәләмдәштәре минең өсөн үтә ҡәҙерле, уларҙың хәлен белешеү, кәрәк икән, ярҙам итеү – атай рухы алдындағы оло бурысым ул, ти торғайны мәрхүмкәйем. Гүзәлдең үлемен ишетеү икеләтә ауыр булды. Йәшәргә лә йәшәргә ине бит әле... Күрһәткән изгелектәре өсөн сауабы насип булһын!

Ошо декабрҙә, минең кеүек үк, Тимерғәле Килмөхәмәтов та һикһәнен билдәләр ине. Был йәшенә бер аҙым ғына ҡалғайны бит, уйламаҫтан китеп барҙы... Мине Аллаһ Тәғәлә һаҡлай әле, әл-хәмдү лил-ләһ. Боронғолар әйтмешләй, һикһәндә һикереп атҡа менә алмаһам да, йәшәгем, халҡымды, әҙәбиәтебеҙҙе алда көткән яҡты көндәрҙе күргем килә. Бына “Ағиҙел”дән дә, “Башҡортостан”дан уҡып барам: осло ҡәләмле, һәләтле йәштәребеҙ күп. Улар ошо юлынан тайпылмаҫ, үҫешер, яңынан-яңы әҫәрҙәре менән һөйөндөрөп торор тип ышанам. Әҙәбиәт йәшәргә тейеш, ул булмаһа, халыҡ асылын һаҡлай алмай. Элек оло яҙыусылар шулай тиһә, “ҡалыплашҡан бер үк һүҙҙе ҡабатлайҙар” тип уйлай торғайным. Был хаҡта гел әйтеп, иҫләтеп торорға кәрәк икән шул – үҙем өлкәнәйгәс шуға ныҡлы төшөндөм.

Оло яҙыусыларыбыҙ шул ҡәҙәр аҡыллы ине шул беҙҙең, мин уларға ғүмер буйы рәхмәтлемен. Алда әйткәнемсә, кеселекле булдылар: үҙҙәре хәлде белешеп торорҙар ине. Бер генә яҡшы һүҙҙәре лә ҡанатландырып ебәрә торғайны. Шулай булмаһа, мин, йәшәр урыным юҡлыҡтан, байтаҡ йылдар бер ерҙән икенсеһенә күсенеп йөрөгән кеше, әллә күпме китап сығара алыр инемме? Рухи яҡтан һынырға бирмәне улар. Ҡолап барған саҡта ла ҡалҡыныр көс өҫтәрлек һүҙҙәрен таба, ярҙам күрһәтә инеләр. Әҙәбиәт бына шундай саҡта үҫә ул – “атай-әсәйле” ғаилә, бер-береңә туғандарса хәстәрлекле мөнәсәбәт булғанда. Ошондай йылы мөхит барҙа тормоштоң ауырлығы ла һиҙелмәй. Өҫтәүенә әҙәбиәтселәр өсөн ижади донъя ҡайнап торорға тейеш. Беҙҙең заманда шулай ине. Бына фотоларҙан күрәһең бит: яҙыусы-шағирҙар менән гел ҡайҙалыр күмәкләп осрашыуҙар үткәргәнбеҙ, командировкаларға сыҡҡанбыҙ, халыҡ араһында сығыш яһап торабыҙ. Бер-ике генә кеше түгел, ә гел күмәкләп – ҙур ғаилә булып... 

 

Мәңгелек мөхәббәт бар ул!

 

Әнисә апайҙың альбомында йәш саҡтағы фотолары бихисап. Һылыу, көләкәс, төрлө ҡиәфәттә – хас та йәш совет актрисаһы.

– Быларҙы кем төшөргән тип уйлайһың? Юҡ, махсус фотограф та, гәзит-журнал фотохәбәрселәре лә түгел. Барыһы ла – Тельман Әминевтең эштәре, – тип фотоларға моңһоуланып баҡты Әнисә апай. – Әллә ниңә мине фотоға төшөрөргә яратыр ине. Яҡын күрҙеме... Һәр береһен эшләп һалып ебәрер ине. Ә үҙенең миндә бер фотоһы ла юҡ. Йүнһеҙмен дә инде, иҫтәлеккә һорап алһам ни булған?..

Ә бына был – минең тәүге һәм мәңгелек мөхәббәтем. Бер тапҡыр ҙа күрешмәгән немец егете. Манфред... Әйткәйнем бит, бала саҡта немец малай-ҡыҙҙары менән хат алыша инем тип. Шуларҙың береһе ул. Уҡыусы ваҡытта яҙыша башлағайныҡ, аҙаҡ хат алышыуыбыҙ институтта, унан Өфөлә дауам итте. Арабыҙ бер ваҡытта ла өҙөлмәне. Ғүмер буйы яҙыштыҡ. Күңелдәребеҙ һөйләшә ине. Ул да яратты, мин дә. Бер мәл Мәскәүгә лә килде, тик Башҡортостанға ебәрмәнеләр. Элек шулай ине. Илдәр араһында сиктәр ныҡ булды. Хәҙер генә ул ултырҙың да сыҡтың да киттең... Юҡ, инде олоғайғас, былайтып һылтау табып маташмайым әле, дөрөҫөн әйтәйем! Үҙемдең ғәйеп ҙур яҙмышыбыҙҙың шулай килеп сығыуында. Ижадҡа, эшкә сумып, Манфредтың ғаилә ҡороу тураһында етди тәҡдимен ҡабул итеүҙе һуҙа килдем. Ә ул яуап көттө. Ғүмер үтте. Көттө-көттө лә өйләнде... Ә яҙышыуҙы барыбер туҡтатманыҡ. Туҡтатырға көсөбөҙҙән килмәне. Туҡһанынсы йылдарҙа иһә аяуһыҙ хәбәр алдым. Уны ҡатыны Криста ебәргәйне: Манфред мәңгелеккә китеп барған... Шул саҡта ғына аңланым ғүмерлек мөхәббәтемде юғалтҡанымды. Хат аша һөйөү булмай, тиер күптәр. Була! Бына әле лә почта йәшнигенән һөйгәнемдең хаты килеп сығыр ҙа күңелем йылыға төрөнөр төҫлө...

Ә бына был фотола – Ким Әхмәтйәнов. Миңә бәхет бирмәгән Ким...

Эйе, ижадта уңышҡа өлгәшһәм дә, ғаилә тормошом килеп сыҡманы минең. Эш тинем дә саптым, унан буш ваҡыттарҙа иһә ижад йорттарына путевка алып, шунан сыҡмай яҙышып ултырыр инем. Ғаилә ҡороуҙан гел “ҡасып” йөрөнөм. Хәҙер уйлайым да, бында бәләкәй саҡта күргән-кисергәндәр ҙә сәбәпселер, тип ҡуям. Атай һөйөүен тойоп үҫмәгән ҡыҙ бала мөхәббәттә юлын таба алмай, тиҙәр бит. Мин дә бына шулай аҙашып ҡалған кешемен. Әнейемдең рәнйетелеп, этләнеп донъя көтөүен күреп, ир-атҡа ҡарата ышанысым да һынғандыр, кем белә... Ни генә булмаһын, шуға инанғанмын: бала әсәһенең генә түгел, атаһының да һөйөүен тойоп үҫергә тейеш – тормош киңлегендә ике “ҡанатын” да ҡурҡмайынса, ирекле киреп, тулы көс-ҡеүәт менән осһон өсөн.

Эйе, эш менән ижадты алға ҡуйып, ғаилә ҡормағаныма үкенәм. Тик нимә үҙгәртә алам инде хәҙер? Аллаһ Тәғәлә шулай ҡушҡандыр. Хәҙер бар йыуанысым – китаптарым. Ғүмерем тиккә үтмәне, халҡыма күпмелер хеҙмәтем, ижадым ҡала. Шиғырҙарым күңелдәргә барып етһен, йәшәүгә дәртләндерһен, уйландырһын – теләгем шул. Балалар өсөн дә байтаҡ яҙҙым – йәш быуын туған телебеҙҙе белеп үҫһен. Бына ошо юғары маҡсаттарға өлгәшеүгә үҙ өлөшөмдө индерә алһам – мин бәхетле.

Тормошта, әлбиттә, етешһеҙлектәрем, яңылышлыҡтарым булғандыр. Әммә шуны беләм: бер ҡасан да дан, мал артынан сапманым. Бының өсөн Аллаға шөкөр тим бөгөн. Дан, мал көҫәгәнде ауырыу артынан сабыу тип ҡабул итәм мин – күпте күргән ғүмеремдә ошо хәҡиҡәткә ныҡлы инанғанмын. Эйе, юғары исемдәрем булмағанына һис тә үкенмәйем. Ғаилә ҡормауым ғына күңелемде һыҙлата...

Әле бына ошо ябай ғына фатирымда булғанына шөкөр итеп йәшәп ятам. Пенсия килә, гәзит-журнал алдырам, яҡындарым, ҡәләмдәштәрем хәлемде белешеп тора, тышҡа сыҡһам – эргәлә урман. Башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй. Әйткәндәй, туғандарым, Ишембайға алып ҡайтабыҙ, яныбыҙҙа, тыуған төйәгеңдә йәшәрһең, тип гел саҡыра. Олоғайған көндә тормошомдо улай үҙгәртергә батырсылығым етмәй. Өфөлә тамыр нығытҡанмын бит инде – шулай ҡалһын ул. Әҙәбиәттең ҡайнап торған усағы ла бит ул баш ҡалабыҙ. Үҙемде һаман да шул мөхиттең эсендә кеүек тойоп йәшәргә яҙһын әле Аллаһ Тәғәлә тағы ла. Шиғриәтем менән ҡалайым. Ошо шиғырымда әйтелгәнсә:

Һин тип күпме урау юлдар үттем,

Ярҙым бурандарҙың әсеһен.

Һине көтөп,

Һәр көн йорт-еремде

Һары һағыштарҙан әрсенем.

 

Йәшел генә ебәк үлән, тиеп

Булды һаҙлыҡтарға батҡаным.

Һырттарына күпме ҡамсы төштө

Мин атланған саптап аттарҙың!

 

Һин булғанға,

Күңел тартҡандарҙан,

Яҡындарҙан ҡайсаҡ ваз кистем.

Тын һуҡмаҡта,

Аулаҡ мөйөштәрҙә

Бары һинең менән күрештем.

 

Мин ут хисле һөйәркәң дә булдым,

Белә уны тымыҡ төн генә.

Миндә күпме иркә наҙ барлығын

Беләһең һин.

Бары һин генә!

 

Сыҙам, тоғро ҡатының да булдым,

Икәү бергә керҙек ялҡынға.

Ауҙым тигәс,

Ҡабат күтәрелдем

Һинең өсөн,

Һинең хаҡыңа!

 

Иркә, ғәмһеҙ балаң да мин булдым,

Һиндә күрҙем йәмен донъяның.

Һөйҙөм, көйҙөм,

Булды хаталарым,

Тик юлымдан йырһыҙ уҙманым.

 

Һин үҙең дә тоғро булдың миңә,

Кәмегәндә күңел сәмдәрем.

Һағыш һары шәмен ҡабыҙғанда,

Ҡабыҙҙың һин илһам шәмдәлен...

 

Һыҙылып төшкән таң яҡтыһы булып,

Күңелемә һәр саҡ моң ҡайтһын.

Шиғриәтем,

Һәр саҡ һуҡмағымда

Һинең тоғролоғоң оҙатһын!

 

Дилбәр ИШМОРАТОВА әңгәмәләште.

("Ағиҙел", 2021, №12)

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: