Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
21 Май , 17:00

“Ғүмеркәйҙәрегеҙҙең ҡәҙеркәйҙәрен белегеҙ!..”

“Ауылымдың аҡ өйҙәре”, “Ҡыңғырау сәскә”, “Упҡын ситендә бейеү”, “Ҡыйырсыҡ ай”, “Саған япраҡ яңырта”, “Килмешәк”, “Туҙҙырылған тамуҡ”, “Ғүмер бер генә”... Күптәребеҙҙе төн йоҡоларынан яҙҙырып әҫәрләндергән, тетрәндергән, күңелгә йәшәү көсө, яңы һулыш биргән, ғәмһеҙҙәрҙең уйҙарын “болартып ебәреп”, йөрәк-усағында ут ҡабыҙған, тормошҡа ғашиҡ иттергән, әҙәбиәтте һөйҙөргән ошо һәм башҡа әҫәрҙәрҙең авторы – талантлы яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Динис Мөҙәрис улы Бүләковҡа быйыл майҙа 80 йәш тулған булыр ине. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә милләте, республикаһы мәнфәғәте өсөн бихисап эш башҡарып, баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле әҙәби мираҫ ҡалдырған олуғ шәхесте халҡы һағына, уға һаман да һоҡлана, ғорурлана, юғары кешелек, әҙиплек сифаттарын өлгө итеп ҡуя. “Ғүмере иртә өҙөлмәһә, тағы күпме әҫәр яҙыр ине Динис ағай...” – күптәрҙән ишеткән ошо һүҙҙәр бөйөк яҙыусыбыҙға оло һөйөү һәм әҙәбиәттең көсөнә ныҡлы ышаныс булып яңғырай. Ҡиммәтле әҙәби мираҫ ҡалдырҙы, тинек. Йәнә үҙе кеүек яҡты күңелле, ихлас, йөрәктәренә бар донъя һыйған өс ҡыҙы – оло мираҫы. Оло ҡыҙы Ләйсән, уртансылары Зөһрә һәм кинйәбикәләре Миләүшәне редакцияға саҡырып, сәйле табын артында йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ. Ата-әсәләрен яратып, бәхетле бала саҡтарын һағынып хәтиәләргә бирелде ҡыҙҙар. Яҙыусы хаҡында ғәйәт йылы иҫтәлектәр һаҡлап, уның исемен, ижадын мәңгеләштереүгә өлөш индереп, тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй йәшәй улар. Динис Мөҙәрис улының һикһән йыллығы алдынан улар беҙҙе атай-әсәйле бала сағына “алып китте”... 

“Ғүмеркәйҙәрегеҙҙең ҡәҙеркәйҙәрен белегеҙ!..”
“Ғүмеркәйҙәрегеҙҙең ҡәҙеркәйҙәрен белегеҙ!..”

Шым ҡалдырған серле бүлмә (Әҫәр тыуҙы)

– Бала сағың үткән йорт – иң йылыһы, иң серлеһе, иң ҡәҙерлеһе. Әле уның хаҡында уйлаһағыҙ, иң беренсе ниндәй күренеш күҙ алдығыҙға баҫа?

Ләйсән Динис ҡыҙы. ...Өйҙә тып-тыныс. Аяҡ осона ғына баҫып, шым ғына йөрөйбөҙ, шыбырлап ҡына һөйләшәбеҙ. Телевизор ҡарамайбыҙ. Телефон һүндерелгән. Тышҡа йыйынһаҡ, тауышланмай ғына кейенәбеҙ ҙә, ишекте ипләп кенә асып сығабыҙ. Был тынлыҡты беребеҙ ҙә боҙмай – тәртип шулай. Ни өсөн тигәндә, “серле” бүлмәһенә бикләнеп, атайыбыҙ ижад итә. “Шылт” иткән тауыштың да уның илһамын осороуы, фекерен өҙөүе бар. Атайға бер нәмә лә ҡамасауларға тейеш түгел! Ә ул, өҫтәүенә, төндә лә эшләй, бер башлаһа, туҡтамай...

Әсәйем бүлмәнең ишеген һаҡ ҡына асыр ҙа: “Сәй эсәһеңме? Нимә ашағың килә?” – тип һорар ине. Ә атайымдың иң яратҡаны – туҡмас ашы. Әсәй уны эй тәмле итеп бешерә...

Зөһрә Динис ҡыҙы. Бәрәңге билмәнен дә яратты атайым...

Ләйсән. Ә минең иҫемдә боҫрап торған ҡуйы туҡмас ашы ҡалған...  Ғәжәп уңған, егәрле, оҫта ҡуллы әсәйебеҙ, атай нимә теләһә, шуны йәһәтләп бешерә һалыр ине. Алда әйткәнемсә, барыһы ла ижад хаҡына – илһам ғына осоп китмәһен! Ә әҫәр яҙылып бөткәс иһә беҙҙә шау-гөрлө байрам башлана!

Миләүшә Динис ҡыҙы. Эйе, әйтерһең, бала тыуған! Барыбыҙ ҙа шат, ҡәнәғәт. Әсәй ҙур бәлеш бешерә...

Зөһрә. “Әйҙә, ҡыҙҙар, тиҙерәк! – тип беҙҙең һәр беребеҙгә эш ҡуша. – Һин бәрәңге таҙарт, һин ҡамыр баҫ, һин ҡашығаяҡты йыу”. Бик яҡшы ойоштороусы ине әсәйебеҙ. Кискә табын ҡорола, һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй, гүйә, оҙаҡ тынлыҡтан һуң килгән “яу”. Атайыбыҙ һәр беребеҙҙе һөйөп-һөйөп ала...

Ләйсән . Эйе, бик йомшаҡ, нескә күңелле булды атайыбыҙ. Беҙҙе, әсәйемде ныҡ яратты. Һәр нәмәне йөрәгенә яҡын алыр ине. Иҫемдә, бер мәл командировканан бәләкәй генә ҡара бесәй балаһы алып ҡайтҡайны. Йыраҡ районда булғандыр – төн уртаһы. Ә беҙ һәр ваҡыт, һуң ҡайтһа ла, йоҡламайынса, керпек ҡаҡмай көтөр инек. Атай гел киң йылмайып килеп инә, йүгереп барып ҡосағына һикерәбеҙ, ҡулында һәр саҡ – күстәнәс. Ә был юлы ҡуйынынан бәләкәй генә ҡара бесәй килтереп сығарҙы. Меҫкенде йәлләп алып ҡайтҡан...

Нескә күңелле атайымдың шундай ғәҙәте лә булды: ҡайһы саҡта “Ләйсән ҡыҙым, әйҙә, илап алайыҡ әле”, – тиер ҙә мине алдына ултыртып ҡосаҡлар ине. Ҡуйынына һырылам да, икәүләшеп һулҡылдап илап алабыҙ. “Ниңә улайтты икән?” – тип уйлап ҡуям хәҙер. Моғайын, күңеле тулып, эсендәген бушатҡыһы килгән саҡтарҙа шулайтҡандыр...

Зөһрә . Бала саҡтағы өйөгөҙҙән ниндәй күренеш иң беренсе күҙ алдығыҙға баҫа, тинегеҙ. Диванда мендәргә башын һалып ятҡан атайым һәм уның эргәһендә нимәлер бәйләп ултырған әсәйем... Илаһи күренеш ине ошондай саҡтар. Икәүләп һөйләшә лә һөйләшәләр, һөйләшә лә һөйләшәләр... Бер-береһен иғтибар менән тыңлайҙар, кәңәшләшәләр, ни әйтерҙәрен ҡараштарынан уҡ тоялар. Гүйә, үҙҙәре түгел, ә йөрәктәре һөйләшә. Әкрен генә бәйләгән әсәйем, әйтерһең, ошо илаһи мәлдең нурҙарын бер епкә теҙә бара. Беҙ йөрәктәр ҡушылған минуттар әһаңендә шып-шым ҡалабыҙ...

Ошондай мәлдәрҙә атайымдың яңы әҫәре лә тыуыр ине. Әсәйем уның күңелендәген шул ҡәҙәр һиҙгер тоя һәм “бөрөләнгән” уй-фекерҙәрен йөрәге аша үткәреп, аҡыллы кәңәштәрен биреп, үҫтереп ебәрә торғайны. Аҙаҡ, әҫәр яҙылып бөткәс тә, “Рәйлә, был урыны ошолайыраҡ булһа нисек?” тип йыш ҡына әсәйҙең фекерен белешер ине атай. Унан беҙҙе аяҡ осона ғына баҫтырып йөрөттөргән теге серле бүлмәгә бикләнеп, оҙон-оҙаҡ кәңәшләшеү, төҙәтмәләр индереү башлана. Ҡайһы саҡта атайым үпкәләп тә китә. “Шул ҡәҙәр ҡаты итеп әйтмәһәң дә булыр ине...” – ти. Әсәйем туп-тураһынан һалдыра ла ҡуя торғайны шул. Ғәҙел тәнҡитсе булды. “Етешһеҙлектәрҙе мин әйтмәһәм, кем әйтер һуң?” – тиер ине ҡырҡа ғына. Ғүмер буйы нәшриәттә эшләгәс, әсәйем был хеҙмәттең барлыҡ нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен белә, өҫтәүенә үҙе лә яҙыша торғайны.

Ә бая һөйләй башлаған бәйләүенә килгәндә, ул эшкә лә ғәжәп оҫта булды әсәйебеҙ. Бар күңелен һалып, һоҡланғыс ижад емештәре тыуҙырыр ине. Бына ошо фотола – атайым дөйә йөнөнән бәйләнгән свитерҙа. Ихлас һөйөнөп, маҡтай-маҡтай кейер ине ул әсәйемдең ҡул һәм йөрәк йылыһы һалынған әйберҙәрҙе.

Ләйсән. Эйе, ғөмүмән, атайым әсәйемде ныҡ ярата торғайны. Беҙ быны тойоп ҡына түгел, ишетеп тә үҫтек. “Мин әсәйегеҙҙе ярата-ам”, – тиер ине...

Зөһрә. Эйе шул, был һүҙҙәре хатта маһайып әйткән кеүек килеп сыға торғайны. Яратыуын иң ҙур бәхет, алыштырғыһыҙ ҡиммәт итеп тойғандыр һәм ошоно беҙгә лә аңлатырға тырышҡандыр атайым.

 

Иң ҡаты һүҙҙәре ниндәй булған?

– Ә һеҙгә бер ҡасан да ҡаты һүҙ әйтмәнеме Динис ағай? 

Ләйсән. Уның “серле” бүлмәһендәге өҫтәлендә һәр ҡағыҙы, үҙе нисек итеп һалған, шулай ятырға тейеш ине. Береһе – китап өҫтөндә, икенсеһе – уртала, өсөнсөһө өҫтәл ситендә бер өлөшө генә күренеп ята, дүртенсеһе – бөтөнләй ситтә... Баҡһаң, уларҙың һәр ҡайһыһы айырым фекер булған икән. Береһен дә ҡуҙғатырға ярамай. Саҡ ҡына шылһа ла, фекерҙәрҙең сылбыры өҙөлөүе, хатта “осоп китеүе” ихтимал. Ә беҙ, шуны белмәйенсә, бер мәл тота килеп өҫтәлен йыйыштырып сығып, кәрәкте алдыҡ.

Зөһрә. Кәрәкте алдыҡ, тип ни. Атайым беҙҙе әрләмәй торғайны лаһа...

Ләйсән. Һине әрләмәне шул. Ә минең күҙемә шундай итеп ҡарар ҙа: “Эх-х, Ләйсә-ән...” – тиер ине. Алдымда, гүйә, ер ярылып, донъя түңкәрелеп киткән һымаҡ була торғайны ошо һүҙҙәренән. Үҙемде яман ныҡ ғәйепле тойоп, шул ҡәҙәр уңайһыҙланам. Ошо һүҙҙәре менән кәрәкте биргәнсе, ҡысҡырып әрләһен ине лә бит!..

Миләүшә. Ә минең өсөн иң ауыр һүҙе икенсе булды. Нимәнелер яңылыш эшләһәм, боҙһам, йә башҡа нәмәлә ғәйепләнһәм, шулай уҡ күҙгә ҡарар ҙа: “Һы, әкиә-әт!” – тиер ине. Ләйсән апайыма тәьҫир иткән кеүек үк, ошо һүҙҙәре минең дә йөрәгемде “зыр әйләндереп” ебәрә торғайны.

Ләйсән. Ә бер мәл, алтынсы класты тамамлағанда шикелле, һуңғы сирек аҙағында “икеле” алып ҡайттым. Үҫмер саҡ бит инде, ниндәйҙер “бунт” кәрәк. “Түңәрәк отличница”нан бындайҙы көтмәгән әсәйем шаҡ ҡатты: “Нимә эшләнең һин, Ләйсән?! Хәҙер ҡалайтаһың инде?” Әсәйемдең ғауғалағанын атайым өндәшмәй генә ҡарап тора. Мин уның “Эх-х, Ләйсән...” тигәнен көтәм, хатта күңелем менән ҡабул итергә лә әҙермен. Әммә атайым ул аяуһыҙ һүҙҙәрен әйтмәй, тыныс ҡына: “Ярай. “Яҡшы” билдәһе лә яҡшы инде”, – тине лә ҡуйҙы. “Икеле” алғас, сиреккә бер “дүртле” сығасаҡ бит инде – “яҡшы” билдәһе. Атай шуны әйтә. Минең күҙҙәр түп-түңәрәк булды: “Бәй! Нисек инде?” Унан атайымдың ысынлап тыныс икәнен күреп, еңел тын алып ҡуйҙым. Уҡыуҙа гел алда барған, тимәк, даими көсөргәнештә булған “отличница”ның күңеленә ниндәйҙер иркенлек бирҙе был һүҙҙәр. “Рәхмәт һиңә, атай!” – тим бөгөн дә...

Зөһрә. Ғөмүмән, беҙҙең уҡыуҙағы өлгәшеүебеҙ, уй-фекерҙәребеҙ менән гел ҡыҙыҡһынып торҙо атай-әсәйебеҙ. Кис табынға йыйылғас, һәр беребеҙ көндө нисек уҙғарыуыбыҙ, мәктәптәге хәлдәр тураһында һөйләй инек. Атай-әсәйебеҙ барыбыҙҙы ла иғтибар менән тыңлай, кәңәштәр бирә, ниндәйҙер осраҡта дөрөҫ эшләгәнбеҙме-юҡмы – шул турала үҙ фекерҙәрен әйтә, ауырлыҡты йырып сығыу юлдарын күрһәтә, йүнәлеш бирә лә: “Бына бит, был турала үҙең дә белгәнһең дә инде!” – тип ҡуя ине. Был һүҙҙәрҙән әллә кем булып маһайып китәһең. Эйе, үҙҙәренең кәңәштәрен беҙҙеке итеп күрһәтә лә ҡуя торғайнылар. Хәҙер беҙ ҙә балаларыбыҙҙы тәрбиәләгәндә шундай алымдарҙы ҡулланырға тырышабыҙ.

– Ә Динис ағайҙың нимәнелер талап итеп, “һеҙ белергә тейешһегеҙ” тип өйрәткәне булдымы?

Ләйсән. Булды ундай хәл. 1980 йыл ине шикелле. Күп битлек “Литературная газета”ны аш-һыу бүлмәһенең өҫтәленә йәйеп һалды ла, Зөһрә менән икебеҙҙе “Тыңлағыҙ!” тип ултыртып ҡуйҙы. Гәзиттә ҙур мәҡәлә сыҡҡан ине, уны “Клаус Швабмы, әллә Бжезинский инеме, кемдеңдер совет халҡының әхлаҡ нигеҙҙәрен ҡыйратыу буйынса планы” тип иҫемдә ҡалдырғанмын. Яҙмала төп фекер шундай ине: беҙҙе бер нисек тә еңеп булмай, тимәк, берҙән-бер ысул – ҡаныбыҙға һалынған әхлаҡты, әҙәпте емерергә, ғаилә ҡиммәттәрен тарҡатырға кәрәк. Мәҡәлә ныҡ ҙур ине. Атайым бит артынан битте асып уҡып, мәғәнәһен төшөндөрә бара, үҙе йыш-йыш тын ала, тулҡынлана, йөҙө беҙ бығаса күрмәгәнсә борсоулы, ҡараңғы... Аҙаҡ, йылдар үткәс, уның шул саҡтағы кисерештәрен үҙ йөрәгем аша үткәреп аңланым. Донъяла һуңғы ваҡыттағы үҙгәрештәр нилектән килеп сыҡты әле, тип уйланаһың бит инде. Шул мәлдәрҙә гел атайымдың беҙҙе ултыртып ҡуйып, сикһеҙ борсоулы йөҙ менән гәзит уҡып торғаны, бәлә килеү ихтималлығын аңлатырға тырышҡаны күҙ алдыма баҫа. Эйе, ҡаныбыҙға һалынған әҙәп, әхлаҡ ҡиммәттәрен емерергә юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Шул саҡта халҡыбыҙ бер ниндәй һынау алдында ла бирешмәйәсәк. “Ошоно белегеҙ, асылығыҙҙы һаҡлағыҙ, кемдеңдер артынан яман юлдан китмәгеҙ”, – тип беҙҙе ултыртып ҡуйып иҫкәрткән атайыбыҙ.

Зөһрә. Тағы бер талабы ғаиләбеҙҙең ҡаҡшамаҫ ҡануны ине. “Өйҙә тик башҡортса һөйләшегеҙ!” тигән ныҡлы тәртип хөкөм һөрҙө беҙҙә. Ул ҡағиҙә тупһа аша атлап үткәс тә үҙ көсөнә инер ине. Шуға ҡайһы саҡта, шаяртып, ишектән кермәҫ борон “Всем привет!” тип ҡысҡырабыҙ ҙа, был һүҙҙәрҙең атайға нисек тәьҫир иткәнен күҙәтәбеҙ...

Миләүшә. Атай үҙе лә бит беҙгә ҡарап, күңелебеҙгә ниндәй ваҡиғаның нисек тәьҫир итеүен күҙәтә торғайны. Күберәк табын янында берәй хәл тураһында һөйләй. Әгәр ул ҡыҙыҡ булһа, иҫебеҙ китеп тыңлайбыҙ. Аҙаҡ хатта артынан эйәреп йөрөп һорауҙар яуҙырабыҙ. Ә инде ҡыҙыҡ булмаһа, тыңлап та бөтмәйенсә, торабыҙ ҙа китәбеҙ. Баҡтиһәң, атайыбыҙ ошо рәүешле яҙырға теләгән әҫәренең кешегә тәьҫир итеү көсөн тикшергән икән. Юҡ, хәҙер мин һеҙгә бер сюжет һөйләйем, тыңлағыҙ, тип ултыртып ҡуймай ине ул. Барыһы ла аралашыу араһында ғына килеп сыға торғайны.

Зөһрә. Талап тигәндән, һәр нәмәлә тәртип, бөхтәлек яратты атай. Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тиер ине. Шуға ла әсәй өҫтәлде сервизлауға ла ҙур иғтибар бирә торғайны. Атайға көн дә иң матур кейемдәрен әҙерләп ҡуйыр, галстугы, сәғәте, ҡайышы килешле, ботинкалары ялтырап торор ине.

Матурлыҡҡа ынтылыуы, әлбиттә, әсәһенең – Нәғимә өләсәйебеҙҙең тәрбиәһенән башланғандыр. Йыйнаҡ, бөхтә ҡатын булған ул. Үҙе ихлас, шундай һылыу, зәп-зәңгәр күҙле. Бына беҙҙең Миләүшә хас өләсәйебеҙгә оҡшаған...

 

Үлгән Динис, атайлы атайһыҙ нурлы Динис

– Мәғлүм булыуынса, Динис ағай әсәһе менән генә үҫкән. Уның бала сағы тураһында ниҙәр ишетеп белә инегеҙ?

Ләйсән. Атайыбыҙ беҙгә был хаҡта һөйләп барманы. Барыһын да тиерлек әсәйебеҙҙән ишетеп белдек. Алда әйткәнебеҙсә, Нәғимә өләсәй зәңгәр күҙле, ихлас күңелле ҡыҙ булған, урындағы идаралыҡта иҫәпсе эшен башҡарған. Кейәүгә сыҡҡас, олатай уны үҙ ауылына, ата-әсәһе менән бергә йәшәргә алып ҡайтҡан. Күмәк мал тотҡан бай ғаилә. Әммә шундай ҡырыҫ, ҡаты үҙҙәре... Йомшаҡ күңелле өләсәйебеҙ бындай мөғәмәләгә аптырап ҡалған. Оҙаҡ сыҙай алмаған ул – ай самаһы үткәс, бер ағаһы килеп, кире алып ҡайтып киткән. “Арбала илай-илай барам. Үткән юлға боролам да ҡарайым, боролам да ҡарайым. Ирем артымдан йүгереп килмәҫме, тим. Өмөтләнәм. Юҡ, килмәне”, – тип һөйләгән аҙаҡ әсәйемә. Ныҡ ғорур булған шул олатайыбыҙ. Өләсәй ҡайтып киткән көндөң кисендә үк ҡаршыла йәшәгән уҡытыусыны кәләш итеп алып ҡайтҡан...

Миләүшә. Ә өләсәйебеҙ ауырға ҡалған булған. Һуғыш осоро. Яңғыҙ йөклө ҡатын, тип уны рәнйетеүселәр ҙә осрап торған. Әммә улын барыбер тапҡан өләсәй. Тотош ауылға бер сабый булған атайым шул осорҙа – 1944 йылдың йәшеллеккә күмелгән яҙында. Ҡояш менән бергә күңелдәрҙе йылытҡан, йәшәүгә көс, ышаныс өҫтәгән уртаҡ ҡыуаныс...

Ләйсән. Әммә биш йәштә сағында бер иртәлә атайым уянмаған да ҡуйған. Ҡапыл ҡара ҡайғыға батҡан өләсәйем нимә эшләргә лә белмәй баҙап ҡалған. Шулай ҙа үҙе эштә саҡта малайҙы ҡарап торған оло йәштәге инәйҙе саҡырыу кәрәклеге башына килгән. Унһыҙ нисек ерләмәк кәрәк? Ә инәй ҡырҙағы ауылдарҙың береһенә Ҡөрьән мәжлесенә киткән икән. “Динис үлеп ҡалды, ҡайт” тигән хәбәрҙе алғас, юлға сыҡҡан, әммә арбаларының тәгәрмәсе онталған. Атайыма инде ҡәбер ҙә ҡаҙылған, ташы ла әҙерләнгән. Ә теге инәй һаман юҡ, ти. Ҡояш та байыған. Тимәк, ерләргә ярамай бит инде. Шулай төн сыҡҡан атайым. Ауылдаштар уның эргәһендә көтөп ултырған.

Иртәнсәк иһә теге инәй килеп ингән. Иғтибарлап ҡараһа, баланың йөҙө үҙгәрмәгән, тәне ҡатмаған, ти. Ғәжәпкә ҡалған да, ҡапыл бер ҡарарға килеп, танауына көҙгө ярсығын ҡуйған. Көҙгөлә – боҫ! “Үлмәгән дә баһа улым!” – тип ҡысҡырып ебәргән инәй...

Баҡһаң, ике тәүлек летаргик йоҡола булған икән атай. Әгәр арбаның тәгәрмәсе ватылмаһа, шул көндә йәһәт кенә килеп етеп, бәлки баланы ерләп тә ҡуйған булырҙар ине – бындай фажиғәнән Аллаһ Тәғәлә һаҡлаған. Ишеткәнегеҙ бармы икән, шулай “үлеп терелгән” кешеләрҙе “Хоҙай тарафынан  билдәләнгән” тиҙәр. Ысындыр. Тирә-йүнгә нур сәсеп йәшәне атайым. Ул ҡайҙа – шул урын балҡып торор ине. Эргә-тирәһен үҙенең көслө энергияһы менән тотошлай солғап ала торғайны.

Миләүшә. Әйткәндәй, атайым бәүелгән сәңгелдәк тә нурлы, мөғжизәле булған. Уны балалары бер-бер артлы үлеп торған бер ғаиләгә биргәндәр икән, сираттағы бәпестәре имен-һау үҫеп киткән. Унан – икенселәр, өсөнсөләр алған. Хәҙер иһә атайҙың музейында йәшәү нуры бөркөп эленеп тора ул.

Зөһрә. Бала сағы күмәк ауылдаштары араһында үтә атайымдың. Яратып, ҡәҙерләп торалар уны. Ун биш йәшендә иһә, буй еткән үҫмер бит инде, атаһы хаҡында һораша башлай. Белешеп йөрөй-йөрөй ҙә, уны күрергә юллана. Түбәнге Ташҡа. Әммә атаһы уны ҡабул итмәй. Һин минең улым түгел, ти...

Ләйсән. Атайҡайымдың шул саҡтағы кисерештәре хаҡында уйлайым да, гел йөрәгем өҙөлә, йәшкә мансылам...

Зөһрә. Ә атайымды ерләгәндә килде бит үҙе... Ҡапыл күргәс, терт итеп ҡалғайным шунда. Төҫ-ҡиәфәте, һәр хәрәкәте, хатта аяҡтарын салып ултырыуына, тырнаҡтарының төҙөлөшөнә тиклем атайҙы хәтерләтеп илаттырҙы. Улын ерләгәндә ниҙәр кисергәндер олатай?

Ләйсән. Атайлы булып та, атайһыҙ үҫеү... Яҡын кешеһенең ҡабул итмәүе, икенсе яҡтан, “кәмлегемде күрһәтәйем әле” тигән сәм өҫтәгәндер атайыма, тип уйлайым. Нимәгә тотонһа ла, юғары кимәлдә атҡарып сыҡты бит ул. Өс йыл армияла ракета ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Унда иң алдынғыларҙың береһе булып танылған, хатта хәрби академияла уҡырға тәҡдим иткәндәр. Әммә армияға тиклем үк аралашып, хат яҙышып торған Сафуан бабай (шағир Сафуан Әлибай – ред.) Әҙәбиәт институтын һайларға йүнәлеш биреп ебәргән. Әҙиплекте лә, атайлыҡты ла, төрлө урындарҙа етәкселекте лә, халҡы, Ватаны, милләте, ғаиләһе алдындағы башҡа бурыстарын да юғары кимәлдә атҡарҙы атайым.

Зөһрә. Беҙҙең өсөн һәр ауырлыҡтан ышыҡланыр “арҡа”, ныҡлы ҡалҡан булыуы менән ысын ғаилә башлығы өлгөһөн күрһәтте. Йөрәге тулы һөйөү ине – ташып торған ошо тойғо үҙенең атайһыҙлыҡ яраһын бөтәштергәндер тип ышанам.

 

Ул көткәндә...

– Өс ҡыҙ үҫтергән атай “улым да булһын ине” тип хыялланманымы икән?

Ләйсән. Атай мине – тәүге балаһын уҡ малай булыр тип көткәндер, тип уйлайым. Ни өсөн тигәндә, улы һымаҡ күреп үҫтерҙе. Әсәйем әйтеүенсә, биш йәшкә тиклем сәсемде ҡырып алып торғандар. Бер фото ла бар ине әле: Сафуан бабай менән икәүләп балыҡ тотоп торабыҙ, минең сәс юҡ – ҡырылған, шулай ҙа ярай күлдәктәмен.

Хәтеремдә, 1980 йылда булдымы икән, Аҡманайҙа – Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә һүрәтләнгән һоҡланғыс матур урында – йәш яҙыусылар баҡса алып, өй һала башланы. Күршебеҙ Рауил Ниғмәтуллин менән атайым кәрниз эшләй. Мин дә шундамын: ҡаҙаҡтарҙың 70-ле, 40-лыларын һайлап, таҡталарҙың да кәрәклеләрен аҫтан биреп торам. Атайҙың “улымын” бит инде.

Йорттоң бураһын Белорет районынан алып килеп, өмә яһап күтәргәйнеләр. Бүрәнәләр араһына мүк тығыуҙа ла бергә йөрөп, байтаҡ тәжрибә тупланым. Атайыма ҡарап һоҡлана инем: нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә торғайны уның. Һәр эш өсөн махсус ҡорамалы булды. Заманса электр йышҡыһы ла бар ине, уныһы Аҡманайҙағы һәр йорттоң таҡталарын йышып сыҡҡандыр. Йомарт, киң күңелле булды бит атайым. Хәтеремдә, шул осорҙа “Нива” машинаһы алды. Уныһы ниндәйҙер экспорт вариантлы . “Ох-х, минең машина-а! Вездеходтың да вездеходы!” – тип эй ихлас маһайыр ине. Юрамал батҡаҡҡа барып төшә лә, ажғырып килеп сыға. Хатта батҡан “КамАЗ”дарҙы ла һөйрәтеп сығарған мәлдәре булды. Тауҙың битләүендә йәшәйбеҙ. Ямғыр башланып, башҡа машиналар аҫта ҡалһа, атайым: “Тәк, миңә эш булды”, – тип тегеләрҙе һөйрәтеп мендерергә сығып китер ине. Унан, эшен бөткәс, “Ох-х, минең машина-а!” тип йәнә ҡупайып ҡайтып инә. Кешеләргә ярҙам итеүенән, техникаһының шәп булыуынан сикһеҙ кинәнес кисереп...

Баҡса биләмәһендә матур итеп мунса ла бурағайнылар. Ҡыйығының ҡыя таяуҙары ҡуйылған, тик башы ябылмаған. Атайым эш менән Мәскәүҙә. Ә тышта ҡойоп ямғыр яуа ла яуа. Әсәйем менән башы ябылмаған бураға ҡарайбыҙ ҙа йәлләйбеҙ: ҡарая бит инде. “Әллә үҙем тәүәккәлләйем микән?” – тим. Ҡыйынһынып булһа ла, әсәй ризалаша. Ҡыйыҡты яба торған таҡталар әҙер ята. Башланыҡ. Әсәй аҫтан биреп торған таҡталарҙы тартып алам да ҡатып барам. Был эште теүәлләгәс, өҫтөн түл менән ҡаплап ҡуйҙым.

Бер аҙҙан атайым ҡайтып төштө. “Оо, Азамат, маладис! Эй рәхмәт үҙеңә!” – тип күрше Тәлғәт ағай Сәғитовтың улын маҡтай башланы. Уныһы аптырап ҡалды. “Динис ағай, минең унда ҡыҫылышым булманы ул”, – ти. “Бәй, кем һуң улайһа?” – тип ғәжәпкә ҡалды атай. Әсәй иһә ҡыйыуһыҙ ғына шыбырланы: “Ләйсән...”

1985 йыл. Баҡсалағы өй һалынып бөткәйне, уға баҙ ҡаҙырға киттеләр. Әсәйем Миләүшәгә ауырлы. Республика клиник дауаханаһының бала табыу йортонда ята. Уға ашарға әҙерләп алып барып йөрөйөм. Беренсе ҡат. Тәҙрәһе асыла. Туҡылдатам да ашты бирәм. Ә бер көн килһәм, әсәйең икенсе урында, тиҙәр. Ниңә икән, тим. Һаман тышта көтөп йөрөйөм, миңә бит ашты бирергә кәрәк.

Миләүшә. Атай менән әсәй малай көтә, уныһын әйтмәнең, апай...

Ләйсән. Әә, эйе. Профессор Надежда Николаевна Глебова малай була, тигән. Барыбыҙ ҙа уға ышанғанбыҙ. Түҙемһеҙлек менән малай көтәбеҙ. Әйткәнемсә, атай баҡсалағы эштәрҙе тиҙерәк теүәлләү ниәте менән ашҡынып йөрөй. Мин әсәйгә көн дә аш килтерәм. Тик бына әле һаман тапшыра алмайым. Тәҙрәгә тағы башты тығып һорайым: “Килдеме әсәйем?” Аптырап яуаплайҙар: “Унан нисек йәһәт кенә килһен ул?” “Ә ашты нимә эшләтәйем һуң?” Ашымды алдылар. Хәҙер инде банканы бушатып, кире биреүҙәрен көтәм. Һаман юҡ. Сабырһыҙланам: кискә атайым эштән ҡайта, уға бешереп өлгөрөргә кәрәк тәһә миңә. Шул саҡ тәҙрәнән: “Һеңлең тыуған!” – тип ҡысҡыралар. Аптырап китәм: “Ә малай ҡайҙа?!”

Кис атайым ҡайтып инде. “Һөйөнсө! – тип йүгереп ҡаршы сыҡтым. – Ә минең хәҙер ике һеңлем бар!” Атайым күҙҙәрен шар асып ҡарап торҙо ла сығып йүгерҙе... Аҙағын һуңынан әсәйем һөйләне. Бала табыу йортона хәле бөтөп йүгереп килгән, ти: “Рәйлә! Игеҙәк ҡыҙ тыуҙымы ни?!”

Миләүшә. Әсәйем миңә икенсерәк итеп һөйләгәйне. Тәүҙә ул ауырлы икәнен һиҙмәгән дә, был турала атайым әйткән. “Динис күҙҙәремә ҡарай ҙа, һин бит ауырлы, ти торғайны”, тигәне хәтерҙә. Һаулығы насар булғанға күрә, һиңә йөклөлөк ярамай, тигәндәр тәүҙә. Абортҡа ебәргәндәр. “Билдәләнгән көн етте, ә мин эстән өҙгөләнәм, – тип ул ауыр көндәрҙе хәтергә төшөрөр ине әсәй. – Шул ҡәҙәр бәпәй алғым килә... Атайың ҡайтты, “Волга”һына сығып ултырҙыҡ. Аборт яһатырға китеп барам. Ауыр тынлыҡ. “Динис, бәлки табырмын?” – тим. “Нимә булыр икән һуң? Үҙеңде уйла...”

Шул саҡ кинәт кенә профессор Глебоваға консультацияға инеп сығырға ҡарар итәләр. Имен-һау тыуҙырасаҡһың, малай буласаҡ, ти ул. Ошо һүҙҙәр барыһын да үҙгәртә, өйгә кире ҡайтып китәләр. Шунан күмәкләп малай көтә башлайҙар. Исеме лә әҙер була – Юлай.

Әммә... ҡыҙ тыуа. Атайыма был бик ауыр тәьҫир итә. “Карауатың янына килеп ҡарай ҙа: “Эһ-һ...” – тип ыһылдай ҙа китә... Эй йөрәгем әрней. Балаһын яратмаҫ микән ни, тип өҙгөләнәм. Шулай ай самаһы үткәс, бер кис ҡайтты ла, эргәңә ултырып, һулҡылдап илай башланы. Кисер мине, балам, тип оҙаҡ ғәфү үтенде. Шул мәлдән хәл тамырынан үҙгәрҙе”, – тип һөйләр ине әсәйем.

Атайым баҡыйлыҡҡа күскәндә миңә туғыҙ ғына йәш ине. Ҡайһы бер мәлдәр ул тиклем хәтеремдә ҡалмаған. Әммә атайымдың мине ныҡ яратҡанын тоя инем.

Ләйсән, Зөһрә. Эйе, Миләүшәне ныҡ яратты атай.

Миләүшә. Ул минең өсөн донъяның кендеге кеүек ине. Иҫемдә, биш-алты йәшлек сағымда балалар баҡсаһынан ҡайтам да, атайымды көтә башлайым. Минең өсөн иң мөһим мәл ине был. Ҡыңғырауҙың зыңғырлағаны ишетелеү менән ишеккә ҡарай йүгерәһең, ә унда, киң ҡоласын йәйеп, атайым тора...

Ләйсән. Миләүшәне ныҡ иркәләтте атайым. Әммә һеңлем быны үҙ мәнфәғәтендә файҙаланманы, боҙолманы.

Зөһрә. Арабыҙҙа Миләүшә иң аҡыллыһы ул. Бәләкәй сағынан уҡ атайым уның менән гел оҙаҡ һөйләшеп ултыра торғайны. Тормоштағы бар нәмәне асыҡтан-асыҡ аңлатыр ине. Бала саҡта һорауҙар күп була бит инде. Атайым уларҙы тыныс ҡына тыңлай, ҡыҙын алдына ултыртып алып, аңлата торғайны. Ә беҙгә – өлкәндәренә – ундай уҡ иғтибар тәтемәгәндер...

Миләүшә. Йәш саҡта бит ҡайҙалыр ашығаһың, өлгөрмәй йүгерәһең дә йүгерәһең, уныһын эшләргә кәрәк, быныһын... Ә мин сабый мәлдә атайым ҡырҡтан үткән, тормошҡа башҡасараҡ ҡарай башлаған, өлгөргән шәхес булған бит инде. Шуға иғтибар күберәк эләккәндер.

Мин бәләкәй саҡта яҙыша торғайным. Ижад емештәремдең “Аҡбуҙат” журналында сыҡҡаны ла булды. Атайым әҫәрҙең төҙөлөшөн, композиция, кульминация, сиселештәрҙе аңлата торғайны. Ижад үҙенсәлектәре тураһында оҙаҡ һөйләшеп ултырыр инек. Бәләкәй генә иншаларыма ла ҙур иғтибар бүлде.

 

“Әҙәбиәт бит хәҙер берәүгә лә кәрәкмәй”

– Динис ағай үҙе әҫәрҙәрен тиҙ яҙған, тип ишетеп беләбеҙ. Мәҫәлән, бер романды – ай-ай ярым эсендә...

Миләүшә. Ваҡыты аҙ ине бит: гел яуаплы эштәр, командировкалар. Шуға ла әҫәрҙәрен күңелендә әкрен генә үҫтереп йөрөгәндер ҙә, тулыланғас, ижад емеше урғылып ҡағыҙға төшкәндер. Бала тыуған һымаҡ. Алда әйткәнебеҙсә, нәҡ шул мәлдә тауышланмаҫҡа, ҡыҫылмаҫҡа, аяҡ осона ғына баҫып йөрөргә кәрәк ине беҙгә. Илһамын өркөтмәҫ өсөн.

Ләйсән. Эйе, әҫәрҙәре ҡағыҙға “тып” итеп төшкән һымаҡ ҡына тойола ине беҙгә. Ә ай-ай ярымда роман яҙған тип, моғайын, “Туҙҙырылған тамуҡ” тураһында әйтәһегеҙҙер.

Ҙур үҙгәрештәр кисерелгән ҡатмарлы осор. Атайым депутат булырға дәғүә итә ине. Өйҙә бик һирәк булды. Арып, ныҡ һуң ҡайта торғайны. Шундай төндәрҙең береһендә ашап ултырғанында: “Эй, Рәйлә, әҙәбиәт бит хәҙер берәүгә лә кәрәкмәй...” – тип йән әрнеүе менән әйткәне хәтеремә тәрән уйылып ҡалған. Шул хәтлем әсенеү, өмөтһөҙлөк ине был һүҙҙәрҙә. “Мин бит халыҡтың тауышын башҡа кандидаттар кеүек һабын, сигарет менән һатып ала алмайым, минең төп ҡоралым – һүҙ, фекер, ҡәләм. Ә уның ҡәҙере юҡ”, – тип әсенеп әйткәне иҫемдә. Ғүмер буйы әҙәбиәт тип янып йәшәп, киләсәк быуындарға рухи мираҫ ҡалдырам тип ҡанатланып ижад иткән атайым өсөн хәҙер ошондай хәлгә килеп терәлеү ҡот осҡос фажиғәгә тиң булғандыр.

Йөрәгендә таштай ауыр йөк йөрөткән атайым “Туҙҙырылған тамуҡ”ты шул ҡәҙәр тиҙ яҙҙы. Әҫәр, гүйә, күңеленән ҡағыҙға урғылып төштө. Ҡатмарлы, буталсыҡ осорҙа шундай роман “бомба” кеүек булды инде. Әйткәндәй, иң тәүҙә “Ағиҙел”дә донъя күргән ул.

Мөнир Сәхиулла улы. Эйе, журналда интервьюһы ла бар, һорауҙарға бик ҡәтғи, уҫал итеп яуаптар биргән. Бына нимә ти: “Яҙыусы күңеле – кереше тартылған уҡ һымаҡ. Саҡ ҡына ҡулыңды, уйыңды бушат – хәҙер атылып китәсәк. Ул сағында аяу көтмә. Шуны аңлап, ул ярһыуын тыя ла...” 1992 йылдың дүртенсе һаны был.

Зөһрә. Шундай хәлгә еткәйне шул атай...

Ләйсән .  1991 йылдың август түңкәрелеше, ГКЧП... Ул көндәрҙә минең туй булды. Бөтә ғауғаларҙан ситтә, “икенсе донъяла” байрам итеп йөрөнөк. Аҙаҡ әсәй менән был турала һөйләшеп ала инек: “Әгәр туй булмаһа, ул көндәрҙә атай нимә эшләр ине икән?”

Туҡһанынсы йылдарҙағы шул сәйәси боролоштан һуң һәр халыҡ вәкилдәре үҙҙәренең яҙыусылар ойошмаһын булдырырға тырыша башлай, тип иҫләйем. Атайым ошо мәсьәләгә бәйле бер съезда сығыш яһарға әҙерләнеп йөрөнө. Әйткәндәй, халыҡ алдына һөйләргә сыҡҡанда һәр фекереңдең (ә улар биш-алтынан үтмәҫкә тейеш) айырым ҡағыҙға яҙылған булыуы мөһим – шулай еңелерәк, тиер ине. Атайым хатта әсәйем алдында репетиция ла яһай торғайны. Ә мөһим сара үтәсәк көндә ул өйҙән иң ҡупшы костюмын, ялтырап торған ботинкаларын кейеп, килешле галстугын, сәғәтен тағып, фырт ҡына сығып китер ине. Әсәйем ирен шулай сикһеҙ хәстәрләне, бәҫен һаҡланы.

Съездағы әлеге сығышы ла юғары кимәлдә үткән, тип аңланыҡ. Төп мәғәнәһе шул: бер Башҡортостанда яҙыусылар ойошмалары күп була алмай, республикабыҙ ҙа, союз да – берҙәм. Татарстандың Яҙыусылар берекмәһе идараһы рәйесе Ринат Мөхәмәҙиев тә ошо уҡ һүҙҙәрҙе еткергән. Һөҙөмтәлә, бер союзды һаҡлап ҡалайыҡ, тигән уртаҡ фекергә килгәндәр. Өйгә ҡайтҡас, атайымдың: “Еңдек! Еңдек!” – тип шатлығы эсенә һыймай, тулҡынланып ҡабатлағаны иҫтә. Әсәйем дә сикһеҙ шат. Улар ҡыуанғас, беҙ ҙә һөйөнөп һикерешәбеҙ: “Еңдек! Еңдек!..” Шул еңеүе менән атай, бәлки, кемдәрҙеңдер юлын ҡыйғандыр ҙа...

 

Байрам үҙеңдән башлана

– Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы бергә уртаҡлашҡанһығыҙ. Ә эштәге проблемаларҙы өйгә “алып ҡайта” инеме Динис ағай?

 Зөһрә. Юҡ, беҙҙе, ҡыҙҙарын, заман ауырлыҡтарынан ныҡ ҡурсалай торғайны. Эшендәге, республикалағы проблемалар тураһында әсәйем менән һөйләшкәндәрен генә ишетеп ҡала инек.

Ләйсән. Болғансыҡ ваҡыттарҙа мин егерме йәште үткән инем инде. “Ниңә беҙгә бер нәмә лә һөйләмәйһегеҙ ул? Ни өсөн һәр саҡ “алһыу күҙлектә”беҙ?” – тип дәғүә белдерә торғайным. Йылдар үткәс, әсәйем: “Атайың һеҙҙе тормоштағы кире күренештәрҙән һаҡланы”, – тине. Эшендә ниҙәр генә күрмәгән һәм кисермәгәндер, ә өйгә уларҙың береһен дә “эйәртеп” ҡайтманы. Беҙҙә һәр ваҡыт шул ҡәҙәр йылы, тыныс ине.

Миләүшә. Тыныс тиһәң дә, апай, беҙҙә ҡунаҡтар ҙа йыш була торғайны бит. Алда әйткәнебеҙсә, әсәйем шәп ойоштороусы ине. “Байрам үҙеңдән башлана”, – тиер ине ул. Ғаиләбеҙ өсөн әҙерләгән көндәлек табыны ла, күмәк ҡунаҡтар йыйылған ҙур мәжлесе лә ябай ғына үтмәй торғайны. Улар, гүйә, айырым сценарий буйынса барҙы. Ашарға әҙерләнең, йыйылып ултырып туҡландың да таралдың түгел. Мәҫәлән, ҡаҙ бешерһә, уны ҡырҡ өлөшкә бүлеп һалыр ине. Бото – атайыма һәм ҡунаҡтағы хөрмәтле кешеләрҙең береһенә. Түҙгәнгә – түш, тиер ҙә, түште килен кешегә тотторор ине. Ҡанаттар – кейәүгә сығыр йәштәге ҡыҙҙарға...

Ләйсән. Ә мин атайымдың тыуған ауылындағы йортта үткән осрашыуҙарҙы һағынып иҫкә алам. Нөгөш буйына ял итергә Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Әнүр Вахитов, Венер Сәхәүетдинов, Сафуан Әлибаевтар ғаиләләре менән килә торғайны. Тәбиғәттән көс алырға. Өйҙөң эргәһендә – бәләкәй генә аласыҡ, уның эсендә – атайым үҙе эшләгән йәтеш кенә мейес һәм һике... Мул ҡуллы әсәйем, һәр ваҡыттағыса, тәмле итеп бешерә, ҡунаҡтар уны маҡтай-маҡтай һыйлана. Надя инәй – украин, Фәрҙиә инәй менән Сафуан бабай башҡорт йырҙарын башлай. Ул арала әҙиптәрҙән берәйһе: “Мин яңы шиғыр яҙҙым, тыңлағыҙ әле”, – тип “мейестән сыҡҡан” ижад емешен тәҡдим итә. Шау-гөр килеп фекер алышыуҙар башлана. Шулай ғәҙәти ял мәле ижад кисәһенә әйләнеп китә.

Был билдәле әҙиптәр тормош ваҡлыҡтарынан, йырып сыҡҡыһыҙ ауырлыҡтарҙан юғары торған, бер-береһенә ныҡлы ҡалҡан булған шәхестәр ине. Алдан һөйләгән ижади кисәләр Ғариповтарҙың Рихард Зорге урамындағы фатирында ла гөрләп үтә торғайны. Рәми бабай балаларын ныҡ яратты. Бер мәл, Гөлнараның тыуған көнө булдымы икән, Азаматтыҡымы, тотош йәшник менән туңдырма алып ҡайтҡаны хәтеремдә. Эй кинәнгәйнек!

Зөһрә. Ҡунаҡ тигәндән, Мәскәүҙән Әхиәр бабай Хәкимов килһә, күберәк беҙҙә йоҡлай торғайны. Эй һөйләшерҙәр ине атайым менән төн буйы! Гүйә, күңелдәренә йыйылғанды бер-береһенә түгәләр ине. Мостай Кәримдең юбилейына тип килгән Рәсүл Ғамзатовтың бер кис беҙҙә булғаны ла хәтерҙә ҡалған. Һүҙҙәре “йырлап” ҡына аҡҡандай ине уның. Һөйләшеүендә – тау халҡының акценты, үҙе шундай мөләйем... 

Ләйсән . Әсәйемдең исемен ҡыҙыҡ ҡына итеп “Роиля” тигәне хәтерҙә ҡалған. “Был “тарпан”ды нисек тотоп тораһың ул һин, Роиля?” – тип йылмайып һорағаны иҫтә, атайыма төртөп күрһәтеп. Ғөмүмән, өйөбөҙгә кешеләр йыш килә ине, айырыуса әҙиптәр.

Миләүшә. Бер ҡыҙыҡлы хәлде һаман да көлөп иҫкә алабыҙ. Йортобоҙҙан кеше өҙөлмәүенә автовокзалға яҡын йәшәүебеҙ ҙә булышлыҡ иткәндер. Әсәйемдәр һигеҙ бала үҫкән, атайымдың туғандары, таныштары ла күп. Барыһы ла тура беҙгә юллана. Бер мәл кискә табан, эштән һуң өлкән йәштәге бабай килеп кергән. “Оо, Динис туғаным!” – тип атайымды ҡосаҡлап алған. Ашарға бешереп йөрөгән әсәйем ире менән ҡунаҡ бабайҙы ихлас һыйлаған. Икенсе көн уны концертҡа, театрға алып барғандар. Ҡунаҡ бик ҡәнәғәт булған. Өсөнсө көн иһә әсәйем атайымдан һорай икән: “Был бабай һиңә ҡайһы яҡтан туған әле ул?” Атайым аптырап киткән: “Бәй, һинең туғаның түгелме ни?” Ни әйтергә белмәй, бер-береһенә ҡарап һүҙһеҙ ҡалғандар. Унан ҡунаҡҡа ипләп кенә өндәшәләр икән: “Һин беҙгә нисегерәк туғанһың әле, бабай?” Хәҙер инде ҡунаҡ хужаларға аптырап баҡҡан: “Туған түгелбеҙсе. Һуң һин бит үҙең беҙҙең ауылда сығыш яһаның да, ишегем һәр саҡ асыҡ, ҡунаҡҡа килегеҙ, тинең, Динис туғаным. Адресыңды ла әйттең...”

 

“Беҙҙең яҙыусыларҙың барыһы ла гений!”

– Тимәк, Динис ағайҙы халыҡ туғанылай яҡын күргән, уны яратҡан.

Миләүшә. Атайымды яратмау мөмкин булмағандыр. Үҙенән алда ихласлығы, нуры йөрөнө бит уның. Халыҡ менән осрашып һөйләшеүҙе ныҡ ярата торғайны. Айырыуса комбайнсыларҙы ихтирам итте. Был, моғайын, ике туған ағаһының – атаһылай яҡын күргән Миңтәлғәт бабайҙың – комбайнсы булыуына бәйлелер. Унан күреп, атайым тәүҙә Бәләбәйҙәге ауыл хужалығы техникумында уҡыған, ағаһына йәйгеһен, көҙгөһөн ярҙамсы булып йөрөгән.

Зөһрә. Атайым киң билдәле кешеләр менән дә, ябай эшселәр менән дә берҙәй ихлас һөйләшер ине. Әңгәмәсеһе ҙур етәксеме, урам һепереүсеме – айырып ҡараманы. Кеше менән Кеше булғаны өсөн аралашты, вазифаһына, бөйөклөгөнә ҡарап түгел.

Ләйсән. Хәтеремдә, бер мәл “Һөнәрмән” тигән темаға инша яҙып килергә ҡушҡайнылар. “Атай, – тим, – шәп кенә һөнәр эйәһе тураһында һөйлә әле”. Уның яуабы иһә мине шаҡ ҡатыра: “Әйҙә, Әкрәм ҡустым тураһында яҙайыҡ”. “Шул сварщик хаҡындамы?! Нимәгә ул? Ниндәй шәп эш күрһәткән һуң ул?” – тип ризаһыҙлыҡ менән һорауҙарымды теҙәм аңламайынса. Атай барыбер иретеп йәбештереүсе тураһында яҙҙырҙы. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ябай һөнәр эйәһе булған Әкрәм ағай инша аҙағында минең өсөн буй етмәҫлек даһиға әйләнгәйне! Атайым шулай һәр кемдә бөйөклөк күрә белде. Кеше ниндәй генә булмаһын, яҡшы яҡтарын табып, ошо сифаттары аша уны үҫтереп ебәрә торғайны.

“Беҙҙең яҙыусыларҙың барыһы ла гений!” – тиеп күтәрер, һәр береһе менән уртаҡ тел табыр ине.

Зөһрә. Атайыбыҙ тураһында һеҙҙең дә, әҙиптәрҙең, һүҙҙәрен ишеткебеҙ килә. Ул ниндәй ине? Әхмәр ағай, һеҙ яҡындан аралашып йәшәнегеҙ. Ниндәй булып иҫегеҙҙә ҡалған атайыбыҙ?

Әхмәр. Бик күркәм кеше ине Динис ағай. Ундағы тауыш, төҫ-ҡиәфәт, ышаныслы, шундай матур итеп һөйләй белеү! Съездарҙа сығыш яһаһа, зал яңғырап торор ине. Шул уҡ ваҡытта үтә нескә күңелле, сабыйҙай ябай булды. Ул осорҙа минең йүгәнһеҙ йәш саҡ, сәсем мынауылай туҙып торор ине. “Мырҙам, һин, иң мөһиме – сәсеңде һаҡла”, – ти торғайны Динис ағай, шаяртып. Хәҙер күрһә, танымаҫ ине микән? 

Улар Булат ағай Рафиҡов менән икеһе мине Яҙыусылар союзына эшкә үҙемдән һорап та тормай алдылар. Ғәлим Хисамов министр итеп тәғәйенләнгәс, урынына “Китап” нәшриәтенә етәкселеккә Рәмил Йәнбәк күсте, ул быға тиклем башҡарған эшенә – Динис ағайҙың беренсе урынбаҫары вазифаһына – мине тәҡдим иткән. Беҙҙең “Шоңҡар” журналы редакцияһы Яҙыусылар союзы бинаһында ине (был да – Динис ағайҙың хәстәрлеге). Иртәнсәк эшкә килһәм, минең кабинетҡа инеп сыҡ әле, ти. Индем. Булат ағай ҙа шунда. Тотто ла бойороҡ яҙа башланы: “...назначить Утябаева Ахмера Гумеровича заместителем...” Яҙып бөттө лә, “Рита баҫып бирер”, ти. Ҡаршылағы бүлмәне асып индек. Мин шаҡ ҡатып, ни булғанын аңлап та етмәй, арттарынан эйәреп йөрөйөм. “Анау креслоға барып ултыр әле”, – ти ағайҙар. Барып ултырҙым. Динис ағай һорай: “Ҡара әле, Булат ағай, килешәме был урын Әхмәргә?” “Нишләп, бына тигән!”

Бая әйттегеҙ бит, атайым кешенең яҡшы яҡтарын күреп, үҫтерә белде, тип. Минең осраҡта ла тап шулай булды. Ҙур ышаныс белдерҙе. Кешене башта өйрәнеп йөрөй-йөрөй ҙә ниәтен тормошҡа ашыра ине ул. Динис ағай алдындағы ошо ышанысты юғалтмаҫ өсөн бар көсөңдө һалып тырышаһың...

Тағы бер сифатын тулҡынланып хәтергә алам: Динис ағай эргәһендә кешеләр дошманлашып йөрөй алмай ине – уларҙы мотлаҡ дуҫлаштыра торғайны. Бер ваҡиға гел иҫкә төшә. Бөйөк Еңеүҙең нисәнселер йыллығына Яҙыусылар союзына ветерандарҙы саҡырғанбыҙ. Ундағы ике ағай араһынан “ҡара бесәй” үткәнен барыһы ла белә ине. Табын ҡоролған. Теге ағайҙар – икеһе ике урында. Мәжлес әле башланмаған. Динис ағай үпкәләшкәндәрҙең береһен етәкләп алып килде лә, икенсеһенең эргәһенә ултыртты. Икеһенә лә ҡойоп бирҙе. Унан ҡул бирештерҙе, ҡосаҡлаштырҙы, аҙаҡ хатта илатып ҡуйҙы!

...Ул һуңғы китабын – “Ғүмер бер генә”не – алғандарҙың барыһына ла автограф итеп бер үк һүҙҙәрҙе яҙған: “Ғүмеркәйҙәрегеҙҙең ҡәҙеркәйҙәрен белегеҙ...” Әҫәрҙә геройы тап шулай тип әйтә бит инде. Йәшләй китеп барған ағайыбыҙҙың аманатын тотоп, бер генә бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәһәк ине.

 

Һағынған мәлдәрҙә китаптарын уҡыйым...

– Иртәрәк китерен һиҙҙеме икән ағай: ижади йәһәттән дә, дәүләт, йәмғиәт эштәрендә лә шул ҡәҙәр тынғыһыҙ булды...

Ләйсән. Эйе, һиҙгәндер, тим. Өләсәйҙең әсәһе лә, Нәғимә өләсәй үҙе лә иллелә үлеп ҡалған. Атайымдың был юбилейы, хәтерләйһегеҙҙер, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында гөрләп үтте. Халыҡ шығырым тулы ине. Республика етәксеһе Мортаза Рәхимов та килгәйне. Һәр сығыш яһаусы шундай ихлас итеп һөйләне. Атайымдың йөҙө йылмайыуҙан балҡып торҙо. Шул саҡта, төрлө кешеләрҙең сығыштарын тыңлап ултырып, мин уны бөтөнләй икенсе яҡтан астым. Атай ғына түгел, ә оло шәхес, халҡының, Ватанының һөйөклө, ышаныслы улы булараҡ астым. Һәм сикһеҙ ғорурландым.  

Илле йәшен “Башҡортостан” ресторанында ла бик шәп уҙғарғайнылар. Унда ла кеше һәләк күп булды. Ошо байрамдарҙан һуң әсәйемә: “Һа! Иллене үттек!” – тип әйткәне иҫтә. Был һүҙҙәрендә “өләсәйемдең, әсәйемдең яҙмышын ҡабатламаҫмын” тигән ышаныс булдымы икән? Әммә 51-енә етә алманы...

Дилбәр Ишморатова яҙып алды.

(Әңгәмәне тулыһынса 2024 йылғы "Ағиҙел" журналының 5-се һанында уҡығыҙ)

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: